cookie

Ми використовуємо файли cookie для покращення вашого досвіду перегляду. Натиснувши «Прийняти все», ви погоджуєтеся на використання файлів cookie.

avatar

Газета "ТАН"@"ТАҢ" гәзите

Новости Бурзянского района и Республики Башкортостан. Газета "Таң" - https://t.me/gazetaTan Эл/почта для связи - [email protected]

Більше
Рекламні дописи
357
Підписники
Немає даних24 години
+47 днів
+730 днів

Триває завантаження даних...

Приріст підписників

Триває завантаження даних...

Repost from N/a
Бөгөн Брәтәк ауылы өсөн икеләтә байрам. Динебеҙҙең оло байрамы - Ҡорбан ғәйете  һәм  ауыл йәме - "Йәшлек" паркына 20 йыл тулыу айҡанлы ауыл халҡын тәбрикләп үттек. Күп йылдар элек Уразаева Камила Ғөбәйҙулла ҡыҙы бер төркөм әүҙем ауылдаштары,  ауыл хакимиәте менән берлектә ошо паркты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур тырышлыҡ һалалар. Артабан инде берҙәм көс менән төҙөкләндереү эштәрен дауам итәләр. Хәҙер "Йәшлек" паркы  ауыл халҡының, ҡунаҡтарҙың яратып ял итеү урыны, төрлө спорт һәм мәҙәни саралар үткәреү майҙаны. Балалар өсөн  уйын  майҙансыҡтары ла  ҡуйылған. Ғөғүмән,  ауылда эшһөйәр, тырыш, дәртле халыҡ йәшәй. Шуға ла  “Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсында  Брәтәк ауылы призлы  урын яуланы ла инде. Эле лә һәр дөйөм эшкә дәррәү тотоналар, бер-береһенә ярҙам итәләр. Афарин, Брәтәктәр! Артабан да шулай татыу, берҙәм  булып ҡалығыҙ, һәр изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын!
Показати все...
Repost from N/a
Фото недоступнеДивитись в Telegram
15 июнь көнө Өфөлә Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында Бөрйән яҡташтар берлеге тарафынан ойошторолған бик матур, бай йөкмәткеле сара үтте. Йыл буйына башҡарған эштәренә йомғаҡлау сараһы булды был байрам. Яҡташтарыбыҙҙың әүҙем, һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән ғорурланырлыҡ та. "Айыҡ ауыл-2024" республика конкурсы барышында Байназар ауылына һәр яҡлап ярҙам итеүҙәре айырым иғтибарға лайыҡ. Бөгөн дә концерт, спорт һәм милли ярыштар, уйындар, күргәҙмәләрҙән тыш "Таң" гәзитенә яҙылыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәйриә ярҙамы йыйыу ойошторолдо. Беренсе тапҡыр булыуына ҡарамаҫтан, "Бөрйән байрам"ын юғары кимәлдә үткәргән Бөрйән яҡташтар берлеге етәксеһе Ришат Хажғәле улы Сабитовҡа, ойошманың әүҙем ағзаларына зур рәхмәт. Киләсәктә лә берҙәмлек, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләп, рухи көс биреп төрлө йәштәге яҡташтарыбыҙҙы бергә туплаған көслө ойошма булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Уңыштар һеҙгә!
Показати все...
Хөрмәтле райондаштар, мосолман ҡәрҙәштәр! Барығыҙҙы ла Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым! Был байрам мосолмандарҙың иң яҡшы сифаттарын – миһырбанлыҡты, шәфҡәтлелек, рухи сафлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылышты сағылдыра. Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен билдәләй, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡтың нигеҙе булып тора. Байрам һәр кемгә көс һәм дәрт өҫтәһен, яҡшы эштәргә әйҙәһен, һәр йортҡа, һәр ғаиләгә шатлыҡ алып килһен. Аллаһы Тәғәлә изге ғәмәлдәрҙе, ниәттәребеҙҙе һәм килтерелгән ҡорбандарҙы ҡабул итһен! Һәр бер эшегеҙ ризалыҡ менән башланып, тик уңыштар менән генә тамамланһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете, имен һәм бәрәкәтле тормош теләйем! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов
Показати все...
Repost from МЧС России
Они утонули 📍На западе Москвы трагедия случилась на пляже Мещерского пруда. Предварительно, две девочки купались, одна из них, 12-летняя, ушла под воду и не смогла выплыть. Она утонула. 📍Все произошло на пруду вблизи башкирской деревни Толмачевка. Трое мужчин устроили заплыв, невзирая на знаки о запрете купания, и начали тонуть. Одного удалось спасти очевидцам, они же вытащили тело другого. 36-летнего утонувшего водолазы МЧС России будут искать с рассветом. 📍Трагедия произошла в башкирской деревне Куяново. Подвыпивший мужчина отправился на реку Гнилой Танып и решил искупаться в необорудованном для этого месте. Его тело из воды вытащили очевидцы. МЧС России о жизненно важном: ✅не оставляй детей без присмотра; ✅купайся на организованных пляжах; ✅не заплывай за буйки. @mchs_official
Показати все...
👍 1
Repost from N/a
Фото недоступнеДивитись в Telegram
Сегодня, в День работников печати и информации Башкортостана, в Уфе проходит "Медиайыйын-2024". В ГКЗ "Башкортостан" собрались журналисты печатных изданий, телевидения и радио, информагентства и интернет-медиа. Глава Башкортостана Радий Хабиров, выступая на форуме, подчеркнул, что в нынешнее непростое время журналистам важно быть проводниками достоверной информации. "Ключевая задача - рассказывать о том, как развиваются наша страна и республика, что мы делаем, строим, созидаем, возможно, где-то ошибаемся, - отметил Радий Хабиров. - Спасибо за то, что всё это время оставались объективными, благодарю за поддержку нашей страны, республики, наших ребят, участвующих в специальной военной операции".
Показати все...
"Ялҡын"дарға - Гран-при! Бөгөн Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. Бөрйән данын яҡлап сығыш яһаған балалар ҙур уңыштар менән ҡыуандырҙы. Сәнғәт мәктәбенең "Ялҡын" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле парлы ансамблдәр араһында Гран-при яуланы! Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Айсинә Мырҙабаеваға 2-се, Вилдан Фәйзуллинға 3-сө урын бирелде. Афарин, йәш бейеүселәр! Балаларҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар ғына насип булһын!
Показати все...
Фото недоступнеДивитись в Telegram
Хөрмәтле матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ -Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Матбуғат баҫмалары үҙҙәренең йәмғиәткә хеҙмәт итеү буйынса күп быуатлыҡ традицияларына тоғро ҡалып, беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа ҙур роль уйнай, бөгөнгө көндә мөһим һәм актуаль һорауҙарға яуап алыуҙа ярҙамлаша. Барыбыҙҙың да яратҡан матбуғат баҫмаһы – “Таң” гәзите, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең һәм райондаштарыбыҙҙың ярҙамы менән тыуған еребеҙҙең йылъяҙмаһы булдырыла. Илдә, төбәктә һәм районда барған яңылыҡтарҙы һәр кем аңларлыҡ итеп гәзиттә яҡтыртыу, сәйәсәтте дөрөҫ йүнәлештә алып барыу, кешеләрҙә тормошҡа һөйөү уятыу, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өндәү гәзит хеҙмәткәрҙәренең оҫталығына бәйле. Форсаттан файҙаланып, Һеҙгә әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге һәм уҡыусыларығыҙ менән йылы мөнәсәбәттәрҙең һүрелмәүен теләйем! Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Показати все...
Фото недоступнеДивитись в Telegram
👏У жителя Башкирии забрали Volkswagen Touareg за повторное пьяное вождение. Теперь так будет с каждым В первый раз жителя Буздякского района привлекли к административной ответственности, во второй — к уголовной. Помимо изъятия машины, суд назначил ему наказание в виде 180 часов обязательных работ, с лишением права управлять транспортом в течение полутора лет.
Показати все...
IMG_9078.MOV10.30 MB
Фото недоступнеДивитись в Telegram
Бүләктәр уйната башланыҡ. Аҙна бүләген отоусылар араһында Тимерҙән Йәнифә Баймырҙина ла бар.
Показати все...