uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
613
Підписники
Немає даних24 години
+17 днів
-930 день
Архів дописів
#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

Аҡыл һаҡалға ҡарап йөрөмәй шул...

🍓Яһалма интеллект Башҡортостан ерҙәрен һынландырған "Яһалма интеллект беҙҙең иҫтәлекле урындарға: Ирәмәл тауына, Айғыр, Шүлг
+3
🍓Яһалма интеллект Башҡортостан ерҙәрен һынландырған
"Яһалма интеллект беҙҙең иҫтәлекле урындарға: Ирәмәл тауына, Айғыр, Шүлгәнташҡа һәм Мораҙым тарлауығына үҙ күҙҙәре менән ҡараны. Нишләптер тик ир-егеттәр генә килеп сыҡты",
- тип яҙған БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко сәхифәһендә. 📌Ә һеҙгә нисек?

❤РУДЕНКО: Башҡорттар йылан тураһында 🐍 Башҡорттарҙың ел-дауыл һәм башҡа шундай күренештәр тураһындағы күҙаллауҙары ҡыҙыҡлы л
РУДЕНКО: Башҡорттар йылан тураһында 🐍 Башҡорттарҙың ел-дауыл һәм башҡа шундай күренештәр тураһындағы күҙаллауҙары ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә. 📌Улар ҡойондо йылан менән сағыштырған. Ғөмүмән, йыланды башҡорттар яуыз йән тип иҫәпләгән, шул уҡ ваҡытта ғәжәйеп йән эйәһе булараҡ та ҡабул иткән. И.И. Лепехин: “Башҡорт йыланды үлтерһә, уның башын ергә тығып ҡуя”, - тип яҙған. 🐍Инаныуҙар буйынса, йәнәһе лә, йыландың башын ергә күммәһәң, эргәһенә дуҫтары килеп, билдәле үләндең тамырын килтереп, уның яраһына һала һәм йылан ҡабаттан терелә. 🐍Башҡорттар йыланды ат тире һеңгән ҡамсы менән тиҙ генә үлтереп була икәнлегенә лә ышанған. Сөнки ат тире йылан өсөн үлемесле тәьҫир итә. 🐍И.И. Лепехин быға миҫал итеп шундай легенда килтерә: бер башҡорт Уралда Йылантауҙа йәшәгән ҙур йыланды бары тик ҡылысына ат тирен һөрткән өсөн генә еңгән. #башҡорттар

📚Кисәге "КИТАП" магазинында Йәштәр йылына һәм Республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә уҙған. Саранан күренештәр менән
+2
📚Кисәге "КИТАП" магазинында Йәштәр йылына һәм Республика көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә уҙған. Саранан күренештәр менән бүлешәбеҙ.

Билдәле оҫтабикә Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы Ғәлиуллина коллекцияһынан ҡаптырма😍

10 октябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залына бар, тыңла, рухыңды байыт! Билеттар: ссылка буйынса.

ЗАМАН АФӘТЕНӘН НИСЕК ҠОТОЛОРҒА? Донъялағы үҙгәрештәр тураһында интернет селтәре аша хәбәрҙар булырға күнегеп барабыҙ, ахыры.
ЗАМАН АФӘТЕНӘН НИСЕК ҠОТОЛОРҒА? Донъялағы үҙгәрештәр тураһында интернет селтәре аша хәбәрҙар булырға күнегеп барабыҙ, ахыры. Хәҙер биш-алты һөйләмдән оҙонораҡ, кәрәкле билдәләр ҡуйып яҙылмаған мәғлүмәтте уҡыуы ла ауырлашты, шулаймы? ❗Берәй 30 секундлыҡ видео ҡараған, йәки һүрәтте күреп “лайыҡ” ҡуйып, бармаҡ менән һыпырып, икенсе яңылыҡтарға күскәндә мейебеҙ арый. ✅Был башҡалар һөйләгән һүҙгә ҡолаҡ һалыу, үҙең өсөн һығымта яһау, дөйөмләштереү, шунан сығып һорауҙар бирә белеү оҫталығын оноттора. Тимәк, үҙ фекереңде төйнәп әйтеү, китап уҡыу ауырлаша. ✅Күргән-ишеткәнгә тәнҡит күҙлегенән сығып ҡарай белеү юғала. Кеше ышаныусанға әүерелә. Был ниндәйҙер етди темаларға ғына ҡағылмай, хатта шат йылмайып фотоға төшкән танышыңдың шул минутта хәле насар булыуын да шәйләмәй ҡалыуың бар. ✅Туған телде белеү, грамоталылыҡ кимәле лә аҡһай башлай. Ә был бөгөн былай ҙа беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең бер афәте, тиергә кәрәк. 📌Бынан нисек һаҡланырға һуң? 💫Гел генә социаль селтәрҙәрҙә ултырмаҫ өсөн үҙегеҙҙең күңелегеҙгә ятҡан шөғөлөгөҙ булырға тейеш... йә китап, гәзит-журналдар уҡырға тәҡдим итә ғалимдар. 💥Әйткәндәй, беҙҙе “заман сире”нән йолоп алып ҡалыр өсөн сығарылған республика баҫма матбуғатына әлеге мәлдә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин. 📚Аңлы, ғәмле, фекерле, телле халыҡ булайыҡ!

+1
АНДЫҘ🌻 📌Андыҙ (девясил высокий) 2,5 метрға етерлек дарыу үләне. Тамыры йыуан була, июль-август айҙарында һары сәскә ата, орлоҡлана. ✅Тамырҙарында 44 процентҡа тиклем инулин, 1-4 процент эфир майы, сапониндар, лайла, алколоидтар бар. ✅Андыҙҙың тамырын ҡара көҙҙә ҡаҙып алалар, әммә ҡырауҙар төшкәнгә тиклем өлгөрөргә кәрәк. ✅Тамырҙарын таҙартып сайырға һәм тиҙ генә киптерергә кәрәк. ✅Тамырҙы ҡабығынан әрсергә кәрәкмәй, сөнки ул биологик әүҙем матдәләргә бай. ✅Аппетитты һәм аш һеңдереүҙе яҡшырта, бәүел ҡыуҙырғыс, ҡаҡырыҡты сығарыу, тирләтеү, елһенеүгә ҡаршы, тынысландырыусы көскә эйә. 🌻Видеола: Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан Нурсолтан Хөсәйенов андыҙ тамырын ҡаҙып алыуын күрһәтә.

Бөгөн, 7 октябрҙә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй.
Бөгөн, 7 октябрҙә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

#хужабикәҡолағына Иң тәмле бәлеш ҡамыры😋 Ҡамыр: 250 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм иретелгән аҡ май, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы сода. Самалап он.

Табиптарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!🌹 Бөгөн Халыҡ-ара табип көнө. Барлыҡ аҡ халатлы фәрештәләребеҙҙе ошо айҡанлы тәбрик итәбеҙ! 💌Ергә Ҡояш кәрәккәндәй, кешелеккә кәрәкле һөнәр эйәләренә һаулыҡ, рәхмәтле пациенттар, һәр ауырыуҙы йүнәлтер көс теләйбеҙ! Табип-Ҡояш Йөрәк әрней, йөрәк һыҙлай – Тынғы тапмай үрһәләнәм, Йәнем тулай, гүйә юлсы, Таш ҡаяға үрмәләгән. Аҫта - упҡын. Өҫтә – Ҡояш. Тая, тая табандарым, Ҡайҙа арҡан ташлар дуҫым, Ҡайҙаһығыҙ, туғандарым?! Барыһы ла теге ярҙа Үҙ хәстәре менән була. Теремен бит. Һис хафа юҡ. Тик ысҡына хәҙер ҡулдар. Үпкәләмәм. Үрмәләйем, Ҡояшымды күрәһем бар, Улҡайымдың, ғәзиземдең Сикәһенән үбәһем бар… Тамсы тама… Эй мөғжизә! Ҡояш үҙе миңә килә, Ысыҡтарҙы тамсы итеп, Шифалы һыу тәнгә бирә. Сөм күк күкте ябынған да Ҡояш үҙе ҡулын һуҙа, Йылмайыуы – йәнгә сихәт, Йөрәгемә өмөт тула. Бына инде менеп еттем, Тамсыларҙан ҡеүәт алып, Аҫта упҡын. Баш осомда Мәрхәмәтле нурын һибеп, Ҡояш балҡый. Ҡояш балҡый! Лилиә Һаҡмар шиғыры.

photo content

Елмерҙәктә быйыл ҡурай юҡҡа ғына шулай уңмағандыр, һинең һәм минең күңелгә моң һалырға уйлағандыр...
+1
Елмерҙәктә быйыл ҡурай юҡҡа ғына шулай уңмағандыр, һинең һәм минең күңелгә моң һалырға уйлағандыр...

Балалар менән бергә эшләгеҙ! 🍁Ялдарҙа күмәкләшеп бына ошондай сағыу, матур ҡул эштәре эшләргә була. 🍂Әлбиттә, балалар баҡса
+4
Балалар менән бергә эшләгеҙ! 🍁Ялдарҙа күмәкләшеп бына ошондай сағыу, матур ҡул эштәре эшләргә була. 🍂Әлбиттә, балалар баҡсаһында йә мәктәптә хеҙмәт дәресендә оҫталарға мөмкин. 🍃Өйгә бирелгән эш булғанда ла хәҙер нимә яһарға беләһегеҙ, атай-әсәйҙәр 😉

Рәшит Назаровтың шиғырын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уҡый.

#ВатанЯугиры
#ВатанЯугиры

Башҡорт атын данлап йыр яҙ һәм... атлы бул!😍 Темәс егете Илнур бына шундай шәп тәҡдим-конкурс иғлан иткән. Талантлылар һәм моңлолар, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең башҡорт атына тағы бер шәп йыр арнағыҙ! 👏🌸

📌Ошондай биҙәүесте тағып йөрөр инегеҙме? Башҡорттарҙың иҫәпләп сигеү ысулы менән яһалған был төйрәместәр (брошь) бик үҙенсәл
+3
📌Ошондай биҙәүесте тағып йөрөр инегеҙме? Башҡорттарҙың иҫәпләп сигеү ысулы менән яһалған был төйрәместәр (брошь) бик үҙенсәлекле күренә. Уны оҫтабикәләр боронғо башҡорт һарауыстары һәм башҡа иҫәпләп сигелгән әйберҙәр, биҙәктәр нигеҙендә эшләгән.