БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 968
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 967
Өфөлә Студент баскетболы ассоциацияһының йондоҙҙар матчы үтте
Көрәш һарайы ҡабул иткән уйынды ҡарарға Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров һәм олимпия чемпиондары килде. Ярыш «Көнсығыш» һәм «Көнбайыш» ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында уҙҙы. Көсөргәнешле осрашыу «Көнсығыш» командаһының еңеүе менән тамамланды.
1 967
Ейәнсура районы үҙәгендәге «Салауат» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ремонттан һуң тулы ҡеүәттә эш башланы
Объект 2009 йылда сафҡа ингән. Былтыр уны капиталь төҙөкләндереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Спорт министрлығы тарафынан 10 миллион һум аҡса бүленә. Майҙан алып ноябргә тиклем тренажер залында резина япма түшәлә, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырыла, стеналар буяла. Шулай уҡ спорт залы һәм фитнес бүлмәһе яңырыу кисерә.
1 967
Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы
Ҡырмыҫҡалы районында ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе тапҡыр балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыш уҙҙы. Сараны «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Ибраһим ауылы халҡы ойошторҙо. Балыҡ тотоу фестивале төрлө ауыл биләмәләрен генә түгел, күрше район ҡунаҡтарын да йәлеп итте. Гүзәл заттар араһында иң шәп балыҡсыны нисек асыҡлайҙар?
1 967
Өфө районы Йоматау халҡы йәмәғәт транспорты етмәүенә зарлана
Проблема ауылда ғына түгел, бөтә ауыл биләмәһендә күҙәтелә. Урындағыларға мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана кеүек социаль учреждениеларға ла барып етеүе ҡатмарлы. Халыҡ яуаплы ведомстволарға ла мөрәжәғәт итә, тик үҙгәреш юҡ. Урындағылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
1 967
Мобилизацияланыусылар кире яуға ҡуҙғалды
Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт объекты биләмәһендә уҙҙы. Яугирҙарҙы Херсон өлкәһендәге хәрби бурыс үтәү урындарына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.
1 967
Өмөтлө йәштәр: Ильяс Хәтмуллиндың уңыш тарихы
Бөгөнгө студенттар нисек уҡый һәм ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Һорауға яуап киләһе яҙмала.
1 967
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙар менән осрашты
«Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үткән сара республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 250 кешене берләштерҙе. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа төбәктә эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереү, бизнесҡа ярҙам сараларын һаҡлау әһәмиәтенә туҡталды.
1 967
Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү артты
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитет хаҡты үҙ аллы билдәләй. Бер үк ваҡытта мәғариф учреждениелары сумманы билдәләнгән кимәлдән арттыра алмай. Өфөлә баланың баҡсала булған һәр көнө өсөн 185 һум түләргә кәрәк. Был уҙған йылдағы кимәлдән 7 һумға күберәк.
1 967
Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем алты поликлиника файҙаланыуға тапшырыла
Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдереүенсә, яңы медицина учреждениялары Янауыл, Асҡар, Асҡын, Баҡалы ауылдары һәм Учалы менән Благовещен ҡалаларында булдырыла.
1 967
12 йәшлек фермер: Данил Ҡуңысбаевтың себеш үҫтереү серҙәре
Көҙ һаналыр себештәр яҙ морон төртә. Ейәнсура районында йәшәүсе 12 йәшлек малай инкубатор алып бер нисә йыл рәттән себештәр сығара. Данил Ҡуңысбаев былтыр төрлө тоҡомло 200 тауыҡ үҫтергән.
1 967
Фронттан һуңғы аманат: Сәлихйән Кайбышевтың хаты музейға тапшырыла
«Совет илен бер кем дә еңә алмай. Беҙ еңербеҙ, бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың яҡын кешеһенә яҙылған һуңғы хаты 82 йылдан һуң киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Өфөнән Мөнирә Байгилдина әсәһенең бер туған ағаһы яҙған хатты БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте ижади төркөмө аша Хәрби дан музейына тапшырырға теләк белдерҙе.
1 967
Баймаҡ мәктәптәрендә Ватан һаҡсылары йылына старт бирелде
Баймаҡ районы мәктәптәрендә Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватан һаҡсылары һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сараларына старт бирелде. Район мәғариф бүлегендә үткән тантанала төбәктең белем усаҡтары етәкселәре, кадеттар, шайморатовтсылар һәм йәш армиясылар кластарында белем алыусылар «Солтан» ҡушаматлы махсус хәрби операция яугиры меннә осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 967
Ауылдарға юғары белемле кадрҙар йәлеп итеү өсөн финанс ярҙам арта
Йәш белгестәргә миллион һум. Быйылдан Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы федераль бюджеттан да финанслана башлаясаҡ. Тимәк, бәләкәй ауылдарҙа юғары белемле белгестәр һаны тағы ла артасаҡ. Һуңғы 4 йылда ғына мәҙәниәт йүнәлешендә 150 йәш белгес дәүләттән матди ярҙам алған. Программала ҡатнашыу шарттары тураһында киләһе яҙмала.
1 967
Башҡортостан студенттар спорты өсөн өлгөлө төбәккә әйләнергә мөмкин
Башҡортостан студенттар спортын үҫтереү өсөн өлгөлө майҙансыҡҡа әйләнеүе ихтимал. Был турала Радий Хәбиров менән Советтар Союзы чемпиондары осрашыуында белдерҙеләр. Спортсылар әйтеүенсә, республикала һәр төр спортты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар, киң мөмкинлектәр булдырыла.
1 967
Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт педагогия университетында заманса шарттар менән танышты
Республика башлығы эш сәфәре барышында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем биреү шарттары менән дә танышты.
Уҡыу йорто бөтә республиканы уҡытыусылар менән тәьмин итә. Радий Хәбиров буласаҡ педагогтар һәм мәғариф системаһы өсөн кадрҙар әҙерләүселәр менән танышты.
1 967
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе илдең иң яҡшы 10 ойошмаһы иҫәбенә инә
Был турала бөгөн Радий Хәбиров Попечителдәр советының эш йомғаҡтарына арналған ултырышында белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ һүҙ үҙенсәлекле проекттарға Республика башлығы гранттарын алыу, геопарктар эшмәкәрлеге, киләсәккә маҡсаттар тураһында барҙы.
1 967
“Китап байрамы” һәм “Әйҙә, уйнарға!” фестивален уҙғарыу көнө билдәле булды
Китап йәрминкәһе 23 майҙан 25-енә, уйынсыҡтар фестивале 29 майҙан 1 июнгә билдәләнгән. Саралар быйыл Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операция яугирҙарына арнала. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтентә сараларҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде.
“Китап байрамы” йәрминкәһендә быйыл юбиляр яҙыусыларға һәм шағирҙарға ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ Рәсәйҙең танылған авторҙары менән осрашыу була, тип белдерҙе Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
1 967
Октябрьский ҡалаһы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау туплай
Яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре һәм костюмдары үрә, йылы юрғандар тегә, окоп шәмдәре яһай. Ирекмәндәр ошо көндәрҙә Донбасҡа юлға сыҡмаҡсы.
1 967
Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды
Уларҙы «Өфө-арена» спорт комплексы алдынан оҙаттылар. Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә ҡуҙғала. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ.
1 967
Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде
Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Рәсәй субъекттарының йыллыҡ рейтингы һөҙөмтәләре менән Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева президент Владимир Путинды таныштырҙы.
