БСТ | Яңылыҡтар
رفتن به کانال در Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
نمایش بیشتر2 027
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-630 روز
آرشیو پست ها
2 027
Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы
Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы. Бы осрашыу хәҙер күркәм йолаға әйләнгән тип әйтергә мөмкин. Республика етәксеһе йыл һайын ошо көндә паллиатив учреждениела ятыусылар менән бергә билдәләй. уларға изге теләктәрен еткерә, бүләктәр тапшыра. Мәғлүм булыуынса, Өфө хосписы 2023 йылдың июленән эшләп килә. Йыл һайын меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам күрһәтелә.
2 027
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Аксаков шыршыһы үтте
Тылсымлы байрам. Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн Аксаков шыршыһы ойошторолдо. Республикала 7-се тапҡыр ойошторолған хәйриә концертына йыйылған балаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәк башлығы малай-ҡыҙҙарҙы тәбрикләп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
2 027
Радий Хәбиров халыҡ-ара бәйләнештәр рейтингында икенсе урында
«Минченко консалтинг» коммуникация холдингы былтыр декабрҙә Рәсәй субъекттары башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексына йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров рейтингта үҙ позицияһын нығытып, икенсе урын яуланы. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан төбәк иҡтисадының яңы үҫеш нөктәләрен булдырып, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтә. Индекс һөҙөмтәләре төбәк етәкселегенең тышҡы иҡтисади йүнәлештәге системалы эшен раҫлай, ә Радий Хәбиров Рәсәйҙе танытыу буйынса халыҡ-ара тректа иң яуаплы бурыстарҙы ышанып тапшырған губернаторҙар пулына инә.
2 027
Башҡортостанға уҙған йылда сит илдәрҙән 4 мең ярым тонна йәшелсә-емеш индерелгән
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауарҙың ҙур өлөшө Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм Белоруссиянан импортланған. Дөгө ярмаһы, абрикос, ҡарбуз, персик виноград, мандарин, орлоҡ бойҙайы алынған. Республикала "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. 2030 йылға сауҙаны арттырыу маҡсаты ҡуйылған.
2 027
Иглин районында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн арҡанлы парк барлыҡҡа килде
«33-сө Легион» хоккей коробкаһы эргәһендә урынлашҡан парк Башҡортостан башлығы грантына төҙөлгән. Яңы объект Иглин үҫмерҙәренә төрлө миҙгелдәрҙә спорт менән шөғөллөнеү, тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял итеү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Белгестәр фекеренсә, 15 һынау этабынан торған арҡанлы юл үҫмерҙәрҙә рух ныҡлығы ла тәрбиәләйәсәк.
2 027
Өфөнөң Октябрь районында ҡарҙа спорт ярыштары үтте
«Ҡашҡаҙан» паркына волейбол яратыусылар йыйылды. Йыл һайын ойошторолған турнирҙа һәр кем ҡатнаша алды. Ҡарлы майҙансыҡта 20-гә яҡын команда, башлыса студенттар һәм спорт мәктәптәре уҡыусылары көс һынашты. Уларға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы коллективы ҙур ҡаршылыҡ күрһәтте. Уйындар пляж волейболы ҡағиҙәләре буйынса үтте. Һәр командала икешәр спортсы сығыш яһаны.
2 027
Өфөнөң тарихи үҙәгендә Хәким йәмиғ мәсете асылды
Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Мостай Кәрим урамында күләмле реставрация эштәренән һуң Хәким йәмиғ мәсете асылды. Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы һаналған иман йорто бинаһында беҙҙең ижади төркөм дә булды.
2 027
Өфө урамдарында һәм ихаталарында ҡар таҙартыу эштәре туҡтамай
Өфө урамдарында һәм ихаталарында ҡар таҙартыу эштәре бер генә минутҡа ла туҡтамай. Ленин районында был эш комплекслы рәүештә ойошторолған.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр беренсе сиратта түләүле парковкалар урынлашҡан Мостай Кәрим һәм Коммунистик урамдарын тәртипкә килтерҙе.
2 027
Каникул осоронда Башҡортостан табиптарына 6,5 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән
Каникул осоронда Башҡортостан медицина учреждениеларына 6 мең ярым тирәһе кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 500-е дауаханаларға һалынған. Табиптар әйтеүенсә, был осорҙа грипп кеүек йоғошло сирҙәрҙе йоҡтороусылар ғына түгел, янғында зыян күреүселәр, туңыусылар һәм ағыуланыусылар һаны арта. Күңелһеҙ осраҡтар тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы менән бәйле.
2 027
Башҡортостан ярҙамы: Красный Лучтағы социаль объекттар йылыға тоташтырылды
Донбасҡа Башҡортостан йылыһы. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһына ярҙамды туҡтатмай. Йылытыу миҙгеленә бер нисә социаль әһәмиәтле объектта яңы ҡаҙанлыҡтар барлыҡҡа килде. Таушалып бөткән, күп яғыулыҡ, хеҙмәт көсө талап иткән кочегаркалар урынына бәләкәй генә, ләкин юғары һөҙөмтәле мейестәр урынлаштырылды.
2 027
Башҡортостанда хәүефле үҫемлектәр исемлеге булдырыла
Республикала экология кодексы һәм Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында законға төҙәтәмәләр әҙерләнгән. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, улар ҡабул ителһә ер биләмәләре хужалары исемлектә булған үҫемлектәрҙе асыҡларға һәм юҡ итергә тейеш була. Закон проекты ғинуар айында пленар ултырышта ҡарала.
2 027
Бөгөн Өфөлә "Аксаков шыршыһы" уҙғарылды
Хәйриә байрамына төрлө ҡала һәмрайондарҙан һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары йыйылды. Сара башҡорт дәүләт опер һәм балеттеатрында үтте. Балаларға спектакль күрһәтелде. БайрамдаРеспублика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Бөгөн Иҫкесә яңы йыл. Һеҙ иң яҡшы, матур, аҡыллы,көслө балалар. Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы уҡыуығыҙҙы,ата-әсәләрегеҙҙе тыңлауығыҙҙы,хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ,тине Радий Хәбиров. "Аксаков шыршыһы" 2019 йылдан алып уҙғарылып килә.
2 027
Радий Хәбиров республика журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, беҙҙә абруйлы һәм әһәмиәтле мәғлүмәт саралары күп. Шуларҙың иң өлкәндәренең береһе-«Республика Башкортосан» гәзите. Быйыл баҫма үҙенең 120 йыллығын билдәләй. 1906 йылда сыға башлаған гәзит тәүҙә «Уфимский рабочий» тип аталған.
2 027
Башҡортостан журналистарын Республика Башлығы ҡотланы
Бөгөн Рәсәй матбуғаты көнө. Радий Хәбиров билдәләүенсә, абруйлы һәм әһәмиәтле баҫмалар байтаҡ. "Республика Башкортостан" газетаһы быйыл 120 йыллығын билдәләй. Беренсе һаны 1906 йылда сыға, ул ваҡытта "Уфимский рабочий" тип атала. - Төрлө йылдарҙа бында Степан Злобин, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, Константин Симонов кеүек билдәле журналистар һәм яҙыусылар эшләй, уларҙың әҫәрҙәре баҫыла. Ул ваҡытта интернет булманы, газеталар мәғлүмәт биреү тиҙлегендә ярышты. Бөгөн мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ, иң мөһиме - кешеләргә ошо киңлектә йүнәлеш биреү, дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеү. Беҙҙең киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы шул, ти Республика Башлығы.
2 027
Өсөнсө балалар фольклориадаһы гимнына конкурс иғлан ителде
Ижади ярышта профессиональ, шулайуҡ һәүәҫкәр шағирҙар һәм композиторҙар ҡатнаша ала. Заявкалар 9 февралгә тиклемҡабул ителә. Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтындатанышырға була. Бәйгелә еңгән йыр Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы сараларындаҡулланыла. Ҙур форум быйыл Өфөлә уҙғарыла. Ил төбәктәренән йыр, бейеү һәммузыка ҡоралдары коллективтары килеүе көтөлә.
2 027
Шыршы тапшыр - бүләккә мандарин ал
Өфөлә яңы йыл ҡупшыҡайҙарын эшкәртеүгә тапшырыу буйынса экологик акция уҙа. Баш ҡалала ылыҫлы ағастарҙы ҡабул итеү буйынса 11 пункт булдырылған. Уларҙың адресы менән Өфө ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин. Эшкәртелгән шыршылар мебель етештереүҙә ҡулланыла. Шыршыларҙы 17 һәм 18 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем тапшырырға мөмкин. Былтыр экологик акция барышында ике меңдән ашыу ылыҫлы ағас тупланған.
2 027
Ғафури районында туристарҙы атта йөрөү һәм иппотерапия йәлеп итә
Тәбиғәт һәйкәлдәре, тарихи һәм мәҙәни объекттар: йылдан-йыл Ғафури районына туристар ағымы арта. Өфөнән 145 саҡрым арауыҡта ғына туристик база урынлашҡан, ял итеүселәр ағас йорттарҙа ял итеүҙән тыш, атта һыбай йөрөргә өйрәнә ала. Шулай уҡ бында мөмкинлектәре сикләнгән балаларға эскурсиялар ҙа ойошторола. Туғыҙ йыл дауамында уңышлы эшмәкәрлек алып барған «Ат ихатаһы»нда БЮТ ижади төркөмө лә булды.
2 027
Былтыр Башҡортостанда 21 меңдән ашыу бала бушлай һөт ризығы менән тәьмин ителгән
«Һөт кухняһы» төбәк социаль ярҙам программаһы 7 йыл элек эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә республиканың төрлө төбәктәрендә 7 етештереү майҙансығы асылды. Былтыр улар 3 мең 200 тоннанан ашыу сеймал эшкәрткән һәм 2 мең ярым тонна әҙер продукция сығарған. Ташлама менән файҙаланыусылар категорияһы ла киңәйтелгән.
2 027
Әлшәй районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу аҙағына яҡынлаша
Дөйөм етештереүсәнлек күләме йылына 40 миллион дана инкубатор һәм 3 миллион самаһы ашхана йомортҡаһы сығарыуҙы күҙ уңында тота. Предприятие республиканың көньяҡ-көнбайышында аграр инфраструктураны нығытырға һәм төбәктең үҙ ҡошсолоҡ продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырырға мөмкинлек бирә.
2 027
Һеләүһендең бәлиғ булмаған балаға ташланыу осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан
Ғәҙәттән тыш хәл Благовещен районындағы спорт лагерында теркәлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡырағай бесәй биләмәгә яҡындағы урмандан килеүе ихтимал. Һеләүһенде аулау һәм ҡазаға тарыусыға тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн урынға дәүләт һунар инспекторы, ветеринар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡырағай хайуандарҙы ребилитациялау үҙәге вәкилдәре килгән. Бер аҙҙан һеләүһен үлә. Белгестәр уның ҡотороу ауырыуы ихтималлығын фаразлай.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
