uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
617
Obunachilar
-224 soatlar
-27 kunlar
-430 kunlar
Postlar arxiv
📌Баймаҡ егете интеллектуаль турнирҙа еңеү яулаған. Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында "Математик олимп" муниципаль-ара инте
📌Баймаҡ егете интеллектуаль турнирҙа еңеү яулаған. Силәбе өлкәһенең Нуғайбәк районында "Математик олимп" муниципаль-ара интеллектуаль уйыны үткән. ⚡Уйында Башҡортостандың Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы Салауат Самарбаев еңгән. Ул Силәбе өлкәһенең Агаповка, Бреды, Варна, Верхнеурал, Ҡыҙыл, Троицк, Уйылға, Чесма һәм Сыбаркүл райондарынан килгән тиҫтерҙәре менән ярышҡан. Уҡыусыларҙың белемен юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары баһалаған. Уйын белем генә түгел, зирәклек тә талап иткән. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән Нуғайбәк районы етәксеһе Егор Тимофеевҡа йәштәрҙең һәләттәрен асырға ярҙам иткәне, шәп ярышҡа саҡырыуы өсөн рәхмәтен белдергән.
"Салауат - астрономия һәм география буйынса төбәк кимәлендәге олимпиада прихеры, инженер-техник олимпиадаһы еңеүсеһе һәм ете предмет буйынса район кимәлендәге олимпиадаларҙа күп тапҡыр еңгән уҡыусы",
- тип яҙған сәхифәһендә Азамат Сәфәрғәли улы. Беҙ МАХ-та

📌 "Ватанды һаҡлаусылар хәтерен мәңгеләштереүгә арналған иң яҡшы музей (музей күргәҙмәһе)" конкурсында ҡатнашығыҙ. Волга буйы
📌 "Ватанды һаҡлаусылар хәтерен мәңгеләштереүгә арналған иң яҡшы музей (музей күргәҙмәһе)" конкурсында ҡатнашығыҙ. Волга буйы федераль округының "Ватан Геройҙары" проекты сиктәрендә "Ватанды һаҡлаусылар хәтерен мәңгеләштереүгә арналған иң яҡшы музей (музей күргәҙмәһе)" номинацияһының төбәк этабы иғлан ителгән. Уны Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Республика балалар туризмын өйрәнеү үҙәге үткәрә. 💯"Ватан Геройҙары" проекты йәш быуынды патриотик сараларға йәлеп итеү, Ватанды һаҡлаусылар тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм тарихыбыҙҙы боҙоуға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. ⚡Конкурста мәктәп музейҙары һәм Башҡортостандың музей экспозициялары ҡатнаша ала.
Ғаризалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
📍Тулыраҡ мәғлүмәт: education.bashkortostan.ru/presscente... Беҙ МАХ-та

Бынан әллә нисә быуат элек тә ата-бабаларыбыҙ ошондай уҡ болоттарҙы күҙәттеләрме икән?.. 🔹 Турахан кәшәнәһе Алтын Урҙа осоронда, XIV-XV быуаттарҙа төҙөлгән. Аҡ таштар араһы юғары сифатлы эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. 📍 Шишмә районы. "Турахан" визит-үҙәге. Видео: Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

ТАҢ Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата... Таңдар ата, хозур уғата. Йөрәгемә ҡаба илаһилыҡ, Уйҙарымды елдәр тағата. Ел уята тирәк,
ТАҢ Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата... Таңдар ата, хозур уғата. Йөрәгемә ҡаба илаһилыҡ, Уйҙарымды елдәр тағата. Ел уята тирәк, сәскәләрҙе, Иҫнәй биреп донъя кирелә. Илһам тулҡынына инге килә Ошо йәшкә еткән көйөмә. Баш осомда ҡошсоҡ, эй, ҡылансыҡ! Бер атыла ары, бер ҡайта. Күңелеңдең микән талпыныуы? Әүрәтмәйҙер мине һис юҡҡа. Ҡаҡмасәле, ҡаҡма йөрәгемә, Йырҙарыма күсер һағышың. Елдәр булып иҫкәс, ҡанат елпкәс, Күңелең көрҙөр, иҫке танышым. Нурҙан нағыш сигеп таңдар ата, Таңдар ата, ерҙе уята. Ике күҙем никтер һеҙҙең яҡта, Әллә ниндәй ғәзиз ипкен тарта, Әллә ниндәй уйҙар уйлата. Тамара ҒӘНИЕВА. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Ҡайғылы хәбәр. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ағаһы Ришат Фәрит улы ва
Ҡайғылы хәбәр. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ағаһы Ришат Фәрит улы вафат булған. Уға 68 йәш ине. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

📌 3D-принтерҙа баҫылған ҡурай Өфөнән инженер һәм фотограф Илшат Әхмәтов башҡорт милли уйын ҡоралын 3D-принтерҙа баҫа. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. 🔹 Илшат үҙе бик күптән ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләгән һәм ҙур ауырлыҡтар менән ҡурай һатып алған. Беренсеһенең сифаты бик оҡшамаған. Һәм яңы йыл ялдарында буш ваҡытында ҡурайҙы үҙе эшләп ҡарарға булған. 🔥 3D-принтерҙа баҫылған уйын ҡоралын билдәле ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов оҡшатҡан. Уны үҙең менән алып йөрөүе лә еңел - өс өлөштән тора һәм бәләкәй ҡапҡа һыя. Өс айҙа Илшат Әхмәтов 20 ҡурай эшләп һатҡан. Уның бер өлөшөн баҫыуға 2 сәғәттән бер тәүлеккә тиклем ваҡыт китә. Пластик үлән ҡурайға оҡшаш килеп сыға һәм тауышы матур яңғырай.
"Ауыр мәлдәрҙә яугирҙарға йыр-моң ярҙам итеүен беләм һәм унда ҡурайҙа уйнай белеүселәр бар. МХО-ға ошо ҡурайҙы ебәреп булыр, моғайын",
- ти Илшат Әхмәтов. Видео: Илшат Әхмәтов һәм "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Космонавтика көнө менән! 🚀 Бынан теүәл 65 йыл элек беренсе кеше Йыһанға осҡан. Совет космонавы Юрий Гагарин "Восток-1" караб
Космонавтика көнө менән! 🚀 Бынан теүәл 65 йыл элек беренсе кеше Йыһанға осҡан. Совет космонавы Юрий Гагарин "Восток-1" карабында "Байконур" космодромынан күтәрелә. Ул йыһанда 108 минут була. Беҙ МАХ-та

Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде! Һинән йәнләнмәҫ йән һирәктер? Тик һин миңә бойоҡ булыр инең, Яҙа үтһәң минең йөрәкте!.. Рәми ҒА
+5
Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде! Һинән йәнләнмәҫ йән һирәктер? Тик һин миңә бойоҡ булыр инең, Яҙа үтһәң минең йөрәкте!.. Рәми ҒАРИПОВ. 📍Ишембай районы, Маҡар ауылы эргәһендәге Күккүкрәүек шарлауығы. Фото: Гөлнәзирә Мәҡсүтова. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Башҡорт бейеүен Ҡытайҙа танытып ҡайтҡан "Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертына барығыҙ 🔥 📍 24 апрель, Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында, сәғәт киске 7-лә. Беҙ МАХ-та

📌 Ғафуриға, Ҡарға бутҡаһы ашарға! 1 майҙа Ғафури районында Уҡлы ҡая итәгендә Ҡарға бутҡаһы байрамы ойошторола. Бында ҡатнашы
+1
📌 Ғафуриға, Ҡарға бутҡаһы ашарға!
1 майҙа Ғафури районында Уҡлы ҡая итәгендә Ҡарға бутҡаһы байрамы ойошторола.
Бында ҡатнашыусыларҙы төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эше оҫталарының йәрминкәһе, байрам тамашаһы, халыҡ уйындары, ритайым һәм әлбиттә, бутҡа көтә. Сәйәхәтселәр сағыу, үҙенсәлекле башҡорт мәҙәниәтен, боронғо йолаларын күрә һәм күңелле байрамда ҡатнаша ала. "Еҙем" тәбиғәт паркы биләмәһендә уранлашҡан хозур ерҙә күркәм байрамда ҡатнашығыҙ", - тип саҡыра "Башҡортостан туризмы" ойошмаһы. Бронь өсөн телефон: ☎️ 8 (919)140-22-88 Беҙ МАХ-та

📌 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу өсөн офлайн-майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәт сыҡҡан. Бөгөнгө көндә: 📍 432 офлайн-майҙансыҡ раҫланған. Майҙансыҡтар түбәндәге төбәктәрҙә: — Башҡортостан Республикаһы — 393 — Силәбе өлкәһе — 19 — Ырымбур өлкәһе — 6 — Свердловск өлкәһе — 2 — Ҡурған өлкәһе — 1 — Саха (Якутия) Республикаһы — 1 Диктант онлайн һәм офлайн форматта үтә, һәм һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. 📍 Үҙегеҙгә иң яҡын майҙансыҡты һайлау өсөн акцияның рәсми сайтында ҡарағыҙ: bashdictant.ru/ Беҙ МАХ-та

📌 Бер йыр тарихы
"Мәрйәмем минең" йырының авторы - Бөрйән егете Сабитулла Хөснөтдинов.
Ул күрше ауылға уҡытыусы булып эшкә килгән Белорет районы Һаралы ауылы ҡыҙы Мәрйәм Ҡаһармановаға ғашиҡ була. Әммә саф мөхәббәтен йыр аша ғына сағылдырып өлгөрә егет: 22 генә йәшендә фажиғәле һәләк була. Видео: Азалия Рамиловна.

ХӘЙЕРЛЕ КӨН! Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн, Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн Йөкләп барған ирҙә
ХӘЙЕРЛЕ КӨН! Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн, Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн Йөкләп барған ирҙәр, уландар! Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар, Донъя күрке - изге әсәләр! Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар, Ер биҙәге - яҙғы сәскәләр. Хәйерле көн, имен-аманлыҡта Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ. Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып, Балҡып торһон тыуған илебеҙ. Зәйнәб БИИШЕВА. 📍 Тирлән үҙәнендә таң ата. Фото: South-Ural Landscapes. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Яңы йыр 🔥🔥🔥 AY YOLA төркөмө "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы нигеҙендә ижадын дауам итә.
Бөгөн уларҙың өр-яңы йыры киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде - «Aihylyu».
"Айһылыу" йыры беҙгә эпостың тағы бер серле образын һәм уның артында йәшеренгән мәғәнәләрҙе аса. Йырҙы тулыһынса ошонда тыңларға мөмкин: https://link.label.mts.ru/aihylyu

📌 Ике китабыбыҙ - иң яҡшы баҫма исемлегендә "Китап" нәшриәтенең бер юлы ике китабы Рәсәйҙең китап нәширҙәре ассоциацияһының
+1
📌 Ике китабыбыҙ - иң яҡшы баҫма исемлегендә "Китап" нәшриәтенең бер юлы ике китабы Рәсәйҙең китап нәширҙәре ассоциацияһының "Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәттәре тарихы һәм заманса үҫеше буйынса иң яҡшы баҫмалар" конкурсының алдан төҙөлгән исемлегенә ингән. 🔹 Рус телендә донъя күргән "Башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм риүәйәттәре" китабы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар араһында иң яҡшыһы исемен алыуға дәғүә итә. 🔹 Ә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы баҫмаһы "Иң яҡшы танып-белеү әҙәбиәте" номинацияһында баһалана. Еңеүселәрҙе 25 апрелдә Элиста ҡалаһында Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған байрамда иғлан итәләр. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌БР Милли архивында һаҡланған фотоһүрәттәр араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияның тарихын сағылдырғандары ла байтаҡ ҡы
📌БР Милли архивында һаҡланған фотоһүрәттәр араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияның тарихын сағылдырғандары ла байтаҡ ҡына. Бына, мәҫәлән, 1942 йылдың 22 мартында, Башҡорт АССР-ы булдырылыуға 23 йыл тулырҙан бер көн алда, Дим станцияһында дивизия парады ойошторола. Парад 11-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы торған урында, уға Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы байрағын тапшырғандан һуң үтә.
💯"Фотола һул яҡтан иң алда 313-сө кавалерия полкы лейтенанты Әнүәр Насиров килә. Ул 1942 йылдың 27 июлендә Озерки ауылы өсөн алышта ҡаты яралана һәм оҙаҡ дауалана, 1945 йылға тиклем хеҙмәт итә. Ветеран 2006 йылда Шайморатов генерал тураһында "Генерал батырлығы" тигән китап яҙа",
- тип хәбәр итә БР Архив эштәре буйынса идараның матбуғат хеҙмәте. Беҙ МАХ-та

📌 "Атайсал геройы" конкурсы иғлан ителгән. "Айтайсал" проекты төркөмөндә теркәлеүселәр араһында яңы конкурс үткәрелә. Унда а
📌 "Атайсал геройы" конкурсы иғлан ителгән. "Айтайсал" проекты төркөмөндә теркәлеүселәр араһында яңы конкурс үткәрелә. Унда ауыл старосталары, депутаттары, меценаттар, "Атайсал" проектында әүҙемдәр ҡатнаша ала.
"Эше менән дан алған, ғәмле яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләйек",
- тип саҡыра ойоштороусылар. Конкурста ҡатнашыу шарттары: 🔹 "Атайсал" проектының МАХ-тағы каналына яҙылырға: clc.li/MoudS 🔹"Атайсал" проектының "Бәйләнештә"ге төркөмөнөң үҙегеҙ ғорурланған кеше тураһында хәбәр яҙып ебәрегеҙ. Уның шәхесе һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләгеҙ, фотоларын да онотмағыҙ. Иң мөһиме, Атайсалын үҫтереүгә ниндәй өлөш индереүе хаҡында яҙығыҙ. 🔹 Үҙегеҙҙең тулы исем-фамилияғыҙҙы, район/ҡала һәм йәшегеҙҙе күрһәтегеҙ. 📍 Ғаризалар 2026 йылдың 10 майына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ бында: «АТАЙСАЛ» проекты төркөмө

📌Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышынан яңы кадрҙар. Өфөләге цехта һәйкәл өлөштәрен иҫке буяуынан таҙартыу эштәре бара. Бер юлы белгестәр йәшерен етешһеҙлектәрҙе лә тикшерә. Иғтибарлыҡ һәм һаҡлыҡ талап ителә. Эштәрҙе Рәсәй художество академияһы контролдә тота. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Изге йома мөбәрәк булһын! 😇 Республикабыҙҙа ҡор уйынын фотоға төшөрөп алғандар. Фототоҙаҡҡа "Башҡортостан" милли паркы терри
+2
Изге йома мөбәрәк булһын! 😇
Республикабыҙҙа ҡор уйынын фотоға төшөрөп алғандар. Фототоҙаҡҡа "Башҡортостан" милли паркы территорияһында тереклек иткән ҡоштар эләккән. Әйткәндәй, оҙон ҡышты тыуған яғында үткәреүсе ҡорҙар ҙа яҙҙы көтөп ала. Яҙҙар яңырыу һәм тыныслыҡ алып килһен!🙏 Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌"Урал батыр" эпосына нигеҙләнгән фэнтези китап донъя күргән. "Шүлгән ҡумтаһы" китабының авторы - Гөлшат Абдеева. "Эксмо", "
+1
📌"Урал батыр" эпосына нигеҙләнгән фэнтези китап донъя күргән. "Шүлгән ҡумтаһы" китабының авторы - Гөлшат Абдеева. "Эксмо", "Азбука" "Балалар әҙәбиәте" кеүек билдәле нәшриәттәрҙә 16 китабын баҫтырып өлгөргән яҙыусы сығышы менән Учалы районынан. Ошо көндәрҙә БР Милли китапханаһында Гөлшат Абдееваның яңы китабына арналған сара үткән.
"Шүлгән ҡумтаһы" үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
Уны яҙыу өсөн автор боронғо башҡорт халыҡ эпосын һәм башҡа төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнгән. Беҙ МАХ-та