ru
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
2 019
Подписчики
-124 часа
-37 дней
-1030 день
Архив постов
Мәскәүҙә Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашты Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище индерелергә тейеш. Төбәктә спортты үҫтереү мөмкинлектәре Радий Хәбировтың Мәскәүҙә Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв менән осрашыуында тикшерелде. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында тора, тип билдәләне республика етәксеһе.

Шаран районының юбилейы: яңы социаль объекттар һәм иҫтәлекле саралар Шаран районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тарихи дата айҡанлы районда социаль объекттар асылды, байрам тантаналары ойошторолдо. Ҡыр-Теләүле халҡы райондың юбилейын яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән ҡаршы ала.

Өфөлә Бөтә Рәсәй моделселәр һәм коллекционерҙар слеты үтте Унда илдең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусылар ғына түгел, Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнашты. Сара күргәҙмә һәм йәрминкә форматында «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә ойошторолдо. Моделселәр айырым конкурста ла көс һынашты.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Һалдатҡа хат» акцияһы үтте Сарала психология факультеты студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға хат яҙҙы, яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

Ауырғазы районында экологик акция үтте Боҙ быраулап балыҡтарҙы ҡотҡарабыҙ. Ауырғазы районында экологтар, ирекмәндәр, уҡыусылар ҡатнашлығында экологик акция үтте. Ауырғазы районы һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙы ҡотҡарыу буйынса акция 16 йыл рәттән уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусылар быйыл Иҫке Кәлсер ауылы биләмәһендәге күлдә боҙҙо уйып сыҡты. Боҙ аҫтындағы балыҡтар өсөн уларҙың һәр береһе кислород сығанағы.

Радий Хәбиров: «Беҙҙең башҡорт аттары – тибендә!» Республика баҫыуҙарын ҡар ҡапланы. Әммә ниңәлер урыны менән ҡар юҡ һәм үлән күренә. Ни өсөн? Был һорауҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙғайны. Фотоһүрәт Баймаҡ районына эш сәфәре ваҡытында төшөрөлгән. Төбәк етәксеһе элекке посына яуап итеп видеояҙма һалды. «Беҙҙең башҡорт аттары - тибендә. Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ!», тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Өфөлә Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә Уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Мәғариф учреждениеһы 34
Өфөлә Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә Уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Мәғариф учреждениеһы 34 мең квадрат метр майҙан биләй, бында 2 мең 200 уҡыусы белем аласаҡ. Белем йорто Кузнецов Затонында урынлаша. Вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, төҙөлөш планға ярашлы бара, әле объект 54 проценҡа әҙер.

Ишембайҙа стела урынын халыҡ һайлай Ишембайҙа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйыу урыны халыҡ фекерен иҫәпкә алып бил
Ишембайҙа стела урынын халыҡ һайлай Ишембайҙа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйыу урыны халыҡ фекерен иҫәпкә алып билдәләнә. Йәмәғәт тыңлауҙары старт алды, тип хәбәр итте "Берҙәм Рәсәй" партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин. - Халыҡ тәҡдимдәре үтә мөһим. Ошо маҡсатта предприятиелар коллективы, йәмәғәт ойошмалары, халыҡтан мөрәжәғәттәр анализлана, тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Ил президенты Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Өфө ҡалаһында яңы сквер булдырыла Баш архитектура идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Яҙыусылар союзы бинаһы янында була. Яңы
Өфө ҡалаһында яңы сквер булдырыла Баш архитектура идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул Яҙыусылар союзы бинаһы янында була. Яңы йәмәғәт биләмәһе "Өфө йүкәләре" тип атала. Совет йылдарында Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе Назар Нәжми һәм композитор Рим Хәсәнов Өфөнөң рәсми булмаған гимнын яҙа. "Өфө йүкәләре" тигән йыр киң танылыу ала.

Башҡортостанға Белоруссиянан тағы бер нисә зубр килтерелә Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. - Республикаға килтерелгән зубрҙ
Башҡортостанға Белоруссиянан тағы бер нисә зубр килтерелә Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. - Республикаға килтерелгән зубрҙар һаны артты, биш быҙау тыуҙы. Тағы бер партия менән ошо хайуандарҙы килтереү тураһында килештек, - тине ул. Башҡортостанға 2023 йылда Белоруссиянан 18 зубр килтерелде. Улар Мораҙым тарлауығында йәшәй. Уҙған йылда Экология форумында зубрҙар популяцияһын күпкә арттырыу мөмкинлеге тураһында белдерелде.

Сибай уҡыусылары өсөн яңы офоҡтар 3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты эшләй башланы. Махсус бүлмәне асыр алдынан йәштәр бер нисә ай дауамында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү буйынса курс үткән. Яңы предметты уҡытыу педагогтарға бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Махсус кабинет заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Ялда бер аҙ көс туплаған яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Ниғмәтуллин Луганск халыҡ республикаһында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып, бер нисә ай госпиталдә дауалана. Ул 2024 йылдың майынан хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Бөгөн замандашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә әҙерләнә. Әле ул ғаиләһе янында.

Асҡын районынан 34-се гуманитар колонна махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла, ирекмәндәр ҙә, халыҡ та дәррәү ҡушылған. Асҡындар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 260 тоннанан ашыу эсәр һыу, 50-нән ашыу мунса һәм автомобиль, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре оҙатҡан. Гуманитар ярҙам йыйыу әле лә дауам итә.

Минскиҙа Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты Минскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы Бөгөн 25-се тапҡыр Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивале еңеүселәре билдәләнде Күләмле сарала быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларында һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 69 ғаилә, барлығы ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Һырғалаҡ майҙансығында ойошторолған финал уйындарынан

Өфөлә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды Сәйләндәрҙә - күңел нурҙарым. Ошо исем аҫтында бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Мәғариф ветеранының күптән түгел билдәгән юбилейы уңайынан ойошторолған экспозицияға ҡул эштәре менән бергә, хеҙмәт ҡаҙаныштары ла сығарылған.

Башҡортостан ғалимдары яңы фәнни баҫмаларын тәҡдим итте Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һуңғы ике йылда донъя күргән фәнни баҫмаларҙың исем туйын уҙғарҙы. Ғалимдарҙың хеҙмәте ярҙамында донъя илдәре Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәте, йолалары, фән һәм йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө хаҡында танып белә. Уларҙың тикшеренеүҙәре милли үҙенсәлекте һәм мәҙәни-ара диалогты нығытыу нигеҙе булып тора.

Өфөлә отельерҙарҙы берләштергән тәүге форум үтте Унда 200-ҙән ашыу бизнес вәкиле, туроператор саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа ҡунаҡхаларға бәйле мөһим мәсьәләләр, уларҙың үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Отельерҙар панель дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, идара, туристарҙы йәлеп итеүҙә, хәүефһеҙлек мәсьәләһендә иң яҡшы практикаларҙы ҡараны.

«Оса» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә икеләтә туй Бер көндә ике байрам. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Оса» ҡушаматлы яугирҙың улы кәләш алды, ә ҡыҙы кейәүгә сыҡты. Икеләтә никах тантанаһы Өфөләге «Хәмзә» мәсетендә үтте. «Оса» ҡушаматлы яугир 2023 йылдың майында үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға махсус хәрби операцияға юллана.