uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
617
Obunachilar
-224 soatlar
-27 kunlar
-430 kunlar
Postlar arxiv
📌 Башҡорт химиктарын тәбрикләнеләр Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров хими
📌 Башҡорт химиктарын тәбрикләнеләр
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров химия буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһы еңеүселәренә һәм уларҙың остаздарына наградалар тапшырҙы.
🔥 Юғары профессионаллек һәм мәктәп уҡыусыларының химияһы буйынса 2025-2026 йылғы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәрен әҙерләгән өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр: 🔹 Айнур Ғүмәров - Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы, 🔹 Тимур Мәннәнов - БР Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе, 🔹 Вадим Харисов - ӨДНТУ студенты. 🔥 Шулай уҡ Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Динияр Ғәлимов һәм Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейының 11-се класс уҡыусыһы Денис Филипповҡа бирелде.
Радий Хәбиров барыһына ла һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Айнур Ғүмәров менән Тимур Мәннәнов республика етәкселеге тарафынан ярҙам һәм иғтибар тойоп эшләүе яҡшы булыуын телгә алдылар. 🎉 Үткән аҙнала Башҡортостан уҡыусылары "Сириус"та үткән химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ике беренсе урын һәм 12 призлы диплом алып ҡайтты. Һөҙөмтәлә республика Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, наградалар һаны буйынса алдынғы өс төбәк иҫәбенә инде. 📍 Әйткәндәй, Башҡортостан командаһында Республика инженер лицей-интернаты, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Октябрьский, Бөрө ҡалаларынан, Әлшәй Һәм Өфө райондарынан 27 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Йәштәрҙе һәм уларҙың педагогтарын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! 👏 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌"Экология минән башлана" республика конкурсына ҡушылығыҙ. 🔥 30 марттан 22 майға тиклем Башҡортостанда "Экология минән башл
📌"Экология минән башлана" республика конкурсына ҡушылығыҙ.
🔥 30 марттан 22 майға тиклем Башҡортостанда "Экология минән башлана" экологик театрлаштырылған сәхнәләштереүҙәр (миниатюралар) республика конкурсы старт алды.
Уны "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә бойомға ашыралар. 🔹 Конкурста мәғариф учреждениеларының, шул иҫәптән мәктәпкәсә тиклемге һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларының балалар коллективтары ҡатнаша ала. 6-18 йәшлектәр. 🔹 Балалар 10 минуттан да артмаған сәхнәләштереү күрһәтергә тейеш һәм шуны видеоға төшөрөп ебәрергә кәрәк буласаҡ. 📍 Быйыл 5 төп тема билдәләнгән: ♻️ "Экология һәм өй" - көнкүрештә сүп-сарҙы кәметеү һәм айырып йыйыу, һыу һәм энергияны тәләфләмәүгә ҡағылышлы идеялар; ♻️ "Ҡурсаулыҡтар" - уникаль тәбиғәт урындарын һаҡлау (тәбиғәт ҡомартҡылары, ҡурсаулыҡтар, заказниктар, һирәк осраған үҫемлек һәм хайуандар); ♻️ "Эколог һөнәре" - эколог һөнәренең мөһимлеге һәм тормоштоң төрлө өлкәһендә был һөнәр кешеләренең кәрәклеге тураһында; ♻️ "Яҡларға һәм һаҡларға!" - Ер планетаһын һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау. ♻️ "Эко-тәрбиә" - эко-ғәҙәттәрҙе һәм белемдәрҙе быуындан-быуынға тапшыра барыуҙың әһәмиәте. Конкурс өс этапта үтәсәк.
Финалға сығыусылар Өфөләге В.М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында сығыш яһаясаҡ.
📍 Тулыраҡ: ecology.bashkortostan.ru/presscente... Белешмә өсөн телефон: 8-963-142-96-87. Беҙ МАХ-та

🎉 "Тамыр" концертҡа саҡыра - БЕРГӘЛӘП барығыҙ! 14 апрелдә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Тамыр" телеканалының концер
🎉 "Тамыр" концертҡа саҡыра - БЕРГӘЛӘП барығыҙ!
14 апрелдә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында "Тамыр" телеканалының концерты үтә.
Быйыл байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арнала. Тамашасыларҙы "Тамыр" вокаль студияһы ағзалары, йәш алып барыусылар, "Сулпылар" һәм "Елкән" конкурстары еңеүселәренең сығыштары көтә. Шулай уҡ Заһир Иҫәнсурин, Артур Ғайсаров, Тимур Ямалов, Лиана Хәбибуллина һәм башҡа йондоҙҙар сығыш яһаясаҡ. Билеттар. Беҙ МАХ-та

🌿❤🌿📼🌿☕🌿🌼

☔Өфөлә ләйсән ямғыры үткән йомала уҡ яуғайны инде, бөгөн дә баш ҡалабыҙҙа һибәләп тора. Яуһын, ҡар тиҙерәк иреп бөтөр, ер һыу
☔Өфөлә ләйсән ямғыры үткән йомала уҡ яуғайны инде, бөгөн дә баш ҡалабыҙҙа һибәләп тора. Яуһын, ҡар тиҙерәк иреп бөтөр, ер һыуға туйыныр, уңыш мул булыр. Тик һыуҙар ташып, бәлә генә килтермәһен. Шулай бит?
❓Һеҙҙә ләйсән ямғыр - йылдың тәүге ямғыры яуҙымы әле?
Әйткәндәй, бала саҡта ләйсән ямғыры яуғанда ялан баш сығып, сәскә ямғыр тамсылары тейҙереп ала торғайныҡ бит әле. Өләсәйҙәр:
"Сәс тиҙ үҫә, ҡалын була",
- ти торғайны. Хәтерегеҙҙәме? Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌БАЛ ҠОРТТАРЫН ТИКШЕРӘЛӘР БР Башҡорт ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы бал ҡорттарының сирҙәрен билдәләү маҡсатында
📌БАЛ ҠОРТТАРЫН ТИКШЕРӘЛӘР БР Башҡорт ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы бал ҡорттарының сирҙәрен билдәләү маҡсатында райондар буйлап эш сәфәренә сыға.
⚡Күсмә лаборатория эшен 14 апрелдә Бөрйән районынан башлай.
Унда Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары тикшереүгә алып килә ала. Артабан Күгәрсен, Әлшәй, Мишкә, Борай һәм Салауат райондарына юлланалар. Беҙ МАХ-та

ТАҢ Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата... Таңдар ата, хозур уғата. Йөрәгемә ҡаба илаһилыҡ, Уйҙарымды елдәр тағата. Ел уята тирәк,
ТАҢ Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата... Таңдар ата, хозур уғата. Йөрәгемә ҡаба илаһилыҡ, Уйҙарымды елдәр тағата. Ел уята тирәк, сәскәләрҙе, Иҫнәй биреп донъя кирелә. Илһам тулҡынына инге килә Ошо йәшкә еткән көйөмә. Баш осомда ҡошсоҡ, эй, ҡылансыҡ! Бер атыла ары, бер ҡайта. Күңелеңдең микән талпыныуы? Әүрәтмәйҙер мине һис юҡҡа. Ҡаҡмасәле, ҡаҡма йөрәгемә, Йырҙарыма күсер һағышың. Елдәр булып иҫкәс, ҡанат елпкәс, Күңелең көрҙөр, иҫке танышым. Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата, Таңдар ата, ерҙе уята. Ике күҙем никтер һеҙҙең яҡта, Әллә ниндәй ғәзиз ипкен тарта, Әллә ниндәй уйҙар уйлата. Тамара ҒӘНИЕВА. Уңышлы эш һәм уҡыу аҙнаһы теләйбеҙ ☀️ Фотола: Ләйсән Ғилманованың ҡул эше. Беҙ МАХ-та

📌"Урал" этноүҙәгендә бөгөндән "Быуаттар һәм риүәйәттәр аша" күргәҙмәһе эшләй. Унда "Таң" халыҡ клубы рәссамдарының эштәре ҡу
📌"Урал" этноүҙәгендә бөгөндән "Быуаттар һәм риүәйәттәр аша" күргәҙмәһе эшләй. Унда "Таң" халыҡ клубы рәссамдарының эштәре ҡуйылған. Ижадсылар уларҙы Урал халыҡтарының боронғо риүәйәттәре, мифтары һәм рухи ҡиммәттәренән илһам алып төшөргән. 📍 Күргәҙмә 17 апрелгә тиклем эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56. Беҙ МАХ-та

Баязит менән Сара ла бара, һеҙ ҙә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға ҡушылығыҙ! 🥰 🔥 17 апрель🔥 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌 Мәсетлеләр боҙ оҙатҡан Боҙ оҙатыу йолаһы башҡорт халҡында борондан бар. Элегерәк йылғалар боҙҙан әрселеүен бөтә ауыл менән
+2
📌 Мәсетлеләр боҙ оҙатҡан Боҙ оҙатыу йолаһы башҡорт халҡында борондан бар. Элегерәк йылғалар боҙҙан әрселеүен бөтә ауыл менән сығып ҡарағандар. 🔹 Был йоланы үтәп, быйыл Мәсетле районы Һөләймән ауылының "Ихлас" коллективы Әй йылғаһы буйына сыҡҡан.
"Элегерәк ауылдарҙа халыҡ күп ине, йәштәр усаҡ яғып таңға ҡәҙәр уйындар уйнап, гармун көйөнә бейешә, боҙ өҫтөнә һалам кеүек, ҡоро үлән ҡуйып, шуға ут төртөп ебәрер ине",
- тип хәбәр итә мәсетлеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар доғалар уҡып, илебеҙгә тыныс тормош килһен, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтһын, бар кешелек һау-сәләмәт булһын, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ менән һәр кем бәхеттә-шатлыҡта ҡыуанып йәшәһен, тип теләктәр әйткән. Гармун моңона бейеп-йырлап та алған һәм муллыҡ, бәрәкәт теләп, йылғаға бойҙай һипкән.
"Боҙҙар менән яман сирҙәр бөтһөн, яҙғы ташҡын кеүек ярһып-ташып, шаулап тыныс тормош дауам итһен",
- тигән теләктәр менән таралышҡан ағинәйҙәр. Шулай булһын! 😇 Беҙ МАХ-та

📌 "Рәхмәт!"
- был видеолағы һәр кемгә ысын күңелдән әйтелгән һүҙ был. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән Сибай һәм Баймаҡ халҡынан 15-се тапҡыр барыусылар, оҙайлы юл һәм ылаусыларҙың кисерештәре тураһында тулыраҡ - видеола ҡарағыҙ. https://vkvideo.ru/video64496129_456239920?list=ln-n2RcoESULWzgl0WpWp

Көс урыны ҡайҙа? Башҡортостанда! ❤️ Тыуған төйәгебеҙҙең иҫ киткес хозурлығына ҡарап, күңелдә дәрт, йөрәктә моң яралыуын тойоғ
Көс урыны ҡайҙа? Башҡортостанда! ❤️ Тыуған төйәгебеҙҙең иҫ киткес хозурлығына ҡарап, күңелдә дәрт, йөрәктә моң яралыуын тойоғоҙ... 📍 Белорет районы, Еләкташ тауы. Фото: Елена Перминова. Беҙ МАХ-та

Бер айҙа эшләп ҡуйырға була, нимәһен эшләйһең уның,
тигәнерәк яҙыуҙар беҙҙең дә күҙгә сағылды. Эйе, Салауат Юлаевыбыҙ һәйкәленә ҡағылышлы. Вәлитов TV сығарылышында белгестәр был һорауға ла яуап биргән һәм реставрация нескәлектәре тураһында ентекләп һөйләгән. Беҙ МАХ-та https://vkvideo.ru/video-229671171_456239063

Сибай йәштәре дәртле лә, һәләтле лә🔥 Башкорттар ҙа хәҙер үҙ артынан эйәртә - "задают тренд" русса әйтмешләй. Һәм быны үҙебеҙҙең йәштәр эшләүе айырыуса ҡиммәтле: тимәк, башҡорт мәҙәниәте, теле һәм йолалары йәшәй. Видео: Хәлитов. Беҙ МАХ-та

❓ Ә һеҙ яҡындарығыҙға иркәләп өндәшәһегеҙме?
Ниндәй матур һүҙҙәр ҡулланаһығыҙ, яҙығыҙ әле 😉 Видео: Розалия һылыуҙан. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌 Ағас ултырта башлайҙар. Башкортостан урмансылары яңы миҙгелгә әҙерләнә, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 13 апрелдән ағас ултырта ба
+1
📌 Ағас ултырта башлайҙар. Башкортостан урмансылары яңы миҙгелгә әҙерләнә, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 13 апрелдән ағас ултырта башлайҙар, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Был эш "Экологик именлек" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса алып барыла. Әле республиканың урман питомниктарында эштәр ҡайнай. Республика етәксеһе килтергән фотоларҙа Йылайыр урман хужалығындағы үҫентеләрҙе әҙерләү барышы сағылдырылған.
"Быйыл республика урман хужалыҡтары бөтәһе 28 миллиондан ашыу сәсмәлек әҙерләй. Маҡсат - 14 мең гектарҙан да кәм булмаған ерҙә урманды тергеҙеү. Беҙ йыл һайын Башҡортостанда тәбиғәттән кеше йәки стихия алғандан күберәк ултыртабыҙ, тип килештек. Быйылғы йылға пландар - плюс 3 процент",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Беҙ МАХ-та

📌 Бөгөн билдәле башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тарихсы, дин әһеле Ғарифулла Кейековтың тыуыуына - 165 йыл. Ул 1861 йылдың 4 апре
📌 Бөгөн билдәле башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тарихсы, дин әһеле Ғарифулла Кейековтың тыуыуына - 165 йыл. Ул 1861 йылдың 4 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Ғәли Соҡоройҙың ғаиләһендә тыуған. 🔹 Ғарифулла Кейеков атаһы кеүек үк, ирәкте башҡорттары тарихын яҙа, мәҙрәсә аса һәм мөғәллимлек итә, мохтаждарға ярҙам пункты аса. 🔹 Уның йортонда хатта дарыухана була - төрлө дарыу үләндәрен һаталар. 🔹 Үҙе кеүек уҡымышлы ҡыҙға өйләнә - Нуриәсмә абыстай ҡыҙҙарға белем бирә, рус һәм фарсы телдәрен яҡшы белә. Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы Иҫке Күрҙем ауылында йәшәй. 1918 йылда, 57 йәшендә, ҡыҙылдар тарафынан үлтерелә. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Тарт ҡурайың, уйнаһын, Ҡан тамырҙар буйлаһын. Дәрте барҙар бойоҡмаһын, Бейеп-йырлап уйнаһын. Ялдар күтәренке кәйефтә үтһен, д
Тарт ҡурайың, уйнаһын, Ҡан тамырҙар буйлаһын. Дәрте барҙар бойоҡмаһын, Бейеп-йырлап уйнаһын.
Ялдар күтәренке кәйефтә үтһен, дуҫтар! ❤️
Фото: "Учалы гәзите" төркөмөнән.

Йәштәр ижадынан 🔥 Видео: Belovme "Был ни хәл?" Беҙ МАХ-та

📌 «Башнефть» райондарҙың үҙәк майҙандарын төҙөкләндерәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр и
+5
📌 «Башнефть» райондарҙың үҙәк майҙандарын төҙөкләндерәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. "Башнефть" етәкселеге менән килешеүгә ярашлы, бер юлы өс райондың йәмәғәт биләмәләрен матурайталар, ти.
"Асҡындың үҙәк майҙаны - ауыл йөрәге. Бында тормош ҡайнай, һәр ваҡыт кеше күп. Тағы ла был хәтер урыны, унда төрлө осорҙағы Ватанды һаҡлаусыларға мемориалдар урынлашҡан. Фонтанды тәртипкә килтерергә кәрәк, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы киңәйтергә, юл япмаһын яңыртырға, яҡтыртырға. Йәрмәкәйҙә лә шулай уҡ хәл, бында ла майҙан ремонт һорай. Бында территорияны бар яҡлап тәртипкә килтерәсәкбеҙ, бәләкәй архитектура формалары, арт-объекттар ҡуйыу ҡаралған. Халыҡ өсөн универсаль киңлек барлыҡҡа килергә тейеш. Йәрмәкәй менән Ҡалтасыла төрлө йәмәғәт киңлектәрен берләштерәбеҙ, майҙанды ғына түгел, уға терәлеп торған аллеяны һәм Хәтер мемориалын да төҙөкләндерәбеҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ