БСТ | Яңылыҡтар
Открыть в Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Больше2 015
Подписчики
-224 часа
-57 дней
-1330 день
Архив постов
2 015
Башҡортостанда «Защитник» хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү пункты эшен дауам итә
Яңы үҙәк «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан. Ул бер юлы 100 кешене ҡабул итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт төҙөүсегә 1 миллион 300 мең һумдан ашыу субсидия ҡаралған. Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә илдең Оборона министрлығы, Башҡортостан башлығы һәм район хакимиәте бүлгән сумма инә. Бынан тыш, яугир һәм уның ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу льгота булдырылған. Һайлап алыу пункты инструкторҙары белдереүенсә, контракт төҙөргә теләүселәр көндән-көн арта.
2 015
Башҡортостан танкистары Украинала неонацистар позицияларын ҡаҡшата
Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны тәүлек әйләнәһенә тиерлек Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Экипаждар көнөнә ике-өс тапҡыр атыу позицияларына сыға. Һуңғы арала улар тура наводка менән дә ата. Был иһә дошман нығытмаларын йөҙ процентҡа тар-мар итеү мөмкинлеге бирә.
2 015
Өфөлә «Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре» йыйынтығының презентацияһы үтте
Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Ҡаҙағстан бөгөн» исемле фото күргәҙмәһен асыу һәм «Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре» йыйынтығының презентацияһы үтте. Сара Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә ойошторолдо. Шулай уҡ, бөгөн Халыҡ-ара һөнәрселек академияһы президенты Ырза Турсынзада башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн тегеү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 015
Салауатта етешһеҙлектәр менән тапшырылған ихата ҡала иҫәбенә тәртипкә килтерелергә тейеш
Салауатта етешһеҙлектәр менән файҙаланыуға тапшырылған ихата тиҙ арала ҡала иҫәбенә тәртипкә килтерелергә тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урындағы хакимиәт һәм төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын йәнә тәнҡит утында тотто. Оператив кәңәшмә барышында «Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек 20-cе форумы»на әҙерлек барышы ла ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта БСТ телеканалының туризм өлкәһендәге проекты маҡтап телгә алынды.
2 015
🎥БСТ журналистарының МХО биләмәһендәге эш сәфәре дауам итә
«Яңылыҡтар» хеҙмәте тележурналистары Айнур Кәбиров һәм Азат Саҙрыев алғы һыҙыҡтан репортаждар әҙерләй. Бөгөн эфирҙа — «Башҡортостан» полкы танкистарының эше хаҡында сюжет.
2 015
Республикала ҡаҙ өмәләре башланды
Ер туңып, тәүге ҡар яуыу менән ауыл халҡы, йола буйынса, үҫтергән ҡош-ҡортонан ит әҙерләй, үҙҙәренән артҡанын ҡала баҙарында тәҡдим итә. Благовар районы Яныш ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ҡаҙ өмәһе уҙғарылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 015
Өфөлә Әсә көнөндә яңы ғына әсәй булған гүзәл заттар тәбрикләнде
Әсә көнөндә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының перинаталь үҙәгендә яңы ғына әсәй булған гүзәл заттар тәбрикләнде. Уларға медицина учреждениеһы һәм төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырылды. Бәхетле исемлектә Әсә көнән тәүгә билдәләгән Валерия Воробьева ла бар ине. Байрам алдынан йәш ғаилә уллы булған.
2 015
Башҡорт дәүләт аграр университетында хеҙмәт һәм хәрби дан биләмәһе асылды
Ҙур булмаған сквер уҡыу корпусы эргәһендә барлыҡҡа килде. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға арналған стела төп элемент булып тора.
2 015
Бишбүләк районы Яңы Бикташ ауылы халҡы дәүләт ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышы стелаһын яңыртмаҡсы
Был маҡсатта улар тәүгә «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһына ҡушылған. Ауыл үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары менән дан тота. Бында илдең төрлө нөктәһенән дауаланыу өсөн киләләр.
2 015
Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙандан йәнә Донбасҡа юлланды
Улар махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса алынған. Хеҙмәт урынына яугирҙар дүртенсе тапҡыр ялға ҡайтҡандан һуң оҙатылды. Автобусҡа шулай уҡ хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр тейәлде. Ике аҙналыҡ ялда улар ғаиләләре, туғандары менән күрешкән. Яугирҙарҙы оҙатырға килгән яҡындары уларҙың Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
2 015
Рәсәйҙә балаһыҙ йәшәүҙе пропагандалау тыйыла
Ил президенты ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Бала табыуҙан баш тартырға интернетта, киң мәғлүмәт сараларында, кино һәм рекламала өндәргә ярамай. Бының өсөн ябай кешеләргә 400 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ойошмалар өсөн был сумма 5 миллионға тиклем була.
2 015
Туризм хеҙмәткәрҙәре өсөн маҡтаулы исем булдырыла
Республика парламентында "Дәүләт наградалары тураһында" законға төҙәтмәләр ҡарала. Юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн "Башҡортостандың атҡаҙанған туризм хеҙмәткәре" тигән исем бирелә. - Бындай исем хеҙмәткәрҙәр араһында конкуренцияны яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Уларҙың эше иҡтисад үҫешенә ҙур йоғонто яһай, әммә үҙҙәре йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡала, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Парламенттың пленар ултырышы 28 ноябрҙә була.
2 015
Киләһе йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре ҡиммәтләнә
Рәсәйҙә һәр төбәк өсөн уртаса индекс раҫланды. Документҡа премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Башҡортостан өсөн уртаса индекс 14,6 процент тип билдәләнгән. Хаҡтар артыуы ошо кимәлдән 2,1 проценттан артыҡ, йә кәм булмаҫҡа тейеш. Илдә коммуналь тарифтар йыл һайын 1 июлдән ҡиммәтләнә.
2 015
Әсәй доғалары беҙҙең өсөн ныҡ кәрәк
Һеҙҙе, яугирҙәрҙең ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешеләрен, матур байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, һеҙгә рухи көс, сабырлыҡ, теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә йылылыҡ, наҙ, һөйөү һәм хәстәрлек өсөн. Әсәйҙәр көнө менән!
Беҙ бергә 💪
Башҡорт батальоны.
2 015
Өфөлә ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса турнир үтте
Ярыш Ғаилә йылына арналды. Республиканың баш ҡалаһында бындай форматтағы сара тәүге тапҡыр уҙғарылды. 5 коллективты бер майҙанға туплаған бәйгелә Өфө юридик институты, сәнғәт училищеһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Ленин һәм Киров райондары хакимиәттәре, шулай Башҡортостан юлдаш телеканалы командалары көс һынашты.
2 015
Учалы районында Абдулла Солтановты иҫкә алдылар
Мәшһүр йырсы, ҡурайсы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы. Учалы районында бер йыл элек арабыҙҙан киткән Абдулла Солтановты иҫкә алдылар. Шәхестең хәтер һәм хөрмәт сараһы уның тыуған алыуында башланып, Учалы филармонияһында тамамланды.
2 015
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙары әсәләрҙе байрам менән менән ҡотланы
Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙары әсәләрҙе байрам менән менән ҡотланы. Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Фларид Бирғәлин хеҙмәттәштәре менән бергә гүзәл заттарға башҡорт телендә моңло йыр ҙа бүләк итте.
2 015
Өфөлә тағы ла бер шыршы урынлаштырылды
Яңы йылдың төп биҙәге Октябрь районының Спорт һарайы алдында барлыҡҡа килде. Ул өс көндә ҡоролдо. Быйыл тере ҡупшыҡай урынына яһалма шыршы ҡулланыла. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 015
Өфөлә йәшәүсе дүрт йәшлек Давид Ғизәтовҡа ярҙам кәрәк
Дүрт йәшлек Давид Ғизәтовҡа ҡурҡыныс диагноз - мускул туҡымалары Дюшенн дистрофияһы ҡуйылған. Сабыйҙың тән күҙәнәктәре үлеүен туҡтатыу өсөн ҡиммәтле укол эшләү талап ителә. Өфөлә йәшәүсе Ғизәтовтар 265 млн һум сумманы йыйыу өсөн битараф булмаған граждандарҙың ярҙамын һорай. Давидтың ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур булмаған сумма ла мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Давидҡа ярҙам итеү өсөн: Сбербанк +7(917)4041266, Тинькофф +7(917)4041266 (Ғизәтова Элина Рәшит ҡыҙы исеменә, йәки куар-код буйынса аҡса күсерергә була. Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала.
2 015
Әсәйҙәр байрамы айҡанлы аҙ тәьмин ителгән 500 ғаиләгә аҙыҡ-түлек пакеты тапшырылды
Әсәйҙәр байрамы айҡанлы Өфөлә ишле, аҙ тәьмин ителгән 500 ғаиләгә аҙыҡ-түлек пакеты тапшырылды. Исемлектә физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгәндәр ҙә бар. Аҙыҡ-түлек наборҙары «Изгелек кәрзине» онлайн-марафоны барышында тупланған. Бөгөн ирекмәндәр «Русь-аҙыҡ түлек банкы» хәйриә фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә продукттарҙы пакеттарға бүлеп ғаиләләргә таратып сыҡты.
