ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 020
Подписчики
-124 часа
-37 дней
-930 день
Архив постов
Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 23 хәбәр килгән. 14 муниципаль берәмектә 21 хәл контролдә тотола. Бөгөн «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә. Быға бәйле һыу кимәле күтәрелә. Әлеге ваҡытта килеп тыуған проблеманы боҙҙо онтап бөтөрөргә тырышалар. Белгестәр билдәләүенсә, боҙҙоң күпер һәм торлаҡ йорттар янында тығылыуын иҫәпкә алып шартлатыу кеүек ысулдарҙы ҡулланырға ярамай.

Башҡортостанда ташҡын мәлендә биләмәләр һауанан күҙәтелә Бының өсөн КА-32 вертолеты ҡулланыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығ
Башҡортостанда ташҡын мәлендә биләмәләр һауанан күҙәтелә Бының өсөн КА-32 вертолеты ҡулланыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы көндәрҙә Ағиҙел, Өршәк, Инйәр, Эҫем йылғаларында хәл анализланған. Вертолет Өфө, Иглин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында осҡан. Өршәк һәм Инйәр йылғаларында боҙ тығылған урындар теркәлгән.

Өфөлә Башҡорт йәшмәһе йорто барлыҡҡа килә Ул Совет майҙаны янында, Контроль-иҫәп палатаһының элекке биналарында урынлаша. Муз
Өфөлә Башҡорт йәшмәһе йорто барлыҡҡа килә Ул Совет майҙаны янында, Контроль-иҫәп палатаһының элекке биналарында урынлаша. Музей-күргәҙмәләр үҙәген Радий Хәбиров ҡараны. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, бер нисә экспозиция майҙансығында төрлө күргәҙмәләр ойоштороу мөмкинлеге була. Йәшмә бүлмәһендә паннолар ярҙамында Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, тәбиғәте һәм иҫтәлекле урындары менән таныштырыу ҡарала. Шулай уҡ башҡорт яугирҙарына, Башҡортостанда табылған ҡиммәтле металдарға, археологик ҡомартҡыларға, республика һынлы сәнғәте һәм скульптураһына, умартасылыҡҡа бағышланған экспозициялар булдырыу ҡаралған.

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта Бер нисә аҙна буйы ошондай хәл күҙәтелә тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар х
Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта Бер нисә аҙна буйы ошондай хәл күҙәтелә тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Һуңғы аҙнала 32 меңдән ашыу ауырыу теркәлгән, уларҙың 45 проценты - 14 йәшкәсә балалар. Сирлеләрҙең күбеһе киҙеү йоҡторған.

Башҡортостанда һыу баҫыуға бәйле 20 урында хәл тотороҡланған Улар контролдән алынған тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр мин
Башҡортостанда һыу баҫыуға бәйле 20 урында хәл тотороҡланған Улар контролдән алынған тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан. Быйыл һыу баҫыуға бәйле 500-гә яҡын хәбәр ҡабул ителгән. Әле 21 хәл даими контролгә алынған. 15 муниципаль берәмектә 276 ихатаны, 107 йортто һыу баҫҡан. Боҙ китеүе буйынса мониторинг ойошторолған. Бөгөн Мәсәғүт ауылы янында Әй йылғаһында шартлатыу эштәре ҡаралған.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Алтын битлек» премияһы номинанты Ул театр өлкәһендә иң мәртәбәле награда һанала. Жюри ағзалары «Иң яҡшы рәссам» номинацияһына эләккән «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» спектаклен ҡараны. Шулай уҡ баһалама комиссияһы театр бүлектәре менән танышып, уларҙың эшмәкәрлеге юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Салауат Юлаев» һөжүмсеһе Джошуа Ливо Сергей Мозякиндың рекордын ҡабатланы Бөгөн юлаевсылар легионеры быйылғы миҙгелдә 48-се шайбаһын индерҙе. Был гол яҡташтарыбыҙға Новосибирскиҙың «Себер» клубын еңергә ярҙам итте.

Парламент темаһын яҡтыртҡан иң яҡшы журналистар билдәләнде Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа парламент темаһын яҡтыртҡан журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Дипломдарҙы парламент рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Журналистар конкурсына быйыл 200-гә яҡын эш ҡабул ителгән, еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнгән. «Баҫма матбуғат саралары», «Телевидение һәм радио», «Интернет баҫмалары». Бар эштәрҙе лә ҡарап сыҡҡандан һуң, 13 журналист еңеүсе тип табылған.

Өфө вуз-ара кампусында яңы лабораториялар асылды Бөгөн вуз-ара кампуста Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Пышный ҡатнашлығында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты лабораториялары асылды. Лабораториялар замнса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, йәш ғалимдарға фәнни асыштар өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған

Белорет районында ташҡын күперҙе йыуып төшөргән Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән. Архангел, Белорет, Благовар, Кушнаренко һәм Салауат райондарында йорт алды участкалары һыу эсендә ҡалған. Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан. Бөгөнгө ташҡын Белорет районында күперҙе емергән. Нура йылға аша һалынған ҡоролма Отнурок ауылын Малиновая тауы менән тоташтырған булған. Тораҡ пункт үҙе лә һыу эсендә.

Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән ирҙәрсә һөйләшеп алды Республика башлығы «Патриот» паркында «Ирҙәр әңгәмәһе» профилле сменаһында ҡатнашыусылар менән осрашты. Әле унда Башҡортостандың төрлө райондарынан хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, курсанттар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм ауыр үҫмерҙәр һалдат курстары үтә. Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән бергә тактик уйында ҡатнашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Республика башлығына «Башҡорт йәшмәһе йорто» музей комплексы концепцияһын тәҡдим иттеләр Был төбәк өсөн тағы ла бер амбициоз проект. Уны Өфөнөң Пушкин урамында тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Музей-күргәҙмә үҙәге биналарының майҙаны - 2 мең 300 квадрат метрҙан ашыу. План буйынса, арауыҡ күп залдарҙан торасаҡ. Радий Хәбировҡа экспозицияның бер өлөшөн һәм залдарҙы тултырыу варианттарын күрһәттеләр. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, проект бик етди һәм бер нисә йылға иҫәпләнгән.

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында эшләп иклгән «Һаҡмар һандуғастары» ансамбленә 20 йыл Ик етиҫтә йыл дауамында ижади коллектив төрлө байрамдарҙа, мәҙәни кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң кән, быуындар бәйләнешен нығыта. Тулыраҡ киләһе яҙмала

Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре ифтар мәжлесе ойоштороҙо Изге ғәмәлдәр айында « Йомарт Рамаҙан» хәйриә проекты. Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре тыуған ерҙәрендә эшҡыуарҙар ярҙамы менән ифтар мәжлесе ойоштороҙо. Аҡъяр ауылы йәмиғ мәсетендә уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Әбйәлил районында Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназияла патриотик семинар үтте Быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, балаларҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназияла патриотик семинар үтте. Унда белем усаҡтарында эшләгән балалар хәрәкәттәренә һәм уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү һорауҙары ҡаралды.

«Сәләмәт бала саҡ» проекты табиптары һәм ирекмәндәре бүләкләнде Республика балалар клиник дауаханаһында «Сәләмәт бала саҡ» проекты ирекмәндәре һәм табиптары бүләкләнде. Былтыр йәй ғәмәлгә ашырыла башлаған проекттың маҡсаты- пациенттарға дауаланыуҙа уңайлы шарттар булдырыу.

Башҡортостандан «Беренсе тирмә» төбәк проекты буйынса унынсы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө Донбасҡа юлланды Ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙарҙы ҡараясаҡ. Ирекмәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операцияла яҡындары һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙы бер маҡсат берләштерә- яугир яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен, күңел йылыһын, күстәнәстәрен еткереү, яралылырға төҙәлергә ярҙам итеү.

Башҡортостан Мароккоға ҙур партия мал аҙығы оҙатты Көйөргәҙе районының “Маяҡ” май һыҡтырыу заводында етештерелгән продукция л
Башҡортостан Мароккоға ҙур партия мал аҙығы оҙатты Көйөргәҙе районының “Маяҡ” май һыҡтырыу заводында етештерелгән продукция лаборатор тикшеренеү уҙған, барлыҡ экспорт талаптарына тап килә. Тимер юлы менән йөктәр Африка дәүләттәренә, Иран, Һиндостан, Яҡын Көнсығыш илдәренә даими оҙатыласаҡ,тип белдерәләр Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан.

Йомағужа һыуһаҡлағысында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтте Яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙер. Йомағужа һыуһаҡлағысында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтте. Сценарий буйынса, һыу кимәле тиҙ күтәрелә башлай, ә һыу ағыҙыу ҡоролмаһын күтәреүсе кран сафтан сыға.

Башҡортостанда һыу баҫыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы саралар күрелә Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән. Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында йорт алды участкалары һыу эсендә ҡалған. Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан.