fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 982
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-1330 روز
آرشیو پست ها
Өфөлә «Яуыз китап» балалар фильмының ябыҡ премьераһы үтте Төп ролдәрҙе йәш актерҙар-«Яңы донъя» театр һәм кино студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара. Сюжет буйынса төп герой ҡурҡыныс хикәйәле китап уҡый һәм шул тиклем уның эстәлегенә мауыға, хатта персонаждарҙы күрә башлай. Фильмдың иң төп мәғәнәһе, артыҡ ҡурҡыуға бирелһәң улар терелә башлай.

Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһы» буйлап гастролгә сыға 15-23 ноябрҙә Башҡорт оркестры Тәүге тапҡыр Сергиев Посады, Переславль-Залесский, Бөйөк Ростов, Иванов, Углич, Суздаль һәм Владимирҙа сығыш яһай. Гастроль Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ-Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә үтә.

Ҡазан ҡалаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Татарстандың баш ҡалаһында ижади аҙналыҡ Таңсулспан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле менән асылды. Спектакль Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи сәхнәһендә ҡуйыла, артабан бөтә спектаклдәр ҙә яңы, заманса майҙансыҡта үтәсәк.

Өфө суднолары навигацияға әҙерләнә Баржалар, туҡталыу урындары һәм суднолар һыуҙан ергә күтәрелә.Өфө суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы өсөн ҡыш тыныс ял миҙгеле түгел, ә көсөргәнешле һәм планлы эш осоро. Йылғалар туңып, температура нулдән түбән төшкәс, караптар тергеҙелә һәм навигацияны лайыҡлы ҡаршылауға нигеҙ һалына башлай. Һыу транспортына өр-яңынан йән өрөүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осоашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тура эфирҙа 8 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды Һәр мөрәжәғәткә-яуаплы ҡараш. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар билдәләүенсә, Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм йөкмәткеле яуап ҡайтарҙы. Урында уҡ яуаплы органдарға, урындағы үҙидаралыҡтарға киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.

Башҡортостандың ике ҡалаһы ЮНЕСКО-ның ижади ҡалалар селтәренә индерелә Өфө - “Музыка”,Стәрлетамаҡ - “Халыҡ ижады һәм һөнәрҙәр
Башҡортостандың ике ҡалаһы ЮНЕСКО-ның ижади ҡалалар селтәренә индерелә Өфө - “Музыка”,Стәрлетамаҡ - “Халыҡ ижады һәм һөнәрҙәре” йүнәлешен тәҡдим итә. Республика Эшҡыуарлыҡһәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, ЮНЕСКО объекттарыныңстатусы инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уята. “Янғантау” геопаркын үҫтереү һәм“Салауат ере” комплексын булдырыу быға асыҡ миҫал булып тора, тине ул.

Баш ҡалала “Кеше эҙләйем” тигән акция үтә Ул “Изге Өфө” хәйриә сараһы барышында уҙғарыла. Йорт хайуандарын алырға теләгән кеш
Баш ҡалала “Кеше эҙләйем” тигән акция үтә Ул “Изге Өфө” хәйриә сараһы барышында уҙғарыла. Йорт хайуандарын алырға теләгән кешеләрҙе 15 ноябрҙә “Ҡашҡаҙан” паркына саҡыралар. Халыҡты Өфө приюттарында тәрбиәләнгән эттәр менән таныштыралар. Ветеринария клиникаһы белгестәре менән кәңәшләшергә була. Ҡотороу сиренән вакцина яһатырға, чип ҡуйҙырырға мөмкин. Өйрәтеү үҙәгендә шөғөлләнгән эттәрҙең сығышы күрһәтелә. Хайуандарға ҡарата яуаплы булырға өйрәткән дәрес уҙғарыла. Шулай уҡ уйын һәм конкурстар ойошторола. Үткән акция барышында 223 эткә хужа табылған.

Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры 8-се ижад миҙгелен премьера менән асты Был юлы коллектив драматург Туфан Миңнуллиндың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Гөргөри кейәүҙәре этнографик музыкаль комедияһы бер ғаилә тормошон күҙ алдына баҫтыра. Гөргөри менән Кәтернә исемле төп геройҙар кесе ҡыҙҙарын керәшен татарҙары йолалары буйынса кейәүгә бирергә ҡарар итә. Яусылау, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр-бейеү буйынса һынауҙар менән үрелеп бара.

Башҡортостанда «БашТәржемә» системаһы рус теленән башҡортсаға тәржемә итә Һанлаштырыу дәүерендә сифатлы тәржемә уңышлы аралашыуҙа һәм бизнесты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта рус теленән башҡортсаға тәржемәләү кеүек көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы булдырылды. Тел кәртәләрен еңеп сығыуҙа ышаныслы ярҙамсы булған системаның өҫтөнлөктәре һәм уңайлыҡтары хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡортостан ғалимдары авиадвигателдәр өсөн яңы технология буйынса ротор етештереүҙә ҡатнаша Рәсәй фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты Мәскәүҙәге «Двигатель» фәнни тикшеренеүҙәр институты менән берлектә эш алып бара. Ғалимдарҙың уртаҡ хеҙмәт емеше-юғары температурала 400 тонналыҡ ауырлыҡ менән йәбештерелгән элемент. Иретеп-йәбештереү менән сағыштырғанда бындай ысул менән яһалған металл ныҡ була, йөйҙәр һәм болттар булмағанға яҡшыраҡ әйләнә.

Өфөнөң Пугачев урамында ике һыҙат буйлап хәрәкәт асылды Һүҙ «Лента» гипермаркетынан транспорт сиселешенә, йәғни Геофизиктарҙан Рыленко урамына тиклем участка тураһында бара. Быға тиклем водителдәр был арауыҡты 3 километрҙан ашыу урап үтергә мәжбүр ине. Хәҙер 2 минуттан да артыҡ ваҡыт талап ителмәй.

Радий Хәбиров йәмәғәтселек һәм журналистарҙың һорауҙарына етенсе тапҡыр яуап бирҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәмәғәтселек һәм журналистарҙың һорауҙарына етенсе тапҡыр яуап бирҙе. Тура линия барышында махсус хәрби операция, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләренә, социаль объекттар төҙөлөшөнә һәм юлдар торошона ҡағылған һорауҙарға яуаптар алынды. Эфирҙа яңғырамаған мөрәжәғәттәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, уларҙың хәл ителеше төрлө министрлыҡ һәм ведомство, урындағы үҙиралыҡтар яуаплылығына алына.

Башҡортостан Юнесконың бөтә донъя мираҫы исемлегенә яңы объекттар тәҡдим итергә ниәтләй Был турала бөгөн Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә үткән Юнеско эштәре буйынса комитет ултырышында белдерелде. Күсмә ултырыш Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙҙы, сарала Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы департаменты етәксеһе Александр Алимов, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ғалимдар ҡатнашты.

Өфө-Яңауыл трассаһында Тиҙ Танып йылғаһы аша күперҙә реконструкция эштәре бара Башҡортостан башлығы хәбәр итеүенсә, ошо маҡсатта тейешле аҡса бүленгән һәм подрядсы ойошма менән дәүләт контракты төҙөлгән. Бөтә эштәр ҙә графикҡа ярашлы алып барыла. Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференция бәйләнеше форматында уҙғарған граждандарҙы ҡабул итеү барышында билдәле булды.

Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла Тантаналы сара 20 декабрҙә шихан янындағы этнокомплекста үтә, тип хәбәр итәләр “Торатау” ге
Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла Тантаналы сара 20 декабрҙә шихан янындағы этнокомплекста үтә, тип хәбәр итәләр “Торатау” геопаркы матбуғат хеҙмәтенән. Ҡунаҡтар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән бейей ала. Сана, ҡаргиҙәр һәм аттарҙа йөрөргә була. Шулай уҡ ҡышҡы уйындар ойошторола. Ҡыш бабай тирмәһе киләһе йылдың 11 ғинуарына тиклем эшләй.

Өфөлә ҡышҡы йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте Республика район-ҡалаларынан алты тиҫтәләп спортсы 25 һәм 50 метр арауыҡҡа ярышты. Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. Күптәр был спорт төрөнә яңыраҡ ҡына килгән. Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан йөҙөү буйынса федерация советына инеүселәр һаны ла йылдам арта. Быға республикала үткән даими спорт саралары булышлыҡ итә.

Профсоюз гранты ярҙамында Өфө медиктары өсөн спорт залы булдырылды Хеҙмәткәрҙәрҙең психик һәм физик һаулығы хаҡында хәстәрлек. Профсоюз гранты ярҙамында Республика медицина-генетика үҙәге спорт залы асылды. Белгестәр буш ваҡытта физкультура менән шөғөлләнә ала.

Өфөлә классик музыка фестиваленә йомғаҡ яһалды Үҙ таланты менән ысын мөғжизә тыуҙырған йәш музыканттар вокал һәм фортепиано номерҙары, шул иҫәптән Федор Шаляпин һәм Сергей Рахманинов репертуарынан әҫәрҙәр тәҡдим итте.

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты гүзәллек конкурсында еңде Гананан Микеалина Мэри Стампулус Данква «Мисс Африка. Рәсәй-2025»тажына тиҫтәләгән дәғүәсене уҙып эйә булды. Ҡыйыу ҡыҙ дефилела башҡорт милли кейемендә сығыш яһай. Ер шарының иң эҫе континентынан килгән ҡыҙҙың конкурс тәьҫораттары тураһында киләһе яҙмала.

Шәйехзада Бабич премияһына дәғүәселәр менән йәмәғәт тыңлауҙары Өфөлә үтте Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына мәҙәниәт, сәнғәт йүнәлештәре буйынса дәғүә итеүселәр йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Премияға дәғүә итеүселәр Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында студенттар һәм тармаҡ белгестәре алдында сығыш яһаны. Номинанттар үҙҙәре менән таныштырҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы,