uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
613
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
“Hazina” этно-проекты тураһында беләһегеҙме? Улар - "Бишбармаҡ-шоу"ҙа ҡунаҡта, иртәгә көндөҙгө сәғәт 4-тә яңы сығарылыш көтөлә. Был ҡыҙыҡты күрмәй ҡалмағыҙ!

Хәтәр, ивет? Был сувенир "Шүлгәнташ" музейында һатыла, тип хәбәр иттеләр. Уны Өфө дизайнеры Тимур Сабитов эшләгән.😎 Оҡшаймы?
Хәтәр, ивет? Был сувенир "Шүлгәнташ" музейында һатыла, тип хәбәр иттеләр. Уны Өфө дизайнеры Тимур Сабитов эшләгән.😎 Оҡшаймы?

- Ҡурай! - Әү! - Ҡайҙа үҫтең? - Урманда. Ҡурайсы Марат Тулыбаев. Денис Өмөтбаев видеояҙмаһы.

ТИРМӘЛӘР ХАТАЛЫМЫ? Бер кеше Өфө ҡалаһында тирә-яғы төҙөкләндерелеп, киң йәмәғәтселеккә яңыраҡ асылған һыу биреү башняһы эргәһ
+1
ТИРМӘЛӘР ХАТАЛЫМЫ? Бер кеше Өфө ҡалаһында тирә-яғы төҙөкләндерелеп, киң йәмәғәтселеккә яңыраҡ асылған һыу биреү башняһы эргәһенә ҡуйылған тирмәләрҙең дөрөҫлөгөнә шик белдергәйне ошо көндәрҙә. Был өфөлө “Википедия”ға таянып, тирмәләргә һуғылған тамғалар “англосаксон руналары, төрки һәм булғар халыҡтарында улар ҡулланылмаған”, тип иҫбатлай. Был яңылыҡты “Тайфун Ҡоролтаевич” та үҙендә баҫтырып, һәр ваҡыттағыса, тапҡыр комментарий ҙа биреп ҡуйғайны. “Ағиҙел” башҡорт художество берекмәһе тарафынан эшләп урынлаштырылған был тирмәләрҙәге тамғаларҙың башҡорт халҡына һәм, ғөмүмән, боронғо төркиҙәргә хас булыу-булмауын ошо өлкәне өйрәнгән, “Башҡорт тамғалары һәм уларҙың атамалары” ғилми хеҙмәте авторы, филология фәдәре кандидаты Вадим Толомбаевтан белештек. “Был билдәләр яҙылышы буйынса башҡорттарҙың ырыу билдәләре - тамғалар менән тулыһынса оҡшаш. Әгәр ҙә беҙ алфавит тураһында әйтһәк, бындағы ике хәреф кенә (уларҙы билдәләнем) бер аҙ шик тыуҙыра. Улар боронғо төрки алфавитының дөйөм ҡабул ителгән хәрефтәре араһында юҡ. Әммә был билдәләрҙең оҡшаш төрҙәре ҡайһы бер боронғо төрки рун яҙмалары ҡомартҡыларында осрай”, - тип һығымта яһаны Вадим Зәйнулла улы. Ғалим һүҙҙәренә таянып, ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙан да ҡарап, әлеге тирмәләрҙәге билдәләрҙең хаталы түгеллеген һәм бер ниндәй ҙә англосаксон рундарына ҡыҫылышы булмауын аңлайбыҙ. Белегеҙ, яңы йәмәғәт урынын барып күрмәгән дә, әммә бәйләнер урын тапҡан айырым кешеләрҙең ялғаны был. Кемгәлер һыу биреү башняһы эргәһендә тирмәләр ҡуйылыуы урынһыҙ булып күренгән. Ә халыҡҡа уңайлыҡты хәстәрләгән, ниндәйҙер матур ял итеү урыны эшләгән кешеләрҙең хеҙмәте күҙгә лә эленмәгән. Вәт! Әйткәндәй, был урын Өфөлә Телеүҙәк артындағы Алтай урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан. Мотлаҡ барып ҡарағыҙ, сөнки унан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә!

ЙӨҘЙӘШӘРҘӘР НИСӘҮ? Бөгөн республикала 203 йөҙйәшәр бар💫 Был турала Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексә
ЙӨҘЙӘШӘРҘӘР НИСӘҮ? Бөгөн республикала 203 йөҙйәшәр бар💫 Был турала Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенән әйттеләр. 🌺Беҙҙә барлығы 1 миллион 134 мең пенсионер бар икән. 🌺Шуларҙың 203-ө – йөҙйәшәр. 🌺Иң олоһона 110 йәш

Ата-әсәй ҡолағына😉 Балалар баҡсаһына йә мәктәпкә йөрөгән балаларығыҙға көҙҙән файҙаланып, ошондай сағыу ҡул эштәре яһарға өй
+7
Ата-әсәй ҡолағына😉 Балалар баҡсаһына йә мәктәпкә йөрөгән балаларығыҙға көҙҙән файҙаланып, ошондай сағыу ҡул эштәре яһарға өйрәтә алаһығыҙ!

Аҡҡоштарға оҡшағандармы?🦢🦢🦢 Был "Аҡҡош" тигән бейеү менән "Байыҡ" конкурсында сығыш яһаған һылыу ҡыҙҙар.

Билдәле хоккей комментаторы Азамат Моратов ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ "Кисәге Өфөлә Урал исемле малай тыуҙы. Был донъяға киле
Билдәле хоккей комментаторы Азамат Моратов ғаиләһендә шатлыҡлы яңылыҡ
"Кисәге Өфөлә Урал исемле малай тыуҙы. Был донъяға килеүе менән ул әсәһен һәм атаһын шатландырҙы. Билдәле инде, ул донъялағы иң матур бала!"
- тип яҙған ул сәхифәһендә һәм хәҙер олатай булыуын хәбәр иткән. Ҡотлайбыҙ! 🌹

Көнөгөҙ уңышлы үтһен!
Көнөгөҙ уңышлы үтһен!

Хәйерле иртә! Юлдарығыҙ уң булһын 😇

Тайфун Ҡоролтаевич ҡайҙа йөрөй ул?😱

Көҙҙөң икенсе айы ла һиҙҙермәй генә килеп етеп, беренсе көнө үтеп тә бара. Ниндәй матур яңылыҡтырағыҙ бар, төркөмдәтәр, был к
Көҙҙөң икенсе айы ла һиҙҙермәй генә килеп етеп, беренсе көнө үтеп тә бара. Ниндәй матур яңылыҡтырағыҙ бар, төркөмдәтәр, был көндә? 🥰 Һүрәттә: Asay Besay календары.

🌻Йәш блогер Батыр Йәрмөхәмәтов ялдарҙа картуф эшләп арыған. Ә һеҙҙең картуф баҡсаһында эштәр барамы, төркөмдәштәр? Әллә Батыр кеүек ял итәһегеҙме?

"Бәхетнамә" тапшырыуында балан бәлеше бешергәндәр. Телде йоторлоҡ, ҡарағыҙ, өйрәнегеҙ һәм ауыҙ итегеҙ!😋 #хужабикәҡолағына

Рәнис Алтынбаевтың ҡотлауына беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Бөгөн шулай уҡ халыҡ-ара Музыка һәм Йылмайыу көндәре лә💛 Японияла музыкаль юлдар бар икән. 🤔 Юлдарҙың бер өлөшөндә махсус р
Бөгөн шулай уҡ халыҡ-ара Музыка һәм Йылмайыу көндәре лә💛 Японияла музыкаль юлдар бар икән. 🤔 Юлдарҙың бер өлөшөндә махсус рәүештә төрлө тәрәнлектәге һәм аралыҡтағы бураҙналар һалынған. Ошо юл һыҙатынан билдәле бер тиҙлек менән үткәндә, бураҙналарға тейгән тәгәрмәстәрҙең тирбәлеше автомобиль салонына үтеп инә һәм моңға әйләнә икән. Улайға китһә, көләмәстәге ише, иң моңло юлдар Рәсәйҙә инде😃 Йылмаяйыҡ 😉😊

💟ОЛОЛАР КӨНӨ билдәләнә бөгөн Өлкән йәштәге төркөмдәштәребеҙҙе, атай-әсәйле һәм олатай-өләсәйле бәхетле йәштәрҙе ошо матур байрам уңайынан тәбрик итәбеҙ!🥰 Һәр тыуыр көнгә шатланып, күңелдәрегеҙҙә йәш булып, йырлап-бейеп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп ғүмер итергә яҙһын барығыҙға ла!💞

💥Балаға хәрефтәрҙе ҡайҙан өйрәтергә белмәйһегеҙме?💥 Бындай мәсьәлә килеп тыуғанда, "Әлифба" белем биреү-танып белеү йәнһүрәте ярҙам итер. 💫Башҡорт алфавитындағы барлыҡ хәрефтәр буйынса ҡыҫҡа ғына йәнһүрәттәр төшөрөлгән. 💫Йәнһүрәттәр 3-5 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән. 💫Башҡорт телендәге был йәнһүрәттәрҙе ҡарап, бала хәрефтәрҙе генә түгел, күп кенә башҡортса һүҙҙәрҙе лә үҙләштерә ала. 💫Барыһын да "Әлифба - образовательный мультфильм" төркөмөнән табып ҡарарға мөмкин. ❗Төркөмдәштәрҙе ҡыҙыҡтырып-ылыҡтырып, иғтибарығыҙға "А" хәрефенә йәнһүрәт тәҡдим итәбеҙ.