fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 979
مشترکین
-224 ساعت
-47 روز
-1430 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә ҡышҡы тәгәрмәстәр уртаса 23 мең һум тора. “Авито” аналитиктары ошо турала хәбәр итә. Күп водителдәр тәгәрмәстәргә 20 ме
Өфөлә ҡышҡы тәгәрмәстәр уртаса 23 мең һум тора. “Авито” аналитиктары ошо турала хәбәр итә. Күп водителдәр тәгәрмәстәргә 20 мең һумға тиклем аҡса бүлә алыуы хаҡында белдерә. Өфө водителдәре ҡышҡы резинаны офлайн-магазиндарҙа һатып ала.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Руслан Һәм Людмила» спектакленең премьераһына саҡыра! Сәхнә әҫәре Берҙәм Рәсәй партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ҡуйыла. Кескәй тамашасыларҙы ниндәй тамаша көтә?

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы 25 йыллығын билдәләй Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Ошо уңайҙан Барҙа районында байрам саралары уҙҙы. Юбилей тантанаһында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Милләттәштәр ҡорон беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Башҡортостанда 93 экскурсовод аттестация үткән Ошо рәүешле, белгестәр үҙҙәренең һөнәри әҙерлеген һәм юғары кимәлдәге экскурсиялар үткәреү һәләтен раҫлаған. Аттестация Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында тест үтеүҙе һәм телдән квалификация имтиханын тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Алынған документ республикала экскурсия эшмәкәрлеген алып барыу хоҡуғын бирә. Кире осраҡта ҙур күләмдәге штраф янай.

Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә Улар балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Әммә төрлө ғаилә мәшәҡәттәре оҫта ҡуллы ханымдың эшен туҡтатып торорға мөжбүр итә. Шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә дәүләт ярҙамлаша. Атап әйткәндә, льготалы заем бирелә.

«Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды Бөгөн Ғафури районында республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле старт алды. «Красноусол» шифаханаһы базаһында уҙғарылған икенсе модулдә ҡатнашыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған яғында ике аҙна тирәһе ял иткән. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Салауат Юлаев батальоны-республика ғорурлығы булыуын билдәләне, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеү системаһы эш башланы Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефе тураһында иҫкәртеү системаһы эш башланы Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мәжбүри сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйҙы. Күберәк кеше белергә тейеш. Шулай уҡ ултырыш барышында урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй мәғариф программаһында уңышлы сығыш яһаны Компьютер уйындарының стратегик ҡоролош үҙенсәлектәре. Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй мәғариф программаһында уңышлы сығыш яһаны. Владивосток ҡалаһында ойошторолған киберспорт уйындарында Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се мәктәбе командаһы ҡатнашты.

Баймаҡ районының йәш белгестәре үҙҙәрен «Йөрәгемде һөнәремә бирәм» конкурсында һынаны Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән, йәш белгестәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған бәйге хаҡында киләһе яҙмала.

Октябрь дауамында барған Бөтә донъя күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш айлығы тамамланды Быға бәйле Республика клиник онкология диспансерында ай дауамында шәмбе, ял көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар һөт биҙҙәрен тикшертте: күрһәтмәләр буйынса УЗИ, скрининг маммографияһы үтте. Һөт биҙҙәрен үҙҙаллы тикшереү алымдарын өйрәнде. «Алһыу таҫма» тип исемләнгән акцияһының төп маҡсаты-халыҡҡа күкрәк яман шеше сире проблемаһын, иҫкәртеү ысулдарын аңлатыу, ауырыуҙың иртә билдәләре тураһында мәғлүмәт биреү.

Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ Хәйҙәр Вәлиев йәнә ҙур сәхнәлә! «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле «Мультимедиа арт» оркестры менән бергә классик музыка һәм кино сәнғәтен берләштерҙе. Моссовет исемендәге округ йәмәғәт үҙәге сәхнәһендә «Классика һәм кино» тип аталған концерт ойошторолдо.

«Балет бөтәһе өсөн»: Өфө балалары һәм ололар классик бейеү серҙәрен үҙләштерә Олоһона ла, кесеһенә балет дәресе. Бер ай дауамында теләге булған һәр кем үҙен бейеү сәнғәтенең иң матур төрө балетта һынап ҡарай, бейеү станогы артына баҫа ала.«Балет бөтәһе өсөн» «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй мәҙәниәт фонды грантына тормошҡа ашырыла. Уның буйынса бушлай классик бейеү нигеҙҙәрен өйрәнергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Программала шулай уҡ сәхнә йондоҙҙары менән осрашыуҙар һәм сағыу постановкалар ҡаралған.

Өфөлә «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте. Сара сиктәрендә райондан сыҡҡан билдәле кешеләр ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо. Муниципалитеттың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландар билдәләнде.

Өфө фән һәм технологиялар университеты музейы мамонт һәм мөгөҙморон һөйәктәре менән тулыланды Өфө фән һәм технологиялар университетының Зоология музейы коллекцияһы мамонт һәм мөгөҙморондың һөйәк ҡалдыҡтары менән тулыланды. Экспонаттарҙы Кушнаренко районынан һыу аҫты һунарсыһы Вячеслав Мосунов тапшырған. Ағиҙел йылғаһында табылған палеонтология өлгөләрен тикшергән ғалимдар, уларға яҡынса 15 мең йыл булыуын асыҡлаған.

Башҡортостанда икенсе юғары белем алыусыларға «Юриспруденция» буйынса дипломдар тапшырылды Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Юриспруденция» йүнәлешендә икенсе һөнәр алыу буйынса дипломдар тапшырылды. Улар барлығы 30 кеше-дәүләт учреждениелары, ведомстволар, эре компаниялар, район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары юриспруденция һөнәре буйынса ҡулына рәсми документ алды.

Фехтование — йәшәү рәүеше: Альберт Камаловтың илһам бирерлек тарихы Яңы үрҙәр яулау өсөн тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк. Альберт Камалов-фехтование буйынса Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы. Ул 18 йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеп, аяғынан яҙа. Биш йыл тирәһе реабилитация үтеп, яңынан йәшәргә өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә башлай. Әле фехтование буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, күп тапҡыр чемпион, паралимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Альбер Камалов менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Өфөлә мирауай судьяларҙың эш йомғаҡтары һәм киләсәк бурыстары тикшерелде Өфөлә мирауай судьяларҙың һәм республиканың суд участкалары аппараты хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Ултырышта мирауай судьялар эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар тикшерелде.

Шишмә районынан 10 йәшлек ҡыҙ махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына йыйған аҡсаһын тапшырған Айзана Йәнбарисова тыуған көнөнә төшкән аҡсаға госпиталдә дауаланған яугирҙарға татлы күстәнәс алған. Шәхси посылкаһын уҡыусы ҡыҙ өләсәһе менән бергә, республиканың Йәмәғәт палатаһына тапшырҙы. Ул илһөйәрлек ғаиләлә тәрбиәләнә тип иҫәпләй.