fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 013
مشترکین
-124 ساعت
-67 روز
-1530 روز
آرشیو پست ها
Баймаҡта Милли кейем көнө билдәләнде Республикала Милли кейем көнө билдәләнде. Йылына ике тапҡыр үткәрелгән байрамдың төп маҡсаты - тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен үҫтереү, халыҡтар дуҫлығын нығытыу.

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның 6-сы съезына әҙерлек дауам итә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһенең 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Сара сиктәрендә Ханты-Манси автономиялы округы - ЮГРА-ның Сорғот, Когалым ҡалаларында рухи берҙәмлек, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ киләсәгенә арналған саралар шәлкеме ойошторола.

Ҡырмыҫҡалы районында Үтәгән уйындары уҙҙы Дүртенсе йыл ойошторолған сара Ҡабаҡ фестиваленә нигеҙләнеп ҡоролған. Район брендына әйләнгән сарала быйыл Ғафури, Дәүләкән, Иглин, Әбйәлил - бөтәһе ете район вәкилдәре ҡатнашты.

Нефтекамала Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында археологик ҡаҙыныу эше алып барыла Йәмғеһе был йүнәлешкә 800 мең һумлап аҡса йүнәлтелгән. Лагерҙа уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Ғалимдар фәнни эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеп ҡалмай, яңы тарихи белем ярҙамында Нефтекамала туристар өсөн яңы ҡыҙыҡлы урын булдырмаҡсы. Ҡаҙыныу эше барышында тәүге ҡомартҡылар табылған да инде.

Нуриман районы «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһын ҡабул итте Урындағы мәҙәниәт һарайында төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре йыйылды. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне - лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре, консультациялар уҙғарылды. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, проектҡа үҙ эшен яратып башҡарған белгестәр йәлеп ителеүен билдәләне.

Өфө ҡалаһының «Яркий» биҫтәһендә зәңгәр шыршыларҙан Ғаилә аллеяһы барлыҡа килде Дим районындағы яңы биҫтәне йәшелләндереү «Ғаилә аллеяһы» проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гөлсинә Шәйнурова.

Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте Берҙәмлек менән көслөләр. «Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың отпускынан тәьҫораттары һәм еңеүгә ынтылыштары тураһында сюжет.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, гектар кеүәте 434 центнер - уҙ
Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, гектар кеүәте 434 центнер - уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға күберәк. Әлегә дөйөм 8 мең гектар майҙанда 354 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған, был планға ҡарата 14 процент. Быйыл республикала 57 меңдән ашыу гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәселде. Сеймал Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына оҙатыла.

Әбйәлил районында Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары ағышын көйләү эштәре ҡарала Уҙған йыл ташҡын осоронда яҡын-тирәләге ауылдар һы
Әбйәлил районында Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары ағышын көйләү эштәре ҡарала Уҙған йыл ташҡын осоронда яҡын-тирәләге ауылдар һыу баҫыуҙан зыян күрҙе. Байым, Исҡаҡ, Сиҙәм һәм Туйыш ауылдарында йылға яры ашалып, йорт-ҡаралтыларға яҡынлаша. Ошоға бәйле, йылғаларҙың ағымын үҙгәртеү эштәре буйынса республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, проект-документация әҙерләнә. Төҙөлөш-монтаж эштәре 40 миллионға яҡын һумға баһалана, тип белдерәләр Тәбиғәттән һаҡлау һәм экология министрлығынан.

Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр күп Башҡортостанда быйыл талпандан зыян күргән 8 мең 100-ҙән ашыу кеше медицина учре
Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр күп Башҡортостанда быйыл талпандан зыян күргән 8 мең 100-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһы белгестәре 9 меңләп бөжәкте тикшергән, уларҙың 1 процентында энцефалит вирусы асыҡланған. Республикала балаларҙы һауыҡтырыу һәм ял лагерҙарындағы бөтә майҙандар талпанға ҡаршы эшкәртелгән. Йыл башынан 25 меңгә яҡын кеше энцефалиттан прививка алған.

Өфөлә китап магазины асылды Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған продукция Өфөнөң тарихи үҙәгендә һатыласаҡ. Тантанала абруйлы ҡунаҡтар, яҙыусылар, шағирҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Тәүге көндә баҫма ташламалар ҙа тәҡдим ителде. Фирма магазины киләсәктә республикабыҙ мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә ярҙам итергә, авторҙар һәм нәшриәтселәр өсөн майҙансыҡ булдырырға тейеш. Ул төрлө йәштәге уҡыусыларҙы йәлеп итеү, мәҙәни ваҡиғалар ойоштороу үҙәге булыр тип күҙаллана.

Өфө ҡалаһы тарихы музейы ойошторолоуға 5 йыл Иҫтәлекле дата уңайынан музейҙың тәүге ҡаҙаныштары билдәләнде, гүзәл баш ҡала тарихын һаҡлауға тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Биш йыл дауамында тарихи экспозицияларҙы тулыландырыу, архив материалдар туплау буйынса ҙур эш башҡарылған. Дүрт залда Өфөнөң ағас ҡәлғә булған ваҡытынан алып, заманса мегаполисҡа әйләнгәненә тиклем әйберҙәр күрһәтелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфөлә артистар милли кейемдәрҙә байрам хороводында әйләнде Бөгөн республикала Башҡортостан халыҡтары милли кейемдәре көнө билдәләнә. Төбәк халҡы өсөн был мөһим байрам, сөнки бында 100-ҙән ашыу милләт бергә дуҫ йәшәй. Республикала байрам йылына ике тапҡыр үткәрелә. Бөгөн ул бөтә район-ҡалаларҙа ла рухлы кәйефтә үткәрелде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония артистары «Башҡортостан» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итте. Ойошманың бөтә артистары милли кейемдәрҙә байрам хороводында әйләнде.

Республикала бер ай эсендә «Рекрут» проектында 750 кеше ҡатнашҡан Улар башлыса контракт буйынса хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәт таратыусы ирекмәндәр, йәмәғәтселәр. Элек был эш бер нисек тә компенсацияланмаған, август айынан 50 мең һум матди ярҙам түләнә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән тыш, 18 йәштән өлкән граждандарға түләү ҡаралған. Рекрут проектында һәр кем ҡатнаша ала.

Башҡортостандан Көньяҡ Донецк йүнәлешендә мобилизацияланғандар сираттағы ротацияға сыҡты Көстәрҙе алмаштырып. Башҡортостандан Көньяҡ Донецк йүнәлешендә мобилизацияланғандар сираттағы ротацияға сыҡты. Уларҙың ял итеү, йыуыныу, ҡорал таҙартыу өсөн бер нисә көнө бар. Шулай уҡ был ваҡытты улар туғандары менән бәйләнеш өсөн файҙалана. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә район-ҡала архитекторҙары өсөн даими уҡыуҙар ойошторолдо Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы район-ҡала архитекторҙары өсөн даими уҡыуҙар ойоштора. Сираттағы семинар Шишмә районындағы «Патриот» паркы биләмәһендә уҙғарылды. Ҡатнашыусылар алдында башҡарма власть органдары, төҙөлөш өлкәһе вәкилдәре сығыш яһаны.

Континенталь хоккей лигаһы уҙған аҙнаның оҫталыҡ индексын иғлан итте Иң юғары баҫҡысты Ярославлдән “Локомотив” клубы биләй. О
Континенталь хоккей лигаһы уҙған аҙнаның оҫталыҡ индексын иғлан итте Иң юғары баҫҡысты Ярославлдән “Локомотив” клубы биләй. Омскиҙың “Авангард”ы менән Мәскәүҙән “Спартак” командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. “Салауат Юлаев” рейтингта 4-се баҫҡысҡа ҡуйылған. Юлаевсылар чемпионатта 3 уйын уҙғарып, өсөһөндә лә еңеү яуланы. Иртәгә беҙҙең хоккейсылар Екатеринбургта “Автомобилист” менән көс һынаша.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ аҙналығы бара Ул Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан 11 сентябрҙә билдәләнгән айыҡлыҡ көнө сиктәрендә уҙғарыла. Был сараның төп маҡсаты-йәмәғәтселекте алкоголь эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы көрәшкә саҡырыу. Республикала был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленә. Властар тыйыуҙар индереп кенә ҡалмай, «Айыҡ ауыл» республика конкурсы кеүек ярыш тәҡдим итә. Мохтаж булғандарға Өфөлә 14 йыл инде хәмер ҡулланған кешеләр өсөн социаль-реабилитация үҙәге эшләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡта «Изгелек марафоны» үтте «Изгелек марафоны». Баймаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Норис» клиникаһы табиптары һәм «Павильон» рок төркөмө артистары булды. Марафонда ҡатнашыусыларға легендар төркөмдөң концертын ҡараны бушлай табиптарға күренде.

Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөгөн Башҡортостан яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә, «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Сараға яугирҙарҙың ҡатындары һәм балалары, ата-әсәләре, дуҫ-иштәре килде.