uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
613
Підписники
+124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Хәйерле көн! Шишәмбе эш башлама тиһәләр ҙә, тик уңыштар ғына насип иткән көн булһын!😇 Фото: Олег Лабастов.
Хәйерле көн! Шишәмбе эш башлама тиһәләр ҙә, тик уңыштар ғына насип иткән көн булһын!😇 Фото: Олег Лабастов.

📌Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында Шүлгәнташ мәмерйәһен Бөтә донъя ЮНЕСКО исемлегенә индереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар тапшырылды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был эштең оло яуаплылыҡ булыуын һәм Рәсәйҙә ни бары 34 объект ҡына ошо исемлектә тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
💠Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. 💠"Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа бирелде. 💠Башҡортостан Башлығының Почет грамоталары ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Раян Әхмәтйәнов, Нәркәс Әминева, Ольга Червяцова, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡмановаға тапшырылды. Ҡотлайбыҙ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!🌹

💯Бесән осоро ҡыҙған мәл, һеҙҙең иғтибарға ошо турала башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен тәҡдим итәбеҙ. 💥Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһеге
+2
💯Бесән осоро ҡыҙған мәл, һеҙҙең иғтибарға ошо турала башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен тәҡдим итәбеҙ. 💥Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ!

Хозур тәбиғәтле Ғафури районында, Имәндәш ауылы эргәһендә "Уҡлыҡая уғатары" тигән традицион яндан һәм һыбай уҡ атыу буйынса турнир ойошторолған. “Башҡортостан йөрәге” этно-туризм комплексында үткән был сара райондың бренд сараһына әйләнгән.

📌2 августа Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында "Башҡорт иле" III Бөтә Рәсәй башҡорт мәҙәниәте фестивале үтә! Кемдәрҙең мөмкинлеге бар - бармай ҡалмағыҙ!👌

Күп көс кәрәк, һаман алға барыр өсөн Кеше булып ҡалыр өсөн күп көс кәрәк Был донъяла йәшәй ала алыр өсөн Көслө булып ҡалыр өсөн күп көс кәрәк! Видео: Фларид Бирғәлин.

Яңы көндө һәм яңы аҙнаны яңы көс-дәрт менән башлайыҡ! 🥰
📍 Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы. 🔹Күгиҙел ауылы 1929 йылда Һәүәнәк ит совхозының малсылыҡ фермаһы ойошторолоуға бәйле булдырыла. Һәм башта Һәүәнәк совхозының ферма ҡасабаһы тип йөрөтөлә. 🔹2007 йылда халыҡ һорауы буйынса хәҙерге атамаһы бирелә. Видео: "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар (Күгиҙел ауылы)" төркөмөнән.

"Балалар" проекты йәнһүрәттең яңы серияһын әҙерләй!
Был юлы йәнлектәр уйын ҡоралдары менән танышасаҡ. 🔥

Усаҡ. Йәш саҡ. Йыр.

Моңло тәнәфес 🔥 Видео: just_musiic

📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итергә вәғәҙә биргән.
+7
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итергә вәғәҙә биргән. Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡымыҙ етештереүселәр тураһында яҙған. 🔥Бөгөн Башҡортостанла 180-гә яҡын ҡымыҙ фермаһы бар. Көн һайын тиҫтәләгән тонна, йылына 3,5 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә. Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә беренсе урында. Республикала алдынғы райондар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ, Учалы һәм башҡалар килә икән.
"Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраттылар. Ул мөһим экспорт продуктына әүерелә бара. Мәҫәлән, былтыр 6,4 мең тонна беҙҙең ҡымыҙҙы һәм ҡымыҙ эсемлеген Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға тейәнек. Ҡымыҙ етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Йылҡысылыҡ - ул Башҡортостандың милли йолаһы ғына түгел. Ул иҡтисадыбыҙҙың ҙур бер өлөшө лә һәм уның перспективалары яҡшы. Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙған мәл. Эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!"
- тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. ❓Әйткәндәй, һеҙ был шифалы эсемлекте ҡайҙан алып эсәһегеҙ?

📌Бөгөн Башҡорт АССР-ның беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл. Ғәфүров Ғәбделмәжит Нурғәни улы Еҙем-Ҡаран ау
📌Бөгөн Башҡорт АССР-ның беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл. Ғәфүров Ғәбделмәжит Нурғәни улы Еҙем-Ҡаран ауылында (хәҙерге Ғафури районы) 1880 йылдың 20 июлендә донъяға килгән. Сығышы менән кәлсер-табын ырыуы башҡорттарынан була. Башҡорт әҙәбиәте классигы бик күп төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Ул шиғырҙарҙан тыш хикәйәләр һәм повестар авторы ла.

Ялығыҙ матур үтһен! 📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты
Ялығыҙ матур үтһен! 📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты

Бала саҡтың иң күңелле осоро! 🔥 Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан Рәсих Йортбәков малайҙарҙы бала саҡтан атта һыбай йөрөргә өйрәтә, уларҙы төрлө бәйгеләргә әҙерләй, тип яҙғандар. 👍 Үҫмерҙәр бына шулай Һаҡмар йылғаһында аттарҙы һыу индерә.
Был, моғайын, бала саҡтың иң матур хәтирәләренең береһе булып ҡалыр. Бөтәһенә лә атты йылғаға төшөрөү, һыбай йөрөү тәтемәй ул.
Видео: "Ҡурай-ТВ".

Баш ҡала 💘 Видео: ufa.uram

Башҡортостандың Ҡариҙел районында ла тәбиғәт һоҡланып туймаҫлыҡ 😍 Видео: Нурзилә исемле һылыуҙан.

📌 Аҙналы, Юлай һәм Салауат нәҫеле шәжәрәһе тиелгән. Аҙналы нәҫел ебе дөрөҫ булыуын 1795, 1816 йылғы ревиз яҙмалары һәм хатта
📌 Аҙналы, Юлай һәм Салауат нәҫеле шәжәрәһе тиелгән. Аҙналы нәҫел ебе дөрөҫ булыуын 1795, 1816 йылғы ревиз яҙмалары һәм хатта ДНК-тест ярҙамында раҫланған.

Бесәнгә төштөгөҙмө әле?🍀 Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Буранбай Шакиров ҡышҡылыҡты хәстәрләй ҙә башлаған. Ауылдаштары уң
+1
Бесәнгә төштөгөҙмө әле?🍀 Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Буранбай Шакиров ҡышҡылыҡты хәстәрләй ҙә башлаған. Ауылдаштары уңған ир-уҙаманға 87 йәш булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙән һис ҡалышмай эшләүе тураһында яҙған.
Буранбай апаға (ата-әсәйҙән өлкән ир кешегә әбйәлилдәр шулай тип өндәшә икән) һаулыҡ теләйбеҙ.
Ә инде төркөмдәштәр араһында унан үрнәк алыусылар ҙа табылһа һәм эшһөйәрлеккә күнһә - шат булырбыҙ! 💟

Хәйерле ауыл иртәһе! 🥰 📍 Белорет районы, Йөйәк ауылы. Видео: Азалия Исҡаҡова.

Ялдарға ниндәй пландарығыҙ бар?
Ғаиләгеҙ менән республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе - Бөрйән районын барып күрергә тәҡдим итәбеҙ.
 📍 Бөрйән районында нимәләр бар? 🔹Шүлгәнташ мәмерйәһе 🔹"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы 🔹Аҡбуҙатҡа һәйкәл 🔹Иҫ киткес хозур тәбиғәт (Инсебикәташҡа менеп төшөргә мөмкин) 🔹 Ағиҙел булап һалда ағырға була. 💯Бәлки, арабыҙҙа бөрйәндәр йәки сәйәхәтселәр барҙыр һәм беҙгә был исемлекте тулыландырырға ярҙам итерҙәр. 😉