612
Підписники
Немає даних24 години
-27 днів
-330 день
Архів дописів
Хәҙерге заман технологиялары ғәжәп инде 🔥
Ә һеҙ кемдәр менән ошолай "фото төшөргә" теләр инегеҙ?Видео: Айҙар Хәмзин.
📌 "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының зона этабы башланды.
Конкурста республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнаша. Улар "Ғаилә ижады", "Ғаилә кәсебе", "Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре", "МХО геройы ғаиләһе", "Күп балалы башҡорт ғаиләһе" номинациялары буйынса билдәләнә.
Конкурстың әле муниципаль этабы үтте, хәҙер зона этабы һәм республика кимәлендә иң-иңдәрҙе билдәләйһе ҡалды.
📍 Еңеүселәрҙе 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә иғлан итәсәктәр.
+2
Ҡырт-ҡырт баҫҡан аяҡ тауышы ишетелгәндәй был һүрәттән.Учалы районының ҡарлы, һыуыҡ һәм ҡояшлы ҡышы❄️ Яңы эш аҙнаһы уңышлы булыуын теләйбеҙ! 🥰
📌 "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының Ишбулды ауылында концерт ойошторған һәм хоккей уйнаған.
Ишбулды ауылының тағы бер исеме бар - "Ахай". Шуға ла ауылдың хоккей командаһы тап ошо атаманы йөрөтә икән. Радио хеҙмәткәрҙәре менән сәмле ярыш ауылдың Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған 9 яугиры иҫтәлегенә арналған.
Дуҫлыҡ еңгән - 5:5.
🔥"Порт-Артур" - башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
🔹Был йырҙы 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында Порт-Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ижад иткән.
🔹Порт-Артур — Ҡытайҙың Ляодун ярымутрауының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан ҡала. Уның үҙ исеме — Люйшюнь.
🔹Йырҙың ике вариантын да тәүге тапҡыр 1938 йылда Ғата Сөләймәнов Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылында йәшәгән Ғиниәт Утарбаевтан яҙып алған.
Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
Ҡышҡы селлә ❄️
Һыуыҡ бабай бик һирәк тәҙрәләргә биҙәк төшөрә хәҙер.
Фото: Елена Перминова.
Туңдығыҙмы? Башығыҙға кейегеҙ!☝️
❓ Ә бына был башҡорт аты башына нимә кейгән, беләһегеҙме?Видео: muradym_horse
+8
📌 Актерҙар йортон нимә көтә?
Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон киләсәктә яңырыу көтә. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдергән. Ул республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров менән бергә бинаны ҡарап сыҡҡан.
"Өфөләге Актерҙар йортон ҡала халҡы яҡшы белә - ул баш ҡалабыҙҙың уртаһында урынлашҡан. Эргәлә - театрҙар, университеттар. Студент саҡта беҙ бында йыш йөрөнөк, был урын тураһында хәтирәләр - тик яҡты ғына. Әммә бина иҫке, уны тәртипкә килтерергә кәрәк. Ремонт ҡына яһап ҡалмаҫҡа, тип һөйләштек - Актерҙар йортон ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәккә әйләндерәсәкбеҙ. Алдағы оператив кәңәшмәлә кәрәкле бойороҡтар бирәсәкмен",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәрен юғары баһалаған, тамашасыларҙың талапсанлығын билдәләгән һәм был мөһим проект мотлаҡ бойомға ашырына ышаныс белдергән. 👍
Үкенерлек булмаһын ❤️
Ял көндәрегеҙҙе яҡындарығыҙ менән үткәрегеҙ, алыҫта икән - шылтыратып хәлен белегеҙ.
Кешегә күңел йылыһын өләшеү өсөн бер һүҙ етә 😉Видео: Гөлиә Дауытова.
📚"Урал батыр" башҡорт халыҡ әкиәте матур китап булып баҫылып сыҡҡан.
Баҫманы "Китап" магазинында алырға мөмкин.
Ялығыҙ файҙалы үтһен!💟📍 Һүрәттә Дим һаҡалы - БР Милли музейында һаҡлана. Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалы шау тәңкәнән һәм ҡиммәтле биҙәүестәрҙән торған. Колхозлашыу осоронда бик күбеһе ошо биҙәүестәрен тапшырып, хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырған - трактор алғандар, йә башҡа дөйөм нужаға тотонолған. Шунлыҡтан был төбәктә милли биҙәүестәр һирәк һаҡланып ҡалған. Һүрәт: Гөлсөм Хөсәйенова.
📌 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы аттары
Был фотола Башҡортостандың төрлө райондарынан ебәрелгән аттарҙы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡабул итеү барышы төшөрөлгән.Үҙенсәлекле фото Башҡортостан Милли архивында һаҡлана.
Ял көнөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә теләүселәр иғтибарына: боҙ булып туңған шарлауыҡты барып күрегеҙ 🧊
Абҙан шарлауығына тиклем Өфөнән 1 сәғәтлек юл - 89 км.📍Архангел районы, Абҙан ауылы, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Координаттары: 54.466040, 56.643428 Видео: Аня.
📌 Башҡортостанда "Профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башлана.
Ярыштар 2 февралдән 13-нә тиклем үтә. Унда төп йәш категорияһында 152 компетенция буйынса һәм "Үҫмерҙәр" категорияһында 42 компетенция буйынса оҫталыҡтарын һынайҙар.
📍 Урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан 750 студент һәм мәктәптәрҙән 210 уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә.
"Көс берҙәмлектә: Киләсәк профессионалдары" темаһына арналған "Профессионалдар" чемпионатының төбәк этабы "Профессионалитет" федераль проектын бойомға ашырыуҙың һәм кадрҙар әҙерләүҙең мөһим ысулы булып тора. Ярыш урта һөнәри белем биреү системаһы менән эш биреүселәр араһында бәйләнеш булдырырға һәм сәнәғәттә, социаль өлкәлә кәрәкле белгестәргә практик белем бирергә булышлыҡ итә,- ти чемпионат тураһында БР мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин. Төбәк этабында партнёр булараҡ сығыш яһаған предприятиелар юғары һөҙөмтә күрһәткән ҡатнашыусыларға шунда уҡ эшкә урынлашырға һәм үҙҙәре теләгән йүнәлештә стажировка үтергә тәҡдим итә ала. Быйыл бындай партнерҙары береһе - "Башнефть".
📌Бөгөн Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға арналған саралар үтә.
Сара түңәрәк өҫтәл эшенән башлана, артабан Тәтешле район китапханаһы күргәҙмәһе һәм уңғандары йәрминкә ойошторасаҡ. Матур концерт көтөлә.
Инеү: ирекле һәм бушлай.
❓Был тау башынан ниҙәр күренә икән?
Тормошта сираттағы бейеклекте яуларға ҡыймай торғанда, үҙегеҙгә ошо һорауҙы төбәгеҙ.
Хозур күренеш асылыр - уңыш көтөр.📍 Белорет районы, Еләкташ тауы. Видео: Ирина Ибраһимова.
🔥Өфөлә "Толоп фестивале" үтә! Беренсе тапҡыр!
31 ғинуарҙа баш ҡаланың "Нефтехимиктар" паркына башҡорт халҡының ҡышҡы уйындарында ҡатнашырға килегеҙ!
⚡Ҡасан: 31 ғинуар, сәғәт 11:00
📍Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, "Нефтихимиктар" паркы.
💰Инеү: бушлай.
📌Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы Рәсәйҙең алдынғы 6 уҡыу йорто исемлегендә!
Колледж "Профессионалитет" проектын бойомға ашырыу буйынса ил кимәлендә юғары баһаға өлгәшкән. Был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яҙған һәм колледж уҡытыусыларын, студенттарҙы ҡотлаған.
Башҡортостанда һөнәри белем биреү системаһы бик үҫешкән - 92 уҡыу йортто бар. Уларҙың күбеһен яңыртыу талап ителә.
"Колледждарҙы ремонтлауға йыл һайын төбәк бюджетынан аҡса бүлергә килештек. Әле 29-ын тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 15-ен - 2025 йылда. Уларҙа бөтәһе 30 меңдән ашыу студент белем ала. Был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә федераль коллегалар ҙа ярҙам итә. "Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Профессионалитет" проекты ярҙамында былтыр Башҡортостандың 5 колледжына капиталь ремонт яһалды. Быйыл тағы 8 һөнәри белем биреү учреждениеһында эш башларға ниәтләйбеҙ. Президенттың мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы буйынса быйыл 6 бина төҙөкләндерелеп бөтә, 2 колледж "Агропрофи" гранты сиктәрендә субсидия ала",- тип яҙған Радий Фәрит улы. ✅ Мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәри белем алырға теләүселәр һаны Башҡортостанда юғары - 60 проценттан ашыу. Йәштәрҙе уңайлы шарттарҙа заманса уҡытыу өсөн был эштәр мөһим.
📌"Башҡортостан геройҙары" программаһының 3-сө модуле башлана.
24 февралдә Махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн кадрҙар программаһының сираттағы этабы старт ала. Уны "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһын дауам итеп бойомға ашыралар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" программаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 2000-дән ашыу ғариза килде, финалға 70 ҡатнашыусы үтте."Башҡортостан геройҙары" тәүҙә муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте буйынса лекциялар тыңланы, төрлө етәкселәр менән осрашты, тәғәйенләнгән остаздар менән власть органдарында ғәмәли эш тәжрибәһе тупланы. 💯Программаның өсөнсө өлөшө төбәк һәм муниципаль идараға арналасаҡ.
Вже доступно! Дослідження Telegram за 2025 — головні інсайти року 
