uk
Feedback
Башҡортостан ҡыҙы

Башҡортостан ҡыҙы

Відкрити в Telegram

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы

Показати більше
453
Підписники
Немає даних24 години
+17 днів
-130 день
Архів дописів
1 апрель - Көлкө көнө!😄😄😄💥💥💥💫💫💫 Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Көлкө көнө менән ҡотлайбыҙ!😊🥰😍 Һәр саҡ күтәренке кәйефтә, г
1 апрель - Көлкө көнө!😄😄😄💥💥💥💫💫💫 Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Көлкө көнө менән ҡотлайбыҙ!😊🥰😍 Һәр саҡ күтәренке кәйефтә, гел йылмайып-көлөп кенә йәшәргә яҙһын!

Кеше организмы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт * * * - Кеше мейеһе энциклопедияға ҡарағанда 5 тапҡыр күберәк мәғлүмәт һыйҙыра ала. - Мейе төндә яҡшыраҡ эшләй. - Ғалимдар фекеренсә, IQ һы юғары кешеләр төштө күберәк күрә. - Мейе 80 % ҡа һыуҙан тора. - Кешенең көнөнә 60-100 бөртөк сәсе ҡойола. - Урта бармаҡтың тырнағы башҡаларына ҡарағанда тиҙерәк үҫә. - Ҡулдағы тырнаҡтар аяҡтыҡына ҡарағанда 4 тапҡырға шәберәк үҫә. - Бер сәс бөртөгө 3-7 йыл йәшәй. - Ашҡаҙандағы кислота лезвиены "ашап", юҡҡа сығарырлыҡ кәскә эйә. -Ҡан тамырҙарының оҙонлоғо - 96 000 км. -Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәге ирҙәрҙекенә ҡарағанда шәберәк тибә. - Бауыр 500 ҙән ашыу функция үтәй. - Сөскөрөү тиҙлеге 160 км/с, йуткереү тиҙлеге - 900 км/с.. - Тештәр тыуырҙан 6 ай алда үҫә башлай. - Тыуған мәлдә 90 % бала күк күҙле була. - 2000 баланың берәүһе тешле булып тыуа. - Ҡатын-ҡыҙ еҫте ирҙәргә ҡарағанда яҡшыраҡ тоя. - Танауҙың да хәтер һандығы бар. Ул 50 000 төрлө еҫте иҫендә тота. - Йөрәк өйәнәге күбеһенсә дүшәмбелә күҙәтелә. - Ҡояшта яныу ҡан тамырҙары өсөн бик зыянлы. - 90 % ауырыу стресс арҡаһында килеп сыға. - Кискеһен беҙ иртәнсәккә ҡарағанға 1 cм ға түбәнерәк. - Иң көслө мускул - тел. - Тәндең 1 cм квадратында 16 000 бактерия йәшәй. - Тире 27 көнгә бер яңырып тора. - Организмда минутына 3 000 000 күҙәнәк үлә, әммә уның урынына 3 млрд яңы күҙәнәк барлыҡҡа килә. - Ер шарында ике бер төрлө бармаҡ эҙе юҡ. - Һалҡын бүлмәлә ҡурҡыныс төштәр керә. - Үҙ-үҙеңде ҡытыҡлап булмай. (Интернеттан)

Ҡәҙерле дуҫтар!💥 “Башҡортостан ҡыҙы” һылыуҡайы” конкурсына ҡатнашыусылар әҙ булыу сәбәпле беҙ фотоларҙы ҡабул итеү ваҡытын оҙайтырға булдыҡ😍 Конкурстың маҡсаты: - Йәштәр араһында башҡорт телен пропагандалау; - Йәштәрҙе "Башҡортостан ҡыҙы" журналы менән яҡынлаштырыу, дуҫлаштырыу, милли матбуғатты популярлаштырыу. Конкурста ҡатнашыу өсөн 7 мартҡа тиклем фотоғыҙҙы һәм үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте, беҙҙең электрон почтаға bashkizi2022@mail.ru ебәрегеҙ.‼ ‼Талаптар: -Конкурста 16 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала; -Профессиональ фотограф төшөргән сифатлы фото булһын; -Фотола йөҙ-ҡиәфәтегеҙ асыҡ күренһен. (фото өлгөһөн бирәбеҙ) ‼Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт: -ФИО, йәшегеҙ; -Уҡыған (эшләгән) урынығыҙ; -Шөғөлдәрегеҙ; -Йәшәү маҡсаты; -Яратҡан фразағыҙ. 💥💥💥2 апрель фотоларҙы төркөмөбөҙгә ҡуйырбыҙ. “Башҡортостан ҡыҙы” һылыуҡайы” конкурсының еңеүселәрен билдәләүҙе һеҙҙең үҙегеҙгә тапшырасаҡбыҙ. 8 апрелдән 15 апрелгә тиклем ҡатнашыусы өсөн тауыш йыяһығыҙ. Ошо арала иң күп тауыш йыйған тәүге өс ҡыҙ тураһында сайтта мәҡәлә сығасаҡ һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр биреләсәк .💥💥💥 Хөрмәтле уҡыусылар! Беҙҙең МАХ каналына түбәндәге һылтанма буйынса ҡушылығыҙ😍 max.ru/bashkizi

" Ҡатын ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсының финалында Белорет районынан килгән инәйҙең баш кейеме күптәрҙең иғтибарын үҙенә тартты.

Глава Башкортостана Радий Хабиров поздравил мусульман республики с праздником Ураза-байрам. - Уважаемые мусульмане Башкортост
Глава Башкортостана Радий Хабиров поздравил мусульман республики с праздником Ураза-байрам. - Уважаемые мусульмане Башкортостана! Примите мои искренние поздравления с завершением священного месяца Рамадан и наступлением одного из главных праздников в Исламе – Ураза-байрам!

Мы встречаем его искренними молитвами о мире, общем благополучии. Приглашаем гостей, заботимся о родных и близких, помогаем нуждающимся. Этот год объявлен нашим Президентом Годом единства народов России. В Башкортостане – одном из самых многонациональных регионов страны – представители разных народов и вероисповеданий живут в мире, согласии и взаимном уважении. Вместе учатся, работают, воспитывают детей. А сегодня вместе, плечом к плечу стоят на защите Отечества в ходе специальной военной операции. Мусульманская умма Башкортостана вносит значительный вклад в укрепление единства представителей всех народов и конфессий нашей республики. Активное участвует в общественной жизни, ведёт большую просветительскую и благотворительную деятельность. Совместно с представителями других конфессий реализует гуманитарные миссии на Донбассе, помогает мирным жителям, оказывает поддержку участникам специальной военной операции и их семьям. Вместе мы защищаем Отечество, традиционные духовные ценности. Укрепляем наше единство, общественный мир и согласие. В светлый праздник Ураза-байрам желаю вам крепкого здоровья, мира и благополучия! Пусть в вашем доме всегда царят тепло, уют и достаток! Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров Материал, фото: сайт Главы РБ

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың тыуған көнө! 💥💥💥 Хөрмәтле Радий Фәрит улы! 💖 💥Һеҙҙе ихлас күңелдән
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың тыуған көнө! 💥💥💥 Хөрмәтле Радий Фәрит улы! 💖 💥Һеҙҙе ихлас күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рухи күтәренкелек, яҡшы кәйеф, ғаилә бөтөнлөгө, уңыштар, бөтмәҫ дәрт-ҡеүәт насип итһен! Һеҙҙең яуаплылыҡта - беҙҙең ҙур Башҡортостаныбыҙ.💥 Халҡыбыҙҙың именлеге, бәхете, алдағы көндәргә ышанысы өсөн арымай-талмай эшләргә яҙһын һеҙгә! Һәр яҡшы башланғысығыҙ уңышлы тамамланһын, һәр изге ниәтегеҙ ғәмәлгә ашһын! 🔥

Ҡырмыҫҡалы егете Рөстәм Сәйғәфәровтың дәртле бейеүен ҡарап алығыҙ👍 Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһенән күренеш.❤️ Иҫке Бәпес ауылы

Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!😍 Хөрмәтле дуҫтар!💫 Һеҙҙе ысын күңелдән Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ!💥 Ураҙа байрамы
Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!😍 Хөрмәтле дуҫтар!💫 Һеҙҙе ысын күңелдән Ураҙа байрамы менән ҡотлайбыҙ!💥 Ураҙа байрамы рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен! Һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғаиләгә һаулыҡ теләйбеҙ. Тормошоғоҙ яҡты, иман нуры менән тулһын, ураҙаларығыҙ ҡабул булһын! Һеҙгә ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслык һәм именлек теләйбеҙ! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

УРАҘА БАЙРАМЫ (хикәйә) Факиһа Туғыҙбаева һуңғы арала Рәмзиәнең өләсәһе көн буйы ауыҙына тәғәм дә ризыҡ ҡапмай. — Ниңә улай ас йөрөйһөң, өләсәй? Әллә ауырыйһыңмы? — тип һораны бер көн Рәмзиә, аптырап. — Ураҙа тотам бит, балаҡайым. — Нимә була ул «ураҙа»? Балыҡ тотҡандарын беләм, ураҙа тотҡандарын белмәйем. — Рамаҙан айында һәр мосолмандың изге бурысы ул ураҙа. Көнө буйы ашамайһың. Төн дә, йән дә таҙарына. — Ә мин ашамай торалмайым, өләсәй. — Мин дә ашайым бит. Сәхәр сәйе әсәм. — Эй өләсәй, әллә нисек итеп һөйләйһең, аңламайым. — Ҡояш ҡалҡыуҙан ике сәғәт алда ашаһаң, шул сәхәр була, белдеңме? һин минең сәхәр сәйе эскәнде күрмәй ҡалаһың. Йоҡоһо туйғансы йоҡлаһын тип уятмайым бит. — Кис булһа, «ауыҙ асам» тиһең дә тораһың, өләсәй? Ауыҙың бикле тормай ҙа инде. Мәрхәбә инәй ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. — Ҡалай зиһенле минең ейәнсәрем. Бөтәһен дә күреп, күҙәтеп йөрөй икән дә... — Ураҙа тотҡан кеше, ҡояш байығас, тамаҡ туйҙыра. Шул ауыҙ асыу була ла инде. Бер семтем тоҙ, бер-ике йөҙөм йәки бер йотом һыу йотоп ауыҙ асам. Унан һуң намаҙ уҡыйым да туйғансы ашайым. Өләсәһенең ураҙаһы тамамланғас, ул ейәнсәрен Ураҙа байрамына алып барҙы. Иртән иртүк икәүләп ғөсөл, йәғни һыу ҡойондолар. Матур кейемдәрен кейеп, мәсеткә юл тоттолар. Мәсеттә бөтәһе лә Ураҙа ғәйете намаҙына баҫты. Матур күлдәк кейгән, башына яулыҡ бәйләгән Рәмзиә мөйөштә шым ғына тыңлап ултырҙы. Намаҙ төшкә тиклем дауам итһә лә, ҡыҙыҡай һис арыманы. Мәсеттән һуң өләсәһе уны үҙенең әхирәте Зөләйха инәйгә ҡунаҡҡа алып барҙы. Унда ҡупшы кейенгән әбейҙәр йыйылғайны. Улар бер- береһен Ураҙа байрамы менән ҡотланы, аш ашаны. Тәмлекәстәр менән сәй әсеүе бигерәк күңелле булды. Фото А. Данилов

photo content
+2

photo content

💥Әле күптән түгел генә Фирүзә Абдуллина Өфөнө концерты менән шаулатҡайны, 13 март Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында ла и
+3
💥Әле күптән түгел генә Фирүзә Абдуллина Өфөнө концерты менән шаулатҡайны, 13 март Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында ла ижад кисәһе үтте. 🔥Сара алдынан ауыл клубының фойеһында шағирәнең ҡул эштәре, китаптар һатыу күргәҙмәһе ойошторолғайны. Концерт "Иҫке Бәпес ауылы гимны" менән башланды. Уның һүҙҙәрен Фирүзә Абдуллина, көйөн хакимиәт башлығы Азамат Ғәйфуллин яҙған. 💖Фирүзә Абдуллинаны тәбрикләр өсөн Өфөнән абруйлы ҡунаҡтар - билдәле журналист, яҙыусы, республиканың йәмәғәт эшмәкәре Нияз Сәлимов, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш редакторы, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, уның урынбаҫары Регина Камалова, бүлек мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Роза Хөснуллина, "Ағиҙел" журналы мөхәррир урынбаҫары, яҙыусы Әхмәр Үтәбай, "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәре, яҙыусы Гөлнур Ҡыуатова саҡырылғайны. Уларҙың һәр береһе иң изге теләктәргә ҡушып, шиғри һәм йырлы күстәнәс тә бүләк итте. 🎉Шағирәнең туғандары, Иҫке Бәпес ауылы халҡының матур һүҙҙәре, йылы ҡотлауҙарынан күңелдәр тулышты.

Мы приняли решение, что глава Татышлинского района Фанур Шайхисламов будет исполнять обязанности министра культуры республики
+7
Мы приняли решение, что глава Татышлинского района Фанур Шайхисламов будет исполнять обязанности министра культуры республики. У нас почти 2 тысячи домов культуры, в этой сфере работают десятки тысяч человек, реализуются важные инфраструктурные проекты. Минкульт – одно из ключевых наших ведомств. Отмечу, что в самом Татышлинском районе сфера культуры очень активно развивается. В прошлом году мы открыли здесь Удмуртский историко-культурный центр. В райцентре обновили современную модельную библиотеку. Сегодня я побывал в ней – это действительно одно из лучших учреждений республики, настоящая точка притяжения для жителей разного возраста.

Башҡортостан журналистары яугирҙарға гуманитар ярҙам еткерҙе 📝 Республиканың журналистар союзы махсус хәрби операция биләмәһ
Башҡортостан журналистары яугирҙарға гуманитар ярҙам еткерҙе 📝 Республиканың журналистар союзы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау алып барҙы.

Кисә Иҫке Бәпестә, Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһендә, концерттың алып барыусыһы һәм Өфөләге концерттың режиссеры Дилә Мөхәмәтйәрова шағирәнең бер шиғырын бигерәк матур итеп һөйләп ишеттерҙе. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы уны тормош иптәше Фидаилгә арнаған. Уны һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итәбеҙ. Теләйһеңме? Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам? Һинең өсөн. Ҡарап күҙеңә, Мырлап ҡына яуап ҡайтарырмын Һинең һәр бер ҡушҡан һүҙеңә. Аяғыңа килеп һылашырмын, Ҡыуһаң - һүҙһеҙ генә китермен, Мырлап-йырлап бөтә хәсрәтеңде, Сирҙәреңде алып бөтөрмөн. Ҡулдарыңа ҡарап өмөт менән Наҙҙарыңды тыныс көтөрмөн, Тик бер көнгә бөтә йәшәүеңде Йырлы-мырлы донъя итермен. …Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам? Була күрмә миңә ҡатынан, Һин онотма: инә арыҫлан да Ана шул уҡ бесәй затынан! Фирүзә Абдуллина.