fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 019
مشترکین
-124 ساعت
-37 روز
-1030 روز
آرشیو پست ها
Афған һуғышы ветерандары хәтер усағын һүндермәй Тарихи дата айҡанлы бөгөн төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, хәрби ветерандар, яугир-интернационалистар «Ҡайғылы әсә» һәйкәленә сәскә һалды, һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Афған һуғышы илебеҙ тарихындағы ҡайғылы биттәрҙең береһе, хәрби бәрелештәр 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 фев­раленә тиклем дауам итә. Йәғни, был ҡан ҡойош 9 йылдан ашыуға һу­ҙыла. Афғанстанда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Башҡортостандан афған һуғышында 9 мең яҡташыбыҙ ҡатнаша, уларҙың 343-ө һәләк була, 5-һе хәбәрһеҙ юғала. Республика халҡы интернациональ бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән егеттәрҙе онотмай.

Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында Ринат Мөхәмәтәйәнов таныштырҙы Бөгөн - Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 36 йыл. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Ринат Мөхәмәтәйәновҡа арнаны.

Рәхим Мерәҫев: фәнгә һәм белемгә хеҙмәт итеүсе шәхес Ябай ауыл уҡыусыһынан юғары мәктәп профессорына тиклем. Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәхим Зәки улы Мерәҫев был юлды тырышлығы, эшһөйәрлеге, телдәрҙе өйрәнеүгә булған көслө ынтылышы арҡаһында уңышлы үтә алған. Бөтә илдә билдәлелек яулаған уҡытыусы үҙенең күркәм ғүмер байрамын яратҡан студенттары һәм коллегалары менән бергә ҡаршыланы.

Өфөлә «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» тип исемләнгән акцияға старт бирелде Башҡортостанда Китап бүләк итеү көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан республикала «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» тип исемләнгән акцияға старт бирелде. Уны Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республикалағы филиалы һәм Матбуғат һәм мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойоштора.

Синоптиктар яҙғы һауа торошон фаразланы Быйылғы ҡыш һымаҡ, ул ғәҙәттәгенән йылы килер тип күҙаллана. «Яндекс Һауа торошо» метеорологтары хәбәр итеүенсә, яҙ айҙарында Атлантика диңгеҙенән йылы һауа ағымы әүҙемләшә. Һауа температураһы климатик норманан 1 градустан юғарыраҡ булмаҡсы. Был Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Уралда, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә, Алыҫ Көнсығышта күҙәтеләсәк. Апрель Өфөлә лә йылы килә. Был үҫемлектәрҙең вегетация осорон, шул иҫәптән сәскә атыу ваҡытын тиҙләтә.

Мәскәүҙә Башҡортостандың хәрби руханиҙары тураһындағы фильмдың премьераһы үтте Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға рухи ярҙам иткән Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор тураһында төшөрөлгән «Пути твои» фильмы баш ҡаланың «Рәсәй» милли үҙәгендә күрһәтелде. Был турала тәүгеләрҙән булып социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Әбйәлил районында иҡтисади үҫеш: яңы эш урындары һәм социаль проекттар Эре предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүе - өҫтәмә эш урындары ғына түгел, социаль-иҡтисади, инфраструктура үҫеше лә. Әбйәлил районында «Цемикс» предприятиеһы уңышлы эшләп килә. Ойошманан килгән килем социаль объекттарҙы төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға тотонола. Әбйәлил районы «Яҡтыкүл» шифаханаһы менән дә дан тота. Әлеге ваҡытта унда 200-ҙән ашыу кеше ял итә. Бынан тыш, районда ауыл хужалығы тармағы ла иғтибар үҙәгендә.

Өфөлә һаңғырауҙар спорты буйынса ҡышҡы спартакиаданы ябыу тантанаһы үтте Башҡортостан декабрҙә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең физик мөмкинлеге сикләнгән балалар спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн һаңғырауҙар спорты буйынса ҡышҡы спартакиаданы ябыу тантанаһында белдерҙе. Хәбәр итеүебеҙсә «Беҙ бергә. Спорт» тип аталған ярыштар республикала 10 көн дауамында барҙы.

Радий Хәбиров Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Республика хөкүмәт йортонда үткән ултырышта төбәктә спорт инфраструктураһы үҫеше, күләмле спорт сараларын ойоштороу һәм яңы объекттарҙы төҙөү һорауҙары ҡаралды. Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа йәлеп итеү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып барыла. Ошо маҡсатта 16 яңы спорт объекты төҙөлөшө дауам итә.

Башҡортостан ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә Ил Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы
Башҡортостан ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә Ил Президенты Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға, уларҙың тол ҡатындарына, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе” билдәләре менән бүләкләнгән граждандарға һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондарына 80 мең һум аҡса бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләгәндәр, һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР-ҙың орден-миҙалдары менән бүләкләнгәндәр һәм концлагерь, төрмә, геттолар тотҡондарына 55 мең һум түләнә. Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әле Башҡортостанда түләү алырға хоҡуҡлы 7 мең ярымдан ашыу граждан, шул иҫәптән 116 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид йәшәй. Аҡса апрель пенсияһы менән бергә бирелә.

Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө башланды Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров бел
Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө башланды Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерә. “Беҙ күпәтн ҡала халҡына күперҙе төҙөкләндерергә вәғәҙә биргән инек. Яңы ике һыҙатлы күпер икенсеһенә алмаш була. Уның буйынса хәрәкәтте киләһе йыл аҙағына асырға планлаштырабыҙ. Ағиҙел йылғаһы аша күпер урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмәткә эйә- ул Стәрлетамаҡты баш ҡала һәм райондар менән бәйләй. Был мөһим транспорт артерияһын мотлаҡ тәртипкә килтерәсәкбеҙ”, тип яҙған Радий Хәбиров.

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Ант
Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Антта граждан илдең Конституцияһын һәм ҡануниәтен, уның граждандарының иркен һәм хоҡуҡтарын үтәргә, мәҙәниәтен, тарихын һәм йолаларын ихтирам итергә, шулай уҡ илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡларға вәғәҙә бирә.

Рәсәйҙә чипс, косметика, машина майы тамғалана Ил хөкүмәте "Ғәҙел тамға" системаһына ҡушылырға тейешле тауарҙар исемлеген бил
Рәсәйҙә чипс, косметика, машина майы тамғалана Ил хөкүмәте "Ғәҙел тамға" системаһына ҡушылырға тейешле тауарҙар исемлеген билдәләне. 1 марттан тәмләткестәр, көнкүреш химияһы, автомобиль шыйыҡсалары өсөн ошондай талап ғәмәлгә инә. 1 сентябрҙән төҙөлөш материалдары, балалар тауарҙары ла тамғалы булырға тейеш.

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы теүәл фәндәрҙе популярлаштыра Үҫмерҙәр «Асыш» медиапроектында үҙ проекттарын яҡланы. Медиаконкурстың беренсе этабы онлайн форматта үтте. Ҡатнашыусылар конкурска үҙҙәренең тикшеренеү эштәре тураһында видеояҙма төшөрөп әбәргән. Йәш тикшеренеүселәр биш номинацияла ярышты. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты. Бынан ары почта бүлексәләрендә яҙыусының портреты төшкән конвертта хат-сәләм ебәрергә мөмкин.

Баймаҡ районы ауылдарына газ индереү дауам итә Былтыр ҡасаба-ара Урғаҙа-Янғаҙы-Ишмөхәмәт газ үткәргес торбаһы файҙаланыуға тапшырылһа, йыл аҙағына тиклем «Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газификациялау» программаһына ярашлы тағы ла бер нисә йүнәлеш буйынса эш тамамланған. Һөҙөмтәлә Үрге Иҙрис, Ишмөхәмәт һәм Ишбирҙе ауылдары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды.

Тиҙ электр зараядкалау станциялары һаны буйынса Башҡортостан былтыр алдынғы позицияларҙы биләне Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә икенсе. Тиҙ электр зараядкалау станциялары һаны буйынса Башҡортостан былтыр алдынғы позицияларҙы биләне. Быйыл электр транспорты өсөн инфраструктураны үҫтереү буйынса эш дауам итәсәк. Республикала тағы 50 яңы ҡоролма барлыҡҡа килергә тейеш.

Республиканың 267 тораҡ пунктында 4G база станциялары ҡуйылған «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» программаһы сиктәрендә республиканың 267 тораҡ пунктында 4G база станциялары ҡуйылған. Быйыл халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тағы ла 86 ауыл юғары тиҙлекле мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостанда һанлы инфраструктура үҫеше, йорттарҙы глобаль селтәргә тоташтырыуға бәйле проекттар тураһында киләһе репортаж.

«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәт һәм социаль проекттар ҡаралды Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә республика биләмәһендә тормошҡа ашырыласаҡ сәнәғәт һәм социаль проекттар ҡаралды. Сәнәғәт проекттарына килгәндә Октябрьский ҡалаһында нефть тармағы өсөн модулле ҡоролмалар етештереү комплексы төҙөү проектын атап үтергә мөмкин. Инвесторҙар был предприятиеға 89 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй, продукцияға ихтыяж ҙур.

Өфөләге автомәктәптә йылына физик мөмкинлеге сикләнгән 10-15 кеше уҡыу үтә Учреждение махсус йыһазландырылған ике автомобиль менән тәьмин ителгән. Ҡул менән идара итеү системаһы булған транспорт сараһы хәҙер Стәрлетамаҡтағы уҡыу-курс пунктына ла һатып алынған. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, мөмкинлеге сикләнгән граждандар араһында автомобиль йөрөтөргә өйрәнергә теләүселәр күп, шуға махсус транспортҡа ихтыяж юғары.