uk
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Відкрити в Telegram
617
Підписники
Немає даних24 години
-27 днів
-330 день
Архів дописів
Ҙур ырыуҙан икәнһең, өлгөрлөк кәрәк 👍
Ә һеҙҙең ырыуығыҙға бәйле берәй әйберегеҙ бармы?

📌 Өфөлә һырғалаҡтар асылды - конькиҙарығыҙҙы сығарығыҙ! Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн конькиҙа йөрөү өсөн махсус майҙансыҡтар
📌 Өфөлә һырғалаҡтар асылды - конькиҙарығыҙҙы сығарығыҙ! Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн конькиҙа йөрөү өсөн махсус майҙансыҡтар эшләй башланы. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев уларҙың исемлеген килтерә: һәр районда һырғалаҡ бар. Иң күбе Октябрь районында - 9, унан Киров районы берәүгә генә ҡалыша. ❗Иҫкәртәбеҙ: әле йылға-күлдәрҙә боҙ ҡатмаған, шуға махсус ойошторолған майҙансыҡтарҙа ғына конькиҙа йөрөгөҙ. Күптәр ошо көндәрҙә Бөрө районында бер көтөү һарыҡ боҙ аҫтына китеп, әрәм булыуы тураһында ишеткәндер.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәүефтән аралағыҙ.
Күңелле ҡышҡы уйындар мәле етте - бәхетһеҙлеккә урын булмаһын! 😇

⭐Юнармиясылар йыйылды Бөгөн М. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик
⭐Юнармиясылар йыйылды Бөгөн М. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары йыйылды. Улар “Саҡырыу” республика ҡышҡы уйындарында ҡатнашты. Уйындарҙа 36 команда көс һынашты – һәр береһендә алтышар кеше. Өс көн дауамында үҫмерҙәр хәрби медицина белемдәрен, физик, строевой әҙерлеген, мәргәнлеген күрһәтте. 💯“Юнармия” хәрәкәте Башҡортостанда әүҙем үҫешә, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. Әлеге көндә беҙҙә 30 мең баланы берләштергән 602 юнармиясы отряды бар.
“Барығыҙ ҙа беҙгә бик ҡәҙерле. Сөнки һеҙ, етеп килгән быуын, күпмелер ваҡыттан республиканың үҫеше, алға барышы өсөн яуаплы буласаҡһығыҙ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – бында үткәргән өс көнөгөҙ эсендә һеҙгә билдәле оҫталыҡ һәм белем биреү, тәү сиратта һеҙ – ҙур дәүләт, Рәсәй Федерацияһы граждандары икәнлекте төшөндөрөргә һәм илһөйәр булырға, илде һаҡларға һәм уның мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәргә тейешлекте аңлатырға бурыслыбыҙ”,
- тине БР Башлығы Радий Хәбиров, юнармиясылар менән осрашыуҙа. 📍Шулай уҡ республика етәксеһе киләһе йылда Стәрлебаш районында Шишмәләге кеүек парк асырға ниәтләнеүҙәре тураһында белдерҙе.

"МӘҢГЕЛЕККӘ ... " Гөлфиә Денисламова һүҙҙәре Марсель Нажметдинов көйө Ҡайтарырға ине бейек күктән ергә, Һаҡламаны Хоҙай ғүмереңде... Ышанмайым, һаман көтәм әле "Мин ТЕРЕМЕН" тиеп әйтереңде ... Мәңгелеккә киттең матур донъяларҙан, Йөрәккәйем әрней, йәштәр ҡойола... Бергә үткән тормош-юлдарыбыҙ, Ҡыҫҡа көндәр кеүек тойола... Сабыр булыу кәрәк, беләм үҙем, Күҙ йәшемде, йотам һағышымды... Эстән генә шыңшып илай күңелем Йылмайыуыңды һағынып, тауышыңды... Күҙ алдарым томан, ҡарап тораң һымаҡ Юлдар аша болғап ҡулдарынды... Ниңә генә икән ҡыҫҡаҡ булды ғүмерең Хоҙай өҫтәмәне икән йылдарыңды. ➡️ Төркөмдәштәр уртаҡлашҡан яҙмаларҙан.

Ә һеҙ был башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен беләһегеҙме? Видео: талантлы фотограф Гөлназ Ғәлимуллина ижады.

БИҘӘКСЕ КЕМ УЛ? Д.П. Никольский семәрле ҡымыҙ һауыттарын эшләүҙе күҙ уңында тотоп былай тип яҙа: “Башҡорттар арһында был өлкә
БИҘӘКСЕ КЕМ УЛ? Д.П. Никольский семәрле ҡымыҙ һауыттарын эшләүҙе күҙ уңында тотоп былай тип яҙа:
“Башҡорттар арһында был өлкәлә ҡайһы берҙә бигерәк оҫта кешеләрҙе тап итергә мөмкин, уларға алыҫтарҙан заказ бирәләр”.
💯Ағаста нескә биҙәктәр төшөрөп семәрләгән оҫталарҙы “биҙәксе” тип йөрөткәндәр.
"Ҡыҙғанысҡа күрә этнографтар XIX быуатта йәки XX быуат баштарында эшләгән талантлы кешеләрҙең исеме онотола башлаған осорҙа ғына халыҡ ижадын өйрәнеүгә тотонған. Ә үҙ заманында тирә-йүнгә билдәле оҫталар булған",
- тип яҙа үҙенең “Башҡорттарҙа ағас семәрләү һәм биҙәк төшөрөү” китабында этнограф Светлана Шитова. 📸Фото: Рәсәй этнография музейы фондында һаҡланған ҡымыҙ менән һыйлау өсөн тәғәйенләнгән һауыт-һабалар. ХХ быуат башында төшөрөлгән.

Көндө HAZINA төркөмөнөң өр-яңы йырына арналған видеояҙмаһын ҡарауҙан башлап ебәрәйек әле.🌸
❗Бынан бер нисә йыл элек кенә лә өлкәндәр йәштәребеҙҙе йырлаған йырҙарының мәғәнәһе булмаған өсөн тәнҡитләй торғайны. Ә бына хәҙер ниндәй матур йырҙар ижад итәләр!
Йырҙы тулыһынса бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа ла тыңларға мөмкин, тип хәбәр итә һылыуҙар.

📌 Голландиянан сәләм юллағандар! 🏹1813 йылдың ноябрендә башҡорт полктары казактар менән бергә Эйссель йылғаһын һуғышып аша
+2
📌 Голландиянан сәләм юллағандар! 🏹1813 йылдың ноябрендә башҡорт полктары казактар менән бергә Эйссель йылғаһын һуғышып аша сыға. Улар менән генерал фон Бенкендорф командалыҡ итә. Был ваҡиға Нидерландтар Короллеген Наполеон баҫҡынсылығынан азат итеүгә башланғыс һала.
🏹Ошо тарихҡа арнап, 2018 йылда Нидерландтарҙа һыбайлы башҡорт яугирына һәм генерал А.Х. Бенкендорфҡа бронзанан һәйкәл ҡуйылды.
Был Хеерде һәм Олст-Вейе муниципалитеттары башланғысында бойомға ашырыла. 🏹Башкорттарҙың яугирлығын бар донъяға хәтерләтеп торған һәйкәлде сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә һис онотмай. Ике йылға бер мәртәбә бында саралар ойоштороп киләләр.
🔥Быйыл сираттағы сағыу мәҙәни сара үткән һәм был хаҡта Германияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Ирек Байышев хәбәр итеп, сәләмен еткергән.
📍 Әйткәндәй, һыбайлы башҡорт яугирына һәйкәлдең бейеклеге 3,5 метр, постаменты - 4 метр бейеклектә. Унда башҡорт һәм рус телдәрендә шундай яҙыу бар: "1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар башҡорт полктарына".

🔥"Ай, былбылым"ды ишеттегеҙме? AY YOLA төркөмө һәм Алһыу башҡарыуында "Ай, былбылым" башҡорт халыҡ йыры заманса яңғырай. Йыр
🔥"Ай, былбылым"ды ишеттегеҙме? AY YOLA төркөмө һәм Алһыу башҡарыуында "Ай, былбылым" башҡорт халыҡ йыры заманса яңғырай. Йырҙы бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин. Ошонда баҫ.

❓Һорауың бармы? ✅Мөрәжәғәт ит! Башҡортостан халҡы ил президентына һорау бирә ала. Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары 19 дека
Һорауың бармы? ✅Мөрәжәғәт ит! Башҡортостан халҡы ил президентына һорау бирә ала.
Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары 19 декабрҙә сәғәт төшкө 12-лә үтә (Мәскәү ваҡыты менән, беҙҙеңсә сәғәт төшкө 2 була).
⚡Президентҡа килгән һорауҙарҙы эшкәртеүсе ирекмәндәр әйтеүенсә, әле үк 1,3 миллион һорау килгән. Улар араһында төбәк кимәлендә хәл ителерҙәй булғандары шунда уҡ тейешле дәүләт структураларына йүнәлтелә. 📍Мөрәжәғәттәр moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) сайтында ҡабул ителә. ☎8-800-200-40-40 һандарына шылтыратырға мөмкин. ☎0-40-40 номерына СМС һәм ММС хәбәрҙәр яҙырға була. ✔Шулай уҡ "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә, Макс мессенджеры аша ла һорау бирә алаһығыҙ. Мөрәжәғәттәр 19 декабрҙә тура бәйләнеш тамамланғансы ҡабул ителәсәк.

"Башҡорт теле", Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева шиғыры. Уҡый: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзилә Билалова. Видео: Нурзилә Усманова.

📌 Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһының сираттағы лауреаттары билдәле булды. Кисә БР Башлығы хаким
+4
📌 Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһының сираттағы лауреаттары билдәле булды.
Кисә БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә конкурс комиссияһы барлыҡ тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшергән.
📍 Йәшерен тауыш биреп, юғары наградаға лайыҡ кешеләр исеме билдәләнгән, бына улар: 🔹 Дамир Тайыпов - "Вокаль сәнғәте өлкәһендә юғары профессиональ ҡаҙаныштары һәм башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн"; 🔹Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина - "Кемел Тоҡаевтың "Серле эҙ" китабына әҙәби тәржемә яһаған һәм заман милли прозаһына үҫтереүгә өлөш индергән өсөн"; 🔹Хәбир Аралбаев - "Өс таған" хореографик картинаһы солисы булараҡ башҡорт милли сәхнә бейеүе өлкәһендә эше һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен күтәргән өсөн". Йәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! ❤️

Һуңғы бер аҙнала республикала 4 социаль объект асылды. ✅Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса Совет ултырышы сиктәрендә Ишембай, Хәйбулла һәм Мәсетле райондарында яңы мәҙәниәт йорттары асылғайны. ✅ Кисә Асҡын районында өр-яңы поликлиника сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында (ВКС форматында) Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашҡан. Шулай итеп, Асҡын районында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы тулыһынса яңыртылып бөткән. Бығаса райондың ауылдарында иҫке ФАПтар урынына заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылғайны - һуңғы бер нисә йылда өр-яңы медпункттар Иҫке Ҡаҙансы, Ключи, Ҡубыяҙы, Мутайылға , Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Яны Ҡара, Билгеш ауылдарында барлыҡҡа килде. Заманса йыһазландырылған ҙур поликлиника Асҡында һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау буйынса ҙур эштең йомғаҡ өлөшө. Заманса бина менән бер рәттән төпкөл райондарға көн талабына тура килгән йыһаздар ҙа ҡайтарыла, сифатлы медицина хеҙмәтен күрһәтеү мөмкинлектәре тыуҙырыла. Әйткәндәй, әлеге мәлдә республикала бер юлы тағы ла бер нисә район поликлиникаһын төҙөү эше алып барыла. Халыҡ-ара кимәлдәге спорт объекты йә Кампус ише республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған учреждениелар менән бер рәттән ябай халыҡ өсөн мөһим объекттар асылыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Был тыуған еренә ерегеп йәшәгәндәр хаҡындағы хәстәрлек тә, төбәктең киләсәген үҙ ҡулына алыр йәш быуын өсөн шарттар тыуҙырыу сәйәсәте лә. Бөгөн шул уҡ ауыл клубтары йә ФАПтарҙы күҙ уңында тотҡанда, республикала уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән социаль инфраструктура яңыртылыуын һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк. Йәғни бөгөн ауыл-райондарҙың иң кәмендә алдағы илле йыллығы хәстәрләнә.

Ҡыш һулышын тояһығыҙмы? 🌬️ Тышта һыуыҡ, буран булһа ла, өйөгөҙҙә тыныс, йылы булһын! ❤️ Фото: Елена Перминова.
+3
Ҡыш һулышын тояһығыҙмы? 🌬️
Тышта һыуыҡ, буран булһа ла, өйөгөҙҙә тыныс, йылы булһын! ❤️
Фото: Елена Перминова.

📌Санкт-Петербургта «Яҡташлык көсө — сила отечества» йәштәр форумы үтәсәк. Сара 18 декабрҙә Санкт-Петербургтағы Милләттәр йор
📌Санкт-Петербургта «Яҡташлык көсө — сила отечества» йәштәр форумы үтәсәк.
Сара 18 декабрҙә Санкт-Петербургтағы Милләттәр йортонда уҙа. Унда Санкт-Петербург ҡалаһында уҡыған һәм йәшәгән Башҡортостан студенттары һәм йәштәре ҡатнашасаҡ.
Форум дәүләт органдары, мәғариф учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән йәштәр араһында бәйләнеш булдырыу, танышыу, йәштәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе ишетеү маҡсатында уҙғарыла. Шулай уҡ республика мәнфәғәтендә эшләү, үҫеш, эш табыу тураһында ла һөйләшәсәктәр. ⚡Форумға саҡырылғандар: ✅Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, ✅Башҡортостандың РФ Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Ринат Фәйзуллин, ✅Санкт-Петербург тау университеты ректорының махсус вәкиле, академик партнерҙар менән бәйләнеш буйынса проректор Сергей Новиков, ✅Санкт-Петербург Жуков хәрби орденлы РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре институты етәксеһе, генерал-майор Андрей Кийко, ✅Санкт-Петербург ҡалаһының Кронштадт районы хакимиәте башлығы Андрей Кононов. 📍Инеү ирекле, әммә мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк: forms.yandex.ru/u/693856b2...

📌2026 йыл - Башҡорт ғаиләһе йылы Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова хәбәр итте.
📌2026 йыл - Башҡорт ғаиләһе йылы Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова хәбәр итте.
Нәҡ ғаиләлә халыҡтың теле, йолалары, мәҙәниәте һаҡлана һәм киләсәге тәрбиәләнә, тип билдәләгәндәр Ҡоролтайҙа.
📍Рәсәйҙә Хәлыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан ителгәндән һуң, ошо берҙәмлеккә нигеҙ һалынған, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы ҡараш тәрбиәләнгән йәмғиәт ячейкаһы - ғаиләгә иғтибарын йүнәлтәсәк йәмәғәт ойошмаһы. Әйткәндәй, быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ил президентының халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелгән сәйәсәтен хуплағайны.

Тормошоғоҙҙа ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа - БИСМИЛЛА менән башлағыҙ! 🤲
Балаларыбыҙға быны йыр аша өйрәтеү - бик хуп.
Видео: Шәһит Хамматов.

БАШҠОРТ СӘЙЕ☕ Сәй яратмаған башҡорт юҡтыр ул, көнөнә әллә нисәне самауырҙы йығырға ризабыҙ, шулай бит? ☕Өләсәйҙәр ҡара сәйҙе
БАШҠОРТ СӘЙЕ☕
Сәй яратмаған башҡорт юҡтыр ул, көнөнә әллә нисәне самауырҙы йығырға ризабыҙ, шулай бит?
Өләсәйҙәр ҡара сәйҙе бигерәк яратты инде, хәҙер йәшел сәй эсеүселәр ҙә күбәйҙе. Беренсеһе "дәүлинйә"не күтәрергә ярҙам итһә, икенсеһе - төшөрә. Ҡайһыһы ла дауа инде! Бигерәк тә үҙебеҙҙең яҡта үҫкән төрлө үлән-япраҡтар, емеш-еләк ҡушып бешерелгән сәйҙең сихәте баһалап бөткөһөҙ. ☕Башҡорттар борондан сәй эсергә яратҡан халыҡ булып танылған. Өйгә ингән бер кешене лә сәй эсермәйсә сығармағандар. "Сәйгә ин", тип саҡырһалар, тимәк, хужабикәнең тәм-том тулы өҫтәле әҙер тора. ☕"Ҡоро сәй эсергә", тиһәләр, тимәк, бишбармаҡ йә итле ризыҡ ҡына юҡ бындай табында. 🔥Башҡорттарҙың бындай ҡунаҡсыллығы тураһында шундай риүәйәт йәшәй: Хоҙай бер көндә кешеләргә байрамдар таратҡан, ти. Әммә башҡорттарға был хәбәр һуң килеп етә: тауҙар араһында йәшәгән башҡорттар ҡасан йыйынғансы, барғансы, байрамдар таратылып та бөткән. Бик ныҡ ҡайғырғандар, ти. Хоҙай быны күреп: "Ярай, мин һеҙгә ҡунаҡтар ебәрермен, йортоғоҙға ҡунаҡ килеүен байрам тип иҫәпләрһегеҙ. Ҡәҙерләп ҡаршы алырһығыҙ", - тигән. ☕Сәйгә бәйле бик күп байрамдарыбыҙ һәм йолаларыбыҙ ҙа бар: Кәкүк сәйе, килен сәйе, кейәү сәйе, бишек сәйе, йома сәйе һ.б.
☕Үҙебеҙҙең башҡорт сәйе мәтрүшкә, боланут, һары мәтрүшкә, ҡарағат һәм ҡурай еләге япраҡтарынан, ер еләге, сейә япрағы һәм, иң мөһиме, һөттән тора.
📍Сәй әҙерләүҙең рәте шулай:самауырға йомшаҡ һыу һалып, ҡайнатабыҙ; ✅сәйнүккә ҡара сәй һәм төрлө үләндәр һалабыҙ һәм ҡайнар һыу ҡойоп, самауыр мөрйәһенә ултыртабыҙ; ✅ике-өс уртлап эсерлек каса йә сынаяҡҡа тәүҙә бешерелгән сәй, шунан һөт, шунан ҡайнар самауыр һыуы ағыҙабыҙ. Ни өсөн тәүҙә бешерелгән сәй шунан һөт һалырға кәрәк? ✅Сөнки тәүҙә ҡара, шунан аҡ килергә тейеш. Тормошоғоҙҙа аҡлыҡ-паклыҡ, бәхет өҫтөнлөк итһен өсөн.
Бал, йыуаса, сәк-сәк, ҡыҙыл эремсек, сейәле май, муйыл ҡорото, ҡаҡ һәм башҡа үҙебеҙҙең тәмлекәстәргә ҡушып, "һөрпөлдәтеп" эсәбеҙ!
Сәйегеҙ тәмле булһын!❤

Яңы йылға һәм оҙайлы ялдарға тиклем тағы ике генә дүшәмбе ҡалды, дуҫтар! Күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰 📍 Әйткәндәй, был фотол
Яңы йылға һәм оҙайлы ялдарға тиклем тағы ике генә дүшәмбе ҡалды, дуҫтар!
Күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰
📍 Әйткәндәй, был фотолағы шәп егеттәр кисә "Мега" сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнө уңайынан үткән матур сарала ҡатнашҡан. Байрамды ойоштороусы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы төшөрөп алған. Балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәрҙәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашҡан. Берәүҙәр Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары алып килгән "Ямаҡай бәпкә" спектаклен ҡараған, икенселәр музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнгән, ҡул эштәре серҙәренә төшөнгән. HAZINA төркөмө, "Тамыр" балалар вокаль ансамбле, М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияның "Дуҫлыҡ" өлгөлө ансамбле, "Ғаилә" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, йырсылар Әлфиә Ғәлләмова һәм Әлиә Исҡужина сығыш яһаған. Балалар уйнап та алған, шунһыҙ булмай. 🔥Үәт, шулай бик күңелле генә үткән был көн баш ҡалала. Ә һеҙ нисек билдәләнегеҙ был көндө?

Тел байрамы, рух байрамы менән, дуҫтар!