uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
+124 soatlar
+17 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
📌 Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына - 91 йыл, ә уның хөрмәтенә Өфөләге Ленин паркында һәйкәл асылыуға - 1 йыл да тулып киткән. Ваҡыт шулай үтә, әммә халыҡ хәтерендә һүҙе менән генә түгел, эше, хеҙмәте менән дә йәшәүен дауам итә арҙаҡлы милләттәшебеҙ. Тағы бер тапҡыр уның иҫтәлеген һаҡлаған тарихи урынға күҙ һалайыҡ.

Ирәмәл итәгендә таңдар ҙа сихри ❤️

💯Бөгөн үткән "Фән сәғәте"ндә РФА Өфө федераль тикшеренеү институты ғалимдары "Башҡорт атының геномы" проектын тәҡдим итте. Был башҡорт атын тарихи мираҫ объекты булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм селекция эшен яңы кимәлгә сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 💯Башҡорт атының ДНК биобанкын булдырыу башланғысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хупланы һәм тейешле программа әҙерләргә кәрәк, тип белдерҙе. ✅Әлегә былтыр Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленән матур күренештәрҙе ҡарап, йәмле (ямғырлы) йәйҙе хәтергә төшөрөп алайыҡ!

📌 "Баштәржемә" программаһы тест режимында эшләй башлаған. ✅ Был турала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан хәбәр ит
📌 "Баштәржемә" программаһы тест режимында эшләй башлаған. ✅ Был турала Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһынан хәбәр иттеләр. ✅ "Баштәржемә" программаһы ярҙамында рус теленән башҡортсаға, башҡортсанан руссаға сертификатланған тәржемә эшләргә мөмкин. Программалаусыһы - Айнур Хәйбуллин.
"Тест режимында эшләгән программаны һеҙ ҙә тикшереп, хаталы яҡтарын күрһәтә алаһығыҙ. Шулай уҡ тәржемәсе-эксперттар ҙа талап ителә",
- тип яҙған ойоштороусылар. 📍 Программаға түбәндәге һылтанма буйынса үтеп ҡарарға мөмкин: https://aispp.ru

"Башҡорт аттары өйөрө" ("Табун башкирских лошадей"). А. В. Храмов, 1950-се йылдар. БР Милли музейы.

🎶IRDAN һәм Азат Хоҙайғолов

📌БР Милли музейында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған "Алтын балдаҡ" ("Золото
+2
📌БР Милли музейында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған "Алтын балдаҡ" ("Золотое колечко") тип аталған күргәҙмә асылды. ✅Күргәҙмәлә йырсының шәхси әйберҙәре, сәхнә кейемдәре, популяр йырҙарының яҙмалары, фото-видеолар тупланған. Күргәҙмә халыҡ һөйөүен яулаған ихтирамлы йырсының тормошона, ижадына һәм Башҡортостан музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә яһаған йоғонтоһон сағылдыра, тип белдерә ойоштороусылар. ❗Күргәҙмә 26-сы февралгә тиклем эшләйәсәк. Мотлаҡ барып күрегеҙ!

📍Оло Ҡыраҡа. Белорет районы. ✅Оло Ҡыраҡаның төньяҡ өлөшөндә оҫҡондоң (лук косой) реликт популяцияһы үҫә, тәбиғәт ҡомартҡыһы
+4
📍Оло Ҡыраҡа. Белорет районы. ✅Оло Ҡыраҡаның төньяҡ өлөшөндә оҫҡондоң (лук косой) реликт популяцияһы үҫә, тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. 📸Фото: gefesttravel

Донъяғыҙ түңәрәк булһын!😻 Һүрәт: Gulykim
Донъяғыҙ түңәрәк булһын!😻 Һүрәт: Gulykim

💡Көлөп алайыҡ 😁 Видео: "Большая семья из деревни".

Алтын тауҙың батшаһы кем? Уйнағандар ❤️ ҡуйығыҙ!
Алтын тауҙың батшаһы кем? Уйнағандар ❤️ ҡуйығыҙ!

🩵🤍💚

📌 Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайында #Өйҙә (#Дома) фестивале үтә. ✅ Йәштәр өсөн алдынғы предприятиелар һәм корпорациялар етәкселәре
📌 Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайында #Өйҙә (#Дома) фестивале үтә. ✅ Йәштәр өсөн алдынғы предприятиелар һәм корпорациялар етәкселәре менән әңгәмәләр, эшҡыуарҙар һәм бизнес хужаларының фәһемле лекциялары, йондоҙҙар менән осрашыуҙар ойошторола. ✅ Күргәҙмәләр һәм төрлө уйын майҙансыҡтары ла ҡуйылғайны. ✅Студенттар артабан үҫешеү өсөн ниндәй мөмкинлектәр барлығын белде. ✅ Фестиваль Thomas Mraz, Марат Яруллин, О!нет, Baby Ti һәм Бишбармаҡ ҡатнашлығындағы дискотека менән тамамланасаҡ.

💯Модулле участка дауаханаһы – үткән йылдың аҙағында Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында бына шундай заманса учреждение төҙөлгәйне.
+5
💯Модулле участка дауаханаһы – үткән йылдың аҙағында Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында бына шундай заманса учреждение төҙөлгәйне. ✅Бында халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған, ә иң мөһиме – квалификациялы табиптар эшләй. ✅Дауахана 10 ауыл халҡын ҡарай. ✅Бында ике терапевт, бер педиатр участкаһы, процедуралар, прививкалар, акушерҙар, физиотерапия кабинеттары, тәүлек әйләнәһенә эшләгән 6 урынлыҡ стационар, көндөҙгө стационар бар. 💯Яңы бинаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килеп ҡараны, халыҡ менән аралашты. Ауылда медицинаны үҫтереү – мөһим мәсьәләләрҙең береһе, тип билдәләне ул. 📌Әйткәндәй, 6 йылда Башҡортостанда 490 модулле конструкция – ФАП, ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы өсөн офистар төҙөлгән. ✅Әле Асҡар, Благовещенск, Учалы, Яңауылда балалар поликлиникалары, Асҡын һәм Баҡалыла өлкәндәр өсөн медицина учреждениелары төҙөлөшө бара. ✅Ә 2024 йылда Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөп бөткән, республика райондарында 9 медицина учреждениеһы ремонтланған.

🎉🎉🎉Дәүләкәндән Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар йортонда тағы шатлыҡ - УН ИКЕНСЕ бәпес тыуған! 🌸Бына шундай ҙур ғаиләгә яңы
🎉🎉🎉Дәүләкәндән Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар йортонда тағы шатлыҡ - УН ИКЕНСЕ бәпес тыуған! 🌸Бына шундай ҙур ғаиләгә яңы шатлыҡ өҫтәп Наҙгөл исемле ҡыҙ донъяға килгән. 🌸Гөлназ Фәрит ҡыҙы 2023 йылда "Герой-әсә" тигән юғары маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул тормош иптәшен хөрмәт итеп, балаларын һөйөп үҫтергән, үрнәк алырҙай ҡатын. 🌸Ҡорманаевтарҙың өлкән балалары һеңле-ҡустыларына өлгө, ата-әсәләренә ярҙамсылдар. Нурфаяз улдары - алдынғы вуз студенты,Алһыу ҡыҙҙары - мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, Аделина - спортсы, Аэлита - фән һәм театр менән ҡыҙыҡһына.
"Йортобоҙҙа һәр ваҡыт бәхет, мөхәббәт һәм именлек йәшәһен. Һеҙҙең кеүек ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеү - дәүләт һәм республика сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше",
- тип яҙған БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Йөрәктауҙан хәйерле иртә! ❤️
Йөрәктауҙан хәйерле иртә! ❤️

💯Бәхетленең байрамы бер көндә,ти. Бөгөн баймаҡтар өсөн тағы бер шатлыҡлы ваҡиға булған - Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа
+3
💯Бәхетленең байрамы бер көндә,ти. Бөгөн баймаҡтар өсөн тағы бер шатлыҡлы ваҡиға булған - Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа бюст ҡуйылған! ✅1962-1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар советын етәкләгән арҙаҡлы шәхестең бюсы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы территорияһында урынлашҡан.

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы халҡы өсөн бөгөн ҡыуаныслы көн - өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Уларҙың шатлығын ошо видеоны ҡарап уртаҡлашырға саҡырабыҙ 😉

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 80 йыллыҡ юбилейына арналған уҡ атыу буйынса республика асыҡ турниры үткән. Ярышта республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100 ашыу уҡсы ҡатнашҡан. Гимназия уҡыусылары ла бик юғары һөҙөмтәләр күрһәткән: улар иҫәбендә 2 алтын, 2 көмөш һәм бер бронза миҙал. Был турала Рәми медиаүҙәгенән хәбәр иттеләр.

📌 Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. 💯Өр-яңынан төҙөлгән бина 3 мең квадрат метрлыҡ. ✅ Үҙәктең берен
+4
📌 Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. 💯Өр-яңынан төҙөлгән бина 3 мең квадрат метрлыҡ. ✅ Үҙәктең беренсе ҡатындағы фойела күргәҙмә өсөн урын, тамаша залы, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, администрация бүлмәһе, китапханалар (өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым), компьютер студияһы, кейем бүлмәһе урынлашҡан. ✅ Икенсе ҡатта - тренажерҙар залы, бәҙрәф һәм душ булған кейенеп-сисенеү бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе. 💯Ауыл халҡының тормошона йәм, дәрт өҫтәгән бына шундай шәп үҙәкте асыу тантанаһында бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе булды.
“Ысынында, халыҡҡа йөрөүе уңайлы булһын өсөн шундай үҙәктәр төҙөү кәрәк. Эргәлә генә мәктәп, ә иң мөһиме, методистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бында бар”,
- тине республика етәксеһе. 💯Шулай уҡ республика Башлығы киләсәктә меңгә яҡын кеше йәшәгән был ҙур ауылды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Баймаҡ районында эшһөйәр халыҡ йәшәй һәм беҙ райондың үҫешенә ярҙам итәсәкбеҙ”,
- тине Радий Хәбиров.