fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 975
مشترکین
-224 ساعت
-57 روز
-1830 روز
آرشیو پست ها
Киләһе йыл Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегация сәфәре ваҡ
Киләһе йыл Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегация сәфәре ваҡытында яҡтар даталар тураһында һөйләшеп килеште. Хакимиәт башлығы эшсе төркөмдәр һәм сараға әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.”Был бик яҡшы эш формаһы, унда беҙ предприятиеларыбыҙ менән тыныштыра, хеҙмәттәшлеккә этәргес бирә алабыҙ. Туризмды үҫтереү – беҙҙең өсөн стратегик бурыстарҙың береһе. Беҙ бер-беребеҙҙән бик йыраҡта түгел, күп йәһәттән оҡшашбыҙ, мәҙәниәттәр бик яҡын”, — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев. Өфө менән Минск араһында ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Башҡортостан һәм Белоруссияның баш ҡалалары 2017 йылдан туғандаш ҡалалар булып тора.

Ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙы иҫкәртә Көҙөн йылға-күлдәргә балыҡ тоторға йөрөүселәр арта. Әммә көҙгө һыу күпкә һалҡын һәм хәүефл
Ҡотҡарыусылар балыҡсыларҙы иҫкәртә Көҙөн йылға-күлдәргә балыҡ тоторға йөрөүселәр арта. Әммә көҙгө һыу күпкә һалҡын һәм хәүефле, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Быйыл 112- системаһына балыҡсылар менән төрлө хәлдәргә бәйле 85 хәбәр ҡабул ителгән, 11 балыҡсы батып үлгән.

Башҡортостанда халыҡты онлайн ҡабул итеүҙәр тураһында закон проекты әҙерләнгән Ул 25 сентябрҙә парламенттың пленар ултырышынд
Башҡортостанда халыҡты онлайн ҡабул итеүҙәр тураһында закон проекты әҙерләнгән Ул 25 сентябрҙә парламенттың пленар ултырышында ҡарала. Сипкер Константин Толкачев белдереүенсә, бындай формат ваҡыт һәм аҡсаны экономиялай. Осрашыу өсөн йөҙәрләгән километр үтергә кәрәк булмай. Был ауылдар халҡы өсөн үтә мөһим. Граждандарҙы ғәҙәти тәртиптә ҡабул итеү дауам итә. Осрашыу рәүешен граждан үҙе һайлай, -тине Константин Толкачев.

Ҡыуатов дауаханаһында диабет пациенттары өсөн бушлай процедуралар ойошторола Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында шәкәр диабеты менән ауырусылар өсөн бушлай процедуралар ойошторола. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты нигеҙендә бында төбәк эндокринология үҙәге эшләй. Табиптар махсус ҡоролмалар ярҙамында ауырыған пациенттың аяҡ табандарына процедуралар үткәрә.

Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә Йәшел ҡалҡан һағында. Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә. Рейдтар барышында урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында иҫкәртеү эше алып барыла. Инспекторҙарҙың яуаплы эш мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Башҡортостан халҡы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашты Ҡаһарман яугирҙы һуңғы юлға оҙатыу «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Геройҙың туғандары, яҡындары, яуҙаштары ҡатнашты.

Салауатта һауала артыҡ зыянлы матдәләр теркәлмәгән «Газпром Салауат нефтехим» предприятиеһына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һуң, һауала норма сиктәрендәге коэффициенттың артыуы күҙәтелмәгән. Бөгөн заводҡа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итә. Урынға Башҡортостан башлығы килеп, оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Радий Хәбиров предприятиены һаҡлау хеҙмәте һәм илдең Оборона министрлығы вәкилдәренең һөҙөмтәле яҡлауын һәм һөжүмде кире ҡағыуын билдәләне. Әле заводта һөжүм эҙемтәләре бөтөрөлә. Бер кемдең дә зыян күрмәүе билдәле, сәнәғәт объекты штат режимында эшләүен дауам итә, технологик процестар боҙолмаған.

Баймаҡта Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте Шахматсылар спорт миҙгелен асты. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә журналист, райондың шахмат буйынса күп тапҡыр чемпионы Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте.

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрова Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Замандашыбыҙ ун йылдан ашыу боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй. Уның коллекцияһында баш кейемдәренән алып аяҡ кейеменә тиклем әйберҙәр бар.

Быйыл Башҡортостанда «Кадрҙар» милли проекты ғәмәлгә ашырыла башланы Уның ярҙамында хеҙмәт баҙары талаптарын иҫәпкә алып әҙерләнгән белем биреү программалары буйынса уҡырға мөмкин. Халыҡта IT-өлкә, электр энергетикаһы һәм төҙөлөш өсөн әҙерлек программалары ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Республика клиник инфекция дауаханаһы юбилейын билдәләне 115 йыл дауамында күҙгә күренмәгән дошман менән көрәштә. Республика клиник инфекция дауаханаһы юбилейын билдәләне. Быуаттан ашыу учреждение табиптары йоғошло сирҙәр менән көрәштә алдынғы урынды биләй. Тәүгеләрҙән булып республика халҡының сәләмәтлеген яҡлап, профессионаллек һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә.

«Газпром Салауат нефтехим» предприятиеһына террористик атака һөжүме Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул белдереүенсә, сәнәғәт объектына самолет тибындағы ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Пассив һәм актив һаҡланыу системаһы эшләп, предприятиеның һаҡ хеҙмәте уларға ҡаршы ут асҡан. Зыян кимәле асыҡлана. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында янғын һүндерелә. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә урында. Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе һуңғараҡ хәбәр итермен тип белдергән төбәк етәксеһе.

Республика бәһлеүәндәре ракета комплексын һөйрәү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләй “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен йөрөткән Эл
Республика бәһлеүәндәре ракета комплексын һөйрәү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләй “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин ошо турала белдерҙе. “Сара 4 октябрҙә Стәрлетамаҡта үтә. 4 кешенән торған команда “Тополь-М” ракета комплексын буксирға ала. Спортсылар: Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан Садыҡов ҡуйылған маҡсатҡа ирешеренә ышанам. Асыҡ күнекмә үткәрелде”, - тине Эльбрус Ниғмәтуллин. Рекордты теркәү өсөн республикаға “Уралстронг – Рәсәй бәһлеүәндәре” федерацияһы президенты Дмитрий Кононец килә.

Өфөлә киләһе аҙнала Ҡурсаҡ фестивале башлана 24 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында халыҡ-ара сараны асыу тантанаһы үтә
Өфөлә киләһе аҙнала Ҡурсаҡ фестивале башлана 24 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында халыҡ-ара сараны асыу тантанаһы үтә. Тамашасыларға Донецк академия ҡурсаҡ театры спектакле тәҡдим ителә. Фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Программа илһөйәрлек темаһына бағышланған сәхнә әҫәрҙәренән тора. Баш ҡалала Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан театрҙары сығыш яһай. Шулай уҡ Владимир, Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Сыуаш республикаһы коллективтары спектаклдәре ҡуйыла. Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры ҡунаҡ булараҡ ҡатнаша. Сараны ябыу тантанаһында был коллектив артистары “Ленинградка” спектаклен күрһәтә. Театрҙар форумы барышында ҡуйылған спектаклдәрҙе абруйлы жюри баһалай. Халыҡ-ара фестиваль президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙғарыла.

Башҡортостанда «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәре билдәләнде Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара уҙған аҙнала старт алғайны. Ярышта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнашты, ялан шарттарында һынау үтте.

Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар Иртәгә Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 10-да «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башлана. Илдар Филорет улын белгән һәм уның иҫтәлеген хөрмәтләргә теләгән һәр кем хушлашыуға килә ала. Матәм митингыһынан һуң Илдар Суфияров Өфөнөң Көньяҡ зыяратына ерләнәсәк.

Башҡортостан йылытыу миҙгеленә 100 процентҡа әҙер Һалҡын һауа торошо һаҡланһа, киләһе аҙнала уҡ яуаплы кампанияға старт бирелеүе ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә бөтә муниципаль берәмектәр ҙә ҡышҡа әҙерлек паспорттарын раҫлаған. Федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынан түбәнерәк булһа, йылы бирергә тейештәр.

Башҡортостандың электр станциялары ҡеүәте артасаҡ Бөгөн Мәскәүҙә Радий Хәбиров «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Сергей Дрегваль менән осрашты. Яҡтар республиканың энергетика инфраструктураһын үҫтереү һәм энергохолдинг менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Сергей Дрегваль, компания өсөн Башҡортостан төп төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне

Шаранда Рима Баталова призына «Спорт легендалары» кроссы уҙҙы Шаранда 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова призына еңел атлетика буйынса «Спорт легендалары» 17-се район-ара кросс үтте. Ярышта Шаран, Туймазы һәм Мишкә райондарынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр йәш категорияһы үҙ дистанцияһында көс һынашты.

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәбе биләмәһендә күп функциялы спорт майҙансығы асылды Спорт ҡаҙаныштары менән билдәле белем усағында 600-ән ашыу бала уҡый. Уларҙың күбеһе төрлө кимәлдәге ярыштар еңеүсе. Мәктәп бинаһында спорт залы бик бәләкәй булғанлыҡтан, яңы майҙансыҡ төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Объект район хакимиәте менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында сафҡа индерелгән. Хәҙер физкультура дәрестәре саф һауала үтә, спорт секцияларында футбол, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн уңайлы шарттар булдырылған.