uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
617
Підписники
Немає даних24 години
-37 днів
-530 день
Архів дописів
📣Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! "Башҡортостан бөгөн" ТГ-каналы һалған был видеоны, Кушнаренко - Өфө юлында бөгөн иртәндән ошолай буранлап тора. Шулай уҡ Өфө - Бөрө - Яңауыл, Өфө - Инйәр - Архангел, Дүртөйлө - Нефтекама юлдарында автобус һәм йөк машиналары өсөн сикләүҙәр индерелгән.
Тиҙҙән матур байрам, яҡындарығыҙ янына тиҙерәк ҡайтырға теләп, үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмере өсөн яуаплы булыуығыҙҙы хәтерҙән сығармағыҙ, ашыҡмағыҙ, зинһар 🙏😇
Хәйерле юлдар, бәхетле минуттар теләп ҡалабыҙ❤️

Оҙон ҡышҡы көндөң бер мөһим күренеше - ауыл мәшәҡәттәре☺️ 📍 Амангилде ауылы тиелгән. Видео: Атанғолов.

❓Муллыҡ нисек була? ✅ Был хаҡта белергә теләүселәргә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһенә
Муллыҡ нисек була? ✅ Был хаҡта белергә теләүселәргә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһенә барырға кәңәш итәбеҙ.
🔹 "Изобилие. Муллыҡ" күргәҙмәһе "Китап" магазинында асыла.
⏰4 мартта, сәғәт киске 7-се яртыла. Инеү бушлай. Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Китап уҡыйһығыҙмы ул? 🙃
Anonymous voting

⚡Хәйерле иртәләрҙе яратҡан әҫәрҙәрегеҙ, яҙыусы-шағирҙарығыҙҙы иҫкә төшөрөүҙән һәм шулар менән уртаҡлашыуҙан башлайыҡ әле бөгө
Хәйерле иртәләрҙе яратҡан әҫәрҙәрегеҙ, яҙыусы-шағирҙарығыҙҙы иҫкә төшөрөүҙән һәм шулар менән уртаҡлашыуҙан башлайыҡ әле бөгөн. 📍Сөнки 3 март - Халыҡ-ара яҙыусы көнө.
"Китап - беҙҙе тулыландырыусы, әммә үҙе һис бушамаҫ һауыт",
тигән кемдер берәү. 💯Төркөмдәштәргә ниндәй китапты уҡып сығырға кәңәш итәһегеҙ, яҙығыҙ! Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ "Йылға үҙәнендә һерәйеп торған ҡаялар күп урындарҙа емерелгән, һәм буй-буй булып түшәлгән таш и
📌УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
"Йылға үҙәнендә һерәйеп торған ҡаялар күп урындарҙа емерелгән, һәм буй-буй булып түшәлгән таш ишелмәләре юлды ҡаплап ята. Тик ошондай юлдарҙа йөрөргә күнеккән башҡорт аты ғына ошо ҙур таштар аша иркен үтеп сыға ала. Ҡайһы бер урындарҙа йырындар тотошлайға ошо таш һибелмәләре менән тулған, бындағы кешеләр уларҙы "таш шишмәләре" тип йөрөтә. 💯Уларҙың килеп сығышы хаҡында башҡорттарҙа шундай риүәйәт бар. Ҡасандыр бында шайтандар һәм фәрештәләр араһында һуғыш булып үткән, шайтандар күп булғас, ул оҙаҡ барған. Фәрештәләргә ярҙамға яңылары ебәрелгән, шунан һуң улар шайтандарҙы еңгән һәм, ҡаяны ватып, уларҙы таш менән күмеп ҡуйған. Тап шуға күрә башҡорттар бындай урындарҙан үтеп йөрөргә хәүефләнә һәм бынан үткән саҡта бер ҡасан да үҙ-ара һөйләшмәй, сөнки ниндәйҙер бер шайтандың уянып китеүенән ҡурҡа. Юлыбыҙҙың Инйәргә тиклемге икенсе яртыһы бынан да төпкөлөрәк урындарҙан үтә, һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡеүәтенең кешенән ни тиклем бөйөгөрәк булыуы анығыраҡ тойола. Кеше үткеһеҙ төпкөл. Көнө буйына бараһың, әммә бер әҙәм заты ла осрамай. Үле тынлыҡ урынлашҡан. Бер тауыш та юҡ; әмәлгә ҡалғандай, бер генә булһа ла ҡошсоҡтың ҡысҡырғаны ишетелмәй. Тынлыҡ ат аяҡтары тауышы менән генә боҙола, йә булмаһа ҡор осоп киткәндә йә иһә тейен йүгереп үткәндә ботаҡ шыртлағаны ғына ишетелеп ҡала",
- тип яҙа Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән Дмитрий Никольский. ⚡XIX быуат аҙағында - XX быуат башында йәшәгән рус табибы, медицина докторы Дмитрий Петрович НИКОЛЬСКИЙ 1895 йылда "Землеведение" ғилми журналында "Из поездки к лесным башкирам" тигән этнографик мәҡәлә баҫтыра. Был мәҡәләлә Архангел заводы, Тирәкле, Уҫманғәле, Инйәр ауылдары һәм Көньяҡ Уралдың башҡа урындары иҫкә алына. 📍Тулыраҡ "Киске Өфө" гәзите биттәрендә уҡығыҙ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 "ХАЗИНА" АСЫЛДЫ! Бөгөн Әбйәлил районы Асҡар ауылында өр-яңы төҙөлгән полилингваль мәктәп ишектәрен асты. "Хазина" тип аталған белем усағында әле 640 уҡыусы, ә уның ҡарамағындағы балалар баҡсаһында 160 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнәсәк.
"Бөгөн беҙ Әбйәлил районында республикалағы 12-се полилингваль мәктәпте асабыҙ. Мәктәп ҙур, матур, ул ҙур төҙөлөш барған урында урынлашҡан. Мәктәп балалар баҡсаһы менән берләшкән һәм был мәғариф учреждениеһы ғына булмаҫ, ә ниндәйҙер социаль-мәҙәни үҙәккә әүерелер, тип өмөтләнәм",
- тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев һәм мәктәп директоры Вәсилә Абсаҙыева республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уңыштар, яҡшы уҡыу йылы һәм юғары үрҙәр теләйбеҙ! 🎉

Ҡыҙыу эштән моңло тәнәфескә туҡталығыҙ😉 Ирек Ноғоманов йырлай.

📌 Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026” конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнгән. 🏆Гран-при –
+2
📌 Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026” конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнгән.
🏆Гран-при – Мәрүәйевтар ғаиләһе (Ғафури районы).
🔹 “Ғаилә ижады” номинацияһы: 1-се урын – Әбүбәкеровтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Улар "Юлдаш" радиоһының "Моңло ғаилә" номинацияһында ла бүләкләнде. 2-се урын – Хәлитовтар ғаиләһе, Федоровка районы 3-сө урын – Байтимеровтар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Ленин районы 🔹 “Ғаилә кәсебе” номинацияһы: 1-се урын – Вәхитовтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 2-се урын – Фәхретдиновтар ғаиләһе, Ғафури районы 3-сө урын – Мөсәлимовтар ғаиләһе, Белорет районы 🔹 “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһы: 1-се урын – Басировтар ғаиләһе, Салауат районы 2-се урын – Аҡыловтар ғаиләһе, Көйөргәҙе районы 3-сө урын – Аҙнағоловта ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Совет районы 🔹 Махсус номинацияларҙа билдәләнеүселәр: 1. “Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе” – Хисмәтуллиндар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Киров районы 2. “Күп балалы башҡорт ғаиләһе” – Фәхрийәновтар ғаиләһе, Бөрйән районы 3. “Йәш ғаилә” – Харасовтар ғаиләһе, Октябрьский ҡалаһы 4. “Донъясыл ғаилә” – Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһе, ХМАО-Югра, Сургут ҡалаһы Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Мәғлүмәт "Юлдаш" радиоһы төркөмөнән.

Хәйерле көн! ☀️ Яҙ айының тәүге көндәре ҡар яуыуҙан башланып торһа ла (әле аҡман-тоҡман бар бит), көндәр йылынғаны һиҙелә. Кү
+2
Хәйерле көн! ☀️ Яҙ айының тәүге көндәре ҡар яуыуҙан башланып торһа ла (әле аҡман-тоҡман бар бит), көндәр йылынғаны һиҙелә. Күңелдәргә лә дәрт-дарман бирһен! 📍 Башҡортостандағы бер ауыл Фото: Тимур Шәрипҡолов.

📌Бөрйән районы Һарғая ауылында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары - 2026» сараһы үтте. Атҡа һөйөү тәрбиәләү, башҡорт милли уйында
+5
📌Бөрйән районы Һарғая ауылында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары - 2026» сараһы үтте. Атҡа һөйөү тәрбиәләү, башҡорт милли уйындарын тергеҙеү маҡсатында булдырылған байрам быйыл 10-сы тапҡыр уҙғарылған.
"Программа буйынса ылаҡ уйыны, уҡ атыу, арҡан тартыу, суҡмар ырғытыу буйынса ярыштар, райондашыбыҙ, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ҡасимов Тимур Йәлил улы иҫтәлегенә ауҙарыш бәйгеләре ойошторолдо",
- тип хәбәр итә "Таң" гәзите.

📌Бөгөн, 1 март, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу са
📌Бөгөн, 1 март, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу сараһы ойошторола. Шулай уҡ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының еңеүселәрен тәбрикләйҙәр. 🔹 Сара “Башҡорт ғаиләһе йылында Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” темаһына арналған фекер алышыуҙан башланды. 🔹 Башҡорт ғаиләһе йылын асыу тантанаһы һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының еңеүселәрен бүләкләү Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. 🔹 Киске сәғәт 5-тән 7-гә тиклем ошонда уҡ “Ритайым” була.

Иҫән булһын, татыу булһын Атайҙар һәм әсәйҙәр, Бәхетле булып үҫһендәр Ерҙә бөтә бәпәйҙәр. Башҡорт ғаиләһе көнө менән! ❤️
Иҫән булһын, татыу булһын Атайҙар һәм әсәйҙәр, Бәхетле булып үҫһендәр Ерҙә бөтә бәпәйҙәр. Башҡорт ғаиләһе көнө менән! ❤️

Ял көнө матур үтһен 🥰 📍 Белорет районы, Шәреташ (русса "Розовые скалы"). Ҡаяға алһыу төҫтө 2 миллиард йыл элек Рифей диңгеҙ
+2
Ял көнө матур үтһен 🥰 📍 Белорет районы, Шәреташ (русса "Розовые скалы"). Ҡаяға алһыу төҫтө 2 миллиард йыл элек Рифей диңгеҙендә тереклек иткән строматолит ылымыҡтарҙың ҡалдығынан барлыҡҡа килгән марганец тоҙо бирә. Фото: Илгиз Низамов.

📌AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры - уйында Йыр PUBG Mobile донъяһында, тип хәбәр итә йырсылар. Уйнағанда йыр яңғырап торғанын видеоға төшөрөп, автографлы фото оторға мөмкин. 🔥Ә бына комментарийҙарҙа был уйынды уйнаған балаларҙың әсәй-атайҙары әле үк балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы тураһында яҙа. Бик шәп яңылыҡ был. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Вәт, бы көн дә етте! ☀️ Видео: "Башҡортостан бөгөн" каналынан. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 ҠАШМАУ - БАШ КЕЙЕМЕ
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейемдәренең береһе - ҡашмау.
🔹 Уны никахтың икенсе көнөнә йәш киленгә кейҙергәндәр - ир ҡатынының билдәһе булған. Ҡатын-ҡыҙҙар түлле сағында кейгән был баш кейемен. 🔹 Ҡашмау бигерәк тә хәҙерге Башҡортостандың көньяғында, көньяҡ-көнбайышында киң таралған булған. 🔹Уны мәрйен, ҡортбаш, көмөш тәңкәләр һәм аҡыҡлы сулпылар менән биҙәгәндәр. 🔹 Ҡашмауҙың арҡалығы (ҡойроғо) ҡатындың берҙән үрелгән сәс толомон тулыһынса ҡаплап торорға тейеш булған. Видеола: БР Милли музейында һаҡланған боронғо ҡашмау. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Премьера!
28 февраль һәм 1 март - ҡыш һәм яҙ сигендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры "Кейәүҙәр" музыкаль комедияһын тамашасы иғтибарына тәҡдим итә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Фирғәт Ғарипов. Уны буйынса хореограф Александр Родионов, рәссам Сулпан Азаматова, композитор Урал Иҙелбаев, йырҙар авторы һәм башҡарыусы Айҙар Исхаҡов, яҡтылыҡ буйынса рәссам Сергей Гаевой эшләгән. Стендап-монологтар өсөн текстарҙы Айбулат Сәсәнбаев әҙерләгән.

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ ХАҠЫНДА КӘЛИМӘ Бөгөн әҙәби һүҙгә ҡараш еңеләйҙе - елдә осҡан япраҡ кеүек, ул һүҙ оса ла китә, телевизор, тел
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ ХАҠЫНДА КӘЛИМӘ Бөгөн әҙәби һүҙгә ҡараш еңеләйҙе - елдә осҡан япраҡ кеүек, ул һүҙ оса ла китә, телевизор, телефон экрандарынан, гәзит, журнал биттәренән тарала ла бөтә. Көтөп алынған һүҙ азатлығы килгән бит - ниндәй шатлыҡлы күренеш. Имеш... Хатта баш әйләнеп китерлек. Һүҙем икһеҙ-сикһеҙ Интернет тарафтарында ғына түгел, ә китаптарға килеп ингән яҙмалар тураһында. Хәҙер яҙыусының артында цензор ҙа, тәнҡитсе лә, талапсан мөхәррир һүҙенә ҡолаҡ һалыу ҙа, "былай ярамай" тигән тыйыу ҙа юҡ. Ошо "азатлыҡ" менән бергә һүҙ алдындағы эске талап та юғалған. Ә бит тап шул яуаплылыҡ әҙәбиәтте һаҡлап тора ине. Бөгөн йыш ҡына: "Нимә яҙылһа - шул әҙәбиәт", - тип уйлау ҙа бар. Осраҡлы уй ҙа, тәртипһеҙ рәүештә теҙелгән һөйләмдәр ағымы ла, вайымһыҙ һүҙҙәр ҙә, һис уйламағанда, сәнғәт тип ҡабул ителә башланы. Йәнәһе, көйләй белһәң - ул инде йыр. Юлдарҙы бағаналап теҙһәң - ул инде шиғыр. Әммә ысын һүҙ сәнғәте вайымһыҙлыҡты яратмай. Ул тере. Ул һыҙланыу аша тыуған. Ул, бала кеүек, һәр интонацияға үҙе үк иғтибар итә. Бигерәк тә балалар өсөн яҙылған ҡулъяҙмаларҙы ҡулға алһаң, күңелдә тәрән борсолоу уяна. Хәҙер аңлатып ҡарайым. Бала беҙ нимә тәҡдим итәбеҙ, шуны ата-әсәһе менән бергә уҡый, күңеленә һеңдерә. Ул яҙылған текстан үҙен һаҡлай белмәй. Ул һәр һүҙгә ышана. Уның өсөн китап уйын ғына түгел, ә тормоштоң үҙе. Ололар китапты ябып ҡуя, онота ала, ә бала йөрәге барыһын да йота, һаҡлай. Яҙылған нәмәләге ҡырыҫлыҡ - нормаға, бушлыҡ - ғәҙәткә, ялған дөрөҫлөккә әйләнә. Балалар өсөн яҙыу донъяны ябайлаштырыу түгел. Уны таҙартыу. Унда иң бөйөк төшөнсәләр хаҡында ябай тел менән әйтелә. Ҡурҡыныс сюжеттар ҡороп, көнбайыштан килгән мода артынан ҡыуырға ла ярамай. "Мин шулай тоям" тигән һылтау менән иншанан әҫәр яһарға тырышырға кәрәкмәй. Хеҙмәте, фекерһеҙ хис - буш тауыш ҡына. Әҙәбиәт яуаплылыҡ башланған ерҙә тыуа: һәр өтөр менән, һәр кисереш, һәр уй менән. Ысын текст төнөн дә, көнөн дә саҡырып торған усаҡ кеүек: ул йылыта, юл күрһәтә. Һәм бала өсөн яҙылған әҫәрҙә бала үҙен танырлыҡ, ишетерлек тынлыҡ бар. Үҫергә, донъяны танырға ярҙам иткән намыҫлы һүҙ бар. Эске талапһыҙ яҙылған нәмәләр, ғәҙәттә, яуапһыҙлыҡҡа әйләнә. Ә ул тойғо бер ҡасан да сәнғәт тыуҙырмай. Нисек кенә матур һөйләмдәр менән оҙон-оҙон инша яҙһаҡ та, ул ана шул кимәлдән артмай. Әҫәрҙең идеяһы, образдар системаһы, заманса һулышы, һүҙе була. Бөгөн яҙыусыға тышҡы тыйыу түгел, ә эске хөкөмдар - намыҫ кәрәк. Бала өсөн яҙған һәр кем үҙенә һорау бирә ала: ни өсөн яҙҙым? Кем өсөн? Һүҙҙәрем балаға нисек тәьҫир итер? Әгәр тексты уҡығандан һуң күңел яҡтыра, таҙара икән - тимәк, был әҙәбиәт. Әгәр бушлыҡ ҡына ҡалһа - тимәк, унда хәрефтәр теҙмәһе генә булған. Шуға күрә балалар китабын оло яуаплылыҡ, бөгөнгө баланың күңел торошон иҫәпкә алып ижад итергә кәрәк. Сөнки унда һүҙ сәнғәт кенә түгел, ә киләсәккә әүерелә. Һоҡланғыс балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибаев балалар өсөн яҙыуҙы "Мин халҡымдың киләсәге менән һөйләшәм!" тип әйтер ине. Лариса Абдуллина.

Хәйерле иртә! ☀️ 📍 Өфө Видео: singiz_yul

Башҡорт донъяһы - Статистика та аналітика Telegram каналу @bashkortom