БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر1 970
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-67 روز
-1830 روز
آرشیو پست ها
1 970
Иглин районы аша үткән М-5 «Урал» федераль трассаһында яңы юл буйы сервисы объекты барлыҡҡа киләсәк
Инвестор уны төҙөүгә 58 миллион һум аҡса йүнәлткән. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле был өлкәлә дөйөм күләме 12 миллиард һумлыҡ 200-гә яҡын инвестиция проекты эшкә алынған. Уларҙың 59-ы өҫтөнлөклө статусына эйә булған.
1 970
Республика район-ҡалалары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне
Республика район-ҡалалары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне. Баймаҡта был көндө алтын туйҙарын туйлаусы юбиляр парҙар, өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
1 970
Белгестәр Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәр һәм һөйләшеү һәләтен үҫтереүгә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Үҙенсәлекле малай-ҡыҙҙар менән эшләүсе белгестәрҙе «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» һәм Өфө хосписы хәйриә фондтарының попечитилдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмләне.
1 970
Ҡыйғыла фельдшер-акушер пункттары арта
Тиҙҙән унда дүрт яңы бина асыу ҡарала. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы төҙөлә. Заманса медицина пункттары Сағыр, Абзай, Иҙрис һәм Аҫылғужа ауылдарында була. Волга буйы федераль округында ҡуйылған модулле пункттарҙың яртыһы Башҡортостанға тура килә. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошо турала белдерҙе. Һуңғы биш йылда округта 1 мең 500 медицина пункты яңыртылған. Уларҙың 700-е Башҡортостанда асылған.
1 970
Башҡортостан һөт продукцияһы экспортын арттырҙы
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Йыл башынан сит илдәргә 7 мең тоннаға яҡын һөт ризығы сығарылған. Исемлектә төп урында ҡоро һөт, ҡымыҙ һәм эркет тора. Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға 5 мең ярым тоннанан ашыу ҡымыҙ оҙатылған. Был эсемлек Үзбәкстан, Беларусь һәм Әрмәнстанға ла йыш ебәрелә. Шулай уҡ Ҡытай һәм Сербия беҙҙең рспубликаның һөт продукцияһын ала. Башҡортостан 2030 йылға тиклем экспортты 70 процентҡа арттырырға ниәтләй.
1 970
Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер төҙөкләндерелә
Бының өсөн 85 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бордюрҙар һәм асфальт яңыртыла, күп йыллыҡ сәскәләр ултыртыла, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Эштәрҙе йыл аҙағына тамамлау планлаштырыла. Баш ҡала хакимиәте биләмәне төҙөкләндереү өсөн подрятсы ойошма һайлай. Аукцион 22 июлгә билдәләнгән.
1 970
Мәләүез районында халыҡ йырҙарына арналған фестиваль үтте
«Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан». Мәләүез районында уҙған халыҡ йырҙарын башҡарыусылар фестивале шулай тип аталды. Мәҙәни сара республика район-ҡалаларынан биш тиҫтәләп ижади коллективты бергә йыйҙы. Йәмәғәт эшмәкәре Инсаф Сәлихов башланғысында ойошторолған конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.
1 970
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһында тыңлаусыларға дипломдар тапшырылды
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте. «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һәм «Персонал менән кадрҙар эшен ойоштороу» программалары буйынса 33 белгес белемен камиллаштырған.
1 970
Троицк ҡалаһында «Рәсүлев уҡыуҙары: Рәсәй тарихында һәм хәҙерге тормошонда ислам» конференцияһы үтте
Троицк ҡалаһында «Рәсүлев уҡыуҙары: Рәсәй тарихында һәм хәҙерге тормошонда ислам» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Рәсәйҙең 17 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 900-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
1 970
Өфөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ҙур байрам менән үтте
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Өфөлә төп байрам саралары Ғаилә скверында ойошторолдо. Биләмәлә күргәҙмә-йәрминкәләр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, билдәле ижади коллективтар ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Күләмле байрам сараһынан киләһе яҙма.
1 970
Ғаилә көнөндә перинаталь үҙәктә яугирҙарҙың ҡатындарына хөрмәт күрһәтелде
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Республика клиник перинаталь үҙәгендә бала тапҡан гүзәл заттар тәбрикләнде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ҡатындарына Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 970
Өфө хосписы бөгөн тыуған көнөн билдәләне
Өфө хосписы бөгөн тыуған көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан учреждение асылғандан эшләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Ике шәфҡәт туташы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеменә лайыҡ булды. Улар араһында Шишмә районынан баш ҡалаға йөрөп эшләгән медицина бригадаһы ла бар. Өс тиҫтә йыллап хеҙмәт стажын тултырған белгестәр Өфө хосписында эшләүҙе һөнәри бурыс итеп һанай.
1 970
Михаил Мишустин «Иннопром-2025» форумында Башҡортостан проектына хуплау белдерҙе
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм энергетика министрлығы бәләкәй авиация өсөн перспективалы двигатель етештереү буйынса Башҡортостан проектына ярҙам күрһәтәсәк. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин «Иннопром-2025» халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡарағандан һуң ошондай йөкләмә бирҙе. Ҡунаҡтарҙы төбәктең сәнәғәт ҡеүәте менән Радий Хәбиров таныштырҙы.
1 970
Өфөгә гастролдәр менән Мәскәүҙең Никулин исемендәге күсмә циркы килде
Өфөгә гастролдәр менән Мәскәүҙең Никулин исемендәге күсмә циркы килде. Ижади коллектив тамашасыларға Владимир Дерябкиндың «Династия» тип исемләнгән өр-яңы шоу-программаһын тәҡдим итә. Яңы миҙгелдең төп ваҡиғаһы - донъялағы берҙән-бер Төньяҡ диңгеҙ арыҫландары аттракционы сығышы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 970
Иглин районында «Орлёнок – тыуған яҡты өйрәнеүсе» проектына йомғаҡ яһалды
Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп. Иглин районында йәйге һауыҡтырыу лагерҙарының «Орленок - тыуған яҡты өйрәнеүсе» проектының йомғаҡлау этабы үтте. Башланғыс «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәте Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
1 970
Археологтар «Подымалово-1» ҡаласығында һирәк табылдыҡтарға юлыҡты
Бер аҙна эсендә йөҙләгән яңы артефакт. Ҡаҙылмалар Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһында урын аласаҡ. Һүҙ «Подымалово-1» ҡаласығындағы архелогия экспедицияһы тураһында бара. Был майҙандағы ҡаҙыныу эштәре 2017 йылда уҡ башланған. Архелогтарҙың табыштары бында Алтын Урза осороноң ҙур сауҙа һәм етештереү үҙәге булыуын иҫбатлай.
1 970
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе халҡы урамдарҙағы соҡорҙар проблемаһына зарлана
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе халҡы урамдарҙағы соҡорҙар проблемаһына зарлана. Ул автоһәүәҫкәрҙәрҙе генә түгел, йәш әсәләрҙе лә борсой. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Әммә мәсьәлә асыҡ ҡала.
1 970
«Өфө-Арена» янында яугирҙарҙы махсус хәрби операцияға оҙатыу тантанаһы үтте
Башҡортостандан бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» комплексы эргәһендәге майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы уҙғарылды. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелеүен, алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылауҙар оҙатылыуын билдәләне.
1 970
Саҡмағош районында ҡатын-ҡыҙҙар спорт аша сәләмәт тормошто һайлай
Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә һәм бер ҡасан да ауырымаҫҡа. Саҡмағош районында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар йәш сырайлы булыу серен яҡшы белә. Бының өсөн улар даими спорт менән шөғөлләнә.Ҡарайерек ауылында йәшәүсе көмөш йәштәге гүзәл заттар өсөн һәр йәкшәмбе иртәһе спорт уйындарынан башлана. Бында улар аралаша, шулай уҡ ябай, әммә һаулыҡ өсөн бик файҙалы уйындарҙа ярыша. Физик көсөргәнештән тыш, төркөм дөрөҫ итеп тын алыу, рухи һәм интеллектуаль практикалар ҡуллана. Улар көсөргәнеште бөтөрә һәм һәм күңел төшөнкөлөгөн еңергә булышлыҡ итә.
1 970
Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының 300 йыллығы уңайынан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте
Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының 300 йыллығы уңайынан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Тантана бай тарихлы ауылда тыуып үҫкән, ситтә йәшәгән замандаштарҙы бергә йыйҙы. Осрашыу уларҙы бергә тупланы, туғанлыҡ хистәрен яңыртты. Артабан киләһе сюжетта.
