БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 015
مشترکین
-124 ساعت
-47 روز
-1230 روز
آرشیو پست ها
2 015
Башҡортостанда сирле бал ҡорттарын контролһеҙ индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күрелә
Бөрйән районы умартасыһы Вадим Сәйфетдинов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировтан башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын кәметкән сирле ҡорттарҙы башҡа төбәктәрҙән контролһеҙ индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күреүен һораны.
«Бының ҡатмарлы проблема икәнлеген, умартасыларҙың башлыса көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттарын килтереп, һуңынан башҡорт балы тип һатыуҙарын беләм. Антибиотиктар ҙа ҡулланалар. Беҙҙең ветеринария хеҙмәттәре ошо хаҡта белә һәм сара күрә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
https://vk.com/video-85076499_456255308
2 015
Башҡортостанда «Дәрүиш рухы» музыкаль фестивален йыл һайын ойошторорға тәҡдим ителде
— Бик матур сара! Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова уны йыл да үткәрергә тәҡдим итә. Майҙансыҡ та һәйбәт. Көрәш һарайында, спорт ярыштарынан тыш, ошондай мәҙәни саралар ойоштороу мөмкинлеге лә бар, — тине Радий Хәбиров. — Мин оло ҡәнәғәтлек алдым.
https://vk.com/video-85076499_456255303
2 015
Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл өсөн урын билдәләнде
Бөгөн тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыу урынын билдәләүҙәрен әйтте.
https://vk.com/video-85076499_456255310
2 015
Архангел районда йәшәүсе махсус хәрби операция биләмәһендә яугир улы менән осрашты
Архангел районда йәшәүсе Фәрит Хажиев махсус хәрби операция биләмәһендә яугир улы менән осрашты. Мобилизацияланған яҡташыбыҙ күптән түгел яраланған. Улымдың сафта икәнлеген үҙ күҙҙәрем менән барып күрмәйенсә булдыра алманым, ти атай кеше. Районда тупланған сираттағы гуманитар ылау менән ул Донецк халыҡ республикаһына юлланды.
2 015
Башҡортостан полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы оҙатыу тантаналы шарттарҙа «Өфө-Арена»спорт комплексы майҙанында үтте.
2 015
65 ябай булмаған һорауға 65 ғәҙел яуап: Радий Хәбиров тура бәйләнеш үткәрҙе
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йола буйынса йыл аҙағында тура бәйләнештә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Тура эфир 4 сәғәт 13 минут дауам итте, күп һорауҙар башҡорт телендә бирелде.
Тура бәйләнештәге юлдар һәм социаль объекттар төҙөү һәм реконструкциялау, парктарҙы төҙөкләндереү, СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, мәктәптә туҡланыу, транспорт хеҙмәтләндереү, сәнәғәтте, туризмды үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәге мәсьәләләргә ҡағылды.
Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының составындағы үҙгәрештәргә ҡарата фекерен белдерҙе. Радий Хәбиров быйыл республика халҡының 65 һорауына яуап бирҙе. Дөйөм алғанда, «Тура бәйләнеш»кә республикала йәшәүселәрҙән 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, ә уларҙың яртыһынан күберәге тура эфир барышында. Төбәк етәксеһе бер мәсьәләнең дә иғтибарһыҙ ҡалмаясағын, бөтә мөрәжәғәттәрҙең дә ҡабул ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
2 015
Өфөләге Урмансылар паркында донъя халыҡтары кухняһы асыла
Ул киләһе йылдың 1 апрелендә эшләй башларға тейеш. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баш ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошондай бурыс йөкмәтте. Дөйөм туҡланыу урыны элек мангалдар торған урында була. “Көнсығыш, башҡорт, татар, рус кухняһы аш-һыуҙары булырға тейеш. Кешеләргә һайлап алыу мөмкинлеген булдырыу мөһим. Сауҙа идаралығына етди әҙерләнергә кәрәк. 1 апрелгә майҙансыҡ тулы ҡеүәтенә эшләргә тейеш”, - тине Ратмир Мәүлиев.
2 015
Фронтҡа яңы ҡоралдар: 3D-принтерҙа дрондар өсөн уникаль снарядтар баҫтыралар
Фронтта ҡорал тотоп ҡына түгел. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында яугирҙар 3 д принтерҙа дрондар өсөн снарядтар һәм гранаталар ырғытыу ҡулайламалары баҫтыра. Пластиктан яһалған шартлатҡыстар ҙа шулай уҡ ҡеүәтле, ә иң мөһиме еңел, ти улар. Инженерҙар уларҙы үҙҙәре үк уйлап сығара һәм модернизациялай.
2 015
Башҡортостан башлығы Өфөләге Урмансылар паркының реконструкцияһын баһаланы
Радий Хәбиров эш сәфәре барышында баш ҡалала йәшәүселәрҙең яратҡан ял урынының үҙгәрештәре менән танышып, халыҡ менән һөйләште. Паркты төҙөкләндереү эше «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса ойошторолғайны.
2 015
Өфөлә яңыртылғандан һуң балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды
Ул республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән беренсе медицина учреждениеһы. Әлеге ваҡытта баш ҡаланың тағы ла 4 объектында ремонт эштәре бара. Киләһе йыл федераль программа ярҙамында республиканың 6 районы поликлиникаларын яңыртыу күҙаллана.
2 015
Башҡортостан башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашты
Радий Хәбировҡа 4300-ҙән ашыу һорау килде. Тура бәйләнештә республика етәксеһе көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Махсус хәрби операция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереү төп темалар иҫәбендә булды. Эфирға эләкмәй ҡалған һорауҙар ҙа иғтибарға алынды. Улар хәл ителеү өсөн төрлө ведомстволарға ебәрелә.
2 015
Өфөлә Миҙхәт Шакиров һәйкәле өсөн урын билдәләнде
Бөгөн тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969-1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа Өфөлә һәйкәл ҡуйыу урынын билдәләүҙәрен әйтте.
«Беҙ, ысынлап та, Миҙхәт Закир улы Шакировҡа ихтирам белдерергә теләйбеҙ. Яҡынса урынын билдәләнек — Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге сквер», — тип һөйләне республика етәксеһе. Биләмәне төҙөкләндереүҙе иҫәпкә алғанда, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, тип өҫтәне ул. Әммә республика бюджетында был маҡсатҡа 50 млн һумға яҡын аҡса һалынған.
2 015
Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт талап ителә
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау өсөн йыл ярым самаһы ваҡыт кәрәк. Эштәр 2025 йылда башлана, тип яуап бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналист Рита Өмөтбаеваның һорауына.
«Һәйкәлде юҡ итергә тигән уйыбыҙ юҡ. Киләһе быуындар һәм республика өсөн һәйкәлде һаҡлап ҡалыу теләге генә бар, — тине республика етәксеһе тура бәйләнеш ваҡытында. — Беҙҙең алда бик ҡатмарлы бурыс тора. Һәйкәлдең торошо борсолоу тыуҙыра. Шуға беҙ ошо эште башларға мәжбүр булдыҡ».
2 015
МХО ветерандары дәүләт хеҙмәтендә эшләйәсәк
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнештә махсус операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡындағы һорауға яуап биреп, төбәк етәкселегенең бурысы – хәрбиҙәргә республикаға ҡайтҡандан һуң социалләшергә ярҙам итеү, тип билдәләне.
– Бөгөн бер нисә районда МХО ветерандары депутат итеп һайланды, бер нисә районда махсус операцияла ҡатнашыусылар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәрҙең күбеһе «Ватанды һаҡлаусылар» фондына координатор булып урынлаша. Яуҙаштарына ярҙам итә. Күптән түгел бер яугирҙы республика Башлығы хакимиәтенә эшкә саҡырҙым. Минеңсә, иң мөһиме, егеттәрҙең донъяға ҡарашы үҙгәрә, улар ҙур тормош тәжрибәһе ала, аңлы һәм эшлекле була. Был сифаттар дәүләт хеҙмәтендә бик файҙалы буласаҡ.
2 015
Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк
– Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Унда башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларын өҫтөндә эште тамамлаясаҡбыҙ. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров, алдағы дүрт йылда мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне.
– Өс йылдан объект 80 процентҡа төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә төҙөлөш эштәре дүрт йыл итер тип күҙаллайым, – тине республика Башлығы.
2 015
Радий Хәбиров республикалағы уртаса эш хаҡы кимәлен әйтте
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында һуңғы ике йылда республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡының тиҙ артыуы хаҡында һөйләне.
«Был иҡтисадтың, эшкәртеү сәнәғәтенең йылдам үҫеше менән бәйле. Эшкәртеү сәнәғәте һәм оборона предприятиелары эш хаҡы 200 мең һумға еткән вакансиялар тәҡдим итә. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы – 66 мең һум тирәһе. Беҙҙә табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр өсөн ярҙам саралары ғәмәлдә. Миграция сәйәсәте беҙҙең файҙаға үҙгәрҙе, күсеп килеүселәр беҙҙән китеүселәргә ҡарағанда күберәк. Шуныһы мөһим: беҙҙә уҡырға килгән йәштәр күп. Ун беренсе класты тамамлаусыларҙың дөйөм һаны һәм бюджет урындары һаны тап килә тиерлек. Һәр сығарылыш уҡыусыһының бюджетҡа инеү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта уртаса эш хаҡы кимәле буйынса илдең башҡа төбәктәре араһында беҙ 35-40-сы урындар араһында торабыҙ. Шуға күрә үрләйһе үрҙәр бар. Беҙҙә хеҙмәт хаҡы шулай артыуын дауам итер тип уйлайым», — тине Хәбиров.
2 015
⚡️ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш: тура эфир!
Йыл һайын Башҡортостан Башлығы традицион тура бәйләнештә республика халҡының һорауҙарына яуап бирә.
Трансляцияны БСТ, Рәсәй 24», Башҡортостан 24», «Вся Уфа», Сәләм», UTV телеканалдарында, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Радий Хәбировҡа һорау бирергә:
https://vk.com/video413272232_456240336
2 015
Хәйбулла районында МХО-ла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса төбәк ярышы уҙғарылды
Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар халыҡ хәтерендә. Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә милли көрәш буйынса төбәк ярышы уҙғарылды. Келәмдә илленән ашыу йәш спортсы бил һынашты. Сәмле ярыш хаҡында киләһе яҙмала.
2 015
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты
Утынға нөктә йәки төпкөл урманда урынлашҡан Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы йорттары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташты. «2021-2025 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеү һәм газификацияны үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Сәйғәфәр - Йомаш - Юлыҡ - Ишбирҙе ҡасаба-ара газ үткәргесе сафҡа инде. Тантана төбәктә йәшәүселәр өсөн оло байрамға әйләнде.
2 015
Бөгөн киске сәғәт 7-лә Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола
Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин. Республика етәксеһенә «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграм-боты, дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша һорау бирергә мөмкин.
