БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 968
مشترکین
-124 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 968
Башҡортостан спортсылары Мәскәүҙә үткән турнирҙа еңеү яуланы
Мас-рестлинг буйынса уҙғарылған ярыш Олимпия чемпионы Роман Дмитриевтың иҫтәлегенә арналды. Республиканан Мәғди Ибраһимов 90, Евгений Пиконин 105 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. Турнир унынсы тапҡыр уҙғарылды. Унда илдең 20-гә яҡын төбәгенән 80 спортсы ҡатнашты. Роман Дмитриев мас-рестлингты танытыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Тап ул Мәскәүҙә ошо спорт төрө буйынса тәүге чемпионаттарҙы ойоштороусы булып тора.
1 968
Республикала грипп һәм тын юлдары ауырыуҙары арта
Һуңғы 10 көндә 30 мең кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Сирлеләрҙең 65 процентында киҙеү асыҡлана. Йышыраҡ балалар ауырый. Инфекцияны иҫкәртеү өсөн йәмәғәт урындарында битлек кейеү, бүлмәләрҙе даими елләтеү кәңәш ителә.
1 968
Республикала балалар араһында “Тере хәтер” тигән рәсем конкурсы башланды
Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ижади ярышты Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Халыҡ ижады үҙәге, Хәрби дан музейы һәм кино төшөрөүселәр берлеге уҙғара. Конкурста 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша ала. Һүрәттәрҙә Совет халҡының фронт һәм тыл батырлығы данланырға тейеш. Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы апрелдә һәм майҙа үтә. Ҡурсаҡ театры галереяһында һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторола.
1 968
Өфө дәүләт автоинспекцияһы яңы операция иғлан итте
Уның барышында йәйәүлеләр иғтибар үҙәгенә алына. Юл полицияһы кешеләргә юл бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай. Шулай уҡ ҡағиҙәләрҙе боҙған йәйәүлеләр туҡтатыла. “Юл аша сыҡҡанда телефон аша һөйләшмәгеҙ. Ҡолаҡсын таҡмағыҙ. Капюшонды һалып тороғоҙ. Һеҙҙең именлек – һеҙҙең ҡулда”, - тип белдерә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Рейд иртәгә тамамлана.
1 968
Өфөлә ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың семинары үтте
Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн ҡурайсылар, оҫталар һәм милли музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың беренсе семинары үтте. Йола буйынса «Урал» башҡорт халыҡ көйөнән башланған сарала ил һәм донъя кимәлендә танылыу алған милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
1 968
Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» акцияһына ҡушылды
Өфөнөң Октябрь районы «Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ул баш ҡалала туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Акцияны үткәреү майҙансығы итеп Өфөнөң 38-се мәктәбе һайланған.
1 968
Башҡортостан юлдаш телеканалы телеканалдар рейтингында республикала иң яратып ҡаралған канал
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы ойошторған киңәйтелгән коллегия ултырышында бөгөн шулай тип билдәләнде. Медиаөлкәләге йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, бурыстар билдәләнде. Йыл дауамында күтәрелгән темалар һәм уларҙы халыҡҡа еткереүҙә лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эше баһаланды.
1 968
Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир исеме мәңгеләштерелде
Руслан Кәлимуллинға арналған мемориаль таҡта ул уҡыған Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәп бинаһына ҡуйылды. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһына батырҙың туғандары, уҡытыусылары, хәрби бәрелеш ветерандары йыйылды.
1 968
Өфөлә IT йүнәләшендә бушлай уҡырға мөмкин буласаҡ
«Сбер» компанияһы башланғысында эшләгән «Мәктәп 21» мәғариф платформаһына Башҡортостан да ҡушылды. Бөгөн Өфөнөң вуз-ара кампусында үткән конференцияла мәктәп етәкселеге һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры журналист һәм студенттар алдынды сығыш яһап, уҡыу тәртибе тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
1 968
Өфөлә «Кескәй принцессалар балы» үтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында ойошторолған сараға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе 286 ҡыҙ һәм уларҙың әсәләре саҡырылғайны. Төбәктә матур йолаға әйләнгән сарала гүзәл заттар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектакль ҡараны.
1 968
Башҡортостан башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы
Ватанға фиҙаҡәр һәм тоғро хеҙмәт өсөн - ихтирам билдәһе. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө тармаҡ белгестәре, шул иҫәптән ауыл хужалығы, сәнәғәт, нефть һәм энергетика предприятиелары хеҙмәткәрҙәре булды.
1 968
Мәскәүҙә «Сыңрау торна» башҡорт музыкаһы фестивале еңеүселәре билдәләнде
Тәүгә уҙғарылған музыкаль бәйгелә вокал, инструменталь, хореография, яңғыҙ һәм коллектив номерҙар менән 35 конкурсант көс һынашты. Фестиваль баш ҡалала «Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары Ассоциацияһы» башланғысында Башҡортостан башлығы гранттар фонды ярҙамында ойошторолған.
1 968
Ейәнсура районының Кинйәбулат ауылы «Айыҡ ауыл» исеме өсөн көрәшә
Урында саңғы ярышы һәм «Ғаилә менән ҡышҡы уйындар» эстафетаһы уҙғарылды. Күләмле сара йөҙәрләгән кешене, күрше райондарҙан һәм Ырымбур өлкәһе ҡунаҡтарын йыйҙы.
1 968
Башҡортостанда ужым сәсеүлектәренең 90 проценттан ашыуы яҡшы ҡышлаған
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы уңыш өсөн 248 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Тупраҡтың бындай температураһы ярайһы уҡ яҡшы, ти белгестәр. Сөнки йылы һауа торошо ужым культураларында төрлө ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар барлыҡҡа килтереүе ихтимал.
1 968
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы
Ватанға фиҙәҡәр һәм тоғро хеҙмәт өсөн - ихтирам билдәһе. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө тармаҡ белгестәре, шул иҫәптән сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, табиптар, эшҡыуарҙар булды.
1 968
Ришат Төхвәтуллин Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алды
Бөгөн Ришат Төхвәтуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Награданы йырсыға республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Артист рәхмәт һүҙҙәрен, «Элмәлек» башҡорт халыҡ йырын һуҙып ебәрҙе.
1 968
Өфө районы Булгаков ауылындағы «Суфия» мәсетендә тәүге ифтар уҙҙы
Ауылдағы өсөнсө иман йорто былтыр асылғайны. Изге Рамаҙан айының тәүге көнөндә киске ауыҙ асыуға мәсеткә уны төҙөргә ярҙам итеүселәр һәм уларҙың яҡындары йыйылды. Диндарҙарҙың киләсәккә пландары ҙур.
1 968
Республиканың китапхана эшмәкәрлегенә юғары баһа
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Рәсәйҙең әҙәби мираҫы» Бөтә Рәсәй әҙәби мәҙәни-ағартыу проектының икенсе миҙгеле еңеүсеһе. Рәсәй әҙәби-ағартыу проекты етәксеһе, шағир, Санкт-Петербургта йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Алексей Преснаков, яҙыусылар, республиканың баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
1 968
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға Өфөнөң почетлы гражданины исеме бирелде
Баш ҡалала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлимйәүһәр Вәлиуллинға Өфөнөң почетлы гражданины исеме бирелде. Совет районы хакимиәте ветеранды етеп килгән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлап юбилей миҙалы менән дә бүләкләне.
1 968
Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев яугирҙарға планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған
Ейәнсура районынан 8 йәшлек Әмир Мәһәҙиев махсус хәрби операция яугирҙарына планшетҡа тип йыйған аҡсаһын тапшырған. Бының өсөн ул копилкаһын ватҡан. Йыйылған суммаға һатып алынған ике рация хәрбиҙәргә оҙатылған да инде. Малай менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
