611
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kunlar
-230 kunlar
Postlar arxiv
📌 Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы үткән. Сара 24-се тапҡыр ойошторола.
Быйыл конкурста 250 кеше ҡатнашҡан: Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 84 солист һәм 16 ансамбль.
Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов Гран-при яулаған. Ҡотлайбыҙ! 🌹
📌 "Ватан көсө - сила Отечества" республика форумынан тағы ла бер маиур видео менән бүлешмәй булдыра алмайбыҙ.
Ысынлап та, туплаусы һәм күмәк эштең нәтижәле булыуын сағылдырыусы, кешеләрҙе изгелеккә этәреүсе, ярҙам итеү теләге күптән булып та, эште нимәнән башларға белмәйерәк торғандарға сәбәп биреүсе ул - "Атайсал" проекты.
🔥Салауат ҡалаһында Батыр аллеяһында беренсе тапҡыр "Күстәнәсле ритайым" ойошторолған. Сара йыр-бейеү һәм күтәренке кәйеф менән үткән, тип хәбәр итә салауаттар.
📌Был ялдарҙа Өфө районында бик күркәм байрам үткән - "Ҡарға бутҡаһы". Ҡайһы бер күренештәр менән бүлешәбеҙ 🥰
Күк йөҙөн болот ҡаплап алһа ла, йәйғор сығыр һәм артынан мотлаҡ аяҙытыр!☀
Уңышлы эш аҙнаһы теләйбеҙ.🥰
📍Нәрәле һырты, Учалы районы, Башҡортостан.
Фото: Ромашова Ольга
📌Башҡортостандан сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙарыбыҙ эргәһенә журналистар Наил Юнысов, Зөһрә Арсаева, йырсы һәм актриса Гөлсөм Бикбулатова һәм башҡа радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре юлланған. Уларҙың сәфәренән бер күҙәтеү.
Тура һүҙ әйтерлек ир-егеттәребеҙ бар әле.🔥
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин районда баҡыр тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү ихтималлығы тураһында.
📌 16 майҙа Өфөләге "Йәшлек" йәштәр йортонда Никита Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһына 2025-2026 уҡыу йылына һайлап алыу сараһы үтте.
Был Михалков академияһында бер йыл бушлай уҡыу мөмкинлеге. Рәсәй буйлап йәштәрҙе режиссер, продюсер һәм актер оҫталығына өйрәтеү өсөн һайлап алалар.
Һайлап алынған йәштәр Мәскәүҙә һынауҙарҙың икенсе этабын үтә.
"Мин генә һайлаһам, бөтәһен дә Мәскәүгә уҡырға ебәрер инем. Йәштәребеҙ шундай талантлы. Әммә унда продюсер һәмлыҡ режиссерлыҡ йүнәлешенә 5-әр,актерлыҡ буйынса 10 тирәһе генә кешене алалар",- ти билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров.
🌸🌸🌸
Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Гөлдәр баҡсала, туғайҙа
Үҫәләр балҡып, көлөп.
Йәйге селләлә таждарын
Ҡояш өтөп барһа ла,
Улар, тирә-яҡты йәмләп
Йылмаялар барһына.
Көҙгө һалҡын елдәр иҫеп,
Йәндәрен өшөткәндә,
Ҡарлы ямғырҙар аҫтында
Ҡалтырап күшеккәндә,
Барыбер нур сәсә гөлдәр,
Һиҙҙермәй бирешкәнен.
Күктәр белмәйҙер бит уның
Үҙенә көс биреп торған
Ер мнән йәрәшкәнен.
Хәлдәр нисек, тип һорайҙар,
Хәлдәр ул гөлдәр кеүек.
Ерҙәге һәр миҙгелендә
Гөлдәр бит йәшәй көлөп.
...Гөлдәр хәлен кем белә?
Белә үҙҙәре генә...
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Хәйерле иртә! ☀️
Видео авторы Олег Чегодаев. Ул Ағиҙел йылғаһының үрге ағымынан алып Боҙло океанға тиклем илде һыу юлы буйынса үтеп сығырға теләй.
Уның был проекты "Уральская одиссея" тип атала.Спортсы, сәйәхәтсе, Урал тауҙары амбассадоры Олег Чегодаев көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай 5 ай эсендә 5000 км үтергә ниәтләй. Юлға 16 апрель сыҡҡан. #уральская_одиссея_чегодаева
Башҡорттарҙы һәм нуғайҙарҙы нимә берләштерә?Бик ҡыҙыҡ һорау, шулай бит? Киләһе видеонан белерһегеҙ 😉 Видео: Ильяс Батыргәрәев.
+4
📌 "Музейҙар төнө" - бөгөн була!
Барлыҡ музейҙарҙың ишектәре асыҡ бөгөн. Бөтә ғаилә менән барып ҡарағыҙ.
📍 Посттың беренсе өлөшө ⬇️
+6
📌 "Музейҙар төнө" - бөгөн!
Бөгөн Башҡортостан музейҙары ошо акцияға ҡушыла һәм теләгән һәр кемде ҡунаҡҡа көтөп ҡала.
Музейҙар төнөндә ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, төрлө саралар ойошторола.
Бөтә ғаилә менән барып ҡарағыҙ!
Әйткәндәй, мәғлүмәттең дауамы бар ⬇️
📍 Рәсәй бөгөн Совет осоронда булдырылған предприятиелар иҫәбенә көслө, тормошобоҙ шул ваҡытта тупланған ҡеүәт инерцияһы буйынса алға тәгәрәй. Яңынан элекке мөмкинлектәргә ҡайтып, сәнәғәт, технология суверинитетын нығытыу, донъя өсөн сыймал сығанағы ғына булыуҙан туҡтап, етештереү тармағын үҫтереү кәрәклеге тураһында һүҙ барғанда – уйланаһы урын бар.
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
