fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 013
مشترکین
-124 ساعت
-57 روز
-1430 روز
آرشیو پست ها
Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм Санкт-Петербургтың закондар сығарыу йыйылышы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, парламент-ара бәйләнештәр яңыртылған юл картаһы буйынса төҙөлә.

Башҡортостанда 2024 йылда федераль программа буйынса 6 мәктәп төҙөкләндерелгән Башҡортостанда 2024 йылда федераль программа буйынса 6 мәктәп төҙөкләндерелгән, тағы ла 25 уҡыу йортонда алып барылған капиталь ремонт киләһе йылға тамамланасаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙа.

Өфөлә «Елкән» телевизион конкурсы лауреаттары концерты үтте Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш. Өфөлә йәштәр араһында башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы лауреаттары концерты үтте. Ул Федор Шаляпин исемендәге музыка музейында ойошторолдо. Балалар башҡарыуында Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Рәүеф Мортазин, Рафаил Ҡасимов, Светлана Шаһиәхмәтова, Илдар Хисаметдинов һәм Урал Иҙелбаев әҫәрҙәре яңғыраны.

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында «Ашҡаҙар» радиоһының икенсе аллеяһы барлыҡҡа килде Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында икенсе аллея барлыҡҡа килде. Тәүгеһе - «Ашҡаҙар» радиоһы аллеяһына 2013 йылдың октябрендә нигеҙ һалынһа, Ҡаһым түрә исемен йөрөткәне ошо көндәрҙә сафҡа инде. Акцияла радио хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Республика мәктәптәрендә 237 стоматология кабинеты эшләй Уларҙың 110-ы һуңғы биш йыл эсендә асылған. Теш табибы кабинеттары селтәрен булдырыу тәҡдиме менән 2019 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Иницатива «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Өфөлә урта һөнәри белем биреү көнөнә арналған тантана үтте Унда йөҙҙән ашыу педагог фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде. Эшсе һөнәрҙәр әҙерләү системаһы һәм уның үҫеш мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙмала.

«Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре МХО биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған «Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә һәм Курск өлкәһенә гуманитар ярҙам йыйған. Бысҡы, гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, экипировка хәрбиҙәрҙең һорауҙарын иҫәпкә алып тупланған. Акцияға аэропорт хеҙмәткәрҙәренең башланғысы буйынса ойошторолған.

Благовещен йүнселдәре тауыҡ тиҙәгенән аҡса эшләү буйынса бизнес уйлап тапҡан Ҡош-ҡорт ҡалдыҡтарын утилләштереү тотош донъяла киҫкен проблема һанала. Уны тәбиғәтте зарарламай юҡ итеү ысулы бөгөнгәсә уйлап табылмаған. Руслан Хафизов илдә тәүгеләрҙән булып тиҙәкте эшкәртеп, унан мал аҙығы һәм ашлама етештереү буйынса цех асҡан. Был технологияны тормошҡа ашырыу һәм уға патент алыуға улар тиҫтә йылдан ашыу көрәшкән.

Ауырғазы районы үҙәге аша урау юл төҙөлөшө 35 процентҡа теүәлләнгән Подрядсы ойошма инженер коммуникацияларын күсереү эшен тамамлаған. Бөгөн улар буласаҡ юлдың нигеҙен нығыта. Алты саҡрым самаһы муниципалитет-ара юл республика кимәлендәге әһәмиәтле объект исемлегенә ингән.

Башҡортостан халҡы был айҙа күберәк ял итә 11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә. Ул йомаға тура килә. Аҙнаһына биш көн эшләп
Башҡортостан халҡы был айҙа күберәк ял итә 11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә. Ул йомаға тура килә. Аҙнаһына биш көн эшләп йөрөүселәр өсөн 11-енән 13-өнә тиклем ял була. Киләһе айҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ике көн ял ҡаралған. 2 ноябрь, шәмбе эш көнө тип билдәләнгән. Ундағы ял быйыл 30 апрелгә күсерелде. Шулай итеп, 3 ноябрь - йәкшәмбе һәм 4-е - дүшәмбе ял була.

Октябрьский ҡалаһында оло быуын вәкилдәре өсөн һауыҡтырыу байрамы ойошторолдо «Көмөш» йәштәгеләр боҙға баҫты. Октябрьский ҡалаһында оло быуын вәкилдәре өсөн һауыҡтырыу байрамы ойошторолдо. Конькиҙа бушлай шыуыу мөмкинлеге менән 100-гә яҡын кеше файҙаланды.

Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасс яҡтарына. Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Уларҙың барыһы ла мобилизация буйынса Ватан һағына баҫҡан. Хәрби комиссариат, ҡала хакимиәте вәкилдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне.

Башҡортостанда Курск өлкәһендә ҡаза күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Курск өлкәһендә ҡаза күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторған. Әйберҙәр көн һайын Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86 -сы йорт адресы буйынса урынлашҡан «Йәшлек Хаус» йортонда ҡабул ителә. «Беҙ бергә» проектының төбәк штабы эшләгән осорҙа Курск өлкәһенә 51 тоннанан ашыу гуманитар йөк йыйыла һәм оҙатыла. Ярҙамды иртәге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем килтерергә мөмкин.

Өфөлә Мәскәү трамвайҙары йөрөй башланы Килешеүгә ярашлы, баш ҡала Өфөгә электр транспортын бушлай тапшыра. Өфө урамдарына барлығы 69 яңыртылған трамвай сығасаҡ. Әлегә Дәүләт Циркы туҡталышынан Пушкин урамына тиклем ике трамвай рейсҡа сыҡты.

Номерһыҙ машинала йөрөгән, номерҙағы һандарҙы йәшергән өсөн яза ҡәтғиләшә Дума депутаттары закон ҡабул итте, Административ ко
Номерһыҙ машинала йөрөгән, номерҙағы һандарҙы йәшергән өсөн яза ҡәтғиләшә Дума депутаттары закон ҡабул итте, Административ кодексҡа төҙәтмәләр индерелә. Хәҙер номерһыҙ машинала йөрөгән, дәүләт номерын төрлө ысулдар менән ҡаплаған, йәшергән өсөн водитель танытмаһы бер йылдан йыл ярымға тиклем тартып алына. Әлегә тиклем 5 000 һум штраф, йә өс айға тиклем машина йөрөтөүҙән ситләтеү ҡаралғайны.

Мал-тыуарҙың иҫәбе булырға тейеш Башҡортостанда мал-тыуар һәм ҡош-ҡортто теркәү буйынса эшкә хөкүмәт ултырышында баһа бирелде
Мал-тыуарҙың иҫәбе булырға тейеш Башҡортостанда мал-тыуар һәм ҡош-ҡортто теркәү буйынса эшкә хөкүмәт ултырышында баһа бирелде. Республикала был эш 2018 йылдан алып барыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле системала 838 мең һыйыр малы, 568 мең сусҡа, 10 миллион ҡош-ҡорт, 108 мең йылҡы теркәлгән. Ошо эш дауам итә. Киләһе йылдың сентябренә бал-ҡорттары, дөйә, мышы һәм йорт ҡуяндарының аныҡ иҫәбе булырға тейеш.

Баш ҡалала ҡотҡарыусылар араһында 20-се республика ярыштары старт алды Республиканың эҙләү-ҡотҡарыу подразделениелары күпалыш буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Иң яҡшылар исемен йөрөтөүгә Башҡортостандың төрлө төбәгенән 9 команда көрәшә. Юбилей ярыштарын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов тәбрикләне.

«Юлдаш»тар Ишембайҙа оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә булды 1 октябргә тап килгән ике байрам - Ололар һәм музыка көнөн «Юлдаш»тар Ишембайҙа билдәләне. Радионың ижади төркөмө ҡаланың психоневрология интернатында булып, өлкән йәштәгеләрҙе һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҡотланы. Мәҙәни программаға килгәндә, асыҡ һауалағы концертты «Теге өсәү» проекты егеттәре алып барҙы, шулай уҡ тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина һәм йырсы Зөлфир Басировтың йырҙарын ихлас ҡабул итте.

Баймаҡта «Алтынға торошло ғүмер көҙҙәре» байрам кисәһе ойошторолдо Бөгөн - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Был көндө хеҙмәт коллективтарында хаҡлы ялдағылар ҡатнашлығында байрам саралары үтте, сал сәсле ветерандарға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелле.

Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына - хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы тамамланды Хәйбулла районында «Шәфҡәтлелек» айлығы буйынса «Ветерандар ихатаһына - хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы тамамланды. Өлкән йәштәгеләрҙе әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән сара хаҡында киләһе яҙмала.