613
Підписники
+124 години
-47 днів
-730 день
Архів дописів
Самауыр сәйе былай ҙа тәмле инде, шулай ҙа ошо рәүешле әфлисун, лимон һәм хуш еҫле япраҡтар һалып ҡайнатырға ла була икән 🔥
Аҙағынан таҙартып йыуыуы нисектер инде 😊
"Ҡымыҙҙың файҙаһы күп",- ти Учалы районы Яңы Байрамғол ауылының ҡымыҙ етештереүселәре. 🔹Сажиҙә Шәрипова хужалығын яйлап үрсетә. Уға был эштә 2021 йылда республикала үткән "Агростартап" программаһы ярҙам итә - 2,8 миллион һум аҡса бүләләр. 🔹Эшлекле ҡатын бының ярҙамында Әбйәлил районынан бейәләр һатып алып, хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртып, ең һыҙғанып эшләп китәләр. 🔹Бөгөн улар көнөнә 250 литр ҡымыҙ етештерә һәм райондаштарын, башҡа яҡтарҙан таныш-тоноштарын тәьмин итә. Күмәртәләп һатып алыусылар ҙа бар. ❓Ә һеҙ ҡымыҙ яратаһығыҙмы?
⭕ Дуҫтар, ошо һүрәткә матур шиғри юлдар табырға ярҙам итегеҙ!
Фото: Людмила Камнева.
📌 Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы проекты буйынса Венер Фәйзуллин Өфө халҡының башҡорт телен белеү кимәлен тикшерә.
Видеороликтар Башҡортостан гранты ярҙамында "Башҡортса интернет-серфинг" проекты сиктәрендә төшөрөлгән.
Видео: Башфонд.
+5
Тормошоғоҙ гөл-сәскәләрҙәй һоҡланғыс булһын! Хәйерле көн, төркөмдәштәр! 🏵️📍 Учалы районы, Миндәк йылғаһы буйы.
Яҙғыһын Миндәк йылғаһы баҫҡан туғайҙарҙа бына ошондай мөғжизә күҙәтергә була икән!🌼Дымлы ерҙәрҙә һаҙ томбойоғо, ә русса калужница сәскә ата. 🌼Миндәк йылғаһы - Урал йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. 🌼Ә бына Миндәк йылғаһының үҙенең ҡушылдыҡтары дүртеһе лә һул яҡтан - Маҙар, Табылғашты, Рәзтәк, Ҡыраҡа, Әгәр йылғалары. Фото: А. Клековкин.
📌 Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе йәйге каникулдарға үҙегеҙҙә алып алаһығыҙмы?
Улар һеҙгә йорт-ҡура тирәһендә ярҙамлашамы?
💯Был көнүҙәк һорауҙарға туғыҙ тиҫтәгә яҡын йәшәгән Альмира инәй үҙ фекерҙәре менән бүлешә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй, Сажиҙә Игебаеваның өләсәһе.
📌 21 октябрь - Милли бейеү көнөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең халыҡ-ара конкурсы үтә.
Әле 15 сентябргә тиклем ғаризалар ҡабул ителә.
🔹Конкурста бейеү ансамблдәре йәш буйынса 3 категорияла баһалана:
• 10-14 йәш (үҫмерҙәр төркөмө)
• 14-17 йәш (өлкәндәр төркөмө)
• 22 йәшкә тиклем (ҡатнаш төркөм)
🔹Шарттар:
• Коллективта кәмендә 7 кеше
• 2 халыҡ-сәхнә бейеүе
• Сығыш 5 минутҡа тиклем
🔹Ҡатнашыу өсөн:
• gaskarov.konkurs@yandex.ru адресына ғариза ебәрергә
• Сығышты видеоға төшөрөп беркетергә
• #конкурсфайзигаскарова тип социаль селтәрҙә билдәләргә
📍 Конкурс: Өфө ҡалаһында, Ф. Ғәскәров ансамбленең концерт залында үтәсәк (З. Вәлиди ур., 34)
📞 Бәйләнеш:
• Телефон: +7 (347) 246-60-39
• Email: gaskarov.konkurs@yandex.ru
📌 БАШҠОРТ УҠСЫҺЫ - ЕҢЕҮСЕ
🔥26-27 июль Екатеринбург ҡалаһында "Халыҡтар дуҫлығы кубогы" IHAA федерацияһының һыбай уҡ атыу буйынса халыҡ-ара турнирында Башҡортостан мәргәне Рушан Хәсәнов еңеүсе булған!
🏹Ярышта Рәсәй, Беларусь, Үзбәкстан, Пакистан, Төркиә, Көньяҡ Африка, Иордания, Гвинея, Йемен илдәренән спортсылар ҡатнашҡан.
🏹Башҡортостан намыҫын Өфө ҡалаһынан Рушан Хәсәнов, Әбйәлил районынан Нуриман Хәйруллин, Учалынан Илдар Исхаҡов, Салауаттан Айнур Низаметдинов яҡлаған.
🏆Турнирҙың беренсе көнөндә "Рейд 2-3-3" маршрутында Рушан Хәсәнов еңгән.
🥈Икенсе көндә "Рейд 2-3-4" маршрутында Нуриман Хәйруллин икенсе урын алған.
🔥Дөйөм мәрәйҙәр буйынса Рушан Хәсәнов 178,34 балл йыйып, икенсе урын яулаған!
Ул Мәскәү буйынан донъя чемпионы Сергей Одиноковтан 5,21 балға ғына ҡалышҡан. Өсөнсө урынға 177,17 балл йыйып, Ҡалмыҡстандан Борис Болеев сыҡҡан.
Мәргәндәрҙе ҡотлайбыҙ! 🎉💯Видео: Рушан Хәсәновтың сығышын ҡарағыҙ.
+2
Хәйерле көн! 🐞
❓Һеҙҙең яҡта ҡамҡа тағы нисек атап йөрөтөлә? Яҙығыҙ, беҙ ҙә беләйек 😉
✅ Ә бына бала саҡтан шундай һамаҡ хәтерҙә ҡалған:
Ос, ос, осмалаҡ,
Һин осмаһаң, мин осам! 🐞
📌Йәштәр "Аҫылташ" форумынан видеолар менән бүлешеүен дауам итә - бында ла иң сағыу мәлдәрен туплағандар.
📌 Шишмә районындағы "Турахан" визит-үҙәгендәге картиналарҙың береһе.
Уны рәссам Илдар Ғәниев 2022 йылда төшөргән. "Барсынһылыу тауы" тип атала. Автор "Алпамыша" башҡорт халыҡ эпосынан илһам алған.
+1
📌 Ағиҙел ҡалаһында "Һыбайлылар" тип аталған мурал төшөрөлдө.
Ул генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов командованиеһындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына бағышланған.
Мурал авторы - Кирилл Ильин. Уның эш процессы "ФормАРТ" фестиваленең рәсми сайтында күрһәтелгән.
📍 Әйткәндәй, августа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән ҡатнашыусыларҙың эштәре буйынса тауыш биреү ойоштороласаҡ. Бөтә яңылыҡтар фестиваль сайтында formartpfo.ru
📌 27 июлдә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Был көндә һәр районда тантаналы саралар үтте, илебеҙҙең дингеҙ сиктәрен һаҡлаусылар тәбрикләнде.
Ейәнсура районы үҙәгендә лә йола буйынса күркәм сара ойошторолған.
Бында Байыш ауылы уҙаманы Инзур Аҡкужин моңло йыр башҡарған.🔥
Видео: "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура" төркөмөнән.
+9
📌АТАЙҘАР УЛДАРЫ МЕНӘН БЕРГӘ БАТМАН ЭШЛӘГӘН
🔹Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы үткән ялдарҙа бик үҙенсәлекле сара ойошторған - атайҙар улдары менән бергә үҙ ҡулдары менән йүкә батман оҫталаған.
🔹Оҫталыҡ дәресе Белорет районының Ноҡат ауылында үткән. Унда 15 атайлы-уллы команда ҡатнашҡан.
🔹Тәүҙә Белорет районының әүҙем ир-егеттәрен, күп балалы атайҙарҙы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп үткәндәр. Шунан төп эшкә тотонорҙан алда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатҡандар.
🔹Атайлы-уллы ҡатнашыусылар көн дауамында батман яһаған. Һәр эштең үҙенсәлектәре була, бында ла айырыуса таһыллыҡ талап ителгән - кемдәргәлер хатта өҫтәмә түмәр кәрәк булған. Әлегә батмандарҙың ҡайырын һыҙырмағандар - ағас кибергә тейеш.
"Бына шулай, көн буйы гаджеттарһыҙ йөрөп уландар менән боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙек. Ир-егеткә ағас эшен белеү зарур. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән халыҡ. Малайҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән батмандарҙы ғорурланып тотоп алып ҡайтып китте. Уны өйҙә ҡулланасаҡтар. Батманда гөлйемеш, файҙалы үләндәр (мәтрүшкә, бөтнөк, йүкә сәскәһе һ.б.) яҡшы һаҡлана. Әсәйҙәр һәр ваҡыт был һауытты улы һәм ире эшләгәнен, ә малайҙар берәй ун-егерме йылдан үҙ балаларына һәм ейәндәренә күрһәтеп, эшләү тарихын һөйләйәсәк",- тип яҙған сәхифәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров. 💯Шулай уҡ Зариф Закир улы Белорет районының Ирҙәр ҡоро бүлексәһенә, Азамат Заһитуллин һәм уның хәләл ефетенә, Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәтенә, Ноҡат ауылы халҡына рәхмәттәрен белдергән. Сөнки был быуындарҙы ялғар мөһим сара уларҙың дөйөм тырышлығы менән ойошторолған. 📍 Әйткәндәй, "Ирҙәр ҡоро"ноң киләһе сараһы 9 августа Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында үтәсәк. Бында балалар менән өмә һәм ҡул тирәләп күмәкләп йүгереү ҡаралған.
📌24-28 сентябрҙә Өфөлә "Ҡурсаҡ-фест" беренсе халыҡ-ара ҡурсаҡ театры фестивале үтә.
✅ Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
✅ Сара Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм "Беҙҙең киләсәк" мәрхәмәтлек фонды тәҡдиме менән Мәҙәни башланғыстарҙың президент фонды ярҙамында ойошторола.
✅ "Ҡурсаҡ-фест" программаһына Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Сыуаш, Марий Эл, Донецк Халыҡ Республикаһы, Ырымбур, Владимир, Яр Саллы, Ҡаҙан ҡурсаҡ театрҙарының һәм үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры спектаклдәре ингән.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
