uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
613
Підписники
Немає даних24 години
Немає даних7 днів
-830 день
Архів дописів
💥Балаға хәрефтәрҙе ҡайҙан өйрәтергә белмәйһегеҙме?💥 Бындай мәсьәлә килеп тыуғанда, "Әлифба" белем биреү-танып белеү йәнһүрәте ярҙам итер. 💫Башҡорт алфавитындағы барлыҡ хәрефтәр буйынса ҡыҫҡа ғына йәнһүрәттәр төшөрөлгән. 💫Йәнһүрәттәр 3-5 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән. 💫Башҡорт телендәге был йәнһүрәттәрҙе ҡарап, бала хәрефтәрҙе генә түгел, күп кенә башҡортса һүҙҙәрҙе лә үҙләштерә ала. 💫Барыһын да "Әлифба - образовательный мультфильм" төркөмөнән табып ҡарарға мөмкин. ❗Төркөмдәштәрҙе ҡыҙыҡтырып-ылыҡтырып, иғтибарығыҙға "А" хәрефенә йәнһүрәт тәҡдим итәбеҙ.

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе өлгөлө ғаиләләләрҙең береһе - Лилиә һәм Илсур Искаковтар килен төшөргән.
"Киленде кейәү йортона төшөрөү йолаһы туғандар өсөн айырыуса көтөп алынған ваҡиға. Күгиҙел ауылы һәр ваҡыт ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып башҡара ошо мәртәбәле йоланы. Был юлы ла киленде ҡапҡа төбөнән үк ауыл ағинәйҙәре ҡаршы алып, изге теләктәрен еткерҙе, килен төшөрөү йолаһын башҡарҙылар"
, - тип хәбәр итә күгиҙелдәр. Белорет һылыуы Зилина һәм Баймаҡ батыры Инсаф Искаковтарҙың тәүге ғаилә байрамдарынан күренештәрҙә - башҡорт халҡының туй йолалары сағылған. Йәштәрҙе тәбрикләйбеҙ һәм ғаиләләренә татыулыҡ, йорттарына ҡот, ырыҫ теләйбеҙ!

🌏Бөгөн астрофизиктарға яҡынса 5700 экзопланета - Ҡояш системаһынан ситтә урынлашҡан планета тураһында билдәле. Улар араһында
+1
🌏Бөгөн астрофизиктарға яҡынса 5700 экзопланета - Ҡояш системаһынан ситтә урынлашҡан планета тураһында билдәле. Улар араһында беҙҙең Ергә оҡшаған күк есемдәре лә булыуы ихтимал. Бындай планеталарҙы эҙләүҙә яһалма интеллект ярҙам итә. 🌐Origins кластеры астрофизиктары экзопланеталарҙы нейросеть ҡулланып өйрәнә. 🌐Физика закондарына өйрәтелгән моделдәр ҡатмарлы мәсьәләләр сисә, теоретик хисаплауҙарға һәм физик моделләштереүгә таянып, күҙаллауҙар яһай ала. ✍️Асыш 📍Алгоритмдар экзопланеталарҙың үҙ йондоҙо эргәһендә хәрәкәт иткән сағында яҡтылыҡ спектрының үҙгәрешенен анализларға һәм моделләштерергә өйрәнгән. Һөҙөмтәләр элеккегә ҡарағанда күпкә дөрөҫөрәк, нейросеть хаталанған осраҡтар 1 проценттан да кәмерәк. 📍Был мәғлүмәттәр экзопланеталарҙағы химик составты, температура һәм баҫымды, атмосфераларындағы болоттар төҙөлөшөн асыҡларға ярҙам итәсәк. Ғалимдар был планеталарҙа йәшәү өсөн шарттар бармы-юҡмы икәнен шулай белә ала. ✍️Файҙаһы 📍Яһалма интеллект ярҙамында яңы экзопланеталарҙы эҙләп табырға һәм уларҙы ҙурлығы, ауырлығы һәм йондоҙҙан алыҫлығы буйынса төркөмдәргә бүлергә мөмкин. 📍Яһалма интеллект Джеймс Уэббтың йыһан телескобынан алынған мәғлүмәтте тиҙерәк һәм дөрөҫөрәк эшкәртергә ярҙам итәсәк.

📌9-11 октябрҙә башҡорт теленән онлайн-олимпиада үткәрелә Олимпиадала һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡ
📌9-11 октябрҙә башҡорт теленән онлайн-олимпиада үткәрелә Олимпиадала һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө ҡатмарлыҡтағы тест һорауҙары әҙерләнгән: 🔸Башланғыс кимәл 🔸Иркен белеүселәр кимәле 🔸Башҡорт теле диалекттары. Ҡатнашыу өсөн 9-11 октябрь көндәрендә олимпиада сайтына (https://basholimpiada.ru/) инеп теркәлеү үтергә кәрәк. Үҙегеҙгә кәрәкле кимәлде һайлап, 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирергә. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусы үҙе йыйған балл күрһәтелгән сертификат аласаҡ. Иң яҡшы һөҙөмтә - 100 балл. Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Мираҫ" йәштәр башланғыстарын күтәрмәләү фондтары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойоштора.

Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһы составына инеүгә теүәл 2 йыл. Тап ошо көндә был төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ үҙ теләген белдереп, бер ил булып йәшәргә ҡарар ителде.

Баш ҡалабыҙ рәссамдар күҙлегенән 🎨
+8
Баш ҡалабыҙ рәссамдар күҙлегенән 🎨

Уңыштарға һәм бәхетле минуттарға бай булһын яңы хеҙмәт аҙнаһы!
Уңыштарға һәм бәхетле минуттарға бай булһын яңы хеҙмәт аҙнаһы!

Беренсе килеүсегә - автомобиль! 🚗 Кисәге Әбйәлил районы Асҡар ауылының һабантуй яланында Рәсәй Федерацияһы Геройы Илһамов Та
+9
Беренсе килеүсегә - автомобиль! 🚗 Кисәге Әбйәлил районы Асҡар ауылының һабантуй яланында Рәсәй Федерацияһы Геройы Илһамов Тамерлан Айсар улы иҫтәлегенә ат сабышы ойошторолған. 🏇🏇🏇 Бәйгелә Әбйәлил, Ейәнсура, Баймаҡ, Кушнарен, Белорет, Архангел райондарынан, Силәбе өлкәһенән килеп ҡатнашҡандар. 🏆Беренсе урын яулаусылар бына улар: 🏇1 урауҙа. Башҡорт тоҡомло, 2 йәшкә тиклемге аттар, 2400 м.:  Аҡсарлаҡ сапҡырында Илһам Хөсәйенов, хужаһы Илгиз Хөсәйенов, Ейәнсура районы; 🏇2 урауҙа. Юртаҡтар 3 йәштән алып, 2400 м.: Медовая юртағында Рәмзил Таймасов, хужаһы Илшат Ситдиҡов, Баймаҡ районы ; 🏇3 урауҙа. Яҡшы һәм ҡатнаш тоҡомло аттар 3 йәштән алып, 3600 м.: Лаки Эмпайер сапҡырында Снежана Таймасова, хужаһы Альберт Йәләлетдинов, Баймаҡ районы; 🏇4 урауҙа. Башҡорт тоҡомло аттар, 7200 м.: Пятак сапҡырында Игнат Дятлов, хужаһы Сергей Дятлов, Белорет районы; 🏇5 урауҙа. "Дуҫлыҡ" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 7200 м.: Бөркөт сапҡырында Динар Фазлетдинов, хужаһы Зөлфәр Мөхөтдинов, Әбйәлил районы. 🏇6 урауҙа. "Бәйге" - бөтә төр тоҡомло һәм йәштәге аттар, 9600 м.: Восходящая сапҡырында Вилдан Кинйәбаев, хужаһы Илдар Кинйәбаев, Силәбе өлкәһе. 🏆Призлы урын яулаусы барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде. 📌"Дуҫлыҡ" бәйгеһендә беренсе урын алыусыға ВАЗ-2115 автомобиле асҡыстары тапшырылған.

РУДЕНКО: Башҡорттар йәшен тураһында⛈⚡ ⚡Йәшен һәм күк күкрәүе, башҡорттар фекеренсә, Юғары илаһ ҡөҙрәте менән башҡарыла. ⚡Ул фәрештәне шайтанға яза биреү өсөн ебәрә: фәрештә бер-береһенә бәрелгәндә шартлаған тауыш сығарыусы болоттарҙы ҡыуалаған. ⚡ Фәрештә шайтанды, кешеләрҙе аҙҙырып, йөрөгәне өсөн, эҙәрлекләп, осона утлы таштар бәйләнгән сыбыртҡы менән һуҡтырған. ⚡Һуҡҡан ыңғайы таштар өҙөлөп шайтанға барып тейгән һәм йәшен ялтлаған. ⚡Шайтандар йәшендән ҡурҡа һәм йәшен ваҡытында кеше йәшәгән торлаҡта йәшенә. ⚡ Был осраҡта йәшен, шайтанды эҙләп, өйҙө лә атырға мөмкин. Шуға күрә башҡорттар, шайтан өйгә инмәһен өсөн, йәшен ваҡытында тәҙрәләрҙе, ишекте, мөрйәләрҙе нығытып ябып ҡуя. ⚡Ҡайһы бер ваҡытта шайтандар ямғыр ваҡытында индереүҙе үтенеп илаған бала сүрәтенә лә инә. ⚡Йәшен атҡан өйҙә янғын сыҡһа, һыу һибеү гонаһ һаналған, шуға күрә әсегән һөт ярҙамында һүндергәндәр. 📚Күренекле ғалим Сергей Руденко үҙенең “Башҡорттар” китабында бына шулай тип яҙған. 📌📌Уның яҙмаларын #башҡорттар хештегы буйынса эҙләп уҡып барығыҙ. #башҡорттар

Уйылдан Нурғәле улы Ғәлин, ГТРК «Башкортостан» директорының урынбаҫары, талантлы журналист һәм телевидение дикторы, 2024 йылд
Уйылдан Нурғәле улы Ғәлин, ГТРК «Башкортостан» директорының урынбаҫары, талантлы журналист һәм телевидение дикторы, 2024 йылдың 28 сентябрендә вафат булды. Ул 24 йыл ғүмерен журналистикаға арнап, күп кенә проекттарҙы тормошҡа ашырҙы һәм бер быуын профессионалдарҙы тәрбиәләне. Уйылдан Нурғәле улының эшмәкәрлеге региональ телевидениены үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Яҡындарына һәм туғандарына түҙемлек теләйбеҙ.

Был донъялар, ана, ниндәй матур! Ниндәй яҡты һаман иртәләр! Бөгөнгө көн менән йәшәй белһәң, Шунда ғына яҙмыш иркәләр… Хужа бу
Был донъялар, ана, ниндәй матур! Ниндәй яҡты һаман иртәләр! Бөгөнгө көн менән йәшәй белһәң, Шунда ғына яҙмыш иркәләр… Хужа булсы, зинһар, яҙмышыңа, Үткәндәрҙе ҡалдыр үткәндә, Йөҙөң бороп, зинһар, тайпылмасы Бәхет маңлайыңдан үпкәндә. Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Өйгә ҡайтырға тартып торған үҙ кешеләрегеҙ булһын 🏡

ҒҮМЕРЕҢДЕ НИСЕК УҘҒАРАҺЫҢ? Ғүмере буйы бәхетле йәшәгән бер суфый була. Уның һағышлы, моңһоу сағын бер кемдең дә күргәне булма
ҒҮМЕРЕҢДЕ НИСЕК УҘҒАРАҺЫҢ? Ғүмере буйы бәхетле йәшәгән бер суфый була. Уның һағышлы, моңһоу сағын бер кемдең дә күргәне булмай, ул һәр ваҡыт көлөп, йылмайып йәшәй. ☀ Инде ул ҡартайған, үлем түшәгенә ятҡан. Шул саҡ бер шәкерте: “Беҙ һеҙгә һоҡланабыҙ. Нисек бер ваҡытта ла күңелһеҙләнмәй йәшәй алаһығыҙ? Быға нисек өлгәштегеҙ?” – тип һораған. 📍Суфый уға шулай тип яуап биргән: “Бының сере ябай ғына. Ун ете йәшем тулғанда мин бәхетһеҙлектең ни икәнен татығайным инде. Остазыма 70 йәш ине һәм ул миңә былай тине: “Ҡасандыр мин дә һинең кеүек ҡайғылы инем. Ләкин бер саҡ шундай уй килде башыма: был бит ни бары мин үҙем һайлаған халәт!” Шунан бирле һәр бер иртә, уянғас, күҙҙәремде асырҙан алда үҙ-үҙемә һорау бирәм: ❓“Мин нимә теләйем? Бөгөн ҡайһыһын һайлайым?” Ахыр сиктә, гел шулай тура килә: мин хозурлыҡты һаҡлайым!” 💞

“ШАММАС УҠЫУҘАРЫ” БЕРЕНСЕ ТӨБӘК-АРА ФОРУМЫ УҘАСАҠ⭐ Уны Стәрлебеш районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас иҫтәлеге
“ШАММАС УҠЫУҘАРЫ” БЕРЕНСЕ ТӨБӘК-АРА ФОРУМЫ УҘАСАҠ⭐ Уны Стәрлебеш районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас иҫтәлегенә ойошторалар. 📌Дүрт конкурс була: ✅“Күңел моңом булыр ерем моңо...” Рауил Шаммас шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы; ✅“Ғүмереңдән яҡты ҡалһын...” Рауил Шаммастың тормош юлы һәм ижадына арналған фәнни-ғәмәли эштәр конкурсы; ✅“Стәрлебаш – тамырым минең...” художестволы әҫәрҙәр, мәҡәләләр, крайҙы өйрәнеү эштәре, видеороликтар, фотоһүрәттәр, рәсемдәр, йырҙар конкурсы; ✅“Шағир яҙа, аҡ ҡағыҙға ята йөрәгенең һәр бер тибеше...” йәш авторҙар араһында шиғри конкурс (тема сикләнмәгән). 📍Баһалама ағзалары башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге эштәрҙе ҡараясаҡ. 📍Ғаризаны 2024 йылдың 30 сентябренән 31 октябренә тиклем тапшырырға мөмкин. ❓Кемдәр ҡатнаша ала? ✅Мәктәп уҡыусылары, студенттар, педагогтар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, ижади интеллигенция вәкилдәре, ойошма һәм предприятие, мәҙәниәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, хаҡлы ялдағылар ҡатнаша ала. 📌6 ноябрҙә Стәрлебашта үткән форумда йомғаҡлау яһала.

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ, Башҡортостандың үҙ диңгеҙе барлығын? 🤭 Бөгөн, Бөтә донъя диңгеҙҙәр көнөндә, үҙебеҙҙең "диңгеҙгә", республ
+1
Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ, Башҡортостандың үҙ диңгеҙе барлығын? 🤭 Бөгөн, Бөтә донъя диңгеҙҙәр көнөндә, үҙебеҙҙең "диңгеҙгә", республикалағы иң ҙур күл - Асылыкүлгә ҡарап һоҡланып алайыҡ әле.😍 Асылыкүлдең һыуынан да тоҙ тәме килә, ти.😎 Тағы бер сере бар был күлдең: Заятүләктең һөйгәне Һыуһылыу йәшәй унда, вәт!😉😃

Урал тауҙары амбассадоры Чегодаев ҡыҙҙарын Белорет районына Айғырға алып барған. Балаларға ла походта күңелле, тип яҙа ул. Ә һеҙ ялдарға ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығаһығыҙмы?

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Фидан Ишемғолов сәхифәһенән ҡабаҡ пир
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Фидан Ишемғолов сәхифәһенән ҡабаҡ пирамидаһы. ☺Ә һеҙҙең баҡсала ниҙәр бар? Бүлешегеҙ әле шул уңыштарығыҙ менән, белә алмай йонсоноҡ😁

photo content

СЫУАҠ КӨНДӘР МЕНӘН ФАЙҘАЛАНЫП ҠАЛЫҒЫҘ!☀ Матур ял көндәре теләп, ҡояшлы көҙҙә яратҡан Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә өндәйбеҙ.🍒 📌Ҡайҙа барырға тиһегеҙме? Республикабыҙ буйлап һеҙгә ҡыҫҡа юлкүрһәткес әҙер! Ентекләберәк күҙ һалыу өсөн ссылка буйынса күсеп ҡарағыҙ 😉

Ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмлекәстәр әҙерләй башланығыҙмы, дуҫтар?
Ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмлекәстәр әҙерләй башланығыҙмы, дуҫтар?