uk
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
2 019
Підписники
-124 години
-37 днів
-930 день
Архів дописів
Башҡортостанда урыҫ тоҡомло йөк аттары аҫралған тәүге хужалыҡ теркәлде Илеш районынан йәш фермер уларҙы Пермь крайынан дәүләт ярҙамында һатып алған. Киләсәктә йүнсел төбәктә ҡымыҙсылыҡ тармағы менән бергә, ат спортын үҫтереүҙе яйға һалырға иҫәп тота.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы йыл йомғаҡтарын барлап, киләсәккә бурыстар билдәләне. Төбәктең Федераль программаларҙа һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тикшерелде.

Благовещен ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә Сәләмәт киләсәк өсөн. Благовещен ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә. Йыл аҙағына ике ҡатлы бинала малай-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү, дауалау, диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Әле балалар өлкән пациенттар менән дөйөм поликлиникала ҡабул ителә. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау федераль программаһы буйынса алып барыла.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Михаил Мурашко менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашып, тармаҡҡа бәйле мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Шул иҫәптән әңгәмә барышында Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын яңыртыу буйынса яңы программаға тәү сиратта инеүсе объекттар ҙа барланған.

Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы 2025 йылда партнерлыҡ финанслау программаһын яңыртты «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы 2025 йылда партнерлыҡ финанслау программаһын яңыртты. «Иджара» проекты буйынса сираттағы килешеү төҙөлгән. Күгәрсен районынан эшҡыуар Илшат Диникәевҡа яңы фургон һатып алыу өсөн 3 миллион 331 мең һум күләмендә лизинг ярҙамы күрһәтелгән.

Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды Быуындарҙы бәйләүсе көс, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, яуаплылыҡ. өлгөһө. Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан ойошторолған тантанала Дан ордендарының тулы кавалеры Сәлих Ғиздәт улы Сабитов менән Дүртөйлө ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың исеме мәңгеләштерелде.

Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырылды Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Өлкән йәштәгеләрҙе Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район һәм ауыл хакимиәте етәкселеге тәбрикләне.

Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ылау тупланған Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар ат һәм һыйыр ите менән ярҙам итһә, Зөфәр хәҙрәт биш һарыҡ түшкәһе тапшырған. Шулай уҡ тауыҡ ите менән тәьмин итеүселәр ҙә булған. Продукцияны транспортта алып барыу өсөн 8 туңдырғыс камера әҙерләнгән.

Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһында капиталь ремонттан һуң яңыртылған хирургия бүлеге асылды Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт аракдемия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Кремль һарайында сығыш яһаны Концерт күренештәре менән социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашҡан. Илебеҙҙең төп майҙанында ғәскәровсылар «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим иткән.

Ауырғазы районының Исмәғил ауылында «Ылаҡ» уйыны уҙғарылды «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына һайлап алынған биләмәлә тирмәләр ҡоролоп, милли уйындар, спорт ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо, төрлө күргәҙмәләр эшләне.

Башҡорт балы йәнә донъяуи кимәлдә лайыҡлы баһаланды «Бал ҡорто һәм кеше: Рәсәй һәм дуҫ илдәр» Халыҡ-ара конгрессында республика умартасылары продукцияһы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Илеш районынан ғына мәҫәлән, бер юлы дүрт йүнсел призлы урын яуланы. Форум донъяның 35 иле араһында ойошторолған.

Өфө хужожество-сәнәғәт колледжы «Професиионалитет» федераль проекты еңеүселәре исемлегендә Программа нигеҙендә уҡыу йортонда капиталь ремонт үткәрелгән, һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыу ҡоролмалары яңыртылған. 120 млн һумға иҫәпләнгән модернизациянан һуң Өфө художество-сәнәғәт колледжы республиканың иң алдынғы колледждарының береһе һанала.

«Салют» республика реабилитация үҙәге Бәләбәйҙән 12 йәшлек малайҙы аяҡҡа баҫтырған Былтыр үҫмер дүртенсе ҡаттан ҡолап төшөп, бер нисә һөйәген һындыра, ныҡ ҡына уң аяғы йәрәхәтләнә. Биш ай дауамында дауаланғандан һуң ике аҙна элек ул Өфөгә килтерелә. Бәләкәй генә аҙым да Арсенийға ҡатмарлы бирелә. Тик малай өлкәндәрсә көслө булырға өйрәнгән. Бер нисә аҙна элек кенә уның аяғы бөтөнләй ҙә хәрәкәтләнмәһә, бөгөн ул ныҡлы баҫып тора һәм атлай ала.

Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл йылытты Бөгөн термометр бағанаһы 3 градусҡа тиклем күтәрелде. Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә уртаса тәүлек температураһы норманан 3-9 градусҡа юғары буласаҡ. Төбәктәрҙә урыны менән ямғыр яуып, ҡарҙың әүҙем иреүенә булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе, уйһыулыҡтарға һыу йыйылыуы ихтимал. Аҙна аҙағында һауа температураһы 7 градусҡа тиклем йылытыр тип көтөлә.

Былтыр Башҡортостан бюджеты инвестиция ярҙамында рекордлы күләмгә артҡан Сумма 784 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. 2023 йыл менән сағыштырғанда, йәлеп ителгән финанс күләме 9,7 процентҡа артҡан. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.

⚡️ Разыгрываем 5 сертификатов в книжный магазин! Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше! Пятеро счастливчик
⚡️ Разыгрываем 5 сертификатов в книжный магазин! Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше! Пятеро счастливчиков смогут стать обладателями подарочных сертификатов в один из крупнейших книжных магазинов. 👉🏻 Как принять участие в розыгрыше? Подпишись на каналы ниже и нажми кнопку “Участвую”: БСТ | Новости Башкортостана Спутник ФМ Бот-рандомайзер случайным образом выберет пятерых победителей 14 марта в 18:00. Сертификаты можно будет забрать у нас в офисе по адресу: Уфа, ул. Гафури 9/1. Всем удачи!

Баймаҡ районының «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл Баймаҡ районындағы данлыҡлы «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл. Ошо уңайҙан төбәктә төрнлө йылдарҙа хужалыҡта эшләп киткән, уның үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында тантаналы сара уҙҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Шаран ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте Батырлыҡ дәресе. Шаран ауылының 2-се урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Бек» ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте. Илһөйәрлек сараһы «Ватанды һаҡлаусылар»дәүләт фондының Башҡортостан буйынса Шаран районы филиалы ярҙамында ойошторолдо.

Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған Хоҙайға мөрәжәғәт итергә бер нәмә лә ҡамасауламай. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған. Блиндаж рәүешендә эшләнгән бүлмә һалдаттар өсөн изге урынға әйләнгән. Унда ғибәҙәт ҡылыу, намаҙ уҡыу өсөн уңайлы һәм тыныс шарттар булдырылған. Бигерәк тә Рамаҙан айында иман бүлмәһенә йөрөүселәр йышайған. Хәрби заданиелар алдынан һәм уны үтәп ҡайтҡандан һуң да яугирҙар бында инеп белгән доғаларын уҡырға күнеккән.