uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 023
Підписники
-124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Радий Хәбиров тәүге мобиль реабилитация комплексын ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров терәк-хәрәкәт аппараты эшмәкәрлеге боҙолған кешеләргә тәғәйенләнгән мобиль реабилитация комплексын ҡараны. Тәүге күсмә модуль Президент гранты фонды аҡсаһына 2024 йылдың ноябрендә етештерелгән. Ошо ваҡыт эсендә ике йөҙҙән ашыу пациентҡа, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандарына һауыҡтырыу-реабилитация хеҙмәттәре күрһәтелгән. Республика кимәлендә был комплекс мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып Шишмә районында йәшәүселәр һынап ҡараған. Төбәк етәксеһе иғтибарына шулай уҡ күп маҡсатлы гидрореактив катер ҙа тәҡдим ителде.

Шишмә районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһенән «Рух менән көслөләр-102» командаһы төбәктең Рус йәмғиәте һәм хәрби бәрелештәр ветерандары союзы менән берлектә алғы һыҙыҡтағыларға даими ярҙам күрһәтә. Машиналарға дронға ҡаршы япмалар, маскировка халаттары, генератор, кер йыуыу машиналары, һыуытҡыстар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем, юрғандар тейәлгән.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер төркөм яугирҙар юлланды Ошо уңайҙан «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда тантаналы митинг уҙҙы. Яугирҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов мөрәжәғәт итеп, уларҙың Рәсәйҙең хәрби дан көнө-милитаристик Японияны еңеү һәм 2-се донъя һуғышы тамамланған көндә юлға сығыуын тәрән мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.

Республика парламенты көҙгө сессияла 30-ҙан ашыу закон проектын ҡараясаҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев
Республика парламенты көҙгө сессияла 30-ҙан ашыу закон проектын ҡараясаҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, тәү сиратта төбәк ҡануниәтен федераль нормаларға яраҡлаштырыу бурысы тора. Шулай уҡ киләһе йылға бюджет тураһында закон әҙерләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләренә айырыуса иғтибар була. Көҙгө сессия барышында һыу буйҙарында хәүефһеҙлек, хәрби операция ветерандарына ярҙам, сәнәғәт сәйәсәте буйынса парламент тыңлауҙары ҡаралған. Тәүге пленар ултырыш 25 сентябргә тәғәйенләнгән.

Республика парламентарийҙарының көҙгө сессияһы башлана Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары эшкә тотона. Йәйге каникулдан һуң тәүге кәңәшмәлә парламент спикеры Константин Толкачёв эш планы менән уртаҡлашып, көҙгө сессияға бурыстарҙы билдәләне. Закон сығарыусыларҙы төбәктә уңайлы инвестиция климаты булдырыу буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә эшләү, ҡарауһыҙ ҡалған хайуандар мәсьәләһендә мәрхәмәтлелеккә ирешеү, шулай уҡ республика халҡын социаль яҡлау сараларын киңәйтеү йүнәлешендә эшмәкәрлек көтә.

Республика райондары 9 яңы сүп ташыу машинаһы алған Улар Бәләбәй, Саҡмағош, Бүздәк, Баҡалы райондарында һәм Октябрьский ҡалаһ
Республика райондары 9 яңы сүп ташыу машинаһы алған Улар Бәләбәй, Саҡмағош, Бүздәк, Баҡалы райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында йөрөй. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техника махсус программа буйынса килтерелгән. Башҡортостан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тәғәйенләнгән яңы машиналар алыу буйынса илдә алдынғы төбәк тип танылды.

Башҡортостан Рәсәй баҙарына иген һатыуҙы арттырған Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика предприяти
Башҡортостан Рәсәй баҙарына иген һатыуҙы арттырған Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика предприятиелары 315 мең тонна тауар оҙатҡан. Уның ҙур өлөшө - бойҙай һәм арпа. Башҡортостан продукцияһы 28 төбәккә һатылған. "Халыҡ-ара кооперация" һәм экспорт милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, алдағы йылдарҙа экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.

Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлында ремонт бара Саҡмағош районын үҙәге һәм Яңы Ҡото ауылдары араһы тәртипкә килтерелә. Милли прое
Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлында ремонт бара Саҡмағош районын үҙәге һәм Яңы Ҡото ауылдары араһы тәртипкә килтерелә. Милли проект буйынса башҡарылған төҙөкләндереү эштәре сентябрь аҙағында тамамланырға тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юлға яҡын ауылдарҙа 60 меңгә яҡын кеше йәшәй. Трассанан тәүлегенә 2 мең машина үтә.

Башҡортостандан ашнаҡсы "Шефтар алышы" тамашаһында еңеү яуланы Октябрьский ҡалаһынан Татьяна Абрамова балалар баҡсаларында аҙ
Башҡортостандан ашнаҡсы "Шефтар алышы" тамашаһында еңеү яуланы Октябрьский ҡалаһынан Татьяна Абрамова балалар баҡсаларында аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү комбинатын етәкләй. Уның еңеүе тураһында социаль селтәрҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров яҙып сыҡты. Татьяна Абрамова кастингта ғөбәҙиә, сәк-сәк, бауырһаҡ һәм урама тәҡдим иткән. - Беҙҙең ашнаҡсылар, республика аш-һыуы менән ғорурланабыҙ, - ти министр. "Шефтар алышы" тамашаһы "Пятница" телеканалында бара.

Башҡортостанда боронғо скифтар ҡылысы - акинак табылған Өфө фән һәм технологиялар университетының археология экспедицияһы Бай
Башҡортостанда боронғо скифтар ҡылысы - акинак табылған Өфө фән һәм технологиялар университетының археология экспедицияһы Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ҡурғанында ҡаҙылма эштәр алып бара. Ҡылыс беҙҙең эраға тиклем 8-се-7-се быуаттарға ҡарай, тип белдерә ғалимдар. Бында табылған бөтә ҡомартҡылар ентекле өйрәнеләсәк.

Өфө уҡыусылары Ломоносов маршрутын һынап ҡараны «Торатау» геопаркы «Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡара». Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырылған маршрутты тәүгеләрҙән булып Өфө уҡыусылары һынап ҡараны. Ломоносов исемендәге фәнни-популяр тур уникаль объекттар буйлап үтте.

Республикала 800 студент маҡсатлы килешеү буйынса уҡый: Өфө предприятиелары менән киләсәккә юл Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтына ҡабул ителгән 355 абитуриенттың 192-е маҡсатлы уҡытыуҙы һайлаған. Эре сәнәғәт менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса улар бер юлы биш һөнәр үҙләштерә ала, шулай уҡ юғары стипендияға дәғүә итә.

Ишембайҙа ярты быуат элек һуҙылған торбалар алмаштырыла Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, селтәрҙәр туҙған-был йылылыҡ менән тәьмин итеү сифатына йоғонто яһай һәм юғалтыуҙарҙы арттыра. Бынан тыш, торбалар йылытыу миҙгелендә сафтан сығыуы ихтимал. Ремонт 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостанда 130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде 130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡырағай йәнлектәргә һунар итеү өсөн йәрәбә ойошторолдо. Быйыл ул тәүге тапҡыр электрон рәүештә, махсус программа ярҙамында уҙғарылды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа айыуҙарҙың кешеләр янына сығыу осраҡтары арта.

Башҡортостан гранатометсылары дошман оборонаһын йыра Артиллерия кесе, әммә нацизмға килтерелгән юғалтыуҙар ҙур. АГС- Автоматлаштырылған станоклы гранатомет расчеттары дошман оборонаһын йырыуҙа хәл иткес роль уйнай. Ҡорал ярҙамында шулай уҡ ҡаршы пехотаһы, бронетехника һөжүме лә кире ҡағыла. Яугирҙар штурмға барыусыларға ла ут менән ярҙам итә.

Электрон сауҙа үҫешенә республикала ҙур иғтибар бирелә Былтыр Благовещен районында Ozon логистика үҙәге файҙаланыуға тапшырылһа, әле «Вайлдберриз» халыҡ-ара компанияһы менән «Сбер» экосистемаһы төҙөгән тағы ике логистика комплексында эш бара. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты. Кәңәшмәне алып барыусы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, киләһе йылдан льгота ставкалары булған ипотека программалары икенсел торлаҡҡа ҡарата ла ҡулланыласаҡ.

Радий Хәбиров ҡулға алынған Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулға алынған «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте директоры Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәиф Абдрахимов 30 августа вәкәләтен арттырыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәиф Рамаҙан улы банкрот хәленә еткән «Башспирт» компанияһын тәртипкә килтереүгә, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.

Башҡортостан аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә Республика аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә- ямғырлы көндәр фаразланыуға бәйле, көнбағыш майҙандарында урып-йыйыу ваҡыты һуҙыла. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Бынан тыш төбәк етәксеһе Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһап был аҙнала Ураларъяғында ойошторолған ҙур саралар тураһында хәбәр итте.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, быйыл сентябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була Гидрометүҙәк мәғүүмәттәренә ярашлы, уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай уҡ айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан тайпылмауы күҙаллана. Алдараҡ синоптиктар көҙҙөң тәңге өс көнө республикала эҫе тороуын хәбәр иткәйне. Бөгөн көндөҙ республикала һауға температураһының-29, иртәгә 28 градус йылыға етеүе фаразлана.