fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 027
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтендә студент ҡыҙ икенсе йыл тракторсы булып эшләй Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан яуаплы эшкә. Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтендә студент ҡыҙ икенсе йыл тракторсы булып эшләй. Ауыл хужалығы техникаһына идара иткән ҡыҙға бөгөн баш ҡала урамдары ла ышанып тапшырылған.

Бөрө районындағы күл төбөн һәләк булған хайуандарҙан таҙартыу дауам итә Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Луч утары эргәһендә тотош һарыҡ көтөүе һыу аҫтына китә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ҡотҡарыусылар 800-гә яҡын ваҡ малды боҙ өҫтөнә сығарған, мөғжизә менән һарыҡтарҙың береһе иҫән ҡалған.

Махсус хәрби операция биләмәһенә республиканан оҙатылған 168-се гуманитар ылау барып етте Яугирҙарға Яңы йыл күстәнәсе. Махсус хәрби операция биләмәһенә республиканан оҙатылған 168-се гуманитар ылау барып етте.

Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар яҡынлаша Һауа температураһы 36 градусҡа тиклем түбәнәйә. Төбәк гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 24-26 декабрҙә төбәктә аномаль һалҡын һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы климат нормаһынан 9-14 градус түбән күрһәтер тип күҙаллана. Айырым райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Республикала һауа температураһы 26 декабрҙә көндөҙ күтәрелә башлай.

Радий Хәбиров Салауат районы Мөрсәлим ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Максим Шаһиморатов менән осрашты Үҫмер бер йыл элек республика етәксеһе саҡырыуы буйынса уның эш кабинетында булғайны инде. Максим, бала саҡтан инвалид булыуына һәм өйҙә уҡыуына ҡарамаҫтан, ижад менән әүҙем шөғөлләнә, ауыл клубындағы художество түңәрәгенә йөрөй. Ике тапҡыр «Салют» реабилитация үҙәгендә булған. Ҡурғандағы Илизаров исемендәге учреждениела дауаланыу курстары үтергә йыйына. Максим үҙаллы уҡый башлаған. Ул төбәк башлығына үҙенең һүрәтен бүләк итте, шулай уҡ хәҙер танкист булырға хыялланыуы хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда милли проекттарға 50 млрд һум йүнәлтелде Инфраструктураны үҫтереү-өҫтөнлөклө йүнәлеш. Быйыл Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 50 млрд һум аҡса йүнәлтелгән, сумманың 35 млрд 600 млн һумы-федераль сығанаҡтан. Финансты муниципалитеттар ҙа индергән. Был турала бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.

2018 йылдан алып «Теләктәр шыршыһы» хәйриә акцияһы меңәрләгән кешене берләштерә Акцияла бизнес вәкилдәре, власть һәм йәмәғәт лидерҙары ҡатнаша. Баймаҡ районында яңы йыл шыршыһына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәре яҙылған хаттар эленде. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов байрам ҡупшыҡайынан акцияла ҡатнашыусының открыткаһын алды.

«Торатау» геопаркында Ҡыш бабай тирмәһе эшләй башланы Төп әкиәт персонажының яңы йыл резиденцияһы күптәрҙең яратҡан ҡышҡы ял урыны. Быйыл да бында балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙән төнгө 9-ға тиклем көтәләр. Тирмәне асыу уңайынан этнокомплекста яңы йыл программаһы ойошторолдо.

Өфөлә диабет менән сирле балалар өсөн файҙалы аш-һыу оҫталыҡ дәресе үтте Өфөлә диабет менән сирле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Белгестәр һаулыҡҡа зыянһыҙ яңы йыл өҫтәле әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты. Дәрес Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған «Диабет мәктәбе: үҙләштереүҙең яңы сиктәре» проекты буйынса ойошторолдо.

Шаран районында гинекология бүлеге асылды Буласаҡ әсәләргә заманса медицина ярҙамы. Шаран районында «Ғаилә» милли проектының «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» проекты сиктәрендә гинекология бүлеге асылды. Программа ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорто асылды Капиталь ремонт муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын реновациялау йүнәлеше буйынса «Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы башҡарылған. Клуб танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Төҙөкләндергәндән һуң кабинеттар, сәхнә, тамаша залы яҡты, йылы һәм уңайлы. Китапхана ла яңыртылған.

Әлшәй районында теркәлгән ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән Бөгөн иртән Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә юлында 10-сы модель «ВАЗ», «Maзда» һәм «Шакман» йөк машинаһы бәрелешкән. Юл-траспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә Ватан еңел автомобиленән өс кеше һәм инормарканан бер пассажир һәләк булған. Тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған.

Өфө табиптары МХО биләмәһенә медицина ярҙамы ебәрә Республика медицина-генетика үҙәге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Тәүҙә аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдары, төҙөлөш материалдары һәм күп һанлы посылкалар ебәрһәләр, бөгөн стериль бәйләү комплекттары оҙатыла. Медицина ойошмаһы ирекмәндәре тураһында киләһе яҙмала.

Өфөлә республиканан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте «Конвой командаһы-102. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөлә республиканан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Еңеү өсөн тыл ярҙамы күрһәтеүселәр хаҡында киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров энергетиктарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы Бөгөн Рәсәйҙә энергетиктар көнө билдәләнә.Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Бөгөн төбәк энергетикаһында 25 меңдән ашыу кеше эшләй, ә яҡын тармаҡтарҙы иҫәпкә алғанда-50 мең самаһы. Ныҡлы энергетика системаһы-иҡтисад үҫешенең нигеҙе, шуға ла электр станцияларының ҡеүәтен һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу дауам итә.

Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге паркта төп Яңы йыл шыршыһы асылды Баймаҡтың Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында ҡаланың төп яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

Хәбир Аралбаев Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисына юғары награда «Өс таған» бейеүендәге өлкән ағай образы өсөн тапшырылды. Башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға үҙ өлөшөн индергән бейеүсе тураһында репортаж.

Өфөлә «Рәсәй бөркөттәре» һәм «Бала саҡ навигаторҙары» форумы үтте «Рәсәй бөркөттәре», «Бала саҡ навигаторҙары» өсөн берҙәмлек һәм илһам байрамы. «Торатау» конгресс-холында «Тәрбиәнең яңы фәлсәфәһе»тиа аталған төбәк-ара форум ойошторолдо. Балалар йәмәғәт хәрәкәте календарының сағыу сараһы хаҡында репортаж.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды Ике аҙнанан ашыу ял иткәндән һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Хәрбиҙәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Дим һәм Өфө райондары хәрби комиссары, подполковник Эрнест Кәбиров тәбрикләне.

Эльвира Айытҡолова: Владимир Путин менән тура бәйләнеш татыу ғаилә һөйләшеүен хәтерләтте Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары татыу ғаилә эсендә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе хәтерләтте. Рәсәй Президентының халыҡ менән тура бәйләнештә аралашыуын күҙәткән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошондай фекерҙә.