fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 984
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-17 روز
-1430 روز
آرشیو پست ها
Өфө Ботаника баҡсаһында яңы сорт сирень сәскә атты Гөлнәзирә, Шәүрә, Айгөл, Нәфисә, Салауат Юлаев-был исемдәрҙе нимә берләштерә. Улар бөтәһе лә Өфөләге Ботаника- баҡсаһында үҫә һәм сәскә ата. Һүҙебеҙ Башҡортостан селекционерҙары сығарған яңы сорт сирендәр тураһында. Институт лабораторияһында декоратив ағастар, сәскәләр, «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр үрсетелә.

Өфөлә «Күпер» мәғариф проекты тамамланды Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында республика күләмендәге «Күпер» мәғариф проекты тамамланды. Проект сиктәрендә Башҡортостандың төрлө-район ҡалаларынан 25 дин әһеле белемен камиллаштырҙы. Улар «Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән эшләү» программаһы буйынса рухи һәм психологик ярҙам күрһәтәсәк. Социаль проект хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде Бер ғаилә-бер ипотека. 1 февралдән ғаилә ипоеткаһы программаһына үҙгәрештәр ғәмәлгә индерелде. Хәҙер льготалы кредитты юллағанда ир менән ҡатын заемсылар булып һанала, шулай уҡ баланың ата-әсәһе менән бер урында теркәлеүе шарт. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына нисек йоғонто яһаясаҡ?

Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» Бөтә Рәсәй премияһына лайыҡ булды Бөгөн Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көнө. Ошо көндәрҙә Дәүләт Кремль һарайында Башҡортостан онкологтары «Йәшәйек әле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй премияһы менән бүләкләнде. Абруйлы награда илдең иң яҡшы табиптарына һөнәри оҫталыҡ һәм яман шешкә ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индереүселәргә тапшырыла.

Башҡортостанда МХО ветерандарына реабилитация, эш һәм социаль адаптация Медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу һәм социаль адаптация-бөгөн республикала махсус хәрби операция ветерандары менән эш өс йүнәлештә алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан һәр яугир менән иғтибарлы һәм һаҡсыл эшләү мөһимлеген билдәләне. Республика һуғыш ветерандары госпиталендә алып барылған һөҙөмтәле эш алымдары һәм төбәктә тормошҡа ашырылған «Көслө кешеләр» социаль проекты тураһында репортаж.

Республикала ҡар таҙартыуға 1700 берәмек техника һәм 3900 самаһы юлсы сығарылған Бөгөн республикала ҡар таҙартыуға 1700 берәмек техника һәм 3900 самаһы юлсы сығарылған. Өфөлә ҡар эҙемтәләре менән көрәш төндә үк башланған. Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө урамдарында 400-ҙән ашыу берәмек коммуналь техника һәм меңдән ашыу юл эшсеһе һәм урам һепереүселәр эшләгән.

Радий Хәбиров креатив индустриялар сәғәтендә ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Квартирник» тип аталған музыкаль майҙансыҡта ойошторолған креатив индустриялар сәғәтендә ҡатнашты. Күсмә форматта үткәрелгән осрашыуҙа республика киң танылған йырсылар, артистар, музыкаль төркөмдәр ойоштороусы белгестәр ҡатнашты. Сарала Башҡортостанда креатив индустриялар йүнәлешен үҫтереү, был тармаҡта эшләүсе йәштәргә ярҙам юлдары ҡаралды.

Быйыл Башҡортостанда 3 миллион 300 мең квадрат. метр торлаҡ сафҡа индереләсәк Был 2030 йылға төбәк алдына ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мотлаҡ шарт. Был хаҡта республика төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында Радий Хәбиров хәбәр итте. Былтыр тармаҡ күп төбәктәргә хас булған ҡатмарлыҡтар менән осрашты, әммә торлаҡты сафҡа индереү буйынса йыллыҡ план үтәлде. Беҙгә тупланған темптарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу мөһим. Бының өсөн власть, бизнес һәм профессиональ берләшмәнең берлектәге системалы эше кәрәк, тине Башҡортостан етәксеһе.

Өфөнөң 30-сы коррекция мәктәп-интернатына спорт ҡоролмалары тапшырылды Сара «Спорт һәр кемгә лә асыҡ» хәйриә проекты сиктәрендә үтте. Быға «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондының Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Былтыр республиканың йәмғеһе 12 дөйөм белем биреү һәм 3 реабилитация үҙәге яңы спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Яҡын арала тағы ла 5 коррекция мәктәбенең матди-техник базаһын тулыландырыу көтөлә.

Бүздәк районының Ҡаран ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды Бүздәктәр айыҡ тормош яҡлы. Районда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандлауға арналған саралар йыл дауамында бара. Бүздәк ауылдары «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла даими ҡатнаша. Быйыл абруйлы ярышта Ҡаран ауылы ла үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. «Һомай» һәм «Чемпион менән бергә» проекттары ошо конкурс сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Баҡалы үҙәк район дауаханыһының яңы корпусын төҙөү тамамланыу алдында Милли проектҡа ярашлы, ҡалҡып сыҡҡан бина менән Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Александр Окатьев танышты. Үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сменаһына 150 кешене ҡабул итә аласаҡ. Бер урында консультация-диагностика блогы, фильтр-бокс, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы урынлашасаҡ.

Ирина Панькина махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләрен ҡабул итте «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары Ирина Панькина халыҡты ҡабул итеп, социаль һәм страховка түләүҙәре, ярҙам саралары буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Илеш районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре янғындан мал-тыуарҙы һәм йортто ҡотҡарған Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Илеш районы Базытамаҡ ауылында йәшәүселәрҙең мөлкәтен һәм мал-тыуарын ҡотҡарған. Денис Дауытов менән Ғәлим Шәмсиев төнгө патруль ваҡытында ихаталарҙың береһендә янғын сығыуын күрә. Ялҡын телдәре мунса, һарай һәм йәйге йортто ялмап алған була. Был ваҡытта хужалар утҡа ҡаршы үҙаллы көрәшеп маташа. Инспекторҙар оҙаҡ уйлап тормай. Улар янғын торлаҡ йортҡа күсмәһен өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрә.

Бәләбәй районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында 4 кешенең ғүмере өҙөлгән Бәләбәй-Аксаков-Аксенов юлында «Лада Гранта» автомобиле «Камаз» менән бәрелешкән. Насар һауа торошо шарттарында еңел автомобиль водителе идара итеү һәләтен юғалтып йөк машинаһы аҫтына ингән.

Республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөтөрөлдө Көслө ҡар яуыуға бәйле, республика юлдарында индерелгән бөтә сикләүҙәр бөгөн иртән бөтөрөлдө. Яуаплы хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа көсәйтелгән режимда эшләй. Һауа шарттары боҙолоуы ҡайһы бер эҙемтәләргә лә килтерҙе.

Республика биләмәһенә сатлама һыуыҡтар яҡынлаша Башгидрометүҙәк белгестәре киләһе тәүлектәргә һауа торошон хәбәр итте. Бөгөн, ҡар яуа, юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Термометр бағанаһы 5-10, төньяҡ-көнбайышта 15-20 градус һыуыҡ күрһәтә. Төнгә ҡарай һауа температураһы түбәнәйә башлар тип көтөлә.

Хәйбулла районында «Хәйбулла Батыры» көс экстримы турниры үтте Байғусҡар ауылында Хәйбулла районының иң көслө батыры билдәләнде. Ауылда «Студент каникулдары» декадаһы сиктәрендә «Хәйбулла Батыры» көс экстримы буйынса традицион турнир үтте.

Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды Ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге машиналы булды. Өфө районындағы «Пин һәм Пуф» ойошмаһы 7 йыл элек барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыт эсендә йөҙәрләгән хайуандарға һәм ҡоштарға ярҙам күрһәтелә. Техникаһыҙ ҡалған үҙәккә бағыусы «Лада Калина» машинаһын бүләк итте.

Республика стоматология поликлиникаһында теш имплантацияһы өсөн һанлы производство асылды Республика стоматология поликлиникаһында имплант ҡуйыуҙа ҡулланылған хирургия шаблондары етештерелә башланы. Теш техник лабораторияһында ортопедия ҡулайламаларын 3д-моделләштереү һәм әҙерләү буйынса тулы производство циклы ойошторолған, шулай уҡ бында цирконий коронкалары сығарыла.

Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса сикләүҙәр Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөгөн республиканың ҡайһы бер юл участкаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Исемлеккә М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалары, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Дүртөйлө-Нефтекама, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы, Бөрө-Таҙтүбә- Һатҡы, Дүртөйлө-Борай арауыҡтарындағы юл участкалары ингән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләүҙәр иртәгә иртәнге сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡала. Синоптиктар алдағы төндә лә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуын фаразлай. Шулай уҡ киләһе тәүлектәрҙә һауа температураһы аяҙайтҡанда 33 градус тиклем түбәнәйеүе көтөлә.