612
Obunachilar
-124 soatlar
-57 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
+2
🔰Биберштейн ләләһенең башҡортса атамаһын беләһеңме?
🔻"Башҡортостан" милли тәбиғәт паркында Ҡыҙыл Китапҡа индерелгән "Биберштейн ләләһе"н ҡарарға экскурсияларға саҡыралар. Күргәнегеҙҙер.
Был ҡыр ләләһе (тюльпан) хәҙер һирәк осрай икән.
Уның атамаһы Рәсәй ғалимы, биолог, сәйәхәтсе Фёдор Биберштейн хөрмәтенә ҡушылған. Тап ошо ғалим был сәскә үрнәктәрен Төньяҡ Кавказдан алып килгән икән.🔺Ә беҙ бала саҡта был сәскәне "Ҡарға йыуаһы" тип атай торғайныҡ. Ул дымлы урындарҙа үҫә ине. Беҙҙең яҡта һарыһы күберәк булһа, һирәкләп аҡ төҫтә сәскә атҡанын да осрата торғайныҡ.
Ә иң ҡыҙығы шунда - сәскәнең тамыры һуған рәүешендә, ярайһы уҡ тәрәндә була, шуны ҡаҙып ашай инек. Тәме шәрбәтерәк була.❗Әлбиттә, хәҙер ҡыр ләләһенең был һирәк осраған төрөн ҡаҙып ашау түгел, бармаҡ менән дә теймәү мөһим. Шуға ғилми атамаһы менән бергә үҙебеҙсәһе лә хәтерҙә йәшәһен, тип кенә яҙабыҙ был мәғлүмәтте.
Бына шундай таланттарыбыҙ бар🥰
Белорет районының "Үткәл" башҡорт халыҡ фольклор коллективының сығышынан өҙөк.
Уңышлы көн!☀️
📍Видеола Белорет районы, Йөйәк ауылының тирә-яғы тиелгән.
Авторы: Ольга Платонова.
+1
🌨️Бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, Өфөлә лә ҡапыл ғына ҡар яуып, көн йонсоп китте.
Ошо күренеш халыҡ һынамыштарын хәтергә төшөрҙө.🔸Ағастар япраҡ яра башлаған осорҙа гел ел көслө була. Уны "япраҡ еле" тиҙәр. 🔸Ә бына ҡапыл ҡар яуып ебәреүгә ҡағылышлы шундай һынамыш бар: "Муйыл сәскә атһа - көн һыуый", "Муйыл һыуығы был", - ти торғандар ине. ❓Яҙғы көн торошона ҡағылышлы тағы ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?
🔰Яҙға аяҡ баҫҡас эшләнә торған эштәр бихисап.
Күптәр быны тирә-яҡты таҙартыу, баҡса эштәре тип ҡараһа, ауылда мал тотҡан кешеләрҙең тағы ла бер матур ғына ғәмәле бар - һарыҡ ҡырҡыу.
Бына блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинованың видеоһы ошоға арналған.▪️Яҙғы һарыҡ йөнөнән элек шәл бәйләргә, балаҫ һуғырға еп әҙерләгәндәр. ▪️Ә бына көҙгө йөн кейеҙ һәм тула баҫырға ҡулай булған. ▪️Һарыҡ ҡырҡыуҙы ла өмә яһап эшләй торғайнылар. 🔸Ҡайһы бер яҡтарҙа һарыҡ ҡырҡҡанда уның муйын тирәһендә бер тотам йөнөн ҡалдырып, шуға төҫлө таҫма - инәү тиҙәр - бәйләп ҡуялар. Был көтөүҙә йөрөгән мал таныуы булһын өсөн эшләнә.
📌 26 апрелдә Башҡортостандың Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында "Ауаз" күп жанрлы башҡорт этник мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте асыҡ фестивале үтте.
🔸Фестивалгә бөтәһе 112 ижади коллективтан ғариза килгән, шуларҙың 49-ы һайлап алынған.
🔸Улар "бейеү коллективы", "вокаль-инструменталь ансамбль", "фольклор коллективы" номинацияларында билдәләнде.
🔸Шулай уҡ биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫталарының ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә ойошторолған. Унда 63 оҫтаның ижад емештәре ҡуйылған.
🔻Быйыл "Ауаз" фестиваленең Гран-приһын Ейәнсура районының "Йырау"башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яуланы. Коллектив киндер һуғыу йолаһын күрһәтте.
Күптән генә был шәп малайҙы (күҙ теймәһен) күрһәткәнебеҙ юҡ икән. Һеҙгә Баязит Тайыповтан шәп бер йыр😉
❓Ә һеҙ ниндәй йәнһүрәтте иң беренсе күрһәтер инегеҙ?
Яҙығыҙ 😉
Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә оҡшаған, матур, мәғәнәле йәнһүрәттәрҙе һанайыҡ әле.
Оло юғалтыу...
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы Ғафаров баҡыйлыҡҡа күскән.
Бөгөнгә тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә матур образдар тыуҙырып, нисәмә быуын тамамашасыны моңло тауышы менән һөйөндөрөп ижад итеп йәшәне ул.
Фидан Ғафаровтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
📌 Иғтибар!
Тиҙҙән май байрамдары етә, күптәр тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығыр.
Ошондай ожмахтай хозур тәбиғәтебеҙҙе аңһыҙ рәүештә ҡыйламаһаҡ ине!🔻Ҡырға сыҡҡанда үҙегеҙ менән мотлаҡ сүп-сар өсөн тоҡтар, бирсәткәләр алып сығығыҙ. 🔻Үҙегеҙҙең артығыҙҙан ҡый ҡалдырмағыҙ һәм, мөмкинлек булһа, башҡаларҙың да артынан таҙартып китергә тырышығыҙ.
Талантлы Асҡаровтар ғаиләһе төшөрөп һалған ошо видео уйланырға мәжбүр итер, тип ышанабыҙ.Әйҙәгеҙ, тирә-яғыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ! 📍Ейәнсура районындағы юл буйында.
📌 Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмәләр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында Эрмитаж алдында Милли кейем көнө уңайынан яҙҙырған видео был.
💯Әйткәндәй, унда коллектив “Арт вызов" халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад конкурсында 1-се урын яулап ҡайтҡан.
Ә 26 апрелдә Илеш районында үткән "Ауаз" фестивалендә 3-сө урынға лайыҡ булғандар.
Видео ансамбль етәксеһе Рита Камалованан.
📌 Башҡортостан Республикаһының Хореографтар берлеген булдырыу буйынса кәңәшмә үткән.
Унда республиканың алдынғы бейеү коллективтары етәкселәре ҡатнашҡан.
✅ Берлек профессиональ хореографтарҙы, балетмейстерҙарҙы һәм бейеү сәнғәте эшмәкәрҙәрен тәжрибә уртаҡлашыу, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу, башҡорт бейеү сәнғәтен Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу маҡсатында берләштереүҙең күҙ уңында тота.
💯Хореографтар берлеге рәйесе итеп бер тауыштан Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов һайланған.
Берлектең советын БР-ҙың халыҡ артисы Әлфиә Тимерғәзиева етәкләйәсәк. Советҡа шулай уҡ Рим Әбделмәнов, Аревик Гугасян, Рим Асҡаров һәм Азат Нәбиуллин ингән.
Еләк сәскә атҡан!Стәрлетамаҡ театры артисы Физәлиә Рәхимова баҡсаһында ер еләге сәскә атҡан, тип хәбәр итә. Быйылғы йыл ғәжәйеп инде ул🙀
+4
Хәйерле йәкшәмбе иртәһе! ☀️Ирәндек итәгендә утлап йөрөгән йылҡыға һоҡланып, хозурланып алыуҙан башлайыҡ әле көнөбөҙҙө. 🥰 Фотолар авторы - Фәрит Нәбиуллин, Баймаҡ районы.
Йәштәребеҙ - шәп, шөкөр.Шулай тибеҙ, ошо арала көндәр йылынғас, Салауат Юлаев майҙанында йыйылып, йырлап, бейеп, аралашып матур итеп ваҡыт уҙғарған йәштәребеҙгә һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәй. Киләсәгебеҙ аҡыллы, айыҡ, белемле һәм алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡулында!
"Йәшәһен башҡорт теле!"- бына шулай ти урмансылар. 🔷Бөгөн Өфө лимонарийында БР Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө урман техник техникумы уҡытыусылары һәм студенттары, лимонарий хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара акцияһына ихлас ҡушылды. 🔻
"Ҡапыл ғына ойошоп, быйыл үҙебеҙҙең лимонарийҙы ла башҡорт телендә диктант яҙырға булдыҡ. Беҙҙә 27 хеҙмәткәр эшләй, бөгөн 7-һе яҙҙы. Инде йыл һайын да үткәрербеҙ",- ти Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова. 🔹Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналғайны. 🔹Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижадынан өҙөктө" Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков уҡып ишеттерҙе. 🔻Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусыны эҙләйҙәр ине. Бында Диана исемле ике йәшлек ҡыҙыҡай әсәһенең Диктант яҙыуын: "Атай тип яҙ, әсәй тип яҙ", - тиеп күтәрмәләй-күтәрмәләй ултырҙы. Үҙе лә белгәненсә сыймаҡланы.
Endi mavjud! Telegram Tadqiqoti 2025 — yilning asosiy insaytlari 
