Был исем Аллаһтың бөтөн ғәләмгә хужа булыуын, уның мәлиге - Хөкөмдары булыуын аңлата. Кешеләр араһында мәликтәр, солтандар бар. Уларҙың тормоштары бер ҡасан да имен булмаған, һәр ваҡыт бер боролош йәки ғисъян (тыңламау) менән юҡ булырға хөкөм ителгәндәр. Аллаһы Тәғәлә хаҡиҡый Мәлик (Батша), хаҡиҡый Солтандыр (ысын Хөкөмсе). Золомлоҡ ҡылмаҫ, мәрхәмәт итер. Һәр ваҡыт ҡолдарының яҡшылығын теләр. Бәлки ҡайһы осраҡта кешеләр бының тураһында аңлап та бөтмәҫтәр.
(АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ 99 ГҮЗӘЛ ИСЕМДӘРЕ (ДОҒА-И ИСМИ ӘҒҘАМ) китабынан
Баҫтырыу өсөн яуаплы: Илшат хәҙрәт Хафизи
Китапты Әҙелбаев Инсаф тәржемә итте)
#Аллаһтың99исеме
27 нояб., 03:34
