1 953
Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар Донбассҡа махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар Донбассҡа махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын оҙатыу митингы «Өфө-арена» майҙаны алдында уҙҙы. Хәрбиҙәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары хәрби комссары тәбрикләне, яуаплы хеҙмәттә уңыштар, имен-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Ир-егеттәр алғы һыҙыҡҡта ҡалған хеҙмәттәштәренә үҙҙәре менән бергә тыуған яҡ сәләме һәм йорт ризыҡтары, тәмлекәстәр алып бара.
26 نوامبر 2025, 06:04
