fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 969
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-1430 روز
آرشیو پست ها
Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 9 миллиард һум йүнәлтелде Һуңғы өс йылда республика ярҙамы менән коммуналь объекттарҙы яңыртыуға 9 миллиард һум инвестициялар һалынған. Бүленгән сумма иҫәбенә 20 ҡаҙанлыҡ һәм 50 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәрҙәре төҙөлгән. Төбәк инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу мәсьәләләре Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте»ндә тикшерелде.

Өфөлә күл уртаһында торған баланы ҡотҡарғандар Өфө районының Михайловка ауылында ҡотҡарыусылар Ольховое күле уртаһында торған
Өфөлә күл уртаһында торған баланы ҡотҡарғандар Өфө районының Михайловка ауылында ҡотҡарыусылар Ольховое күле уртаһында торған 10 йәшлек малайҙы ҡотҡарған. Асыҡланыуынса, ул эте артынан күлгә төшкән һәм уртаға тиклем йоҡа боҙ буйлап барған. Боҙҙоң бер киҫәге ярылып, малай күлдең уртаһында ҡалған. Ҡотҡарыусылар уны ашығыс ярҙам табиптары ҡулына тапшырған.

Башҡортостан туңдырмаһы Ҡаҙағстанға һатыла Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, бер йылда экспо
Башҡортостан туңдырмаһы Ҡаҙағстанға һатыла Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, бер йылда экспорт күләме артҡан. Беҙҙең етештереүселәр бизнесын үҫтереүҙе дауам итә. Продукция сифатына иғтибар арта. Был баҙарҙа биләгән урынды нығытырға булышлыҡ итә, тине ул. Әле Башҡортостан туңдырмаһы шулай уҡ Рәсәйҙең 40 төбәгендә һатыла.

Өфөлә яҙғы өмәләр ваҡыты аныҡланды Ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса эштәр 7 апрелдә башл
Өфөлә яҙғы өмәләр ваҡыты аныҡланды Ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса эштәр 7 апрелдә башлана һәм июнгә тиклем дауам итә. Дөйөм өмәләр 12 һәм 26 апрелдә була. Санитар айлыҡ барышында биләмәләр таҙартыла, ағас ултыртыла, һыу буйҙары тәртипкә килтерелә. Өмәләр көҙөн дә була. Улар 13 һәм 27 сентябргә тәғәйенләнгән.

Өфөлә «Ҡурай даны» телепремияһы еңеүселәрен бүләкләнеләр Республиканың төп сәхнәһе «Башҡортостан» дәләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизон премияһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе таң ҡалырлыҡ оҫталарҙы, татыу ғаиләләрҙы,шәфҡәт туташтарын, ер кешеләрен данлаған сағыу сара хаҡында ентекләберәк

Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 145-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте. Ылауҙы республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып барҙы.

Мәмбәт ауылында тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса тамаша күрһәтелде Тарихын белмәгән-киләсәкһеҙ. Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Йәш быуын белһен һәм хәтерләһен» исемле район конкурсы барышында «Олатайым котелогы» тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте Батырҙар эҙһеҙ юғалмай. Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева хәбәрһеҙ юғалған яу ҡаһармандарын эҙләү буйынса тәүге акцияны 2023 йылда ойоштора. Проект халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә иң мөһиме туғандары йылдар дауамында эҙләгән атай-олатайҙарының яҙмышын асыҡлай.

Яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин 75 йәшен билдәләй Бөгөн яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға - 75 йәш! Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын юбилярға бағышланы.

15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө Бөгөн - Бөтә донъя Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө. Быйыл халыҡ-ара дата «Тотороҡло тормош рәүешенә күсеү» девизы аҫтында үтә. Был продукттарҙы аңлы файҙаланыу һәм тирә-яҡҡа зыян кимәлен кәметеү тигәнде аңлата. Рәсәйҙә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы ошондай уҡ исемле закон тәьмин итә. Был тәртип нисек эшләй һәм зыян күргән файҙаланыусы ниндәй яҡлауға дәғүә итә? Киләһе яҙмала.

Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проектын яҡланы Бөгөн Башҡортостандың алдынғы өс юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проекты сиктәрендә Мәскәүҙә үҙҙәренең үҫеш программаларын яҡланы. Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков рәйеселегендә уҙған ултырышта Радий Хәбиров ҡатнашты.

Журналист Иршат Теләүембәтов арабыҙҙан китеп барҙы Ул оҙаҡ йылдар «Шоңҡар» республика журналын етәкләне. Йәштәр баҫмаһын иң к
Журналист Иршат Теләүембәтов арабыҙҙан китеп барҙы Ул оҙаҡ йылдар «Шоңҡар» республика журналын етәкләне. Йәштәр баҫмаһын иң күләмле тираж менән сыҡҡан осорҙа ең һыҙғанып эшләне, үҙен яҡшы, талапсан етәксе, талантлы журналист итеп күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа сирләү сәбәпле, тыуған яғын - Бөрйән районында йәшәне. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Республикала апрелдең икенсе яртыһында яҙғы баҫыу эштәренә старт биреү ҡарала Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерә
Республикала апрелдең икенсе яртыһында яҙғы баҫыу эштәренә старт биреү ҡарала Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Предприятие һәм хужалыҡтар кампанияға әҙерләнә. Уны уңышлы үткәреү өсөн льготалы кредит алырға ниәтләй. Ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, яҙғы сәсеүҙе уҙғарыу өсөн 30 миллиард һум аҡса кәрәк. Әле Федераль бюджет Башҡортостан агросәнәғәт комплексына 8 миллиард һумлыҡ 100-ҙән ашыу заявканы хупланған.

Республикала 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән Унда һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе күсере
Республикала 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән Унда һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе күсереү ҡарала. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо турала белдерҙе. Ваҡытлыса йәшәү пункттарына 45 мең кешене урынлаштырырға мөмкин. Быйыл республикала 44 хакимиәттә 300-ҙән ашыу ауылдың ташҡындан зыян күреүе фаразлана. “Йылғаларҙа боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа шартлатыу эше алып барыла. Боҙ киҫелә һәм ҡарайтыла”- тип белдерҙе Кирил Первов.

Ҡайғылы хәбәр... Билдәле актер, режиссер Вәкил Йосопов вафат булды.
Ҡайғылы хәбәр... Билдәле актер, режиссер Вәкил Йосопов вафат булды.

Өфөлә «Һөйләүсе ҡала» системаһының презентацияһы үтте Йәмәғәт транспортында яңы мөмкинлектәр. Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда «Һөйләүсе ҡала» тип исемләнгән радиомәғлүмәт һәм тауыш ориентерлашыу системаһының презентацияһы үтте. Уның менән әлегә 110-сы маршруттың 15 пассажир автобусы йыһазландырылған.

Өфөлә бер аҙна эсендә ер убылыуҙың өсөнсө осрағы теркәлде Шуларҙың береһе ҡаланың юл-төҙөлөш лабораторияһы ҡаршыһында теркәлгән. Бөгөн иртән социаль селтәрҙәрҙә Пархоменко урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелешендә юл япмаһы емерелеп төшөүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә.

Өфө циркын яңы нормативтарға яраҡлаштырып төҙөкләндереү шарт Был турала Ҙур Мәскәү дәүләт циркының генераль директоры Эдгард Запашный бөгөн объектты ҡарап сыҡҡандан һуң белдерҙе. Өфө циркы баш ҡаланың йөҙөн билдәләгән тарихи объекттарҙың береһе. Мәҙәни учреждениеға нигеҙ 1968 йыда уҡ һалынған, Өфө циркы ярты быуаттан ашыу тамашасыларҙы мауыҡтырғыс программалар менән һөйөндөргән. Әммә объетҡа бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған, һөҙөмтәлә бина таушалып авария хәленә килгән. ә 2017 йылда Өфө циркын эксплуатациялау баш ҡаланың Октябрь районы суды ҡарары менән тыйылған. Цирктың торошо насарыраҡ, емерергә тура килер тип уйлағайным. Бында яңы нормативтарҙы иҫәпкә алып капиталь төҙөкләндереү талап ителә, тине Эдгард Запашный.

Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашты Республика башлығы Радий Хәбиров «Арт-Ҡоролтай» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ҡатнашып, төбәктең мәҙәни ҡаҙаныштары, тармаҡ алдындағы бурыстар менән таныштырҙы. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары ла тапшырылды. Шулай уҡ тантаналы сарала Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле яңы автобус асҡысы менән бүләкләнде.

Башҡортостан сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр исемлегендә Радий Хәбиров етәкселегендә үткән киңәйтелгән совет ултырышында республиканың сәнәғәт тармағы үҫеше һөҙөмтәләре барланды, яңы маҡсаттар билдәләнде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов менән Зубов технопаркы эшмәкәрлеге менән танышып, яңы инвестиция проекттарына туҡталды.