БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 963
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-1930 روز
آرشیو پست ها
1 964
Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Республикала сираттағы хәрбиҙәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәренә йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һәм тормош-көнкүреш кәрәк -яраҡтары тупланған посылкалар алып бара.
1 964
Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте
Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Рәсәй субъекттары менән Ҡаҙағстан өлкәләре араһында үҙ-ара файҙалы партнерлыҡ бәйләнештәрен нығытыу мәсьәләләренең мөһимлеген билдәләне.Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаев фекеренсә, форумдың Өфөлә үткәрелеүе символик мәғәнәгә эйә. Был - йылдам үҫешеүсе иҡтисадты һәм бай мәҙәни мираҫы булған уникаль ҡала, тине сиn ил етәксеһе.
1 964
Рәсәйҙә балаларға газ һатырға ярамай
Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Зажигалкаларҙы, туристар өсөн плита заправкалау өсөн бәләкәй газ балондары ҡулланыла. Балаларҙың уны еҫкәп ағыуланыу, үлеү осраҡтары бар. Төп маҡсат кешеләр һаулығын һаҡлау, - тине спикер Вячеслав Володин. Бындай тауар һатыусылар өсөн ҙур штрафтар билдәләнде. 2016 йылдан башлап Рәсәйҙә токсикомания арҡаһында 800-ҙән ашыу баланың ғүмере өҙөлгән.
1 964
Эт хужалары өсөн талаптар ҡәтғиләшә
Думала ошо турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ябай кешеләр өсөн штраф суммаһын 5 мең һумға еткерергә тәҡдим ителә. Законды ҡабатлап боҙған осраҡта тейеш сумма икеләтә артыуы мөмкин. Ҙур, кешеләр өсөн хәүефле булған эттәрҙе мороноҡһоҙ, йә бәйһеҙ йөрөтөүселәр иғтибарға алына. Бындай хайуандарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары теркәлеп тора.
1 964
Башҡортостандың тағы бер ҡалаһында туристик һалым ҡабул ителде
1 ғинуарҙан Бөрө ҡалаһында ҡунаҡханаларҙа йәшәү хаҡының 1 проценты туристик иғәнә булараҡ алына. 2026 йылда ставка 2 процентҡа етә һәм йыл һайын арта барып 2029 йылдан 5 процент була. Быға тиклем шулай уҡ Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туристик һалым индерелде.
1 964
Өфөлә Сәриә Миржанованың 100 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте
Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары бөгөн Рәсәй фәндәр акаедмияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән ғилми-ғәмәли конференцияһында күтәрелде. Был юлы сара күренекле төркиәтсе Сәриә Миржанованың 100 йыллығы сиктәрендә үтте. Сәриә Фәзулла ҡыҙы башҡорт тел ғилеменә тос өлөш индергән шәхес. Ғалимәнең эштәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, төрки донъя халыҡтарында ла миҫалға алына.
1 964
Күҙәтеү советы ағзалары Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға бәйле һорауҙарҙы тикшерҙе
Фәнни проект документацияһы менән улар Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта таныштылар.
Осрашыу күҙәтеү советы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре үтенесенә ярашлы ойошторолдо. Әлеге ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек буйынса фәнни проект Мәскәүҙә федераль экспертиза үтә.
1 964
Өфөлә МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған фестиваленең финалы үтте
Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған байрам. Өфөләге «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған Асыҡ төбәк-ара фестиваленең финалы үтте.
Конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, гала-концертҡа уларҙың 15-е һайлап алынған. Ҡатнашыусылар араһында ижади коллективтар ҙа, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа бар. Сәхнәнән патриотик йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, шулай уҡ, үҙешмәкәр артистар музыка ҡоралдарында уйнаны
1 964
Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының икенсе көнө үтте
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәсми ҡунаҡтар менән бергә форум майҙансығында ойошторолған берҙәм проекттар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләрен ҡараны. Шулай уҡ ике ил дизайнерҙарының эштәре менән танышты.
1 964
Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте
Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан Рәсәйҙең ышаныслы партнерҙарының береһе тип белдерҙе. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ике дәүләт араһында тауар әйләнеше 30 миллиард һум тәшкил иткән. Ҡаҙағстан иҡтисадына Рәсәйҙән 13 миллиард һум инвестициялар йәлеп ителгән. Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлеккә етди иғтибар бүленә. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында байтаҡ Ҡаҙағстан студенттары белем ала.
Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев Өфөлә ойошторолған 20-се юбилей форумды юғары баһалап оло рәхмәтен белдерҙе. Ҡаҙағстан һәм Рәсәй араһында 49 күләмле проект ғәмәлгә ашырыла һәм дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү маҡсаты ҡуйыла.
1 964
«Башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып уңышлы бизнес ойошторорға мөмкин»
Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүсе эшҡыуар Денис Өмөтбаев - БСТ каналының күсмә студияһында ҡунаҡта. Бөгөн Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренең форумы дауам итә.
https://vk.com/video-27097047_456285619
1 964
Эшлекле бәйләнештәр
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы хеҙмәттәшлек нисек үҫешә? Форум ниндәй ҡаҙаныштарға юл аса?
https://vk.com/video-27097047_456285632
1 964
Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды ирекмәндәре хәрби госпиталгә эшкә юлланды
Алдағы бер нисә аҙнала улар медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыу һәм яралы һалдаттарҙы ҡарарға ярҙам итәсәк. Ирекмәндәр сафында коллегабыҙ, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова ла бар.
1 964
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында дүрт ҙур сәнәғәт проекты тормошҡа ашырыла
Ышаныслы партнерҙар. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында дөйөм хаҡы 350 миллион доллар тәшкил иткән дүрт ҙур сәнәғәт проекты тормошҡа ашырыла. Был турала форумдың предприятиелар кооперацияһына арналған панель сессияһында билдәләнде.
1 964
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Виталий Хоценко менән осрашты
Омск өлкәһе губернаторы Өфөгә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына килгән. Ике субъект етәкселәре иҡтисадта һәм социаль өлкәлә үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, нефть химияһы сәнәғәте үҙ-ара мөнәсәбәттәр үҫешенең яҡшы нөктәһе булырға мөмкин. «Беҙ шулай уҡ сауҙа әйләнешен арттырыу менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ, айырым алғанда, ауыл хужалығы продукцияһы сегментында», - тине төбәк башлығы.
1 964
Бөгөн Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының икенсе көнө
Эшлекле программаға ярашлы, Көрәш һарайында ике дәүләт етәксеһе ҡатнашлығында пленар ултырыш уҙғарыла. Владимир Путин һәм Ҡасым-Жомарт Тоҡаев видеоконференция бәйләнеше аша сығыш яһай.
Рәсми ҡунаҡтарға килгәндә, бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Өфө» аэропортында Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Аппарат етәксеһе Ғәлимжан Койшыбаев етәкселегендәге ҙур делегацияны ҡаршы алды. Көнсығыш-Ҡаҙағстан, Кустанай, Павлодар һәм Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәләренең акимдары килгән.
1 964
Уйынсыҡтар үҙебеҙҙә етештерелергә тейеш
2030 йылға шундай маҡсат ҡуйыла. Ил хөкүмәтендә алдағы йылдарға саралар планы әҙерләнгән. Уға ярашлы, балалар уйынсыҡтарын сифатлыраҡ итеү буйынса эш алып барыла, үҙебеҙҙә етештереүгә иғтибар арта. Башҡортостанда балалар тауарҙары һәм уйынсыҡтар етештереүселәр кластеры булдырылған. Ул беҙҙең республиканан 8 һәм Донецк республикаһынан 1 предприятиены берләштерә. Республика етәксеһе башланғысы менән Өфөлә "Әйҙә, уйнарға" тигән беренсе бөтә Рәсәй балалар уйынсыҡтары форум-күргәҙмәһе уҙғарылды.
1 964
Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды
Өфөләге «Мираҫ» галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың төрлө осорҙа яҙылған картиналары ҡуйылған. Ижади эштәрендә яҡтыртылған төп тема тормош асылына бәйле - ғаилә, Кесе Ватан, тыуған илгә ҡарата оло һөйөү сағылыш тапҡан. Күргәҙмә декабрь аҙағына тиклем эшләй.
1 964
Өфөлә Баймаҡ яҡташтар берлеге осрашыуы уҙҙы
Сарала юбилярҙар ҙурланды, райондың әүҙем ағзалары билдәләнде. Райондың тиҫтәгә яҡын абруйлы вәкиленә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
1 964
Тыуған ил геройы: Эдуард Ғәтиәтуллиндың яҙмышы һәм әсәһенең ҡаһарманлығы
Һәр яугир миңә үҙ улым кеүек. Был турала Саҡмағош районы Зәмәй ауылында йәшәүсе Зөлфиә Ғәтиәтуллина белдерҙе. Ул быйыл көҙ гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашып, ылау составында Донбасҡа барып ҡайтҡан. Зөлфиә Фәнис ҡыҙының улы Эдуард Ғәтиәттулин - ҡаһарманлыҡ, тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Махсус хәрби операцияла ул һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ үлемесле йәрәхәт ала.
