ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 963
Подписчики
-224 часа
-67 дней
-2030 дней
Архив постов
Радий Хәбиров Ермолаев ҡасабаһындағы яңы йыл ҡаласығы менән бәйле хәлде контролгә алды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ермолаев ҡасабаһындағы яңы йыл ҡаласығы менән бәйле хәлде контролгә алды. Алдараҡ Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов боҙ ҡаласығын төҙөүгә тәғәйенләнгән аҡсаны янғындан зыян күргән ғаиләгә йүнәлтергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров «Абилимпикс» чемпионаты һәм «Профессионалдар» хәрәкәте еңеүселәре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Абилимпикс» чемпионаты һәм «Профессионалдар» хәрәкәте еңеүселәре менән осрашты. Сарала барлығы 80 кеше ҡатнашты. Быйыл республика «Профессионалдар» хәрәкәте йыйылма командаһы Рәсәйҙең иң яҡшы биш командаһы исемлегенә индерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штаб ултырышын үткәрҙе Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Осрашыуҙа төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Өфөнөң этнология һәм этнография музейында Алтын Урҙа дәүеренә арналған күргәҙмә асылды Рәсәй фәндәр академияһының төбәк ғилми үҙәге коллективы XIV быуат башы һәм урталарындағы артефакт менән таныштыра. Табылған ҡомартҡылар араһында көнкүреш, металл әйберҙәр һәм ҡоралдарҙы күрергә мөмкин.

Башҡортостанда GSM-модуль менән йыһазландырылған янғынды иҫкәртеүсе 500-се ҡоролма ҡуйылды Бушлай прибор Благовещен районы Ильина Поляна ауылда йәшәүсе Гундеровтар ғаиләһенә тапшырылды. Пилот проект республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Программа буйынса яҡшыртылған ҡоролма менән һуҡыр, һаңғырау, түшәктә ятҡан инвалидтар тәьмин ителә. Ғәҙәти датчиктан айырмалы рәүештә, ул ғәҙәттән тыш хәл осрағында сигналды бер юлы дүрт адресҡа: ашығыс хеҙмәттәргә, туғандарға, опека органдарына һәм ауыл биләмәһенә тапшыра.

Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан йәнә Донбасҡа юлланды Улар махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса алынған. Хеҙмәт урынына яугирҙар дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтҡандан һуң оҙатылды. Автобусҡа шулай уҡ хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр тейәлде. Ялдарҙа улар ғаиләләре, туғандары менән күрешкән.

Башҡортостан депутаты ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынды БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко айырыус
Башҡортостан депутаты ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алынды БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа аралашсы булыуҙа ғәйепләнә. 16 декабрҙә Өфөнөң Совет районы суды уны 2025 йылдың 30 ғинуарына тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев депутат Алексей Локотченконың ҡулға алыныуына аңлатма бирҙе: «Законда суд ҡарары сығарылғансы депутат статусын алып ташлау ҡаралмаған. Вәкәләттәрҙе депутаттың үҙенең теләге менән туҡтатырға мөмкин. Әгәр Алексей Юрьевич ғариза яҙһа, депутаттар уны ҡараясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уҙған саҡырылыш депутаты Дмитрий Чувилин вәкәләт ваҡыты тамамланғансы тикшереү аҫтында булды», – тине Константин Толкачев.

Өфөлә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның китабы донъя күрҙе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Тәнзилә Дәүләтби
Өфөлә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның китабы донъя күрҙе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Уйлы заман» тигән китабы донъя күрҙе. Яҙыусының һигеҙенсе китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән поэмалары, шиғырҙары, хикәйәләре тупланған. Автор заман һулышын һиҙгер тоя, үҙенең әҫәрҙәрендә сағыу картиналар һәм тәрән уйланыуҙар аша тормош асылын, донъяға ҡарашын, уй-фекерҙәрен һәм хис-тойғоларын асып бирә. Шиғырҙар һәм поэмалар ихласлығы, үҙенсәлеге, фәлсәфәүи уйланыуҙары менән айырылып тора. Хикәйәләр мауыҡтырғыс, тормошсан сюжеттар, заманға ауаздашлығы менән хәтерҙә ҡала.

Өфөлә зоопарк төҙөү өсөн участка бүленгән Ул Урмансылар паркында урынлашҡан. Биләмә ғәмәлдәге вольер менән сиктәш була. Объек
Өфөлә зоопарк төҙөү өсөн участка бүленгән Ул Урмансылар паркында урынлашҡан. Биләмә ғәмәлдәге вольер менән сиктәш була. Объектты 2027 йылда төҙөй башлау ҡарала. Тропик павильон өсөн шиншилла, таш баҡа һәм башҡа хайуандар алыу планлаштырыла. Күргәҙмә галереяһына үҙенсәлекле ҡоштар ебәрелә. Паркта шулай уҡ арыҫлан, дөйә һәм дөйәғоштар урынлаша.

Республикала спорт ярыштары еңеүселәренә түләүҙәр арта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ошо турала белде
Республикала спорт ярыштары еңеүселәренә түләүҙәр арта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ошо турала белдерҙе. Һүҙ Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, башҡа ҙур ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм чемпион исемен алыусылар тураһында бара. Айлыҡ стипендияның минималь күләме 8, иң юғары суммаһы 38 мең һум була. Уны алыусыларҙың йәше лә кәмегән. Хәҙер айлыҡ түләүҙәр 13 йәштән бирелә башлай. Олимпия спортсыларын тәрбиәләгән тренерҙарға аҡсалата дәртләндереү ҡарала. 2023 йылдан башлап уларға дәүләт стипендияһы күсерелә. Бындай түләү беҙҙең республикала ғына индерелгән.

Башҡорт мәҙәниәтен йәштәр араһында таратыуҙың яңы юлы Милли колоритлы өс үлсәмле наклейкалар. Ауырғазы районында башҡорт һүрәттәре, ҡанатлы һүҙҙәр һәм республика район-ҡалаларын менән тәүге 3d стикерҙар етештерелә башланы. Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар уларҙы теләп һатып ала.

Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы: «Мин ҡайтырмын» фильмы тамашасыға юллана Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндерөү тарихы, уны реставрациалау ваҡытлымы, юҡмы? «Мин ҡайтырмын» документаль фильмы авторҙары ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя. Уны БСТ телеканалы «Самрау» фонды менән берлектә әҙерләй. Фильм Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә.

Иглин районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты Ылауҙа күсмә мунсалар, квадрокоптерҙар, тепловизор, рация, бензобысҡы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Райондың ирекмәндәр ойошмаһы яҡташтарыбыҙ өсөн фронтҡа окоп шәмдәре, йылы кейем, күстәнәстәр әҙерләгән.

Махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Башҡортостанға ҡайтты Ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттар Луганск госпиталендә 16 көн хеҙмәт итә. Ирекмәндәрҙе Совет майҙанында республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко ҡаршы алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Беренсе тирмә» төбәк проектын ойоштороу тәҡдимен Башҡортостан башлығы ла хуплай. Ноябрь аҙағында алыҫ юлға сыҡҡан икенсе төркөм ирекмәндәре яу яланынан килтерелгән яралыларҙы йыуындырыу, ашатыу, төрлө медицина тикшереүҙәренә йөрөтөү, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләү, хатта сәс алыу кеүек бик күп эш башҡара.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе финанслау 1,5 тапҡырға артты Биш йыл эсендә Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслау бер ярым тапҡырға тиерлек артып, 119 миллиард һумға еткән. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышында белдерҙе.

Яңы йылға әҙерлек: боҙ һындар һәм шыуыу тауҙары төҙөлә Хөкүмәтте формалаштырыу, Һаулыҡ һаҡлау советы, сүп-сар сығарыу, ҡар таҙартыу. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә мөһим бурыстар ҡуйылды, яҡшы яңылыҡтар иғлан ителде.

19 декабрҙә Рәсәй Президентының ҙур матбуғат конференцияһы үтә Дәүләт башлығы шулай халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Тура трансляцияны федераль ҡарарға мөмкин. Владимир Путинға бер миллиондан ашыу һорау һәм мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Быйыл тәүге тапҡыр граждандарҙың һорауҙарын эшкәртеү өсөн өҫтәмә рәүештә яһалма интеллект йәлеп ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһы 4 сәғәт 4 минут дауам итте. Был ваҡыт эсендә дәүләт башлығы 67 һорауға яуап бирҙе. Граждандарҙан бөтәһе 2 миллиондан ашыу һорау килде.

Өфөлә юғалған ҡыҙҙы эҙләү фажиғә менән тамамланды 15 декабрҙә Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына әй
Өфөлә юғалған ҡыҙҙы эҙләү фажиғә менән тамамланды 15 декабрҙә Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына әйләнеп ҡайтмаған уҡыусының маршрутын видеокүҙәтеү камералары аша ҡарағандар. Һуңғы тапҡыр уны «Мәктәп» туҡталышы тирәһендә күргәндәр. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусы үле килеш табылған», — тип хәбәр иткән «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү алып бара.

Халыҡты финанс пирамидаларға йәлеп иткәндәргә административ штраф һалына Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Финанс пирам
Халыҡты финанс пирамидаларға йәлеп иткәндәргә административ штраф һалына Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Финанс пирамидаларын ойошторған һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн ҡануниәттә енәйәт яуаплылығы ҡаралған, әммә мутлашыусылар башҡа схемаларҙы файҙалана башлаған. Яңы ҡанун менән граждандарға 50 мең, вазифа биләгәндәр һәм эшҡыуарҙарға 100 мең, ойошмаларға 1 миллион һумға тиклем штраф индерелә.

Халыҡты финанс пирамидаларға йәлеп иткәндәргә административ штраф һалына