ru
Feedback

Не попадитесь на канал ботавода! Telemetrio находит и помечает такие каналы 👉 Хотите видеть метку — оформите подписку

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Открыть в Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Больше
1 970
Подписчики
Нет данных24 часа
-77 дней
-1930 дней
Архив постов
Шүлгәнташта туристар һаны сикләнә Һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара совет эксперттары бында килеүсел
Шүлгәнташта туристар һаны сикләнә Һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара совет эксперттары бында килеүселәр һанын тәүлегенә 1 мең 400-ҙән арттырмау кәрәклеге тураһында белдерҙе. Әле ял көндәрендә уртаса 1 мең 800 кеше килә. Шуға туристар һанын сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Шүлгәнташҡа айырыуса йәйге айҙарҙа килеүселәр күп була.

Өфө мәшғүллек үҙәгендә йәштәргә хәүефһеҙ эш эҙләү серҙәре өйрәтелә Нисек намыҫһыҙ эш биреүселәр тоҙағына эләкмәҫкә. Ниндәй һөнәр һайларға һәм һалымдар ни өсөн кәрәк. Йәштәр был һорауҙарға яуапты баш ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә таба ала. Һөнәр йүнәлешен билдәләү осрашыуҙарында үҫмерҙәргә вакансиялар тәҡдим итеп кенә ҡалмайҙар. Эш эҙләүселәргә төрлө һорауҙар буйынса консультациялар ойошторола, табыусыларға иһә документтар тултырыу менән дә ярҙам итәләр. Һөҙөмтәлә хеҙмәт урыны табыу мөмкин тиклем тиҙ һәм хәүефһеҙ үтә.

Башҡортостанда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы башланды Унда ҡатнашыусылар быйыл Күмертауҙа йыйылды. Конкурс 2
Башҡортостанда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы башланды Унда ҡатнашыусылар быйыл Күмертауҙа йыйылды. Конкурс 27-се тапҡыр уҙғарыла. Ул 2023 йылдан төбәк-ара статусҡа эйә. Еңеүселәр иртәгә иғлан ителә. Башҡортостанда "Урал батыр" эпосы көнө булдырылды. Ул йыл һайын 8 июндә билдәләнә.

Һөжүмсе Нэйтан Тодд "Салауат Юлаев" өсөн уйнамай Был турала клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә. Хоккейсы Өфө командаһы состав
Һөжүмсе Нэйтан Тодд "Салауат Юлаев" өсөн уйнамай Был турала клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә. Хоккейсы Өфө командаһы составына уҙған миҙгелдә ҡушылды. Даими беренселектә 68 осрашыуҙа 14 шайба индерҙе 38 һөҙөмтәле пас бирҙе. Плей-офта 4 уйында ҡатнашты. Уның иҫәбендә ике шайба һәм 3 һөҙөмтәле пас.

Яңы уйынсыҡтар «Әйҙә, уйнарға» фестивалендә Сибай сәнғәт мәктәбенең креатив индустриялар мәктәбе етәксеһе Резеда Яхина балалар өсөн яңы уйынсыҡтар һәм башватҡыстар тәҡдим итте. Шулай уҡ БСТ каналының күсмә студияһына ысын Ҡыш бабай килде. Ул уйынсыҡтарҙың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. https://vkvideo.ru/video-85076499_456257852

Башҡортостанда был эш аҙнаһы ла ҡыҫҡа була Ул өс көн дауам итә. 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Шулай уҡ 8 март, ҡатын-ҡыҙҙар
Башҡортостанда был эш аҙнаһы ла ҡыҫҡа була Ул өс көн дауам итә. 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Шулай уҡ 8 март, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы шәмбегә тура килде, ул ял 13 июнгә күсерелде. Башҡортостанда үткән аҙнала Ҡорбан байрамы уңайынан өс көнлөк ял булды.

Белорет-Учалы-Миәс юлында ремонт башланды Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Быйыл трасса
Белорет-Учалы-Миәс юлында ремонт башланды Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Быйыл трассаның 11 километрын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. Әле Учалы районында 4 километрҙа ремонт бара. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 280 километр юл төҙөкләндереү планлаштырыла.

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев. https://vk.com/video-85076499_456257851

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивалендә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта эшҡыуар, һөнәрсе Арыҫлан Бикбаев. БСТ күсмә студияһының икенсе ҡунағы "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира. https://vk.com/video-85076499_456257850

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы йүнәлештә эшләй Ҡурсаҡ театры «Әйҙә, уйнарға» фестивалендә ниндәй тамашалар тәҡдим итә? Репертуарға ниндәй үҙгәрештәр индерелә? Театрҙың үҫеш һәм маркетинг бүлеге етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина БСТ каналының күсмә студияһында яңы проекттар һәм программалар хаҡында һөйләне. https://vk.com/video-85076499_456257843

Фронттың күренмәгән терәге – ремонт ротаһы яугирҙары Уларҙың бурысы ватылған техниканы мөмкин тиклем тиҙерәк сафҡа индереү. Махсус хәрби операцияла был эш менән ремонт ротаһы шөғөлләнә. Алғы һыҙыҡтан алыҫ булмаған урында яугирҙар тәүлек әйләнәһенә хәрби машиналарҙы йүнәтә, броняны көсәйтә һәм дронға ҡаршы конструкциялар эшләй.

Өфө ботаника баҡсаһында 500-нән ашыу пион төрө сәскә атты Пиондар шау сәскәгә төрөнгән ваҡытта Өфө ботаника баҡсаһында уларҙың 500 ашыу төрө менән танышырға, уларҙы тәрбиәләү һәм үрсетеү хаҡында лекциялар тыңларға, иҫтәлеекә фотоға төшөргө мөмкин

Республиканың 15 районында ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамы үтте Республиканың 15 районында ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамы үтте. Яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләгәндән һуң Өфө районы хеҙмәтсәндәре һабан байрамына йыйылды. Николаевка ауылы янындағы аҡланда уҙғарылған халыҡсан саранан репортаж.

Башҡортостанда йәйге лагерҙар балаларҙы ҡабул итә башланы Башҡортостандың ял-һауыҡтырыу, спорт, мәктәп яны лагерҙары балаларҙы ҡабул итә башланы. Быйыл йәйге каникул мәлендә республикала 500 меңдән ашыу баланың ялын ойоштороу ҡаралған. Ошо маҡсатта төбәк бюджетынан 3 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ауырғазы районының Түбәнге Бегенәш ауылында урынлашҡан Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге балалар ял-һауыҡтырыу лагеры тәүге сменаны башлаған.

Яныш ауылы 290 йыллығын һабантуй менән ҡаршы ала Благовар районы Яныш ауылына нигеҙ һалыныуға 290 йыл. Күркәм датаны ауылдаштар июль урталарында һабантуй итеп билдәләү маҡсатын ҡуя. Әйткәндәй, юбилей йылында яныштар быйылғы»Айыҡ ауыл«республика конкурсында еңеү яулаған.

Өфө районында йәшәүсе Рәүилә Тәминдарова — «Герой-Әсә» Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө районы Дмитриевка ауылында йәшәүсе Рәүилә Тәминдароваға «Герой-Әсә» исеме биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ун бала тәрбиәләп үҫтергән герой-әсә әле ейәндәрен ҡарарға ярҙамлаша. Йәмәғәт эштәрендә, махсус хәрби операция өсөн гуманитар ярҙам ебәреүҙә, маскировка селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша.

Йыл башынан алып республикала егерме биш кеше һыу ҡорбаны булған 1 июндән һыу инеү миҙгеле башланды. Шул ваҡыттан алып ҡотҡарыу хеҙмәте бөтә Башҡортостан буйлап халыҡтың яратып ял иткән урындарында патрулдәр ойоштора һәм кешеләргә йылға-күлдәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә,

«Египет» ҡушаматлы яугир реабилитация үтә «Египет» аяҡҡа баҫа. Республиканың һуғыш ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтеүсе яугир тәүге ышаныслы аҙымдарын яһай. Тыуған иленең атамаһын ҡушамат итеп алған ир махсус хәрби операцияла ҡаты яралана. Контрактты ла ул намыҫ ҡушыуы буйынса төҙөй. Беҙҙең илдә һәр ир-егет ватан һағына баҫырға бурыслы. Рәсәйҙә өйләнеп ошонда уҡ йәшәгәс мин дә үҙ ғаиләмде, яҡындарымды, илде ҡурсаларға бурыслымын, ти ул.

Зинера Слабоженко — «Башҡортостан геройҙары» проекты финалында Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Башҡортостан геройҙары» мәғариф проектында ҡатнашыусы Зинера Слабоженко тураһында яҙған. Зинера Наил ҡыҙы 22 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Тәжрибәле шәфҡәт туташы Чечен, Сүриә һуғыштарында һәм махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙарҙы ҡотҡарған.

Өфөлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале дауам итә Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале дауам итә. Программаға ярашлы, бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тиҫтәләп оҫталыҡ дәресе, төрлө конкурстар уҙғарылды, спектаклдәр ҡуйылды. Шулай уҡ сарала Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар, кәсепселәрҙең ҡул эштәре лә тәҡдим ителә.