uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
612
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-57 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Ә бына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Миәкә районы Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы атҡа ҡуйылған һәйкәлде барып күргән. 🐎Керчь - Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Уралдан Берлинға тиклем барып, тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алған ат. 🐎Ат 1959 йылға тиклем йәшәй, тыныс тормошта ла хеҙмәтен дауам итә. ✅ Уның хәтерен 2023 йылдың 11 июнендә "Атайсал" проекты сиктәрендә мәңгеләштерәләр. ✅ Һәйкәл авторы - Илдус Закиров.

"Халыҡтың ғилеме булмаһа, ҡыш көнө йылы, йәй көнө һалҡын була торған кейеҙ баҫа алмаҫ ине. Шуны уйлап сығарыусы һәм оҫталары булған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына иҫ китә. Ана хәҙер тирмәләрҙең аҫтын асып ҡуялармы. Ә элек бит тирмә шул көйө ябыулы торған..."
- ти һоҡланыуын белдереп Мәрйәм Бураҡаева. " Башҡорттар" тапшырыуы сюжетында башҡорт кейеҙенең сифаттары, шифаһы, уға һалынған мәғәнәләр тураһында ҡарағыҙ.

ДИВИЗИЯ БАЙРАҒЫ 📌Теүәл 83 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим тимер юлы станцияһында тарихи ваҡиға була: Башҡорт АССР-ы Ю
+5
ДИВИЗИЯ БАЙРАҒЫ 📌Теүәл 83 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим тимер юлы станцияһында тарихи ваҡиға була: Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, полковник Миңлеғәли Шайморатовҡа башҡорт халҡы исеменән тантаналы рәүештә Байраҡ һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы грамотаһын тапшыра. ⭐
“Ҡыҙыл байраҡты ике ҡуллап тотҡан БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе яугирҙар алына килеп баҫа. Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Хатта бер аҙ ҡаушай ҙа. Бер нисә йыл элек кенә комбат булған, Ҡыҙыл Йондоҙ менән бүләкләнгән кеше ул, ысынлап та тулҡынлана. Шайморатов, үксәһенә тиклем төшөп торған шинелдә, күкрәгендә - ике йондоҙ, яңғыратып команда бирә: “Смирно!”. Ибраһимов байраҡ һабын тағы ла нығыраҡ ҡыҫып тота ла, ҡаты баҫып полковникка табан атлай...”,
- тип хәтерләй был тантананы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы ветераны, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов. ⭐Ҡыҫҡа ғына телмәр тотҡандан һуң хөкүмәт рәйесе байраҡты тапшыра. М.М. Шайморатов уны ҡабул итеп, тубыҡлана һәм байраҡтың бер мөйөшөнән үбә, шунан тороп баҫа һәм яугирҙар исеменән ант бирә:
“Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аңлаясаҡбыҙ, дошманға ҡаршы батырҙарса һуғышасаҡбыҙ, һуңғы ҡанға тиклем һәм еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!”
Был антына 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугирҙары ошо антына тоғро ҡала: Мәскәүҙәге Еңеү музейының Дан залында Советтар Союзы Геройҙары араһында 78 кавалерист исеме лә мәңгеләштерелгән. 💔Яу ҡырында төрлө хәлдәр була, бер ваҡыт Байраҡты юғалдтыу ҡурҡынысы тыуа: 1943 йылдың февралендә 8-се кавалерия корпусы Донбасста дошман тылына төпкә рейд яһай. Рейдҡа, ниәт ителгәнсә, танк һәм механизацияланған корпустар ярҙамға килә алмай, ә дивизия Сталинград яуынан һуң хәлһеҙләнгән була. Дошман уларҙы уратып юҡ итергә маташа. ⚡Ошо ҡатмарлы хәлдә дивизия командиры генерал М.М. Шайморатов һәм дивизияның штаб начальнигы полковник И.И. Голенев 23 февраль төнөнә ҡарай байраҡты гвардия кесе лейтенанты Б.В. Вәлиевҡа алып сығырға бойора. ⭐Был турала тарихсы Ф.Н. Вәхитовтың “Шайморатов йондоҙо” китабында Баҡый Вәлиевтың хәтирәләре бар. Ул байраҡты һабынан ысҡындырып тәненә урай, һабын айырым тотоп ала. 30 кешенән торған төркөм менән төндә юлға сығып, 23 февраль көнө буйы барғас, бер ауылға килеп етә. Икенсе көнөнә ауыл кешеһе уларға корпус штабына юл күрһәтә. Унда Вәлиев байраҡты Г.А. Беловҡа тапшыра. Ошо батырлығы өсөн Баҡый Вәлиев Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. ⭐Әлеге көндә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Ҡыҙыл байрағы Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана. Уны быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Мәскәүгә реставрацияға ебәрҙеләр 💯ФОТОЛАР: ✅БАССР Юғары Советы Президиумы байрағын тапшырыу. Һулдан уңға: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры М.М. Шайморатов һәм БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Р.К. Ибраһимов. ✅Байраҡ йөрөтөүселәр төркөмөнә тапшырыу. ✅Тантананан күренештәр. ✅БАССР Юғары Советы Президиумы байрағы. ✅Хәҙер Ҡыҙыл байраҡ БР Милли музейында һаҡлана.

Хәйерле көн! ☀️ Ғаиләләрегеҙ имен булһын! Видео: интернеттан.

Бөгөн Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ киткән. Бына шундай ғәжәйеп күренеште Руслан Юлтаев төшөрөп алған.

💥Бөгөн арҙаҡлы башҡорттарҙың береһе - Зыя Нурый улы Нурыевтың тыуыуына - 110 йыл. Ошо айҡанлы уның тураһында уҡырға тәҡдим и
+9
💥Бөгөн арҙаҡлы башҡорттарҙың береһе - Зыя Нурый улы Нурыевтың тыуыуына - 110 йыл. Ошо айҡанлы уның тураһында уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Кемдәр ошолайтып дәрес әҙерләй? 😁
Был шаяртыу, әлбиттә. Шулай ҙа дәфтәр битен тишкәнсе юйған мәлдәр була торғайны бит. Ә хәҙер бына шулай, "аҡлайҙар" икән 😁

📌 Яҙғы көн менән төн тиңләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләү - көнсығыш халыҡтарының борондан килгән йолаһы. Мәскәү милләтт
+2
📌 Яҙғы көн менән төн тиңләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләү - көнсығыш халыҡтарының борондан килгән йолаһы. Мәскәү милләттәр йортонда ошо уңайҙан оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт ойошторолған. Унда милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашҡан. Фотолар: Гөлсинә Батыршина.

📌 Үткән аҙнала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған "Дядя Ваня" спектакле геройҙарының эҙҙәре буйлап "Башҡортостан ҡыҙы" журналы барған. Тере һарыҡ, ҡаҙ һәм тауыҡты ҡайҙан алдылар икән, тип аптырағандар булһа, ҡарайбыҙ!

ШИҒРИӘТ Берәүгә һин – нан, Берәүгә һин – нам, Берәүгә һин – дан, Берәүгә һин – ҡан... Нан да һин миңә, Нам да һин миңә, Дан д
ШИҒРИӘТ Берәүгә һин – нан, Берәүгә һин – нам, Берәүгә һин – дан, Берәүгә һин – ҡан... Нан да һин миңә, Нам да һин миңә, Дан да һин миңә, Ҡан да һин миңә. Һөйҙөм йыр менән, Көйҙөм йыр менән, Тыуғас, үлермен Тик һинең менән, Берҙән-бергенәм!.. Рәми ҒАРИПОВ. 1967

❤️Салауат районы Комсомол ауылында 2022 йылда башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе, "Тамға" Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаты Гөлдәр Шәбиева тырышлығы менән "Һомай" этнография музейы асылған. ➡️Музей Гөлдәр ханымдың шәхси ихатаһында урынлашҡан. ➡️ Бында башҡорт халҡының кейем-һалымы, йорт йыһаздары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары урын алған. 👍Килгән ҡунаҡтарҙың башҡорт милли кейемендә фото төшөү мөмкинлеге бар.

Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 🥰 Видео: Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

"Еребеҙҙең яуаплы хужаһы булыр өсөн уңыш ҡаҙанырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, киләһе быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡларға һәм ны
"Еребеҙҙең яуаплы хужаһы булыр өсөн уңыш ҡаҙанырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, киләһе быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡларға һәм нығытырға. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тапшырып ҡалдырған нәмәләргә ҡарата уларҙа һаҡлы ҡараш тәрбиәләргә",
- тигәйне 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында сығыш яһап, Радий Фәрит улы Хәбиров. 💯Бөгөн Башҡортостаныбыҙ нәҡ ошо юҫыҡта бара: донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығы, "Турахан" Күсмә цивилизациялар музейы, М. Серафимов исемендәге "Патриот" паркы, "Алға" иҡтисади зонаһы, Рәсәй Геройы М.М. Шайморатовҡа һәйкәл төҙөлдө, "Әр-Рахим" мәсетендәге төҙөлөш юғары темптар менән бара, "Атайсал" проекты һәм йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы башҡа бик күп эштәр бойомға ашырыла. Бөгөн күркәм ғүмер байрамын билдәләүсе Радий Фәрит улына ныҡлы һаулыҡ, республикабыҙ мәнфәғәтендәге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

🌏БӨГӨН БӨТӘ ДОНЪЯ ЕР КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ 🌎Планетабыҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: 🔴Ер Ҡояш тирәләй 365 көн 6 сәғәт 9 минут һәм 1
+2
🌏БӨГӨН БӨТӘ ДОНЪЯ ЕР КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ 🌎Планетабыҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: 🔴Ер Ҡояш тирәләй 365 көн 6 сәғәт 9 минут һәм 10 секунд эсендә урап сыға. 🔴Ҡояш Системаһында Ер иң тығыҙ планета. 🔴Геологик тикшеренеүҙәргә ярашлы, Ерҙә тормош 3,5 миллиард йыл элек барлыҡҡа килгән, ә ул саҡта йәшәгән организмдарҙың 99 проценты юҡҡа сыҡҡан. 🔴Кешеләр 2000 йылдан ашыу Ер донъяның үҙәге булыуына инанған, әммә 1543 йылда Николай Коперник үҙәктә Ҡояш тороуын белдерә. 🔴Ҡояш Системаһында Ер мифик аллалар хөрмәтенә аталмаған берҙән-бер планета. 🔴Ерҙең эске үҙәге ҡаты һәм ҡайнар тимер менән никелдән тора. Үҙәктең диаметры 2,440 километр – был Австралияға тиң ,уның киңлеге 2,500 км. 🔴Ерҙең иң бейек нөктәһе – Эверест тауы, ул диңгеҙ кимәленән 8,8 км өҫтә. Ә иң түбән нөктәһе – Челленджер упҡыны, уның тәрәнлеге 11,022 метр. 🔴Ерҙәге вулкандарҙың 97 проценты океандарҙа урынлашҡан. 🔴Ер –Ҡояш Системаһында тектоник плиталары булған берҙән-бер планета. 🔴Ерҙең бер генә юлдашы бар – Ай. 🔴Бөтә Ҡояш Системаһында тик Ерҙә генә һыу өс төрлө агрегат хәлендә бар – ҡаты, шыйыҡ, газ кеүек. 🔴Ҡояш яҡтылығы Ергә 8 минут та 20 секунд эсендә килеп етә, шуға беҙ Ҡояштың 8.3 минут элек ниндәй булғанын ғына күрә алабыҙ. 🔴Махсус ҡорамалдарһыҙ Ерҙән 9 меңдән ашыу йондоҙҙо күреп була. 🔴Ерҙә 3 триллион ағас бар, һәр кешегә яҡынса 425 ағас тура килә. 🔴Океан һаман да тикшерелеп бөтмәгән, ғалимдар уның 5 процент тирәһен генә өйрәнгән. 🔴Ай Ҡояштан 400 тапҡырға бәләкәй, әммә 400 тапҡырға ергә яҡыныраҡ урынлашҡан. Шуға беҙгә Ҡояш та, Ай ҙа бер тигеҙ булып күренә. 🔴Ҡош юлы галактикаһы үҙәгенән Ер 28 мең яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. 🔴Ер төркөмөнә ҡараған планеталар араһында Еребеҙ иң ҙуры, тағы был исемлеккә Меркурий, Венера һәм Марс ингән.

ХӘЙЕРЛЕ КӨН ҺЕҘГӘ! Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн. Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн Йөкләп барға
ХӘЙЕРЛЕ КӨН ҺЕҘГӘ! Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн. Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн Йөкләп барған ирҙәр, уландар! Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар, Донъя күрке – изге әсәләр! Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар, Ер биҙәге – яҙғы сәскәләр. Хәйерле көн, имен-аманлыҡта Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып, Балҡып торһон тыуған илебеҙ. Зәйнәб БИИШЕВА.

Эх, әгәр булһам мин солтан!
Үҙебеҙҙең башҡорт һылыуҙары ҡурсаҡ шикелле инде, күҙ теймәһен! 🥰 Видео: Гөлназ Ҡурамшина.

"Милли кейемебеҙҙе модаға индерергә кәрәк",
- ти Альбина Исҡова. Видео: "Этника" төркөмө.

"Атай ярата толпа, әсәй яратмай толпа"
Ә һеҙҙә кем нимә ярата? 🤭 Видео: Башфонд.

Яҙ етте, гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап тәбиғәттә ял итергә сығыр осорға ла күп ҡалманы. Быйыл һеҙгә республикабыҙҙағы иң мату
+5
Яҙ етте, гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап тәбиғәттә ял итергә сығыр осорға ла күп ҡалманы.
Быйыл һеҙгә республикабыҙҙағы иң матур шарлауыҡтар буйлап сәйәхәт ҡылырға кәңәш итәбеҙ.

📌 Кисәге Өфөләге "Торатау" Конгресс-холында "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. 🔴Быйыл конкурста Башҡортостандан, Татарстандан, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе, Төмән өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Тубыл ҡалаларынан 500-ҙән ашыу ғариза килгән. 🔴"Ирекмән", "Мәҙәниәт", "Медицина хеҙмәткәре", "Оҫтабикә", "Педагог", "Эшҡыуар ҡатын", "Ағинәй" номинацияларында еңеүселәр тәбрикләнде. 🔴Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы Рәсәй Геройҙары, МХО-ла хеҙмәт иткән, шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә тапшырылды. Видео: БР спорт министры Руслан Хәбибов сәхифәһенән.