uz
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Kanalga Telegram’da o‘tish
612
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
💯Рәсәй халыҡтарының туған телдәре көнө булдырыла ⚡Илебеҙ Президенты Владимир Путин тағы бер башланғыс менән сығыш яһаны - Рәсәй халыҡтарының туған телдәре көнөн булдырырға һәм уны 8 сентябрҙә, Рәсүл Ғамзатов тыуған көндә билдәләргә. Был турала Владимир Владимирович Рус теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса Советтың видеоконференция форматында барған кәңәшмәһендә белдерҙе.

📌 Өфөлә бөгөн "Әйҙә играть" Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивале башланды. Совет майҙанында уйынсыҡтар етештереүселәр һәм һөнәрселәр күргәҙмәһе асылды. Балалар уйынсыҡтарҙы тотоп уйнап ҡарай ала, конкурстар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, йәнһүрәттәр, спектаклдәр һәм спорт уйындары ла көтә уларҙы. 📍Бөгөн төп сәхнәлә: 16:00 — М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Айболит һәм Бармалей" мюзиклын уйнай; 17:00 - "Оҙон ағайҙар" клоунада урам театры "Дурацкий цЫрк" тамашаһын күрһәтә; 18:00 - Amirchik тигәйне йырсы сығыш яһай; 19:00 "Спокойной ночи, малыши!" телетапшырыуы менән осрашыу; 20:00 - "Суртан әмере менән" киноәкиәте күрһәтелә. 📍Союзмультфильм майҙансығында Винни Пух һәм Пятачок менән осрашыу, төрлө мауыҡтырғыс әүҙемлектәр була. 📍Аҡмулла сәхнәһендә ҡурсаҡ театрҙары һәм балалар театрҙары сығыш яһай. 16:00 "Сто поцелуев принцессы" спектакле; 18:00 Йәнһүрәт ҡарау; 20:00 "Ер" спектакле (башҡортса). 👉 Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: айдаиграть.дети. Барлыҡ саралар бушлай. 0+.

📍Эште дауам итәләр, әммә Диҡҡәт Бураҡаев заманынан айырмалы рәүештә, бөгөн белем-ғилемгә таяныуға ҡарағанда, эмоция менән эш итеүселәр, илдең иҡтисади именлеген хәстәрләүгә ҡарағанда, яңы миф, легендалар уйлап сығарып, Хоҙай тарафнан йәшәйеште алға әйҙәүсе хазина итеп бирелгән урындарҙы изгеләштереп булһа ла, халыҡ араһында болғаҡ ойошторусылар күберәк шул. ✅ Башҡорттар борондан мәғдәнселәр, геологтар менән данлы булған. И.Тасимовтан башҡа Тасим Тимеров, Исмәғил Тупалов, Алдар Туҡтамышев, Рәмиев, Байбурин, Хәбибуллиндар тап Уралда тау сәнәғәте менән шөғөлләнгән шәхестәр. Үҙебеҙҙең заманға әйләнеп ҡайтҡанда Хәйбулла районында тыуып үҫкән, Мәскәүҙә институт, аспирантура тамамлап, Башҡортостанда үҙ фәненә башкөллө бирелеп эшләгән профессор Минниәхмәт Моталовты телгә алырға кәрәк. Әйткәндә, Санкт-Петербургта Тау академияһында И.Тасимовҡа таҡтаташ асыу инициативаһы тап уныҡы була. ✅ Бөтә ғүмерен Башҡортостандағы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын өйрәнеү, яңы ятҡылыҡтар асыуға бағышлаған Ейәнсура районы вәкиле Басир Мәһәҙиевты ла бик күптәр белә. Ул Мәскәүҙә Калинин исемендәге төҫлө металл һәм алтын академияһын тамамлай. Әйткәндәй, алтмышынсы йылдарҙа Әбйәлил районында баш геолог булып эшләй. Артабан Башкиргеологияла баш геолог, директор урынбаҫары була, 90-сы йылдарҙа Башҡортостандың геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетын етәкләй. Ә унан алдараҡ, Башҡортостанда яңы ер аҫты байлыҡтары ятҡылыҡтарын асыуға индергән өлөшө өсөн СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. ✅ Минниәхмәт Моталов та, Басир Мәһәҙиев та, шул уҡ Диҡҡәт Бураҡаев кеүек үк төп эшәтренән тыш геология фәне, уның мөһимлеге, Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары, уларҙың стратегик әһәмиәте тураһында саф башҡортса бер туҡтауһыҙ киң мәғлүмәт саралары аша аңлатыу эше алып барҙы. Фәнни эштәренән тыш, публицистик, хатта балалар өсөн ябай ғына китап-йыйынтыҡтар сығарып килде. Улар киткәс, ошо теманы алып барырлыҡ ғалимдар ҡалмаған икән... 📍 Әбйәлил районында бөгөн килеп тыуған аңлашмаусанлыҡ, әлеге лә баяғы мәғлүмәти бушлыҡ сәбәбе түгелме? Бөгөн килеп, радио-телевидение, гәзит-интернет аша Әбйәлил райоындағы ятҡылыҡ тураһында мәғлүмәтте алҡымдан аштырып бирәбеҙ ҙә, тик сылбыр өҙөлгән. Донъялағы иң романтик һөнәр эйәләренең эше, үҙебеҙҙең төбәктең геологик мөмкинлектәре, уның әһәмиәте тураһында яратып, яраттырырлыҡ итеп һөйләгән, кәрәк икән ошо йүнәлештәге сетерекле һорауҙар буйынса абруйлы эксперт фекерен еткерерлек үҙебеҙҙең белгестәр юҡ та баһа. Һөҙөмтәлә, блогерҙар, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар, тағы ла болғаҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға теләүселәр күп белдеклегә әйләнеп ана шул «абруйлы белгестәр» рәтен тулыландыра. Бының өсөн ни мөһим? Үҙебеҙҙең белгес-егеттәрҙе, геологтарҙы үҫтереү шарт. Мәктәптәрҙә география фәненең абруйын арттыуыу кәрәк. Бөтә башҡорт геологтары илебеҙ баш ҡалаһы вуздарын тамамлаған. Дәүләт кимәлендә махсус йүнәлтмә менән белгестәр уҡытыу һорауы ла бөгөн актуалдер, моғайын. Һәр хәлдә, ошо тәңгәлдә лә уйланаһы урын бар. 📍Яҙылғандарға өҫтәп. «Урал батыр»ға килгәндә, был эпос –беҙҙең материаль булмаған мәҙәни мираҫ. Ерҙә кешелек барлыҡҡа килгән замандарҙы тасурилап, башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен бәйән иткән уникаль ауыҙ-тел ижады. Ул бөйөк ҡомартҡы, әммә изге яҙма түгел. Табына торған түгел, ғорурлана торған табышыбыҙ. Уға дәүләт кимәлендә иғтибар бүленеүе һөйөндөрә. "Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.

📌 Диҡҡәт Бураҡаев: «Тимер тапҡан –тилмермәҫ” Ваҡытында М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факульт
📌 Диҡҡәт Бураҡаев: «Тимер тапҡан –тилмермәҫ” Ваҡытында М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын тамамлаған, ғүмеренең аҙағынаса СССР фәндәр академияһының Башҡортостандағы геология институтында эшләгән билдәле башҡорт ғалимы Диҡҡәт Бураҡаев үҙ ваҡытында иң абруйлы белгестәрҙән һанала. Ул күптәр өсөн ят булған геология фәнен пропагандалау, ошо йүнәлештең асылын, мөһимлеген аңлатыу йәһәтенән публицист булараҡ та күп эш атҡарған зыялы милләттәштәребеҙҙең береһе була. Киң йәмәғәтселеккә Урал тауҙарының үҙенсәлеген, уларҙың геологик күҙлектән барлыҡҡа килеү тарихын аңлата. Үҙенең яҙмаларында Көньяҡ Уралдағы билдәле ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәргә лә туҡтала. Илһөйәр, телһөйәр асылына тоғро ҡалып шул уҡ «Урал батыр» эпосын да телгә ала. Әммә ысын ғалим булараҡ һис бер эмоцияларға бирелмәй. 1983 йылда (шәхестең вафатынан һуң) Башҡортостан китап нәшриәтендә Д. Бураҡаевтың “Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт” тип исемләнгән фәнни-популяр очерктар йыйынтығы донъя күрә. «...Урал дейеүҙе ергә һеңдерә һуҡҡас, бөркөлөп-бөркөлөп төтөн күтәрелеп сыҡҡан, ә төтөн артынан ялҡын сыға башлаған. Был тау ошо яныуынан туҡтамаҫ булды, ти. Шул көндән алып уны Янғантау тип атап йөрөтә башлағандар, ти...» ✅Д.Бураҡаев үҙенең очеркында эпосты – бары легенда, тимәк уйҙырма, йәки әкиәт тип атай. Төплө ғалим «Урал батыр»ҙы күренекле, уникаль ауыҙ-тел ижады булараҡ таныһа ла, уны һис кенә лә изге яҙма, "Ҡөрьән" кимәленә күтәрмәй. «Был легендаларҙың әһәмиәте ниҙә?” тигән һорауына яуап итеп, ул “Эпостың авторы Көньяҡ Уралдың географияһын яҡшы белгән, икенсенән, улар тауҙарҙың нисек барлыҡҡа килеү тарихы тураһында уйланған”, - тип белдерә. Беҙҙең төбәктең ер аҫты хазиналарына туҡталып Д.Бураҡаев, «Урал борон-борондан ҡиммәтле таштары менән данланған. Уның ҡуйынында ғәжәп күп һәм төрлө минераль байлыҡтар һаҡлана», тип яҙа. Уралды таштарҙың гигант музейы тип атай. Үҙенең очеркында әле ул заманда Уралда геологтар тарафынан 13 меңдән ашыу ятҡылыҡ асылыуын телгә алып – тимер, баҡыр, хром, никель, марганец, алюмин, алтын, күмер, төҙөлөш һәм биҙәү таштары һәм башҡа ятҡылыҡтар тураһында бәйән итә. Артабан «Илебеҙҙә Совет власы урынлашҡандан һуң, ҡаҙылма байлыҡтарға ҡараш ҡырҡа үҙгәрҙе. Бөйөк юлбашсыбыҙ В.Ленин бөлгөнлөккә төшкән илде аяҡҡа баҫтырыу планын төҙөй. Планда промышленносты ныҡлап үҫтереү эше ҡарала. Бик күп ерҙәрҙә, шул иҫәптән Урал тауҙарында ла, эҙләнеү-разведка эштәре башлана. Был эштәр ифрат уңышлы үтә» тип билдәләй. Автор үҙенең һүҙҙәрен башҡорт халҡының “Тимер тапҡан - тилмермәҫ” тигән мәҡәле менән нығытып, был металдан башҡа хәҙерге тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай, ти ул. 📍 Уралда тимер рудаларын эҙләү эше өс йөҙ йылдан ашыу элек башлана. Күберәк тарихта урыҫ сәнәғәтселәре тураһында яҙмалар теркәлгән, әммә кустар ысул менән уны башҡорттар ҙа етештерә. Дөрөҫ, ул замандарҙа мәғдәнселек өлкәһендә белгестәр бөтөнләй тиерлек булмай. Шул осорҙа, ошо мәсьәләне күтәреп, Рәсәйҙә мәғдәнселеккә нигеҙ һалыусы кеше шулай уҡ башҡорт – Исмәғил Тасимов була һәм был беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ. Диҡҡәт Бураҡаев та И.Тасимовты Петербургта Тау академияһын астырыусы милләттәшебеҙ тип данлай. 📍 Баҡырға килгәндә, абруйлы геолог билдәләүенсә уны кешеләр тимерҙән дә алдараҡ белгән. Хәҙерге ваҡытта баҡыр электр промышленносы өсөн файҙалы, ғөмүмән, уны бик кәрәкле металл, тип атай. «Урал тауҙарында геологтар бик күп байлыҡтар асты. Ошо байлыҡтар арҡаһында Урал СССР тау промышленносының күренекле урынына әүерелде һәм бөтә донъяға танылды. Урал тауҙарында әле асылмаған байлыҡтар һанһыҙ күп. Шуға күрә яңы хазиналарҙы эҙләргә кәрәк... Хәҙерге быуын геологтары был эште башлай ғына. Киләсәктә уны йәш геологтар дауам итәсәк.» Башҡортостанда геология фәне үҫешенә ҙур өлөш индергән Диҡҡәт Бураҡаевтың Урал тауы хазиналарына арналған фәнни очергы ошондай өмөттәр менән тамамлана.

"Минең күңелемдә нисек тә булһа бөгөнгө көндә ғаиләләренән ситтә, тыуған илдәренән ситтә йөрөгән һалдаттарға, бигерәк тә яҡташтарыма, ныҡ итеп ярҙам итеү теләге, бына шундай көслө булды",
- ти "Беренсе тирмә" проекты ирекмәндәре. Ҡатын-ҡыҙҙар Луганскиҙағы госпиталгә яралы яугирҙарға ярҙам итергә бара һәм улар өсөн әсәйҙәре кеүек яҡын кешегә лә әүереләләр. Башҡортостан Башлығы тарафынан ярҙам тапҡан проект алғы һыҙыҡта яралыларҙы хәстәрләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә.

"Ә беҙ «Салауат йыйыны»на барабыҙ 😎 Ә һеҙ?"
- тип һорай "Йола" ижади берекмәһе ағзалары. 📍 Байрам 14 июндә Салауат районының Малаяҙ ауылындағы һабантуй яланында (Ҡаратаулы ауылы эргәһендә) үтә.

sticker.webp0.15 KB

Газизов_Искандер_—_Йәй_ғумере_www_hotplayer_ru.mp36.35 MB

Йәйҙең бишенсе көнө лә килеп етте ☀️ Кем һыу төшөп өлгөрҙө?
Йәйҙең бишенсе көнө лә килеп етте ☀️ Кем һыу төшөп өлгөрҙө?

Салауат районында яңы һәйкәл ти ❤️‍🔥

🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса яңы спектакль ҡуйыла. Премьера 19 июнь, сә
🎭М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса яңы спектакль ҡуйыла. Премьера 19 июнь, сәғәт 19.00. 12+

📌 Быйылғы "Китап байрамы"ның иң сағыу күренеше - 600 баланан торған йыйылма хор бик матур йырҙар башҡарҙы. Видео: Ғаяз Бикбулатов.

Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт. Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит💔 Видео: Тимур Рамаҙанов.

Башҡорт ҡыҙҙары, "йөрәк" ҡуябыҙ ❤️ Видео: Шәһит Хамматов.

Дуҫтар!Ҡыуаныслы хәбәр!🤩 Йомробаш башҡорт квизы финалында тамашасы булыу мөмкинлеге бар! ⏳ Иң көслө 7 команда көрәшәсәк 🎤 А
Дуҫтар!Ҡыуаныслы хәбәр!🤩 Йомробаш башҡорт квизы финалында тамашасы булыу мөмкинлеге бар! ⏳ Иң көслө 7 команда көрәшәсәк 🎤 Артистар, яңы танышыуҙар, ҡыҙыҡлы һорауҙар 🧠 Үҙ белемеңде тикшереү мөмкинлеге 👀 Тамашасылар өсөн интерактив конкурстар һәм бүләктәр әҙерләнгән 👥 Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ башҡорт телен үҫтереүгә һәм уның артабанда популярлаштырырға ярҙам итәсәк. - Инеү бушлай. - Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. - Дресс-код: рәсми кейем. (ҡыҙҙар өсөн - күлдәк, ир-егеттәр өсөн рубашка йәки костюм) Ҡушылыу өсөн һылтанма буйынса үтеп, гугл форманы тултырырға кәрәк буласаҡ: docs.google.com/forms/d/e/... Кемдәр сәхәнәлә сығыш яһаясаҡ? Хедлайнер Тимур Ямалов; Республика Һәм халык-ара конкурстары лауреаты Салауат Әйүпов; Башҡортостандың атҡаҙанған бейеүсеһе Миляуша Хайбуллина; «Самрат» халыҡ бейеү ансамбле; "Яңы асыш" номинацияһында Ҡош юлы 2018 еңеүсеһе, "Иң яҡшы клип"номинацияһында Юлдаш + 2022 еңеүсеһе - Нафис Зайнулин; "Ялҡын" этно төркөм. Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы кисәнән ситтә ҡалмағыҙ! 4 июнь, 19:00 сәғәттә Ленин урамы, 50, ГКЗ «Башкортостан», кесе зал.

Хәйерле көн! ☀️ 📍 Белорет районы, Ар ташы. 🔰Ар ташының атамаһының килеп сығышы тураһында төрлөсә һөйләйҙәр. Арский тигән ке
+4
Хәйерле көн! ☀️ 📍 Белорет районы, Ар ташы. 🔰Ар ташының атамаһының килеп сығышы тураһында төрлөсә һөйләйҙәр. Арский тигән кешегә лә, удмурттарға ла (борон арян тип йөрөтөлгәндәр), эргәһендә урынлашҡан Ар ташы тигән ауыл атамаһына ла бәйләйҙәр. 🌿"Йылғалар, күлдәр һәм үҫемлектәр тураһында һүҙ" тигән китабында Рим Әхмәдов бик ҡыҙыҡ версия килтерә:
"Миңә бер нисә тапҡыр башҡорттарҙың был ҡаяны "Арса таш" тип әйтеүен ишетергә тура килде. Башҡорт теленән тәржемә итһәк, арса - вереск. Бында, яҡты ҡарағайлыҡта ҡуйы арса ҡыуаҡлыҡтары үҫеүе ихтимал, шунан атамаһы ла барлыҡҡа килгәндер. Ә тәүге урыҫ күскенселәре уңайлыҡ өсөн "Арса ташы"н "Арский камень" тип үҙгәртеп әйтеүҙәре лә ихтимал",
- тип яҙа ул.

Яңы йыр, оҡшаймы? Rena Rnt ижады. 😎

Рәссам Вера Фролованың ижад емеше. "Аҡ еп" - "Белая нить" тип атала.

Башҡорт телен дә яҡшы белеүсе ҡырғыҙ егете Туратбәк.

🔥Кисә Мәскәүҙә үткән Тайга концертында брейкинг буйынса олимпия чемпионы BUMBLEBEE һәм AY YOLA төркөмө.