ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 955
Подписчики
-124 часа
-57 дней
-1330 дней
Архив постов
Башҡортостанда ҡатмарлы һауа торошо: юлдарҙа сикләүҙәр индерелә Республика биләмәһендә ҡатмарлы һауа шарттары күҙәтелә. Епшек ҡар яуыуы, һепертмә буран һәм боҙлауыҡ айырыуса автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ел секундына 20 метрға тиклем етеүе, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарайыуы ихтимал. Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе оло юлға сыҡмаҫҡа саҡыра. Уҙған тәүлектә генә төбәк һәм федераль кимәлдәге юлдарҙың 33 участкаһында сикләүҙәр индерелгәйне. Шул уҡ ваҡытта коммуналь хеҙмәттәргә лә көсөргәнешле режимда эшләргә тура килә. Уҙған тәүлек эсендә баш ҡала урамдарынан ғына 17 мең ярым кубометр ҡар сығарылған.
05 янв., 12:17

Милли проекттар һөҙөмтәһе: Башҡортостанда яңы объекттар сафҡа инде Яңы йылдың беренсе дүшәмбеһе-киләсәккә йомғаҡ яһарға һәм пландар төҙөргә ваҡыт. Былтыр Башҡортостанда милли проекттар ярҙамында 6 яңы поликлиника һәм 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 35 ремонтланған мәктәп, 170 төҙөкләндерелгән биләмә, юлдар, күперҙәр, коммуналь инфраструктура һәм башҡа объекттар сафҡа ингән. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, бөтәһе 12 яңы милли проект буйынса эш алып барылған.
05 янв., 11:56

Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы халҡы яңы йылдың тәүге көнөн үҙ сәләмтлегенә бағышланы Ҡалған салаттарҙы ашау урынына йүгереү. Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы халҡы яңы йылдың тәүге көнөн үҙ сәләмтлегенә бағышланы. Барса халыҡ йүгерергә сыҡты. Йылды нисек ҡаршы алаһың, шулай үтәсәк, ти Яңы Йәлдәктәр. Шуға күрә улар был башланғысты айыҡ тормошҡа бағышлай.
03 янв., 13:03

Красный Лучта Башҡортостан ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә Донбаста Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙам итеүҙе туҡтатмай. Төбәк ярҙамы менән социаль объекттар төҙөкләндерелә. Красный Луч ҡала округына ингән Петровское ҡалаһында ла спорт ҡоролмалары комплексында ла йылытыу ҡаҙанлыҡтары яңыртылған. Был ҡала республика өсөн ят түгел. Тап Петровскоела легендар яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм уның яуҙаштары ерләнгән.
03 янв., 12:51

4 ғинуарҙа Бөтә Донъя Брайль Азбукаһы көнө билдәләнә Тактиль шрифт ярҙамында һуҡыр һәм күреү һәләте насар булғандар уҡырға, яҙырға өйрәнә, һөнәр үҙләштереп, йәмғиәткә яраҡлаша. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһының төбәк бүлексәһендә бөгөн биш меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн башҡорт республика махсус китапханаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күп төрлө әҙәби баҫмалар тупланған.
03 янв., 12:41

Айрат Рәхмәтуллин Өфөнөң 43-сө поликлиникаһында пациенттарҙы ҡабул итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры баш ҡалалағы 43-се поликлиниканың Максим Рыльский урамында урынлашҡан корпусы эшмәкәрлеге менән танышып, пациенттарҙы ҡабул итте. Айрат Рәхмәтуллин шәхси консультация барышында министр булараҡ ҡына түгел, табип-невролог кәңәштәрен дә бирҙе.
03 янв., 12:36

Яңы йыл каникулдарында Өфөлә сүп-сар сығарыу көсәйтелгән контроль аҫтында Сүп-сар ваҡытында сығарыламы? Яңы йыл каникулдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса эш айырыуса контролдә тотола. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов баш ҡаланың ихата биләмәләрендә төбәк операторҙарының эшен тикшерҙе.
03 янв., 10:39

Башҡортостанда Яңы йыл каникулы тамамланғансы янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала Был осорҙа фейерверктарҙы махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына ҡулланырға мөмкин. Ошо уҡ ҡағиҙә ут яндырыуға ла ҡағыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешенә бәйле, республикала ведомство-ара профилактик рейдттар үтә.
03 янв., 10:20

Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма бер нис
Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма бер нисә көн ғәмәлдә була. Бөгөн спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 8-ҙән 5-кә тиклем алырға мөмкин. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа һатып алыу ваҡыты сәғәт 10-дан 5-кә тиклем билдәләнгән. Башҡа көндәрҙә хәмер ғәҙәти тәртиптә һатыла. Законды боҙоусылар өсөн ҙур штраф ҡаралған.
02 янв., 23:18

Башҡортостанда яңы йылда тәүге үлемесле янғын булды Ғәҙәттән тыш хәлдәрминистрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәрен
Башҡортостанда яңы йылда тәүге үлемесле янғын булды Ғәҙәттән тыш хәлдәрминистрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Биштирәк ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәс 70 йәшлек ир кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Быйыл республикала 14 янғын теркәлгән.
02 янв., 01:52

Ғинуар айында 16 көн ял була Яңы йыл каникулы 11 ғинуарға тиклем дауам итә.Унан һуң 3 биш көнлөк эш аҙнаһыҡаралған. Дәүләт Ду
Ғинуар айында 16 көн ял була Яңы йыл каникулы 11 ғинуарға тиклем дауам итә.Унан һуң 3 биш көнлөк эш аҙнаһыҡаралған. Дәүләт Думаһынан хәбәритеүҙәренсә, быйыл Рәсәйҙә 118 байрам һәм ял көнө, 247 көн эшләйбеҙ. Башҡортостанда милли һәм дини байрамдарғабәйле ял көндәре күберәк.
01 янв., 02:25

«Әй Йола» һәм «Урал батыр»: Башҡортостандың мәҙәни йөҙө Башҡортостан өсөн был йыл мәҙәниәт өлкәһендә сағыу ваҡиғаларға бай булды. Башҡорт моңо, эпик мираҫ һәм заманса сәнғәт формалары республика сиктәренән сығып, киң аудиторияға барып етте. Театр, музыка һәм халыҡ ижадындағы яңы башланғыстар мәҙәни үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләне.
31 дек. 2025, 11:05

Шүлгәнташҡа яңы һулыш: донъя кимәлендәге танылыу Башҡортостандың тәбиғи һәм тарихи мираҫы донъя кимәлендә барған һайын нығыраҡ таныла. ЮНЕСКО ҡарарҙары, ғилми асыштар һәм туризмдың әүҙем үҫеше республиканың уникаль ҡомартҡыларын яңыса аса. Был юлда һәр ҡаҙаныш төбәктең абруйын арттырыуҙа мөһим баҫҡысҡа әйләнә.
31 дек. 2025, 10:03

Заманса мәктәптәр, колледждар һәм кампустар: Башҡортостанда мәғариф үҫешә Белем биреү — төбәктең киләсәген билдәләгән иң мөһим нигеҙҙәрҙең береһе. Башҡортостанда балалар баҡсаларынан алып юғары мәктәпкә тиклем мәғариф системаһы комплекслы рәүештә яңыртыла, заманса мөхит һәм яңы мөмкинлектәр булдырыла. Был эштәрҙең маҡсаты бер — һәләтле, белемле һәм конкурентлы быуын тәрбиәләү.
31 дек. 2025, 09:04

Һынауҙар аша рекордҡа: Башҡортостан баҫыуҙарында мул уңыш Тәбиғәт һынауҙары быйыл игенселәрҙе лә, малсыларҙы ла ныҡ сыныҡтырҙы. Әммә хеҙмәткә тоғро ҡалған ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, республика агросәнәғәтенең ныҡлы терәген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Был уңыштар — тырышлыҡ, заманса технологиялар һәм дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһе.
31 дек. 2025, 08:24

Кардиология, поликлиникалар һәм поезддар: һаулыҡ һаҡлау киңәйә Заманса медицина бөгөн тиҙлек, теүәллек һәм уңайлыҡ талап итә. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһы һанлы технологиялар, яңы медицина үҙәктәре һәм ауылдарға яҡынайтылған ярҙам аша сифатлы яңы кимәлгә күтәрелә. Был үҙгәрештәрҙең үҙәгендә — кеше ғүмерен һаҡлау һәм уның сифатын яҡшыртыу.
31 дек. 2025, 07:40

Башҡортостан юлдары: тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш Юл инфраструктураһы үҫеше төбәктең иҡтисади мөмкинлектәрен генә түгел, кешеләрҙең көндәлек тормошон да үҙгәртә. Башҡортостанда төҙөлгән яңы трассалар, күперҙәр һәм магистралдәр төбәктәрҙе бер-береһенә, ә республиканы ил үҙәге менән тағы ла нығыраҡ бәйләй. Был проекттар — тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш символы.
31 дек. 2025, 06:50

Милли үҙенсәлек һәм заманса иҡтисад: Башҡортостан тәжрибәһе Фәнни-технологик үҫеш һәм сәнәғәт яңырышы Башҡортостан иҡтисадының яңы йөҙөн формалаштыра. «Иннопром» майҙанында тәҡдим ителгән проекттар республика ҡеүәтенең, инновацияға һәм инвестицияларға асыҡ булыуын дәлилләй. Традицион тармаҡтар менән бер рәттән креатив индустриялар ҙа үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
31 дек. 2025, 06:07

Башҡортостан донъяға асыла: яңы иҡтисади партнерҙар һәм килешеүҙәр Ҡатмарлы геосәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуын дауам итә. Республика өсөн яңы партнерҙар барлыҡҡа килә, ә инде ышаныслы хеҙмәттәшлек яңы проекттар менән тулыландырыла. Был эштең нигеҙендә — үҫеш, инвестициялар һәм халыҡ өсөн реаль мөмкинлектәр.
31 дек. 2025, 05:30

Фронтта ла, тылда ла: Башҡортостан бер йоҙроҡ булып еңеүгә бара Башҡортостан махсус хәрби операция шарттарында ла берҙәмлеген юғалтмай. Алғы һыҙыҡта — батыр яугирҙар, тылда — ярҙам ҡулы һуҙыусылар. Республика дөйөм бер йоҙроҡ булып еңеүгә табан бара.
31 дек. 2025, 04:48