uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
+124 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Хәйерле көн!💚 Йәй ғүмере ҡыҫҡа шул, әммә һәр көнө үҙенсә йәмле. 📍 Архангел районы, Тирәкле ауылы. Фото: Влад Новиков.
Хәйерле көн!💚 Йәй ғүмере ҡыҫҡа шул, әммә һәр көнө үҙенсә йәмле. 📍 Архангел районы, Тирәкле ауылы. Фото: Влад Новиков.

🔥Заһир Зәйнетдиновтың ҡыҙы Айлин өзләргә өйрәнгән! Атаһына ҡушылып моңланып ултырған ҡыҙға һоҡ теймәһен. 😇

😍Үҙебеҙҙең республикабыҙҙан да хозур тәбиғәтле төбәк юҡтыр!
📍 Ҡариҙел районы, Павловка һыуһаҡлағысы. 🔍Был ҡыҙыҡ: 🔹 Оҙонлоғо - 150 км (Муллаҡай ауылынан Павловка ҡасабаһына тиклем); 🔹Иң киң урыны 1750 метрға тиклем етә (уртаса — 770 м); 🔹Уртаса тәрәнлеге — 11,7 метр, плотина тирәһендә — до 35 метр; 🔹Һыуһаҡлағыста ноябрҙән майға тиклем боҙ ята, февраль-март тирәһендә уның ҡалынлығы 70-80 сантиметрға етә; 🔹СССР заманында карстлы территорияла төҙөлгән беренсе ҙур һыуһаҡлағыс була; 🔹Һыуһаҡлағыс 1950 йылдарҙа төҙөлә башлай, 1959-61 йылдарҙа һыу тултырыла. Видео: Геннадий Бердников.

Ҡаф тауҙарын яңғыратып ҡурайҙа уйнаған 💘 Дағстандағы Гоор ҡалаһы эргәһендәге "Троль теле" йәки халыҡта "Ҡыҙҙар ҡаяһы" тип йөрөтөлгән ҡаялар башынан, диңгеҙ кимәленән 1715 метр бейеклектән моң таралған. Ҡушылып тыңлағыҙ, ҡарағыҙ! 🔥

Хәйерле иртә! ☀️ Видео: Наилә Яхина.

ГАРМУНСЫМА Гармуныңды ҡулға алһаң, Тылсымлана тирә-яҡ. Гүйә, бер ҙур концерт һымаҡ, Күмәкләшеп тыңлаһаҡ. Тошоп берҙе бейеһәң дә Артып китә дәрт-дарман. Йырлатаһың, бейетәһең, Һинең бәхет - гармундан. Үҙеңдең дә көсөң, дәртең Артып торһон, гармунсым! Бар донъямды йәмле иткән Мөхәббәтле тылсымсым! Зарина БАҒЫШАЕВА.

"Әлифба" йәнһүрәтенең икенсе сезоны донъя күрә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән һәм йәнһүрәттең 2-се сезонында 60 серия буласағы, сығарылыш һандарға һәм ваҡыт төшөнсәһенә арналыуын белдергән. "Муха" студияһы төшөргән йәнһүрәт БР Башлығы Гранттары фонды иҫәбенә донъя күрә. "Яңы сериялар социаль селтәрҙәрҙә сығасаҡ (https://vk.com/multalifba). Әлегә беренсеһен күрһәтәм. Беҙ малайҙар менән ҡараныҡ", - тип яҙған сәхифәхендә республика етәксеһе.

👍👍👍👍👍👍👍👍👍👍 ⭐️«Патриот» хәрби-патриотик паркында «Башҡортостан геройҙары» программаһы буйынса тәүге белем биреү модуле дәрестәре бара. 👉Проектта ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең ҡырҡтан ашыу төбәгенән ике мең самаһы кеше заявка биргән. 70 дәғүәсе ҡатмарлы һайлап алыу этабын үткән.
Республикала «Башҡортостан геройҙары» программаһы Радий Хәбиров башланғысы менән быйыл февралдә старт алды. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора.
Тулыраҡ - видеояҙмала.

https://vk.com/video-226019445_456240250 📌Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә тураһында? Борсолорға урын бармы? Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Телеүҙәк” тапшырыуының сираттағы сығарылышы ошо мәсьәләгә бағышландған.

📌Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә тураһында? Борсолорға урын бармы? Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Телеүҙәк” тапшырыуының сираттағы сығарылышы ошо мәсьәләгә бағышландған.

Был йырҙы ишеткәс, йөрәк тибәҮ🤭 Видео: Илгиз Абдрахманов.

Хәйерле көн 🌿 Зәңгәр һауа. Иркенлек. Миндәк. Фото: Анюта Калугина.
+8
Хәйерле көн 🌿 Зәңгәр һауа. Иркенлек. Миндәк. Фото: Анюта Калугина.

Июль айындағы һуңғы шәмбе-йәкшәмбегә әҙерһегеҙме, дуҫтар? Матур ял итегеҙ!

БЕСӘН Болон йәмләр үлән - кәбәндәрҙә, Ҡалҡып ҡына килә йәш ҡурпы, Сабынлыҡты ялмап томан ала - Елбәҙәккәй генә аҡ ҡырпыу. Киске тауыш китә әллә ҡайҙа- Ат бышҡыра, сыңлай зыңғыры, Кемдер кемгә хәбәр бирә буғай - Арғы яҡта ҡуя һыҙғырып. Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә, Юл буйына килә оҙатып, Бесән еҫе, урман, йылға еҫе... Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып. Шатлыҡтар ҙа була икән моңһоу, Бесән бөттө, иңдән эш төштө, Томандарҙың дымы ултырҙымы - Керпегемдән өҙөлөп йәш төштө. Томан арттарында тороп ҡалды Иңле-иңле бакуй һалыуҙар, Салғыларҙы сыңлатып яныуҙар, Күбә һуғып арыу-талыуҙар... Июль, июль...Инде малым да юҡ, Кәрәк түгел бесән сабаһы, Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом, Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы. Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер: Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең Булған икән йәшлек рәхәте. Һынай ине бесән һәр берәүҙе, Әйтәм әле берҙе биш итмәй: Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме - Сабынлыҡта элгән бишектәр... Гүзәл СИТДИҠОВА. 2014

Оҙон-оҙаҡ бала саҡ 💘 Был кадрҙар менән "Башҡорт аты - Башҡортостан бренды" документаль фильмы авторҙары бүлешкән. Әлеге ваҡытта уны Баймаҡ районында төшөрәләр.
Фильм Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамын алған.
Проектҡа нигеҙ һалыусы - Рииа Өмөтбаева, режиссеры - Альбина Ғәликәева, тиелгән.

Йома мөбәрәк булһын! ☀️ 🏞️Бейек уңыш һәм бәхет тауҙарына аҫтан ғына һоҡланып тормаҫлыҡ, үрмәләп менерлек һәм моратығыҙға ире
+4
Йома мөбәрәк булһын! ☀️
🏞️Бейек уңыш һәм бәхет тауҙарына аҫтан ғына һоҡланып тормаҫлыҡ, үрмәләп менерлек һәм моратығыҙға ирешерлек ихтыяр көсөгөҙ булһын!
 📍 Ғафури районы, Мәмбәт ҡаяһы.

🔥Иртәгә көтөргә, тигән ҡыҙҙар.

AnimatedSticker.tgs0.07 KB

Азамат_Гафаров,_Фидан_Гафаров_Беҙҙең_ғүмер_моңло_бер_йыр.mp38.39 MB