БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 968
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1630 روز
آرشیو پست ها
1 968
Ике аҙналыҡ ялдан һуң хәрбиҙәрҙең бер төркөмө йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды
Күптәр өсөн был иҫәп буйынса бишенсе отпуск булған. Мобилизация буйынса махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ғаиләләре, дуҫтары оҙатты. Яугирҙар «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙандан хеҙмәт урынына тиклем уңайлы шарттарҙа биш автобуста бара.
1 968
Өфөнөң Дим биҫтәһендә глэмпинг-парк төҙөләсәк
Проект менән «Инвестиция сәғәте»ндә «Феникс» компанияһы етәксеһе Евгения Машко таныштырҙы. Майҙансыҡты әҙерләүгә һәм рекреацион объекттар төҙөүгә 250 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ярҙамында ер участкаһы һайланған һәм кәрәкле проект документацияһы әҙерләнгән.
1 968
«Әр-Рахим» йәмиғ мәсетенең манараларын көпләү тамамланды
Бөгөн башҡарылған эш һөҙөмтәһе менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Манаралар Грециялағы «Тассос» ятҡылығының тәбиғи ташы менән тышланды. Артабан эшселәр мәсеттең ҡыйығын ябыуға тотонасаҡ. Республика етәксеһе ҡулланыласаҡ материалдар һәм эш темпы менән ҡыҙыҡһынды.
1 968
Өфөлә ҡар таҙартыусылар штаты 70 процентҡа тупланған
Был турала ҡаланың коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе Арсен Латыпов белдерҙе. 380 техника әҙерләнгән. Көслө ҡар яуғанда ҡуртымға алынған трактор-машиналар йәлеп ителә. Көн һайын ҡарҙы 300 хеҙмәткәрҙә таҙарта, тине ул.
1 968
Йома көндө матур яңылыҡ!
Радий Хәбиров шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Әр-Рәхим мәсете манаралары әҙер. Республика етәксеһе әйтеүенсә, яҡын киләсәктә мәсеттең емерек хәлгә төшкән түбәһен ремонтлау ҡарала.
– Ә быйылғы йылға төп бурыс – фасад эштәрен тамамларға. Кәрәкле бөтә тикшереүҙәр үткәрелде, техник документтар әҙер. Хоҙай ярҙамы менән барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип уртаҡлашты республика етәксеһе.
1 968
Республикала “Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре” асыҡлана
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы грантына заявкалар ҡабул итеү башланды. Быйылдан 500 мең һумлыҡ 20 грант бирелә. Конкурс һөҙөмтәләре “Смарт-баҡсасы” халыҡ-ара форумында иғлан ителә. Ул 27 февралдә үтә.
1 968
2024 йылда Башҡортостанда 4 балалар баҡсаһында 5 яңы корпус асылған
Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, беҙҙең республика федераль проектта ҡатнаша. Уға ярашлы, уҙған йылда лагерҙарҙа 250-гә яҡын урын булдырылған. Бының өсөн 147 миллион һум тотонолған. - "Патриот" паркында ике заманса модуль, шулай уҡ Стәрлебашта "Орленок", Ҡыйғы районында "Маяҡ", Өфөлә "Чайка" лагерҙарында корпустар асылды. Башҡортостан балалар ялын ойоштороу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проектта киләсәктә лә ҡатнашасаҡ, тине премьер-министр урынбаҫары.
1 968
Өфөлә иң шәп педагогтарҙы билдәләйҙәр
Баш ҡалала “Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” “Класс етәксеһе” һәм “Балаларға йөрәгемде илтәм” конкурстары уҙа. Педагогтар бәйгеһендә 70 уҡытыусы һынау тота. Ҡала кимәлендә ойошторолған конкурс лауреаттары еңеүселәре 14 февралдә билдәле була.
1 968
Белорет районы Манышты ауылында милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышы үтте
Белорет районы Манышты ауылында Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә милли һәм этник спорт төрҙәренең республика ярышы үтте. Уның исеме күптәргә профессиональ башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдиевтың «Башҡорт һунарсыһы» картинаһы аша таныш. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала республиканың 12 районынан 80-дән ашыу кеше ҡатнашты.
1 968
Заманса медицина: Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында яңы мөмкинлектәр
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы 2024 йылда сифат күрһәткестәре буйынcа Рәсәй Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды. Бай тарихлы медицина учреждениеһы Башҡортостандың иң ҙур дауаханаһы иҫәпләнә. Йыл һайын бында 240 мең кеше мөрәжәғәт итә. Клиника табиптары Башҡортостан ауылдарына барып граждандарға медицина ярҙамы күрһәтә, тармаҡ белгестәрен әҙерләү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып бара.
1 968
Өфөлә производствола бәхетһеҙ осраҡтан зыян күргән 9 кешегә автомобиль асҡысы тапшырылды
Яңы машина хужаларының физик мөмкинлектәрен иҫәпкә алып йыһазландырылған һәм ҡул менән идара итеү системаһына көйләнгән. Әйткәндәй, былтыр махсус йыһазландырылған машиналар 66 кешегә тапшырылған.
1 968
Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарының һөҙөмтәле эшен билдәләне
Тәүлек эсендә республикала йәшәүселәр мутлашыусыларға 31 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Мәғлүмәт технологиялары ҡулланып башҡарылған енәйәттәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү - полиция өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Дөйөм алғанда, төбәктә енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы буйынса иң түбәндәренең береһе һанала. Был турала ведомствоның коллегия ултырышында билдәләнде. Ултырышта йыллыҡ оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарының һөҙөмтәле эшен билдәләп, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
1 968
Радий Хәбиров һәм Берл Лазар Өфөлә социаль үҙәккә нигеҙ һалды
Өфөлә «Үҙенсәлекле балалар үҙәге» төҙөлә. Социаль объектҡа нигеҙ ташы бөгөн тантаналы шарттарҙа һалынды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар ҡатнашты.
Йәһүд милли-мәҙәни ойошмаһы менән синагога янында урынлашасаҡ үҙәк үҙенсәлекле балаларҙың ижади, спорт һәләттәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү буйынса махсуслашасаҡ. Бында төрлө түңәрәктәр асыу, дауалау өсөн шарттар тыуҙырыу ҡарала.
1 968
Радий Хәбиров Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар менән осрашты
Башҡортостанда төрлө дин вәкилдәре оҙаҡ йылдар татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәй. Был дуҫлыҡты диндарҙарҙың әүҙем эшмәкәрлеге лә нығыта. Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар менән осрашыуҙа дин әһелдәренең йәмғиәттәге ролен юғары баһаланы.
1 968
Кушнаренко районында ауыл хоккей командалары араһында «Алтын шайба» республика ярышы уҙҙы
Финалда 2010-2011 йылғы йәш спортсылар ҡатнашты. Ике көн дауам иткән турнирҙа Дыуан, Кушнаренко, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Благовар, Бишбүләк райондары һәм Благовещен ҡалаһы командалары көс һынашты.
1 968
Ғинуарҙың һуңғы көнөндә Өфөлә Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси күргәҙмәһе тамамлана
Ғинуарҙың һуңғы көнөндә Өфөнөң 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның шәхси күргәҙмәһе тамамлана. «Акварелгә тоғролоҡ» тип аталған экспозиция былтыр йыл аҙағында асылғайны. Унда авторҙың төрлө жанрҙарҙа башҡарылған урта форматтағы эштәре - пейзаж, натюрморт, бихисап пленэрҙар һөҙөмтәһендә ижад ителгән картиналары урын алды.
1 968
Миәкә районынан МХО-ла ҡатнашыусы хәрби-илһөйәрлек музейын ойошторған
Миәкә районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мөҙәрис Булатов Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында хәрби-илһөйәрлек музейын ойошторған. Экспозицияла Бөйөк Ватан һуғышынан алып хәҙерге заман хәрби ҡоралдарына тиклемге экспонаттар менән танышырға мөмкин.
1 968
Быйыл мартта Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» 9-cы Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтә
Әле бәйгелә ҡатнашыуға республика район-ҡалаларынан һәм илдең башҡа төбәктәренән илленән ашыу заявка ҡабул ителгән. Еңеүселәр «Милләт әсәһе», «Ирекмән», «Медицина хеҙмәткәре», «Педагог» һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнә.
1 968
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ултырышында 40-тан ашыу ҡануни документ ҡаралды
Дәүләт шәхси партнерлығы системаһын сәнәғәт тармағында ҡулланыу, һәләтле балалар өсөн махсус спорт үҙәктәре, ҡануни башланғыстар. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 40-тан ашыу ҡануни документ ҡаралды. Депутаттар Башҡортостандың физик культура һәм спорт министры Руслан Хәбибовты Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү өсөн тауыш бирҙе, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаның отчет доклады буйынса фекер алышты.
1 968
Иртәгә "Өфө" футболсылары Төркиәгә юллана
Команда ил чемпионатының беренсе лигаһында уйындарҙың яҙғы этабына әҙерләнә. Февралдә Төркиәләге йыйын барышында 5 контроль осрашыу планлаштырылған. Мәскәүҙән "Велес", Ташкенттан "Локомотив", "Новосибирскиҙан "Себер" менән уйындар ҡаралған. Тағы ике команда әле аныҡланмаған. Ил чемпионатында яҙғы этап мартта башлана.
