uk
Feedback

Не попадись на ботовода! Telemetrio знаходить і позначає такі канали мітками 👉 Хочеш бачити мітку, оформляй підписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Відкрити в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Показати більше
1 968
Підписники
Немає даних24 години
-27 днів
-1630 днів
Архів дописів
Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы уҙҙы Кире алғы һыҙыҡҡа. Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы. Яугирҙарҙы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрби бурыс үтәү урынына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.

Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа соҡорҙар ремонтлана Эш уңайлы һауа торошонда ойошторола һәм махсус һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланыла. Февралдең тәүге аҙнаһында Башҡортостан юлдарында 750 квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. Билдәле булыуынса, 2020 йылдан төбәктә «Юл инфраструктураһы өлкәһен контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһы» махсус программаһы эшләй.

Үҙенең тышҡы иҡтисади эшендә Башҡортостандың идара итеү командаһы бизнес өсөн юл асырға тырыша Бының өсөн төбәк властары даими рәүештә сит илдәргә бара, эшлекле мөнәсәбәттәр өсөн инфраструктура тыуҙыра. Килеп тыуған иҡтисади шарттарҙа яңы ышаныслы партнерҙар эҙләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, предприятиеларға донъя баҙарына сығыуҙа ярҙам итеү бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүҙә төп бурыстарҙың береһе.

Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды. Матур йолаға әүерелгән тантана быйыл 26-сы тапҡыр уҙғарылды.

Өфөнөң 308-се балалар баҡсаһынада МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашыу үтте Балаларҙа ҡунаҡта. Өфөнөң 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашты. Ватан һаҡсыһы менән үткән илһөйәрлек кисәһе хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡортостан эшҡыуарҙары махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр оҙатты Яугирҙарға ярҙам йыйыу йыш ҡына бер-береһе менән бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе берләштерә. Мәҫәлән, эшҡыуар Муса Мәзитов социаль селтәрҙәрҙә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн УАЗ һатып алыуы тураһында пост яҙа. Уның был хәбәренә Өфө районы эшҡыуары Азат Нурлығаянов яуап бирә. Ул да әлеге көндә Ватан һағында торған туғандары өсөн ике внедорожник әҙерләүе, әммә транспорт сараларын ебәреү менән ҡыйынлыҡтар тыуыуы тураһында әйтә. Интернет аша барлыҡҡа килгән бизнес-берләшмә машиналарҙы оператив рәүештә фронтҡа оҙатыуҙы ойошторорға ярҙам итә.

"Салауат Юлаев"тың 20 йыл эсендәге символик йыйылма командаһы төҙөлдө "Алтын состав"ты көйәрмәндәр клубы әҙерләгән. Исемлектә
"Салауат Юлаев"тың 20 йыл эсендәге символик йыйылма командаһы төҙөлдө "Алтын состав"ты көйәрмәндәр клубы әҙерләгән. Исемлектә Юха Метсола, Александр Радулов, Линус Умарк, Кирилл Кольцов, Виталий Прошкин, Виктор Козлов, Андрей Кутейкин, Патрик Торесен һәм башҡа хоккейсылар, тренерҙар - Сергей Михалев, Вячеслав Быков, Игорь Захаркин күрһәтелгән.

Халыҡ-ара башҡорт милли кейем конкурсы башлана "Тамға" тигән был бәйгелә кейем тегеү оҫталары ҡатнаша. Тәүге этап 15 февралдә
Халыҡ-ара башҡорт милли кейем конкурсы башлана "Тамға" тигән был бәйгелә кейем тегеү оҫталары ҡатнаша. Тәүге этап 15 февралдән старт ала. Уның барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Быйыл конкурс биш номинацияла уҙғарыла, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Быйыл Башҡортостанда 86 ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелә Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Республика
Быйыл Башҡортостанда 86 ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелә Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр. Республика проекты киңәйтелгән. Хәҙер унда халыҡ һаны 100 кешенән артҡан ауылдар ҙа инә. 5 йылда операторҙар меңгә яҡын ауылда элемтә булдырҙы. Әле интернет сифатын яҡшыртыу буйынса эш алып барыла тине ведомство етәксеһе Геннадий Разумикин.

«Ҡурай» телеканалында Рәми Ғарипов көнө Бөгөн бөйөк Рәми Ғариповтың тыуыуына 93 йыл.
«Ҡурай» телеканалында Рәми Ғарипов көнө Бөгөн бөйөк Рәми Ғариповтың тыуыуына 93 йыл.

Күгәрсен районынан «Айыҡ ауыл» республика конкурсында быйыл тәүәкәндәр һынау тота Ошо уңайҙан Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә сираттағы ултырыш үтте. Йыйындың төп маҡсаты - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы йомғаҡтары һәм маҡсаттары хаҡында фекер алышыуға ҡоролғайны. Шулай уҡ урындағы ойошма эшмәкәрлегенең киләһе йылдарға ҡуйған бурыстары барланды . Халыҡ мәнфәғәтендә әүҙем эшләүселәр дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде.

Башҡорт филологияһы факультеты ойошторолоуға 95 йыл Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ошо уңайҙан ҙур байрам ойошторҙо. Тантанала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Азат Бадранов факультет уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

«Защитник» берҙәм үҙәгендә буласаҡ яугирҙар өсөн хәрби әҙерлек дәрестәре үтә «Черемушки» шифаханаһы базаһында улар ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәнә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре тактик медицина буйынса махсус уҡыу-уҡытыу сараларын алып бара. Ошо рәүешле яугирҙар тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә төшөнә.

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашҡан ике яугирҙы генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугирҙы генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Дәүләт наградаһы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкынан Радмир Байегетов менән Доставалов исемендәге батальондың медицина взводы командиры Арыҫлан Мырҙағоловҡа тапшырылды.

Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса илдә өсөнсө урынды биләй Был хаҡта Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев менән осрашҡанда һөйләне. Төбәктә уларҙың иҫәбе 13 меңдән аша. Былтыр ғына Өфөлә Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәкле слалом комплексы эшләй башланы. Нефтекамала бассейнлы «Амфибия» күп функциялы спорт үҙәге асылды. Әлеге ваҡытта тағы ла 16 ҙур объект өҫтөндә эш бара.

Өфө-Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла 3 марттан Өфө-Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла. Был хаҡта республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү: ауылдарҙа яңы мөмкинлектәр «Һанлы тигеҙһеҙлекте юҡ итеү» проекты буйынса быйыл Башҡортостанда 86 ауылда мобиль бәйләнеш база станцияһы урынлаштырыу ҡаралған. Тораҡ пункттар республика халҡының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған. Оператив кәңәшмә барышында электромобилдәр өсөн заряд станциялар төҙөлөшө, ауылдарҙы, баҡсасылар ширҡәттәрен газ менән тәьминәт мәсьәләләре лә ҡаралды.

Баймаҡ лицей-интернатында йыр һәм строй конкурсы үтте Киләсәккә йәш көс. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә уҡыусыларҙа рух, илһөйәрлек, ил тарихына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында йыр һәм строй конкурсы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Рима Баталова Бәләбәйҙән Михаил Һәм Дмитрий Буциктарҙың хыялын тормошҡа ашырҙы Күктең етенсе ҡатында. «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты, Европа һәм донъяның күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова Бәләбәйҙән Михаил Һәм Дмитрий Буциктарҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Уларға бүләктән тыш, махсус мәҙәни программа ла әҙерләнгәйне.

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ир ҡар аҫтында ҡалған баҙға ҡолаған баланы ҡотҡарған Геройҙар беҙҙең арала. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ир ҡар аҫтында ҡалған баҙға ҡолаған баланы ҡотҡарған. Бәхеткә, ваҡиға шаһиты булған әсә уҙып барған йәйәүлене ярҙамға саҡыра. Әйткәндәй, ҡатындың тормош иптәше, атаһы һәм ҡайныһы әлеге көндә махсус хәрби операцияла. Берәүҙәр хәрби бурысын үтәгәндә, тылдағылар уларҙың ғаиләһенә ярҙам итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.