fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 970
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-77 روز
-1930 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тамамланды Бөгөн Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тамамланды. Ике көн дауам иткән форум эшлекле осрашыуҙарға, фәһемле һөйләшеүҙәргә, белгес кәңәштәренә, оҫталыҡ дәрестәренә бай булды. Гүзәл заттар һөйөү, наҙ, иғтибар, зауыҡ шауҡымына солғанды, аралашты, фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

Республика программалары ярҙамында Мәскәү ауылында уңайлы шарттар тыуҙырыла Өлгө алырлыҡ ауыл биләмәһе. Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы йылдам үҫешкән, республика проекттарында әүҙем ҡатнашып еңеү яулаған биләмәләр исемлегендә. Уның һөҙөмтәһендә урында бер-бер артлы социаль объекттар ҙа төҙөкләндерелә.

Инвесторҙар 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтте Социаль өлкәне хәстәрләүсе яуаплы инвестор. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтә. Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балаларҙы һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәре үтәлеше хаҡында сюжет.

Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡорбан ғәйетен билдәләне Ышаныс һәм өмөт байрамы. Бөгөн «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡорбан ғәйетен билдәләне. Ватан һағында торған дин ҡәрҙәштәр ҡорбан салды, донъяға тыныслыҡ һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыу өсөн доға ҡылды. Махсус хәрби операция биләмәһенән репортаж.

Башҡортостанда Ҡорбан ғәйете билдәләнде Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Республиканың барлыҡ мәсеттәрендә лә байрам саралары үтте, ҡорбандар салынды. Өфөлә «Ләлә» мәсетендә үҙған байрам вәғәзе Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтелде.

Ҡорбан ғәйете Хәйбулла районында Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтте Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Изге байрам Хәйбулла районында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтте. Төбәк етәксеһе күп милләтле республика халҡын Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләне. Хәйбулла районына эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе һабантуйҙа аграрийҙарҙы ҡотлап наградалар тапшырҙы, район үҙәгендә 1-се мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты.

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар етештереүсе оҫта Руфия Ханова. Телестудиябыҙҙың икенсе ҡунағы Халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, гроссмейстер Айгөл Иҙрисова. https://vk.com/video-85076499_456257820?access_key=37d0f8aea22609fae7

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең икенсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы-вокалисы, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Дамир Таипов улы Баязит менән. БСТ күсмә студияһының икенсе ҡунағы «Урал батыр» туроператоры генераль директоры Айгөл Рәхмәтуллина. https://vk.com/wall-85076499_79315

Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе – Ҡорбан ғәйете билдәләнә Уны Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам итәләр. Б
Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе – Ҡорбан ғәйете билдәләнә Уны Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам итәләр. Байрамдың төп сараһы – ҡорбан салыу. Ҡорбан ғәйете Зөлхизә айының 10-сы, 11-се һәм 12-се көндәрендә башҡарыла. Ҡорбан ғәйете уңайынан бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә байрам саралары үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдары өлөшләтә ябыла. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.

Башҡортостан халҡы Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнә Иртәгә мосолман донъяһы ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйетен ҡаршылай. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс билдәләнә. Байрамдың төп сараһы-ҡорбан салыу. Ғәйет уңайынан саралар республиканың барлыҡ мәсеттәрендә үтә. Телевизор ҡараусылар Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтәсәк байрам вәғәзен тыңлай ала. Ул тура эфирҙа иртәнге сәғәт туғыҙҙа башлана.

Виктор Гацак иҫтәлегенә арналған ғилми сара географияһын киңәйтә Рәсәйҙең билдәле ғалим-фольклорсыһы Виктор Гацактың яҡты иҫтәлегенә арналған киләһе ғилми уҡыуҙарҙы Таулы Алтай ҡалаһы ҡаршы ала. Был турала Өфөлә үткән халыҡ-ара форумда хәбәр ителде Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 4-се «Гацак уҡыуҙары» үтте.

Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Әйҙә, уйнарға!» фестиваленә саҡырҙы Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестиваленә саҡырҙы. Икенсегә уҙғарылған сарала илдең төрлө төбәктәренән балалар тауарҙарын етештереүселәр һәм кәсепселәр ҡатнаша. 4 көн дауамында сара майҙанында уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» – хәйриә проекты халыҡ-ара майҙанға сыға «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһы илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Форумды асыу сараһы «Торатау» конгресс холында тантаналы шарттарҙа үтте. Был хәйриә проекты 2019 йылдан ойошторолоп килә һәм гүзәл заттарҙы берләштереүсе төп майҙансыҡ булып тора. Биш йыл дауамында проект республиканың 45 ҡалаһы һәм районын урап сыҡҡан.

«Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестиваленең беренсе көнөндә БСТ күсмә студияһында ҡунаҡта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның психология факультеты доценты, педагогика фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Сибаева https://vk.com/video-85076499_456257812?access_key=70f68b274af0d2e831

Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды “Беҙҙең маҡсат аварияларҙы иҫкәртеү, иҫерек водителдәр һәм т
Бөгөн республикала “Хәүефһеҙ юл” тигән профилактик сара башланды “Беҙҙең маҡсат аварияларҙы иҫкәртеү, иҫерек водителдәр һәм теркәлмәгән транспорт ҡатнашлығында юл ҡазаларын иҫкәртеү. Бәлиғ булмаған балаларҙың именлегенә ҙур иғтибар бирелә”, - тип белдерҙе баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Сараның беренсе этабы 9 июнгә тиклем дауам итә. Икенсе өлөшө 11 июндән 16-һына тиклем ойошторола. Унда республика полицияһының шәхси составы ҡатнаша. Ҡала һәм райондарҙа акциялар уҙғарыла, водителдәр тикшерелә. “Ял көндәрендә күптәр тәбиғәткә сыға, ҡунаҡҡа йөрөй. Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Балалар машина салонында махсус креслола ултырырға тейеш”, - тине Владимир Севастьянов.

Туймазы китапханаһында Мәскәү авторҙары менән осрашыу үтте Туймазы Үҙәк балалар-үҫмерҙәр моделле китапханаһында Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге авторҙары менән осрашыу үтте. Үҙәк етәксеһе Никита Митрохин менән бер төркөм авторҙар Башҡортостанға «Китап-байрам» форумында ҡатнашыу өсөн килгәйне.

Баймаҡ лагерҙары эш башланы Күңелле каникул. Балаларҙың йәйге ялы файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 5-се мәктәптәрендә көндөҙгө ял лагерҙары эшләй.Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Миәкә районының «Хыял» балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә тәүге смена асылды 240 урынға иҫәпләнгән лагерҙа тәүге сменала 193 уҡыусы ял итә. Сменаның темаһы герой ҡалаларға арналған. Уҡыусыларға һаулыҡтарын нығытыу, каникулды фәһемле уҙғарыу өсөн шарттар булдырылған. 50 йыл элек асылған лагерь өҙлөкһөҙ эшләп килә.

Директор бейеүе — интернет хитына әүерелде: Әбйәлилдә һуңғы ҡыңғырау үҙенсәлекле үтте Һуңғы ҡыңғырауҙа сығарылыш синыф уҡыусылары үтенесе буйынса бейергә төшкән директор менән видеояҙма киң популярлыҡ яулай. Социаль селтәрҙәрҙә был күңелле һәм халыҡсан видеояҙма менән бүлешеүселәр артҡандан-арта. Мәғариф учреждениеһы етәксеһе сығарылыш синыф уҡыусылары менән бер тулҡында һәм теләктәш булыуын күрһәткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы Әбйәлил районында Таһир Күсимов исемен йөрөткән гимназияла төшөрөлгән.

Өфө «Бойондороҡһоҙ мониторинг» семинарын ҡабул итте Күҙәтеүселәрҙе һайлауға әҙерләү. Был коммерция булмаған ойошмалар ассоциацияһының «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» төбәк-ара семинарында төп мәсьәлә булып тора.