612
Підписники
Немає даних24 години
-57 днів
-830 день
Архів дописів
Сулпан Юлай ҡарамағынса, башҡортса 5 матур һүҙ ❤️
Ә һеҙ ниндәй матур һүҙҙәр беләһегеҙ? Яҙығыҙ!
Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә икән
🌹Был өлкәгә ҡағылышлы барлыҡ фиҙаҡәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менән тәбрик итәбеҙ.
🌹Мөһим һәм тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, талымһыҙлыҡ, ижади үрҙәр, дәрт-дарман теләйбеҙ!
Фотола: Дж. Кейекбаев йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре Римма һәм Азат Ишмырҙиндар.
+3
Хәйерле көн! ☀️
Намыҫ тауын сөйөп таңыбыҙға,
Таянайыҡ һаҡлыҡ көсөнә.
Йәшәйек гел ерҙә лайыҡ булып
Кеше тигән бөйөк исемгә!
Әнисә ТАҺИРОВА.
📍 Һүрәт: БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилевтың төрлө йылдарҙа төшөргән "Шоңҡар" картинаһы.
📌ТЕАТРАЛЬ ДЕКАДНИК БАШЛАНДЫ!
💯"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙең УН КӨНЛӨГӨ башланды.
⚡Республиканың төрлө театрҙары Өфөгә туплана һәм 29 мартҡа тиклем көн һайын спектаклдәр уйналасаҡ.
⚡Театраль ун көнлөк бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә асылды: унда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артистары Айбулат Сәсәнбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Беҙҙең байлыҡ" спектаклен уйнай.
❗Үҙебеҙҙең театрҙарҙы ҡеүәтләп, мотлаҡ спектаклдәрен ҡарарға барығыҙ!
"Башҡорт халҡының яратҡан ике әйбере бар: уның береһе - ҡымыҙ, икенсеһе - сәй", -тигән журналист, шағир Мөхитдин Тажи. Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥣
📌 Архангел районы Аҙау ауылы халҡы быйыл яҙғы ташҡында һыу аҫтында ҡалды.
Инйәр йылғаһы ярҙарынан сығып, тотош ауылды һыу баҫты. Халыҡ мәктәп бинаһында йыйылып, мәхшәрҙе үткәрҙе.
Әлеге көндә Аҙауҙа хәлдәр нисек?Журналист Ильяс Батыргәрәев тыуған ауылына ҡайтып, ошо турала һөйләй.
+8
"7-се класс уҡыусылары йылдағыса күтәренке кәйеф менән сыйырсыҡтарҙы ҡаршы алды. Ҡанатлы дуҫтарына оялар эшләне, иҫкеләрен таҙартты", - тип хәбәр итә Белорет районынан Рүзидә Ғәйфуллина. ❓Ә һеҙ сыйырсыҡ оялары яһанығыҙмы? Ҡошсоҡтар килдеме?🐦⬛
🌸"Рәсәй халыҡтары биҙәктәре" серияһы.
Рәссам Зилә Толомбаеваның ижад емештәре һәм видеоһы.
ТУҒАН ТЕЛ
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Рәми ҒАРИПОВ.
Видео: Дилә Йәһүҙина.
AY YOLA төркөмөнөң "УРАЛ батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән "Һомай" йыры киң танылыу яулай бара.Йырҙы тыңлаған төрлө милләт вәкилдәре һоҡланыуын белдереп яҙа. Йырсылар һалған тулы тексын, йырҙы ла тулыһынса ҡуйғайныҡ инде. Шулай ҙа матурлыҡты ҡабатлап күрһәтеп тороу яҙыҡ түгел 😉😍
+7
📌 Белорет ҡалаһында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең исемен йөрөткән белем усағында кабинет-музей асылған.
"Ундағы экспонаттар менән прозаиктың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы таныштырҙы. Мин музейға үҙемдең 1992 йылда тулыһынса радио фонды өсөн яҙылған " Төньяҡ амурҙары" әҫәренең аудио яҙмаһын һөм китаптар бүләк иттем. Музейҙа Яныбай ағайҙың ғәиләһе менән әҙәбиәт конурсын ойошторғанда төшкән минең фото һүрәттә бар",- тип хәбәр итә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Яҙыусының кабинет-музейында тәҙрәләге ҡорғандар ҙа уның бүлмәһендәге кеүек итеп эленгән, эш өҫтәлендәге лампа ла романсының йоҡоһоҙ ижад төндәрен хәтерләй.
+3
📌 Шамонино ауылынан Тимур Ғәзизов Европа чемпионатында алтын миҙал яулаған!
🥇Кипрҙағы Ларнака ҡалаһында джиу-джитсу (неваза) буйынса Европа чемпионатында Тимур Ғәзизов Греция һәм Франция спортсылары менән дүрт алыш үткәреп, барыһын да тәғәйенләнгән ваҡыттан алда еңгән.
🟢Һәм быйыл октябрҙә Таиландта үтәсәк Донъя чемпионатына һайланған.
🟢Тимур Өфө районы Шамонино ауылында йәшәй, уға 16 йәш. 48 кг ауырлыҡтағылар араһында чемпион булған. Тренеры - Денис Ғәзизов.
+8
Яҙ төҫтәре 😍
Көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙға арынып, тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ: ниндәй йәмле был тормош!Фото: Юрий Замуруев.
Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?Ә бына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Миәкә районы Илсеғол ауылында Керчь ҡушаматлы атҡа ҡуйылған һәйкәлде барып күргән. 🐎Керчь - Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Уралдан Берлинға тиклем барып, тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта алған ат. 🐎Ат 1959 йылға тиклем йәшәй, тыныс тормошта ла хеҙмәтен дауам итә. ✅ Уның хәтерен 2023 йылдың 11 июнендә "Атайсал" проекты сиктәрендә мәңгеләштерәләр. ✅ Һәйкәл авторы - Илдус Закиров.
"Халыҡтың ғилеме булмаһа, ҡыш көнө йылы, йәй көнө һалҡын була торған кейеҙ баҫа алмаҫ ине. Шуны уйлап сығарыусы һәм оҫталары булған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына иҫ китә. Ана хәҙер тирмәләрҙең аҫтын асып ҡуялармы. Ә элек бит тирмә шул көйө ябыулы торған..."- ти һоҡланыуын белдереп Мәрйәм Бураҡаева. " Башҡорттар" тапшырыуы сюжетында башҡорт кейеҙенең сифаттары, шифаһы, уға һалынған мәғәнәләр тураһында ҡарағыҙ.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
