uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
"ЭТ ҺУҒАРЫУ", йәки ЭШҺЕҘҘӘРҘЕҢ ЯҢЫ ШӨҒӨЛӨ 📌Һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәрҙә башҡорт йәмәғәтселегенең иғтибарын заман балалар
+1
"ЭТ ҺУҒАРЫУ", йәки ЭШҺЕҘҘӘРҘЕҢ ЯҢЫ ШӨҒӨЛӨ 📌Һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәрҙә башҡорт йәмәғәтселегенең иғтибарын заман балаларының (ир ҡорона инһәләр ҙә, ошо билдәләмәгә ҡарағандар бар икән) “квадробинг” тип аталған яңы ҡыҙыҡһыныуы йәлеп итте. 🙀 Өфөлә төшөрөп алынған видео ла һалынды – унда береһе 23, икенсеһе 32 йәшлек ирҙәр бесәй һәм тигр булып кейенеп, дүрт аяҡлап ҡала буйлап йөрөй... Эштәренән буш ваҡытта булһа ла, ошолай бер-береһен “һуғарышып” йөрөгән был икәүҙең ҡыланышына ыңғай ҡарап булмай. 📌Туғыҙ йәшкә тиклемге балалар берәй йәнлек булып ҡыланып уйнаһа ла, ошо йәштән өлкәндәр өсөн был номаль түгел, ти белгестәр. 📍Белгестәр хатта психикаһы формалашып етмәгән балаға квадроберлыҡ “һәр кем үҙен нисек теләй, шулай тота ала (әхлаҡһыҙ мәғәнәлә)” тигән фекерҙе һеңдерәсәк һәм был, үҙ сиратында, көнбайыштағы әхлаҡһыҙ берләшмәләрҙең идеяларына күҙ йомоп ҡарарға этәргес буласаҡ, тип борсола. 📌Йәғни, квадробер булып йөрөгәндәр бер нисә йылдан үҙен дә “ир кеше” йәки “ҡатын кеше” тип билдәләргәме, “өсөнсө зат” булырғамы тип икеләнеүе бар, ошо идеяны алға һөргәндәрҙе яҡлап сығыуы ла ихтимал... 📌Яңы ғына дүрт аяҡлап бесәйләнеп йөрөгән үҫмерҙең муйынына бау аҫып, өләсәһе “һуғарып” йөрөгәнен дә төшөрөп алғандар ине бит. Образда булған малай кешесә бер һүҙ әйтмәй, мыйылдай һәм сапсыша ғына. Был өлкәндәрҙең иғтибарын тоймауҙан да килә, ти психологтар.Заман афәте бына шулай уйламағанда, күңелле уйын, “спорт төрө” булараҡ та килә икән ул. Был осорҙа балаларыбыҙға үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ әкиәттәрен күберәк һөйләргә, тәрбиәләгәндә мәҡәл-әйтемдәрҙе хәтергә төшөрөргә, милли йыр-бейеү түңәрәгенә йөрөтөргә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, балаларҙы телевизор йә интернет ҡарамағына ҡалдырмаҫҡа тырышырға кәрәктер. 📌Кемдәрҙер сыбыҡ етмәй, тиер, йә атай ҡайышын татытып алыу яҡлы ла булыр. Үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү өсөн ҡылана күп йәштәр. Шуға балалар ниндәйҙер эше менән хушты алғанға тиклем үк атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр уларға тейешле ваҡыт бүлергә, даими аралашырға, тормошҡа үҙебеҙҙең күҙлектән ҡарарға өйрәтергә кәрәктер. 📌📌📌Ә Дәүләт Думаһында балалары квадроберлыҡ менән шөғөлләнгән ата-әсәләргә, быны популярлаштырыусыларға 5 мең һумға тиклем штраф һалырға тәҡдим иттергә уйлайҙар.

📌Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде ✅Конкурста “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журн
📌Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде ✅Конкурста “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналистар коллективының “Башҡорт каникулдары” проекты еңеү яулаған. Премия Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев һәм Айҙар Шәриповҡа тапшырылды. ✅Шулай уҡ Махсус хәрби опрация геройҙарына арналған мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров ✅ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади темаға бағышланған яҙмалары өсөн “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Роман Якимчук премияға лайыҡ булды. 📍Лауреаттарҙы бүләкләү сараһы Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында үткән. Быйыл премияның күләме 500 мең һум. Ҡотлайбыҙ!🌹

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!😇 Бынау дөйәнең асыҡҡанлығы🤭

ИҢ ӘҮҘЕМДӘР КЕМ? 📌Башҡорт теленән онлайн олимпиадала Өфө ҡалаһы, Саҡмағош, Бәләбәй һәм Туймазы районы халҡы иң әүҙем ҡатнашҡ
ИҢ ӘҮҘЕМДӘР КЕМ? 📌Башҡорт теленән онлайн олимпиадала Өфө ҡалаһы, Саҡмағош, Бәләбәй һәм Туймазы районы халҡы иң әүҙем ҡатнашҡан, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Бынан тыш, Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Мәскәү, Сорғот, Нижневартовск, Вязьма, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Үзбәкстан, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар теркәлгән. ✅ӘЙТКӘНДӘЙ, былтыр тәүге тапҡыр үткәрелгән саҡта 27 614 кеше ҡатнашҡан булған. Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән "Мираҫ" йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды ойошторҙо. Проект Башҡортостан Башлығы грантынттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.

РУДЕНКО: Башҡорттар ТАУ ЭЙӘҺЕ тураһында 👻 ⭐Йондоҙҙарҙан һәм тәбиғәт күренештәренән тыш, башҡорттар ерҙәге бөтөн нәмәне лә йә
РУДЕНКО: Башҡорттар ТАУ ЭЙӘҺЕ тураһында 👻 ⭐Йондоҙҙарҙан һәм тәбиғәт күренештәренән тыш, башҡорттар ерҙәге бөтөн нәмәне лә йәнләндергән. 📌Ибн-Фаҙлан яҙыуынса, һәр нәмәнең эйәһе булған: тау эйәһе, таш ҡыуыш эйәһе, йорт эйәһе һ.б. 🏔Ошо эйәләргә инаныу башҡорттарҙы төрлө тауҙарҙы һәм мәмерйәләрҙе ихтирам итергә өйрәткән. ⛰Көньяҡ Уралдың ҡайһы бер тауҙарында, аныҡлап әйткәндә Мәсем тауы башында тау эйәһенә баҡыр аҡса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшелдеректәренең ҡурғаш йәки көмөш биҙәүестәре, ағас ботаҡтарына йәки таш араһына ҡыҫтырылып нығытылған таяҡтарға бәйләнгән сепрәк киҫәктәрен күрергә тура килде. 📍Тау эйәһен, уның хужаһын ихтирам итергә кәрәк, юғиһә, уның насарлыҡ ҡылыуы ла бар. 📍Тау һәм мәмерйә эйәләренән тыш, башҡорттар урмандың, һыуҙың, йорттарҙың эйәһе барлығына ла ышана. 📍Урман эйәһен тау һәм Урал аръяғы башҡорттары - шүрәле, ә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ярымтыҡ тип йөрөтә. #башҡорттар

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән! 💝 АУЫЛ ҠАТЫНЫ Сибәр йөҙөн ҡара тут ҡаплаған, Ҡарашында – йәшәү ялҡыны. Ут сәсрәтеп
Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән! 💝 АУЫЛ ҠАТЫНЫ Сибәр йөҙөн ҡара тут ҡаплаған, Ҡарашында – йәшәү ялҡыны. Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә, Эй, уңған ул ауыл ҡатыны. Һөйәлләнеп ҡатҡан нәфис усы, Ә ҡулында көрәк, һәнәге. Сәйерһенеп уға күҙ ташлайҙар, Ниндәй тупаҫ ҡулы, йәнәһе. Бала-саға, донъя мәшәҡәте – Тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәҫ. Барыһын да үҙ иңенә алып, Сит тарафтан ярҙам һис көтмәҫ. Шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә Сабыр, түҙем, күндәм үткәрә, Хоҙай биргән яҙмыш һынауҙарын Өнһөҙ-тынһыҙ ғына күтәрә. Һис өркөтмәй сая, гүзәл затты Тормош елдәренең һалҡыны. Үҙ ҡәлғәһен йәмләп йәшәй бирә, Эй, ауылдың уңған ҡатыны. Сәлимә БАРЛЫБАЕВА. Фотола: Мәсетле районы ағинәйҙәре.

Хәйерле иртә! Былбыл кеүек моң түккән кесерткән турғайы был.🔥 Шулай тормошобоҙға ҡыуанып, һайрашып ҡына йәшәргә булһын! 🥰

Ян Лира әсәһе менән бергә йырлаған!
"Ниһайәт 😍 Әсәйем менән бергә йырланыҡ🥰 🧡"Ауылымды бөгөн төштә күрҙем"🥰 Был йырҙың көйөн үҙем яҙҙым, дуҫтар 🫶 Һүҙҙәре яҡташыбыҙ Хәйҙәр ағай Көмөшбаевтыҡы",
- тип яҙған йырсы сәхифәһендә. Шәпме?

Ҡарбабай ҙа яһап өлгөргәндәр!⛄☃❄ "Быйыл беренсе ҡарбабайыбыҙ!" - тип кисәге сәхифәһендә хәбәр иткән Силәбе өлкәһенең Арғаяш р
Ҡарбабай ҙа яһап өлгөргәндәр!⛄☃❄ "Быйыл беренсе ҡарбабайыбыҙ!" - тип кисәге сәхифәһендә хәбәр иткән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында йәшәүсе милләттәшебеҙ Рәфинә Сиражетдинова. ❓Ошондай ҡышты һағыныусылар бармы?❄

"Ныҡлы ғаилә - ил күрке", ти. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, тормош арбаһында бергә барған парҙар гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләү тантанаһына йыйылған. Был күркәм сара тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" тапшырыуында хәбәр иттеләр. Бына шундай ғаиләләр - ил терәге, милләт биҙәге лә инде!💕

Сауаплы эш😇 Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы биләмәһенән һәм Йомағужа ауылы биләмәһенән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең яҡындарына ярҙам иткәндәр. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов: "Сауаптарын насип итһен 🤲🏻 Барыбыҙ ҙа имен һау булайыҡ 🤲🏻" - тип яҙған.

ҒҮМЕР Бала тыуа. Һәм асыла офоҡ Тәҙрә уйымынан. Офоҡ уны бүлә бар уйынан, Бүлә уйынынан. Офоҡтарҙан китә ул офоҡҡа, Донъя буй
ҒҮМЕР Бала тыуа. Һәм асыла офоҡ Тәҙрә уйымынан. Офоҡ уны бүлә бар уйынан, Бүлә уйынынан. Офоҡтарҙан китә ул офоҡҡа, Донъя буйлап китә. Ҡай тарафты һайламаһын, яҙмыш Бер үк ергә илтә. ... Бына кеше ята. Бар офоғо Тәҙрә уйымындай. Һәм ҡоршала офоҡ... Эй, был тормош, Бала уйынындай. Рәйес ТҮЛӘК.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

СӘК-СӘК КӨНӨ икән бөгөн! Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, 14 октябргә бына шулай бер нисә иҫтәлекле көн тура килә, баҡ
СӘК-СӘК КӨНӨ икән бөгөн! Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, 14 октябргә бына шулай бер нисә иҫтәлекле көн тура килә, баҡтиһәң.🥰 📌Ошо уңайҙан, һеҙҙең иғтибарға сәк-сәк бешереүҙең бер киң таралған ысулын тәҡдим итәбеҙ. ✅Был рецепт буйынса ҡамырҙы баҫҡандан һуң, өҫтөнә дымлы туҡыма ябып, 1 сәғәт тоторға кәңәш ителә. ✅Ә баллау өсөн шәкәргә һыу ҡушып иретергә, бал өҫтәргә һәм 30 минут талғын утта болғата-болғата ҡайнатырға кәрәк. ❓Уңған хужабикәләр, ә һеҙ сәк-сәкте ниндәй рецепт буйынса бешерәһегеҙ?

Ағас башында айыу бар🐻 Шүлгәнташ ҡурсаулығын ҡарап йөрөгәндә дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов ағас башына менеп ҡасҡан йәш
Ағас башында айыу бар🐻 Шүлгәнташ ҡурсаулығын ҡарап йөрөгәндә дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов ағас башына менеп ҡасҡан йәш айыуҙы фотоға төшөрөп алған. Ҡапыл кеше яҡынлашыуын һиҙеп, шулай ботаҡҡа менеп ҡунаҡлаған, ахыры, был айыу. 🌺Әйткәндәй, бөгөн Ҡурсаулыҡ эше хеҙмәткәрҙәре көнө лә билдәләнә. Тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән мөһим һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ!

Нарыҫтау. Миәкә районы. Фото: Ләйсән Миңлебаева.
+4
Нарыҫтау. Миәкә районы. Фото: Ләйсән Миңлебаева.

Ошолай йәһәт кенә ауылға ҡайта һалып килдегеҙме, ҡәҙерле дуҫтар? 😉 Видео: Наил Юлгилдин.

Хәйерле иртә! 🍁
Хәйерле иртә! 🍁

Ғәйрәт исмаһам!

Үәт әй, хәтәр! Оҫта ҡуллы Ләлә Мозафарова Ейәнсура районы, Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең картаһын дебеттән бәйләгән! Бын
+1
Үәт әй, хәтәр! Оҫта ҡуллы Ләлә Мозафарова Ейәнсура районы, Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең картаһын дебеттән бәйләгән! Бына шундай оҫта ҡуллы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бар бит беҙҙә!😍 Һоҡланыуҙан һоҡ теймәһен ҡулдарына!