ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 013
Подписчики
-124 часа
-57 дней
-1430 день
Архив постов
Шайморатов кластарының һаны 69-ға артты Уларҙы сафҡа алыу тантанаһы бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания ҡатнашты, етәкселәр Рәсәй Геройының һәйкәленә сәскә һалды, йәш шайморатовсыларға теләктәрен еткерҙе.

Республика көнөнә арналған рәсми саралар Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды Республика көнөнә арналған рәсми саралар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Башҡорт милли әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың тәүге хөкүмәт ағзаһы, халҡы, туған теле, тыуған ере өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шәхес-Шәйехзада Бабич республиканың бөгөнгөһөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тантанала Абхазия Президенты Аслан Бжания , Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ла ҡатнашты.

Сәскә атһын Башҡортостаныбыҙ! Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе республикабыҙҙың тыуған көнө менән ҡотлайым! Ғәзиз әсә кеүек, тыуған ер ҙә берәү генә була. Һәм беҙ уның именлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ быны булдыра алабыҙ, сөнки татыу, күп милләтле, эшсән, дуҫ ғаиләлә йәшәйбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормош теләйем. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтте Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә алған.

Республикала һәр 10 октябрь Ҡурай көнө булараҡ билдәләнә башлай Яңы байрам булдырылыуы тураһында төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбленең таныштырыу концертында иғлан итте. Был башланғысты ижади коллектив, тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡабул итте. Республика етәксеһе тарихи ваҡиғала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, ҡурай - башҡорт милләтенең символы, быуындарҙы бәйләүсе ҡомартҡы, халҡыбыҙҙың күңеле булыуын билдәләне.

Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте Республика көнө Башҡортостандың төп дәүләт байрамы. Өс тиҫтәнән ашыу йыл элек халҡыбыҙ мәнфәғәтенән сығып социаль-иҡтисади, фәнни һәм рухи-мәҙәни үҫешкә нигеҙ һалынды Бөгөн дә халҡыбыҙ үҙ берҙәмлеге, фиҙаҡәр хеҙмәте менән республиканы алға әйҙәй, яңы үрҙәргә этәрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.

Өфөлә Радий Хәбировтың Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашыуы үтте Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре Радий Хәбировтың Донецк Халыҡ Республикаһы етәксеһе Денис Пушилин менән осрашыуында тикшерелде. Башҡортостан башлығы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, шул иҫәптән иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн потенциалдың юғары булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткән тантанала йөҙҙән ашыу кеше юғары награда, почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Наградаларҙың бер өлөшөн Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин тапшырҙы. Ул Донбасс төбәктәрен төҙөкләндереүгә, урындағы халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендә Ағиҙел буйында төҙөлгән Колоннада асылды Бөгөн Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы тәңгәлендә Ағиҙел буйында төҙөлгән Колоннада асылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин һәм власть органдары вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Хәйбулла районында Ғәзим Шафиҡовтың хәтер кисәһе үтте Шағир, прозаик, драматур - ҙур ижадсы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына 85 йыл. Ошо уңайҙан Хәйбулла районында «Ғорурлығы булып Хәйбулланың, мәңге йәшә беҙҙең күңелдә» тип аталған хәтер кисәһе үтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡорт теленән онлайн олимпиаданың икенсе көнө үтә Тәүге көндә тест һорауҙарына 16 меңдән ашыу кеше яуап биргән. Бөгөн сараға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла ихлас ҡушылды. Олимпиада шарттары буйынса улар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Тест әҙәбиәт, тарих, тел кеүек төрлө өлкәне үҙ эсенә ала.

Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу дауам итә Ил һаҡларға ант биргәс, өйҙә ултырып ҡалып булмай. Был турала Рәсәй Оборона министрлығы менән конракт төҙөүсе Хәлит Ғөбәйҙуллин белдерҙе. Ир 2000-се йылдар башында әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Махсус хәрби операциянан да ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Әле ул Башҡортостандың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пунктына килеп килешеү төҙөй. Медицина тикшеренеүҙәрен үткәндән һуң, хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланасаҡ. Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы 1 миллион 205 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ.

Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холлында үткән тантанала йөҙҙән ашыу кеше юғары награда, почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде.

Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла Туриндустрия өлкәһендә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе "Атҡаҙанған туризм хеҙмәткәр
Башҡортостанда яңы маҡтаулы исем булдырыла Туриндустрия өлкәһендә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе "Атҡаҙанған туризм хеҙмәткәре" тип билдәләйҙәр. Республика парламентында "Дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһындағы" законға төҙәтмәләр әҙерләнгән. Документ ошо айҙа пленар ултырышта ҡарала. - Бөгөн туризм үҫешә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанды ҡунаҡсыл төбәк итеп таныта. Маҡтаулы исем һөнәрҙең абруйын арттырыуға, тармаҡ үҫешенә булышлыҡ итәсәк, - тине спикер Константин Толкачев.

Башҡортостан Ҡыҙыл китабынан 21 төр хайуан, ҡош һәм бөжәк сығарылды Республика хөкүмәте һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуан
Башҡортостан Ҡыҙыл китабынан 21 төр хайуан, ҡош һәм бөжәк сығарылды Республика хөкүмәте һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандар һәм үҫемлектәр тураһында документҡа төҙәтмәләр ҡабул итте. Ҡыҙыл китапҡа 47 төр индерелде. Яңыртылған исемлектә 140 йәнлек, бөжәк, балыҡ һәм ҡош тураһында мәғлүмәт бар. Быға тиклем Ҡыҙыл китап 2014 йылда үҙгәртелде.

Башҡортостан көрәшселәре грэпплинг буйынса донъя беренселегендә өс алтын яуланы Өфөнән Алһыу Ғәлиева ике тапҡыр чемпион тип т
Башҡортостан көрәшселәре грэпплинг буйынса донъя беренселегендә өс алтын яуланы Өфөнән Алһыу Ғәлиева ике тапҡыр чемпион тип танылды. Шулай уҡ Бөрйән районынан Илсөйәр Сәйфетдинова еңеүсе булды. Грэпплинг буйынса донъя беренселеге Астана ҡалаһында үтә. Турнир 12 октябргә тиклем дауам итә. Унда 30 илдән 1 мең 300 спортсы ҡатнаша. Грэпплинг көрәштең бер төрө булып тора.

Баш ҡалала «Нағышлы Башҡортостан» республика фестивале башланды Ике көн дауамында ҡул эше оҫталары сигеү сәнғәтендә ҡулланылған орнаменттар, уларҙың тәғәйенләнеше һәм грамоталы файҙаланыу тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Лекторҙар араһында билдәле ғалимдар ҙа бар. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Өфөлә «Атай, әсәй, мин - музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтте Сәнғәткә һөйөү берләштерә. Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә «Атай, әсәй, мин - музыкаль ғаилә» конкурсының финалы үтте. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 12 ғаиләнең сығышын баһалама комиссияһы менән бергә БЮТ ижади төркөмө лә ҡараны.

Башҡортостанда башҡорт теленән онлайн-олимпиада старт алды Ул бөгөн башланып, 3 көн дауам итәсәк. Тест һорауҙары башҡорт телен ирекле, башланғыс кимәлдә белеүселәр һәм диалектта һөйләшеүселәр өсөн бүленгән. Икенсе йыл рәттән үткәрелгән олимпиадала теләгән һәр кем ҡатнашып, белемен һынай ала.

Өфөнөң тимер юл вокзалында Павел Самойлинды ҡаршы алдылар «Беҙ ҡайтырбыҙ» тип махсус хәрби операцияға киткән коллегабыҙ Павел Самойлин тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Юҡҡа ғына уның хәрби ҡушаматы ла «Ҡайтыр» түгел. Ҡаты бәрелештәрҙә йәрәхәтләнеп бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятҡан яугир тап еңеп ҡайтыу теләге, йәшәү көсө менән иҫән ҡала. Әле ул Мәскәүҙә дауаланғандан һуң тыуған Өфөһөнә ҡайтты. Тимер юлы вокзалында уны яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ҡаршы алды.