uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
617
Підписники
-224 години
-27 днів
-430 день
Архів дописів
📌 "Урал батыр" эпосы буйынса уйын май аҙағында сыға. "Урал йөрәге" ("Сердце Урала") тигән компьютер уйынының демоверсияһы быйыл май аҙағында уҡ киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Һәм барыһы ла яҡшы булһа, тулыһынса уны киләһе йылға эшләп бөтөргә ниәтләйҙәр. 🎮 Уны эшләүсе йәштәр хәбәр итеүенсә, уйын "бөтәһен дә хәтерҙә тотасаҡ". Йәғни, быға тиклем унда ниндәй юлдарҙы һайлауығыҙ онотолмаясаҡ.
🎮“Урал йөрәге” – ул ролдәргә бүленгән этно-уйын, төп героиня башҡорт эпосындағы урындар буйлап сәйәхәт итә.
🎮 Уйынды ӨФТУ-ның вуз-ара студенттар кампусының Спорт программалаштырыуы, алгоритмик робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәгендә сығаралар. 📍 Әлегә "Урал йөрәге"н көткәндәр Steam ҡушымтаһына инеп, үҙенә һаҡлап ҡуя ала.

📌 Ҡарғатуйға, бутҡа тәмләргә! 3 майҙа "Турахан" визит-үҙәгендә Ҡарғатуй байрамы ойошторола. 💯 Был меңәр йыл билдәләнгән бор
📌 Ҡарғатуйға, бутҡа тәмләргә!
3 майҙа "Турахан" визит-үҙәгендә Ҡарғатуй байрамы ойошторола.
💯 Был меңәр йыл билдәләнгән боронғо милли йола. 🔹 Байрамдың төп йолаһы - бутҡа бешереү. Халыҡ ҡырға сығып ҡаҙан аҫҡан һәм бутҡа бешереп, үҙҙәре һыйланғандан һуң, ҡоштарға ла өлөш сығарған. 🔹 Хәҙерге заманда Ҡарғатуй - йола ғына түгел, ғаилә менән ял итеү, уйындарҙа ҡатнашып күңел асыу, тәмлекәстәр һәм хатта самауыр менән ризыҡланып ҡайтыу ысулы. 🔥 Шишмә районында үтәсәк байрамға үҙегеҙҙең САМАУЫРҘЫ ла тотоп барығыҙ - "Ғаилә ҡомартҡыһы" конкурсында ҡатнашырһығыҙ һәм иң боронғо самауырҙы күрерһегеҙ. 🗓 Ҡасан: 3 май сәғәт 12:00 📍 Ҡайҙа: «Турахан» визит-үҙәге, Шишмә районы ✅ Сарала ниҙәр көтә: 🔸 «Ҡарға бутҡаһы» йолаһы 🔸 Бутҡа менән һыйланыу 🔸 Халыҡ уйындары һәм башҡа күңелле саралар 🔸 Ҡиммәтле бүләктәр 🎁 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яулағандар. Өфө районы, Шамонино ауылынан "Дарман" халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле "Хыял т
+1
📌 Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яулағандар. Өфө районы, Шамонино ауылынан "Дарман" халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле "Хыял тыуҙыр" Бөтә Рәсәй хореография конкурсында Гран-при яулаған! 👏 Шулай уҡ бейеүселәребеҙ I һәм II дәрәжә дипломдарға лайыҡ булған, мәҙәни йолаларҙы һаҡлаған өсөн махсус бүләк алған. 📍 "Хыял тыуҙыр" конкурсы 10-сы тапҡыр ойошторола.

📌 "Ғаилә традициялары - быуындар бәйләнеше" III Республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурсҡа Башҡортостан Республи
📌 "Ғаилә традициялары - быуындар бәйләнеше" III Республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһының үҙ традицияларын һаҡлаған һәм быуындан-быуынға тапшырып йәшәгән матур ғаиләләр саҡырыла.
📍 Конкурс 2026 йылдың 1 апреленән 26 июненә тиклем бара. ✅ Ғаризаларҙы 11 июнгә тиклем тапшырырға мөмкин. 🏆 Номинациялар: — «Ғаилә объективта» — фотоларҙа ғаилә тарихы — «Ғаиләм традицияһы» — ғаилә традициялары тураһында һөйләү — «Үрнәк алыр кешем бар» — әүҙем, спорт һөйөүсе һәм рухландырыусы ғаилә 📌 Нисек ҡатнашырға: 🔹Конкурста ҡатнашыусы эште "Бәйләнештә" селтәрендә шәхси сәхифәгеҙҙә урынлаштырығыҙ һәм тура килгән хештегтар ҡуйығыҙ (сәхифәгеҙ асыҡ булырға тейеш) − «Ғаилә объективта» номинацияһы өсөн: #конкурСемьиРБ #СемьяРБ_ВОБЪЕКТИВЕ #годбольшойдружнойсемьи − «Ғаиләм традицияһы» номинацияһы өсөн: #конкурСемьиРБ #СемьяРБ_ТРАДИЦИИ #годбольшойдружнойсемьи − «Үрнәк алыр кешем бар» номинацияһы өсөн: #конкурСемьиРБ #СемьяРБ_ОРИЕНТИР #годбольшойдружнойсемьи 🔹ғариза тултырырға: forms.yandex.ru/u/69a7dc4b... 🔹публикацияға һылтанма һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ бирергә 📌 Тулыраҡ: rcson.bashkortostan.ru/upload/uf… Конкурсты БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында "Үҫеш" республика үҙәге ойоштора.
Матур башҡорт ғаиләләрен һәм традицияларын да күрһендәр, ҡатнашығыҙ🔥

Халыҡ-ара бейеү көнө менән! 💃🕺
Был байрам 1982 йылда ЮНЕСКО тарафынан булдырылған.
Иҫтәлекле датаны 29 апрелгә тәғәйенләргә рус бейеүсеһе, педагог һәм хореограф Пётр Гусев тәҡдим итә. Сөнки 1727 йылдың тап ошо көнөндә француз балетмейстеры, заман балетына нигеҙ һалыусы Жан-Жорж Новерр тыуған. Байрам Рәсәйҙә рәсмиләштерелмәгән. Иғтибарығыҙға "Байыҡ" телевизион конкурсында Магнитогорск ҡалаһынан Алмаз Сәйетовтың сығышы🔥 Видео: "Байыҡ данс". Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Хәйерле көн ☀️ Бөгөн - 29 апрель. Бер көндән 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, балалар һәм йәштәрҙең тәбиғәт ҡосағына сығып ял и
Хәйерле көн ☀️
Бөгөн - 29 апрель. Бер көндән 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, балалар һәм йәштәрҙең тәбиғәт ҡосағына сығып ял итә торған мәле.
Оҙайлы ялдар шешлек ҡурып, саф һауала күңелле минуттар үткәреүгә ҡулай. Ошоға бәйле тағы бер тапҡыр тәбиғәтебеҙгә ҡарата һаҡсыл булыу, ҡый ҡалдырып китмәүҙең мөһимлеген хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. ❗ Ә иң мөһиме, янғын хәүефһеҙлеге тураһында онотмағыҙ. Усаҡты һүндереп китеү өсөн айырым һауытта һыу булһын. 📍 Учалы районы. Һыҙылып таң атҡанда. Фото: Игорь Амелкович. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Генерал Бенкендорф, кенәз Гагарин һәм Нидерландтарҙа башҡорттарға һәйкәл"
"Тарих навигаторы" тапшырыуының сираттағы сығарылышы башҡорт халҡының тарихы менән таныштырыуҙы дауам итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тапшырыу авторы һәм алып барыусыһы - Рәмил Рәхимов. Ҡарайбыҙ 🔥 https://vkvideo.ru/video-237651984_456239021?list=edd9217fb81badf74c

📌 "Ярҙам ҡулы" һуҙыусы Әлиә Һеҙ фотоһүрәттә күргән ҡыҙ - Әлиә Ғиззәтуллина. Ул - Салауат районы Малаяҙ ауылынан "Amely" мани
📌 "Ярҙам ҡулы" һуҙыусы Әлиә Һеҙ фотоһүрәттә күргән ҡыҙ - Әлиә Ғиззәтуллина. Ул - Салауат районы Малаяҙ ауылынан "Amely" маникюр һәм педикюр студияһы асыусы.
Әммә ябай түгел, Әлиә - Салауат районының беренсе социаль эшҡыуары.
🔥 Ҡыҙ "Ярҙам ҡулы" проектын булдырған - өлкән йәштәге, инвалидтар һәм балалар өсөн бушлай подолог ярҙамы, гигиена һәм медицина педикюры. Тырнаҡтарын ҡырҡып, тәрбиәләй алмағандарҙың өйөнә барып эшләй Әлиә. 2023 йылда Әлиә Ғизәтуллинаның проекты "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы грантын алған. Аҡса кәрәк-яраҡ алыуға һәм ҡорамалдарҙы яңыртыуға тотонолған. Бына шундай ярҙам ҡулы һуҙыусы игелекле яҡташтарыбыҙ бар🥰

"Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында булғанығыҙ бармы? Юҡ икән, ошо видео һеҙҙе сәйәхәткә илһамландырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Әйткәндәй, Шүлгәнташ мәмерйәһе хәҙер рәсми рәүештә үҙенең боронғо атамаһын ҡайтарҙы - Рәсәй Федерацияһының Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрында март айынан алып ул "Капова пещера с живописью эпохи палеолита" тип түгел, ә "Наскальная живопись пещеры Шульган-Таш" тип теркәлде. Видео: Кәрим Мырҙабулатов.

📌"Черниковск тарихын бергә һаҡлап ҡалайыҡ", - тип мөрәжәғәт итә Өфө ҡалаһы тарих музейы хеҙмәткәрҙәре. Музей Черниковск ҡала
📌"Черниковск тарихын бергә һаҡлап ҡалайыҡ",
- тип мөрәжәғәт итә Өфө ҡалаһы тарих музейы хеҙмәткәрҙәре. Музей Черниковск ҡалаһына бәйле ҡомартҡылар йыя - 12 йыл эсендә мөһим эҙ ҡалдырған ҡаланың тарихын сағылдырған әйберҙәр һаҡланырға тейеш. ❓Музейға нимә тапшырырға мөмкин: ✅фотоһүрәттәр ✅документтар ✅шәхси әйберҙәр ✅Черниковск тарихына бәйле төрлө артефакттар 📍 Ҡомартҡыларҙы ошо адрес буйынса алып килергә була: Ленин урамы, 72 📞 Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-97-54 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 27 майҙан 1 июнгә тиклем Ҙур Балалар фестивале ҡайтауазы Башҡортостан Республикаһында яңғыраясаҡ. Тиҙҙән Өфөлә фестивалдең махсус программаһы башлана: балалар өсөн осрашыуҙар, спектаклдәр, оҫталыҡ дәрестәре, файҙалы саралар. 🔥 Программа "Бәләкәй шаһзада" музыкаль әкиәте менән асыласаҡ, унда Сергей Безруков төп ролде башҡара. "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы сәхнәһендә уйнала. Артабан саралар: 🔹 Театраль программала - Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 8 спектакль һәм Башҡортостан театрҙарының 6 спектакле; 🔹Кино һәм анимация йүнәлештәрендә - бөтә ғаилә өсөн бушлай фильм һәм йәнһүрәттәр ҡарау; 🔹 Китап - яҙыусылар һәм иллюстраторҙар менән осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре; 🔹 Ҙур Балалар фестиваленең оҫтаханалары 200 баланы туплаясаҡ - вокал, сәхнә телмәре, дөрөҫ әйтелеш, актер оҫталығы, ҡурсаҡ менән эшләү буйынса дәрестәр була; 🔹 Мәғариф йүнәлешендә маркетинг, мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегенең хоҡуҡ һәм иҡтисад өлкәһендә белгестәрҙең лекциялары ойошторола; 🔹 Мәктәп йүнәлешендә мәктәп театрҙары һәм театраль студия уҡытыусылары уҡыусылар менән бергә спектакль сәхнәләштереү серҙәренә төшөнәсәк.
📍 Барлыҡ был дәрестәр, осрашыуҙар, фильмдар ҡарау - бушлай, әммә алдан теркәлеү үтергә кәрәк буласаҡ.
📌 Афиша төҙөлә башлаған һәм унда саралар өҫтәлеп барасаҡ: grandkidsfest.ru/poster/?ec...

ҺЫЛЫУ ҠОШТАР Абау, һылыу ҡоштары, Нәп-нәҙек суҡыштары, Һоҡландырғыс һындары, Аҡ уҡалай түштәре. Беҙҙе һағынып килгәндәр, Йәше
ҺЫЛЫУ ҠОШТАР Абау, һылыу ҡоштары, Нәп-нәҙек суҡыштары, Һоҡландырғыс һындары, Аҡ уҡалай түштәре. Беҙҙе һағынып килгәндәр, Йәшел талға ҡунғандар, Сыр-сыу килеп һөйләшеп, Һайрарға тотонғандар. Әйҙә һайра, һайрағыҙ, Матур талдар һайлағыҙ, Оя яһап, сырылдап, Эшегеҙҙе яйлағыҙ! Төхвәт ЙӘНӘБИ. Фото: Елена Перминова.

📌 Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеүҙең ике ысулы тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәйкәл реставрацияланған цехҡа барып эш барышын тағы бер ҡат тикшергәндән һуң, скульптураның торошо күпкә насарыраҡ булып сығыуы тураһында хәбәр итте.
📍 Һәйкәлдең 60-70 процент тирә өлөшө яңыртып ҡойоуҙы талап итә.
Ошоларҙан сығып, республика етәксеһе мәсьәләне хәл итеүҙең ике төрлө юлын билдәләне: 🔹 1-се ысул - булған суйын һәйкәлде һаҡлап алып ҡалып, шуны тергеҙеү. Әммә реставраторҙар материал урыны-урыны менән йоҡарыуын билдәләй һәм күп кенә өлөшөн яңынан ҡойорға тура киләсәк. Был - һәйкәлдең тышҡы йөҙөн һаҡлап ҡалып, тулыһынса тиерлек эшкәртеү буласаҡ. 🔹 2-се ысул - һәйкәлде яңынан бронзанан ҡойоу. Республика етәксеһе 1947 йылғы тарихи документтарға таянып, һәйкәлдең тап ошо материалдан эшләнергә тейеш булыуын телгә алды. Бронза тутыҡмай, коррозияға тиҙ бирешмәй һәм 200-300 йыл торасаҡ. Был осраҡта һәйкәл бер аҙ еңеләйәсәк, әммә оҙағыраҡ һаҡланасаҡ.
💯 "Минеңсә, бында беҙҙең белгестәр, халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары үҙ фекерен белдерергә тейеш, нимә эшләтергә?"
- тип һорауын йәмәғәткә төбәне Радий Фәрит улы. Төҙөкләндереү эштәренең ҡайһы ысулын һайлауға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев һәйкәлен мотлаҡ 2027 йылдың көҙөнә үҙ урынына ҡуясаҡтар - был хәл ителгән мәсьәлә. Интервьюны тулыһынса ошонда ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-27097047_456298694

📌 Быйыл Башҡортостанда 53 мәғариф учреждениеһы төҙөкләндерелә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәх
+4
📌 Быйыл Башҡортостанда 53 мәғариф учреждениеһы төҙөкләндерелә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә яҙған. Эштәр "Йәштәр һәм балалар", "Ғаилә" милли проекттары сиктәрендә бойомға ашырыла. 53 объекттың 6-һы - балалар баҡсаһы, 6 колледж һәм 41 мәктәп бинаһы. 🔥 Шуларҙың 36 буйынса эштәр быйыл тамамларға ниәтләйҙәр - был республиканың 24 ҡала-районында 28,5 мең кеше өсөн уңайлы шарттар, тигәнде аңлата.
💯 "Был объекттарҙың күпселек өлөшөн, ике йыл төҙөкләндереүгә иҫәпләнгән 5 мәктәптән башҡа, 1 авгусҡа уҡ тапшырырға ниәтләйбеҙ. Ата-әсәләрҙең борсолоуын аңлайым - балаларҙы ваҡытлыса икенсе балалар баҡсаһына һәм мәктәптәргә күсерҙеләр, был ҡайсаҡ уңайһыҙ. Шуға беҙҙең төп маҡсат - график теүәл үтәлеүен һәм эштәрҙе һуҙмауҙарын күҙәтергә кәрәк. Бының өсөн һәм муниципалитетта яуаплы хакимиәт башлығы урынбаҫарын тәғәйенләнек. Ваҡытҡа өлгөрмәгән осраҡта ҡаты талап итәсәкбеҙ, хатта кадрҙар буйынса ҡарарҙарға тиклем. Мин республика буйынса күп йөрөйөм һәм беҙҙең мәғариф учреждениелары нисек үҙгәреүен күрәм. Һүҙ ремонт хаҡында ғына түгел - модернизация буйынса президент программаһына ингән һәр мәктәпте ҡорамалдар, хәҙерге уҡыу процесына кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итәләр. Бер юлы беҙ тирә-яҡ биләмәне лә төҙөкләндерәбеҙ. Башҡортостанда 4 йыл эсендә 19 процент - һәр бишенсе, тиерлек, мәктәпте яңырттыҡ. Үҙ көсөбөҙ генә бында күләмдә хәл итә алмаҫ инек"
,- тигән Радий Хәбиров. Республика етәксеһе федераль коллегаларына йәштәргә лайыҡлы шарттар булдырыуҙы дауам итербеҙ, тигән өмөтөн бағлаған һәм рәхмәт белдергән.

📌 Өфөлә фонтандар эшләй башланы.
"Һауа торошо әлегә йылылығы менән ҡыуандырмаһа ла, Өфөлә ысын йәйге кәйеф - фонтандар миҙгеленә старт бирҙек. "Ете ҡыҙ"," Ҡурай тотҡан малай", Ҡашҡаҙандағы фонтан һәм башҡа һыу ынйыларыбыҙ уяныуы һәр саҡ үҙенсәлекле бер мәл ул",
- тип яҙған сәхифәһендә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. ❓ Ә һеҙ быйыл барып күрҙегеҙме-юҡмы әле?

📌 ЗАГС-та милли кейемдә Милли кейем көнөдә Нефтекама ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Воронова һәм Зиннәт Усманова башҡорт милли
📌 ЗАГС-та милли кейемдә Милли кейем көнөдә Нефтекама ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Воронова һәм Зиннәт Усманова башҡорт милли кейеме кейеп, йәш пар - Илья һәм Эльвинаның никахын теркәгән. Бына шундай матур күренеш булды, тип хәбәр итә БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

📌Яугирҙар сәләмәтлеген хәстәрләп Хәйбулла районы Федоровка ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарыбыҙға витаминлы ҡатнашма әҙерләгән.
+3
📌Яугирҙар сәләмәтлеген хәстәрләп
Хәйбулла районы Федоровка ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарыбыҙға витаминлы ҡатнашма әҙерләгән.
Бының өсөн тәүҙә киптерелгән емеш-еләкте йыуып, таҙалап ит турағыс аша үткәргәндәр һәм башҡорт балы ҡушып, уңайлы һауыттарға тултырғандар. 🔹 Был файҙалы ризыҡ "Амосов пастаһы" тип атала. Ул иммунитетты нығыта, ауырыуҙарҙан һуң терелеп китергә ярҙам итә, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк юлына яҡшы йоғонто яһай. Бынан тыш хәйбуллалар һалма ҡырҡҡан, дрондарға ҡаршы юрағандар теккән.
Ошондай изге эштәр менән йәшәгән һәр кемгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Һеҙҙең уңған ҡулдар әҙерләгән әйберҙәр яугирҙарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен😇

❓ Беҙҙең өсөн ҡайһы спорт төрө иң яҡын тип уйлайһығыҙ? Видео: төркөмдәшебеҙҙән. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Милли аш-һыуҙар" проектында бишбармаҡ бешергәндәр. Яңы проект Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Унда «ЕТЕ ҠЫҘ»,
+2
📌 "Милли аш-һыуҙар" проектында бишбармаҡ бешергәндәр. Яңы проект Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Унда «ЕТЕ ҠЫҘ», «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм «Бишбармаҡ» кулинар студияһы ойоштора.
💯 "Проекттың маҡсаты Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында көстәрҙе берләштереү, ирекмәнлек эшен үҫтереү, Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә иғтибар күрһәтеү. Уға ярашлы "Бишбармаҡ" студияһында төрлө милләт халыҡтарының аш-һыуын әҙерләү планлаштырыла",
- тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. 🔥 Проектың беренсе көнөндә данлыҡлы Әбйәлил бишбармағын бешергәндәр. Киләһе осрашыу рус халҡының милли аштарына арналасаҡ.

📌 Кама буйында тәүге тапҡыр уғатарҙар ярышҡан. "Кама мәргәне" традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир 100-гә яҡын мәргәнде
+4
📌 Кама буйында тәүге тапҡыр уғатарҙар ярышҡан.
"Кама мәргәне" традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир 100-гә яҡын мәргәнде берләштергән. Башҡортостандың Краснокама районы Николо-Березовка ауылына республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан һәм Удмуртиянан ҡатнашыусы килгән. Улар йәш арауығы буйынса "балалар", "өлкәндәр" һәм "ветерандар 55+" төркөмдәренә бүленгән.
📍 Еңеүселәр: 🏆 Балалар араһында: 🔹 Малайҙар 🥇 1-се урын Ислам Ғәлиәкбәров - Белорет районы 🥈 2-се урын Самир Литипов - Өфө ҡалаһы, Р. Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ уҡыусыһы 🥉 3-сө урын Исмаил Ниғмәтуллин - Зианчуринский район 🔹 Ҡыҙҙар 🥇 1-се урын Динара Бәлхейәрова - Иглин районы 🥈 2-се урын Аиша Ниғмәтуллина- Ейәнсура районы 🥉 3-сө урын Сулпан Ғатауллина - Иглин районы 🏆 Өлкәндәр араһында: 🔹 Ир-егеттәр 🥇1-се урын Роберт Закиров - Татарстан 🥈 2-се урын — Илнур Ураҙаев - Күмертау ҡалаһы 🥉 3-сө урын Фәрит Юлдашбаев - Өфө районы 🔹 Ҡатын-ҡыҙҙар: 🥇 1-се урын Дилара Ярышева Күмертау ҡалаһы 🥈 2-се урын Лилия Әсхәмова - Татарстан 🥉3-сө урын Наталья Ҡусҡарова - Татарстан 🔹 Ветерандар (ир-ат 55+): 🥇 1-се урын Камил Шәрәфетдинов - Татарстан 🥈 2-се урын Юнир Исламов - Учалы районы 🥉 3-сө урын Рәис Низаметдинов Раис - Өфө ҡалаһы 🔹 Ветерандар (Ҡатын-ҡыҙҙар 55+): 🥇 1-се урын Нилә Исламова - Учалы районы 🥈 2-се урын Лилиә Низаметдинова - Өфө ҡалаһы 🥉 3-сө урын Рәйсә Шәрәфетдинова - Татарстан. 🔥 Тәжрибәле уҡсылар араһындағы Атаман кубогына ярыш үткән: 12 мәргән ҡатнашҡан һәм Өфө районы "Юрмаш мәргәне" клубынан Фәрит Юлдашбаев еңгән. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro